АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Ноябрь 2021, 09:35

Шыршы (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

       Зыярат ғәҙәти һиллеге менән ҡаршы алды. Һуңғы көндәрҙә йөрөмәгәндәрҙер, ҡа­р­а­у­ылсының өйөнә генә юл һалынған, ҡалған тирә-яҡ ҡарға күмелгән. Ана, ике эҙ яр­ы­лып ята: эре аҙымлағаны арҡыры-торҡороһо моғайын да уғрыныҡылыр, бынауһы, ваҡ-ваҡ ҡы­наһы билдәле - Нина Александровнаныҡы. Бейек ҡәбер рәшәткә-һе. Артем менән Ваня йә­нәш яталар. Шыршы юҡ, бысып алынған. Төпһәнән күҙ йәштәреләй төҫһөҙ сайыр һы­ғылып күренә. Хәле бөткәндәй рәшәткәгә йәбеште. Сеп-рәк бирсәткәләре аша ла тимер усты өтөп алып бара, өшәндергес һалҡынлыҡ бармаҡтары, ҡулы аша йөрәгенә үтеп уны сәнсеп ҡалтырата төҫлө. Ҡымшанмай, онот-олоп оҙаҡ торҙо шулай.

Шыршы (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)
Шыршы (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

     Йоҡоһонан иртә уянды Галина Петровна. Тышта ҡараңғы ине әле. Ашағыһы, эс­ке­­һе килмәһә лә өҫтәлгә һыйҙарын теҙҙе. Шулай тейеш. Ашамлыҡтарының тәмен той­май ғына ҡапҡыланы, өҫтәлен йыйыштырҙы, кейенеп тышҡа сыҡты. Көн сал аяҙ, ҡояш яңы ҡалҡып килгәнгәме һал­ҡ­ы­н­а­йтып ебәргән, һауа тынды ҡурып алып бара: пальтоһының яғаһын күтәрҙе, шәл сите менән ауыҙын томаланы. Автобус туҡталышына боролмайынса йәйәү ат­ла­ны.

     Зыярат ғәҙәти һиллеге менән ҡаршы алды. Һуңғы көндәрҙә йөрөмәгәндәрҙер, ҡа­р­а­у­ылсының өйөнә генә юл һалынған, ҡалған тирә-яҡ ҡарға күмелгән. Ана, ике эҙ яр­ы­лып ята: эре аҙымлағаны арҡыры-торҡороһо моғайын да уғрыныҡылыр, бынауһы, ваҡ-ваҡ ҡы­наһы билдәле - Нина Александровнаныҡы. Бейек ҡәбер рәшәткәһе. Артем менән Ваня йә­нәш яталар. Шыршы юҡ, бысып алынған. Төпһәнән күҙ йәштәреләй төҫһөҙ сайыр һы­ғылып күренә. Хәле бөткәндәй рәшәткәгә йәбеште. Сепрәк бирсәткәләре аша ла тимер усты өтөп алып бара, өшәндергес һалҡынлыҡ бармаҡтары, ҡулы аша йөрәгенә үтеп уны сәнсеп ҡалтырата төҫлө. Ҡымшанмай, онотолоп оҙаҡ торҙо шулай.

     Зыяраттан сыҡҡан Галина Петровна тағы ла көсәйә төшкән һалҡынды тоймай атланы ла атланы. Һауа етмәгәндәй пальтоһының өҫкө төймәһен ысҡындырҙы, шәле артҡа шыуҙы, сал­л­а­нған сәстәре елдә туҙыраны. Әллә кемдәр сәләмләп уҙалар. Бәләкәй ҡала булғас та­н­ы­у­сылар күп шул.

               - Галина Петровна, с наступающим Новым Годом Вас!

               - А-а-а, Павел Левашов, здравствуй, сынок?

     Егет һуҡмыш ине: ҙур танауы бурҙаттай ҡыҙарған, ситтәренә эрен ҡатҡан таш-быҡ күҙҙәр ҡаймаҡ ялаған бесәйҙекеләй йылтырап ҡарайҙар, көнбағыш валсыҡтары йә­б­е­шкән йәйенке ауыҙҙан һалҡын боҫҡа эйәреп зәһәр самогон еҫе борхой. Артемдың курткаһы берәҙәктең йоҡа кәүҙәһендә һалынып күренә, кәпәсе былай таман ғына икән. Таныш,ҡәҙерле кейемдәр яңынан йөрәген һыҙлатты.

               - Байрамды иртәләгәнһең түгелме? - тине лә Галина Петровна, шелтәләүҙе ки­л­еш­термәй өҫтәне. - Йоҡа йөрөйһөң бигерәк. Ни эш бөтөрәһең?

               - Беҙ һәр ваҡыт йылынып йөрөйбөҙ, шунһыҙ ярамай, йәнә ҡымғырлаһаң өшөтмәй, вагон бушатып ҡайтып киләм. Байрам  яҡынлаша бит, аҡса кәрәк. Өйһөҙҙәр ҙә табын ҡорорға хаҡлылыр моғайын. - Павел шырт баҫҡан йоҡа сикәл­ә­р­ен ыуҙы, тәмәке ыҫынан һарғайған тештәре араһынан сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы, до­нъя­һы теүәл кешеләй ғәмһеҙ йылмайҙы.

               - Ҡайҙа йәшәйһең әле һин?

               - Яҙғаса төҙөүселәрҙең дөйөм ятағынан мөйөш алдыҡ, унан күҙ күрер. Ә һеҙ­ҙең хәлдәр нисек, Галина Петровна?

     Һытылырға торған ҡатын иланы ла ебәрҙе:

               - Павел, һин ултыртҡан шыршыны урлап киткәндәр кисә. Һуңғы ике йылда ерһенеп, ҡупшыланып ҡына киткәйне…

               - Нимә!? - Көтөлмәгән яңылыҡтан Павелдың ҡалын, тоташып тиерлек үҫкән ҡаштары юғары сөйөлдө, ул ниҙер хәтерләргә тырышҡандай аҫҡы иренен теш-ләп уйланып торҙо. - Шулаймы?.. Әһә, төшөндөм, был һинең генә эшең Ша-кал! Ҡыҙмаса килеш еңел табыш, алыш-биреш тапҡаныңа маҡтанғайның да. Йәнеңде алмаһаммы?

     Йүгерә атлай китеп барҙы.

               - Павел, йөрөмә кенә ҡыуалатып, ҡылынаһы гөнаһ ҡылынған, бәләгә тарыр­һың!

     Левашов күҙҙән юғалғайны инде.

     Ул торараҡ уның өйөнә килде: уң яҡ күҙ төбө күгәреп сыҡҡан, сикәһе һыҙ­ыр­ы­л­ған, еңелсә ярһыған.

               - Шул булған. Анау, ҡалала магазиндар тотҡан коммерсантҡа араҡыға һат­ҡан. - Таныш фамилияны әйтте. - Иманын уҡыттым, башҡаса йоғоноп йөрөмәҫлек иттем. - Йыуатҡандай өҫтәне. - Ә шыршыны икенсе йыл көҙ тағы алып килеп ул­т­ы­р­тырмын. Теге урында икенсеһе, матурырағы бар ине.

     Шул мәлдә өй эргәһендә генә милиция машинаһының сиренаһы олоп ебәрҙе, дө­б­ө­р­ҙәп йүгергән аяҡ тауыштары ишетелде, ишек шар асылды, команда яңғыр-аны:

               - К стене! Руки за голову! Ноги на ширине плеч!

     Павелды тентей башланылар.

               - Ҡоралы юҡ, иптәш лейтенант.

               - Кешене ҡанға батырып туҡмап эҙ яҙлыҡтырырға ҡасып килгән сволочь, та­п­маҫтар, тип уйланыңмы?

               - Ул кеше түгел хайуан, ә ҡушаматы - йыртҡыстыҡы. Шакал! Әҙерәк эләк­кә­н­гә шөкөр итһен.

               - Молчать! - Лейтенант күнегелгән алым менән Павелдың бөйөрҙәренә то-н­дорҙо, хром итеге менән сатына типте.

     Левашов бөгөлөп төштө.

               - Өй баҫып инергә һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ! - Галина Петровна әле генә иҫенә кил­де.

               - Ә һин тик кенә ултыр!

               - Галина Петровна, тиҙәр мине.

               - Эйе, хөрмәтле әбей… Әгәр беҙ ниндәй ҙә булһа законды боҙғанбыҙ икән, ялыу яҙа алаһығыҙ. Милиция исеменә…

     Инеүселәр һаһылдашып көлөп ебәрҙеләр.

               -Хәҙер үк күҙемдән юғалығыҙ, сығып китегеҙ бынан!

               - Әлбиттә. - Лейтенант күҙҙәренең ағын әйләндереп Павелға аҡырҙы. - Кейен тиҙерәк, юғиһә тағы өҫтәйем.

         Милиционерҙар Левашовты этеп-төртөп алып сығып киттеләр.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков