АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
18 Ноябрь 2021, 14:56

Шыршы (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)

       - Нимә күрҙең инде? - Хәүефле хәбәр ишетерен һиҙенгән Галина Петровна ҡысҡыр­ып уҡ ебәрҙе.        - Һуң, Ваня менән Артемдың ҡәберҙәре өҫтөндә үҫкән шыршы зым-зыя юҡ?        - Нимә тинең, Нина, һин яңылыш күргәнһеңдер, ул ҡайҙа булһын! Ҡарауылсы өй­өнән уң яҡ ситтә, асыҡлыҡта…        - Яңылышырға әллә… - Нина Александровнаның тауышы үпкәләгәндәй ише­т­е­л­де,- автобустан төшөп көрттө йырып барып ҡараным, төбөнән ҡырҡып алып кит­кә­н­дәр.         - Эһ-һ-һһһ… - Тамаҡ төбөнән иңрәүгә тартым өн сығарған Галина Петровна йөҙөн ҡушусланы, шунан ишеткәненә ышанырға теләмәгәндәй теҙҙе - Һин нимә-нелер бутайһың, уға кемдең ҡулы күтәрелһен, ур­м­а­н­дағы түгел, ҡәбер өҫтөндәге ағасҡа…

Шыршы (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)
Шыршы (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)

     Төҫлө ҡағыҙҙарҙы ҡырҡҡылап шыршы уйынсыҡтары яһап мәшәҡәтләнгән Галина Петровна тәҙрә сиртеүгә һиҫкәнеп китте. «Донъяла мине иҫенә төшөрөүсе лә бармы ни әле? Кем йөрөй икән улай һуңлап…» Сирткәс танышылыр. Яуры-нына һиҙерәй төш­кән дебет шәлен һалды, ҡаталарын сисеп быймаһын кейҙе, соланға сыҡты:

         - Кто там?

         -  Это я Галя, открой пожалуйста!

         - Нина! Йөрөрһөң ете төн уртаһында кеше ҡурҡытып! - Хужабикә шулай тип һөйләнә-һөйләнә ишек келәһен ыс­ҡы­н­д­ы­рҙы. Туптай итеп кейенеп алған, тәбәнәк буйлы, йыуантаҡ кәүҙәле әхирәте туҡтап та тор­м­а­ҫ­тан һалҡын боҫ ағымына эйәр-еп эс яҡҡа тәгәрәне.

         - О, Господи, шул тиклем дә алыҫ йәшәмәһәң! Килә-килә арып бөттөм, йә маршрут автобусы туҡтаған мәл. - Инеүсе өҫтөндәге ҡыҫҡа тунын, шәлен, йылы итектәрен һа­л­ып ташланы ла тәҡдим ителгән ҡаталарҙы ҡатып көҙгө ҡаршыһына баҫты, ойпаланыбыраҡ күрен­г­ән сәстәрен рәтләштергәс һалҡындан ҡыҙарған тулы биттәрен ыуа-ыуа өҫтәл ар­т­ы­на, Галина Петровна ҡаршыһына ялпашты.

         - Ғүмер буйы ошонда йонсоноң, ыҙаланың, ҡала уртаһынан фатир ала алма-ның тәки, ат­ҡ­а­ҙанғанлығың ҡороһон. Тегендә йәшәһәң утын индереп, яғып та хит-ланмаҫ инең, һыуы ла крандан ҡойолоп торор ине.

        - Ваняның алмағас-сейәләрен ташлап ҡайҙа ғына барайым? Йәнә ерҙә соҡон-орға, емеш-еләк үҫтерергә яратҡанымды беләһең. Ошонда үлергә яҙғандыр.

        - Күрәм үлергә йыйынмайһың бер ҙә, һиндә генә ут баҙлай. Яңғыҙ башыңа нимә­л­әр ҡыйратып ятаһың бында?

        - Ҡатын-ҡыҙҙың хәстәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, тиҙәрме әле, инша дәфтәрҙәрен тикшереп бөттөм дә, Яңы йыл етте бит, шыршы уйынсыҡтары әтмәләргә керештем дә киттем.

      - Улай икән… - Нина ҡабаттан биттәрен, яҫы маңлайын, ҡыҙарған йөҙҙә айырым-асыҡ күренгән һирәк, төҫһөҙ ҡаштарын ыуҙы. - Белмәһә белмәй икән әҙәм балаһы, күпме өг­ө­т­ләргә мөмкин, йөрөмә шул мәктәптә хәйерсе тиндәренә бил бөгөп, коммерция менән шөғөллән, юҡ тигәндә минең эргәмә көнбағыш һатырға ултыр. Һинең ай буйына эш­л­әгән аҡсаңды бер аҙнала алам, бик беләһең килһә.

        - Нина Александровна, һин һәйбәт уҡытыусы булдың, мәғариф алдынғыһы, уй­л­а­мағанда- көтмәгәндә мәктәпте ташланың да ҡуйҙыңсы.

        - Йә, унда эшләүҙән ни фәтеүә, значогымды тағып ас-яланғас йөрөйөммө та-ғы?

        - Элек беҙ уҡыусыларыбыҙҙы икенсе, бейегерәк, яҡтыраҡ ҡиммәттәргә инан-дыра инек.

        - Заманалар үҙгәрҙе, кешеләр ҙә. Дөрөҫ әйттең, элек, ә бөгөнгө уҡыусыларҙы Тол­с­той, Достоевский, Чехов әҫәрҙәрендәге идеялар ҡыҙыҡһындырмай, хәйер бөгөн китап тотоп ултырған кешене күргәнең бармы? Уҡыуҙан бүкте бөгөнгө ха-лыҡ, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, ынтылыштары башҡа.

        - Нимәгә күҙҙәре ҡыҙа уларҙың, ҡайҙа ынтылалар?

        - Аҡсаға! Уларға аҡса кәрәк! Бөтәбеҙгә лә аҡса, күп аҡса!

        - Киләсәктә нимәгә табынырбыҙ ул саҡта?

        - Ҡабатлап әйтәм, аҡсаға, ҡалғандары һуңынан!

        - Нина, мин сәй ҡуяйым әле, инеп өлгөрмәгәнһең, тын алмаҫтан бәхәскә төш-төк тә киттексе. - Галина Петровна урынынан ҡалҡынды.

        - Кәрәкмәй, Галя! - әхирәте еңенән тартып кире ултыртты.- Бик күңелһеҙ хәб-әр ки­лтерҙем бит әле һиңә… - Ары дауам итергәме-юҡмы, тигәндәй тотлоғоп ҡал-ды.

     Галина Петровнаның йөҙө үҙгәрешһеҙ, тыныс ҡалды, битендәге бер мускулы бу­л­һа ла һелкенһәсе.

        - Ул ниндәй хәбәр икән тағы? Мин бит фани донъяла юғалтырымды күптән юғ­а­л­т­ып бөттөм.

        - Бөтмәгәнһең икән шул…- Нина Александровна һүҙ осон таба алмағандай ыуаланды берауыҡ, аңында өҙөлгән уй остарын ялғағандай бармаҡтары менән яҫы маңлайын ыуҙы.- Бөгөн көнө буйы һатыу иттем дә кискеһен Любаға барып әйләнәйем, тип ав­т­о­б­усҡа ултырҙым. Любаны һин беләһең, ғүмере буйы универмагта эшләне, ҡаланың теге осонда йәшәй. Китеп барам, билдәле, юл зыярат эргәһенән үтә. Ҡарайым…

       - Нимә күрҙең инде? - Хәүефле хәбәр ишетерен һиҙенгән Галина Петровна ҡысҡыр­ып уҡ ебәрҙе.

       - Һуң, Ваня менән Артемдың ҡәберҙәре өҫтөндә үҫкән шыршы зым-зыя юҡ?

       - Нимә тинең, Нина, һин яңылыш күргәнһеңдер, ул ҡайҙа булһын! Ҡарауылсы өй­өнән уң яҡ ситтә, асыҡлыҡта…

       - Яңылышырға әллә… - Нина Александровнаның тауышы үпкәләгәндәй ише­т­е­л­де,- автобустан төшөп көрттө йырып барып ҡараным, төбөнән ҡырҡып алып кит­кә­н­дәр.

        - Эһ-һ-һһһ… - Тамаҡ төбөнән иңрәүгә тартым өн сығарған Галина Петровна йөҙөн ҡушусланы, шунан ишеткәненә ышанырға теләмәгәндәй теҙҙе - Һин нимә-нелер бутайһың, уға кемдең ҡулы күтәрелһен, ур­м­а­н­дағы түгел, ҡәбер өҫтөндәге ағасҡа…

        - Күтәрелгән! Шул вәхшилектең шаһиты булдым да барыр еремә аяғым тартмай илай-илай кире боролдом.

    Көтөлмәгән яңылыҡтан һеңгәҙәгән Галина Петровна үрһәләнеп ишекле-түрле йөр­ө­ш­т­ө­р­ҙө лә ҡабаланып кейенә башланы.

       - Һин ҡайҙа, Галя?

       - Зыяратҡа! Үҙ күҙҙәрем менән күрмәй тороп хәбәреңә ышанмайым!

    Нина Александровна етеҙ уҡталып Галина Петровнаның ҡулындағы пальтоһын һе­л­кетә тартып алды ла кире сөйгә элде:

       - С ума не сходи, һантыйланма! Зыяратта, төн уртаһында, көрттә йөҙөп йөр­өр­г­ә­ме иҫәбең? Ҡурҡмай.

      - Нимәнән ҡурҡайым, иремдәнме, әллә улымданмы? Иртәме - һуңмы бөтәбеҙ ҙә шу­н­да юлланабыҙ.

      - Әммә ике донъя араһындағы күҙгә күренмәҫ кәртәне ваҡытынан алда ашатлау, тө­ндә әруахтарҙың рухын бимазалау - гөнаһ!

      - Мы все грешны в этом мире! - Галина Петровна сеңләп илап ебәрҙе, - тик аңлы рәү­е­ш­тә ҡылынған енәйәт башыма һыймай! Нимә эшләргә хәҙер, яратып, яҡ-ындарымдың төҫө итеп тәрбиәләгән һуңғы йәшел ағасымды ла ҡырҡҡандар! Бессердечные!

    Илауға Нина Александровна ла ҡушылды:

       - Әйтмә лә Галя, был ҡәһәр һуҡҡыры донъяла йүнле кеше ҡалғанмы икән? Миңә йәшәүе еңел, тип уйлайһыңмы? Тышым көлһә лә эсем тулы ут: эскесе ир, әрәмтамаҡ йү­нһеҙ малайымды аҫырайым, тип көнө-төнө бил бөгәм, сасҡау һыуыҡ тимәй, буран тимәй шыҡыйып ҡатып бөксәңдәп көнбағыш һатам. Аяҡтар туңып бөтә, сарпыуы йө­рәккә үтә, ошоғаса барлығын да тоймаған быуындырым һыҙлай. Төнө буйы тубыҡтарымды ыуып ултырып сығам. Минекеләр һине­к­е­ләр ише дөмөкмәнеләр ҙә исмаһам, тынсыр инем.

   Нина Александровна үҙенең шәхси хәсрәтен иҫенә төшөрөп илай ине.

     - Ну что ты несешь, непутевая женщина! Ғаиләңә үлем теләргә нисек телең ба-ра?! - Их­тыярынан тыш ярайһы уҡ тупаҫ һүҙҙәр ысҡындырған Галина Петровна усы менән ауыҙын ҡапланы, шунан йәштәрен ҡоротоп ҡунағына ғәжәпләнеп төбәлде.

     - Үҙәгемә үтеп әйтәм, көн дә иреш, көн дә талаш. Кисәге көн ҡайтып инһәм улыбыҙ Олег бер килке әтрәгәләмдәрҙе йыйып теттереп күңел аса. Көнө буйы саҙ-аҡалай йыйыған тиндәремде талап тиерлек кеҫәмдән бушатып алды. « Оялмаһағыҙ кәүҙәмде аша­т­лап сығығыҙ!» - тип тупһаға арҡыры ятҡайным, беренсе булып Олег үтте битһеҙ, шу­н­ан йылмая-көлә дуҫтары. Араларында мин уҡытҡан уҡыусылар ҙа бар ине. Күҙ алдыңа килтер, уҡыусылар үҙҙәренең элекке уҡытыусыһын аяҡ аҫтына һалып тапаһындар сәле, был ниндә ҡырағайлыҡ! Әҙәп төшөнсәһен һанламаған һыу мейеләр! Ғәрлек!..

    Нина Александровна тағы ла ярһыбыраҡ иларға тотондо.

   Оҙаҡ ултырҙылар. Нина Александровна әхирәтен түгел, киреһенсә хужабикә ҡу-н­а­ҡ­­ты тынысландырырға тырышты: йыуатты, кәңәштәрен бирҙе. Шыршы ҡайғы-һы бер аҙға онотолдо ла һымаҡ.

                - Һөйләштек, серләштек, инде ҡайтайым булмаһа.

                - Ярты төн ауышты, әллә ҡалаһыңмы миндә?

                - Ҡайҙа инде, иртә менән баҙар ҡапҡаһы төбөнә барып өлгөрөргә кәрәк. Һу­ң­лаһаң, икенсе берәүһе урыныңды ала ла ҡуя. Конкуренция. Байрам алдынан тауар ғә­ҙәттә үтемле була.

   Солан ишеге төбөнә килгәс, Нина Александровна төн йөҙөндә йөрөүенә йомғаҡ яһ­а­ғандай киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәкле тапты:

               - Минең һөйләгәндәргә ышанмаһаң зыяратҡа иртәгә ҡояш ҡалҡҡас барып ҡа­рарһың, тик бөгөн түгел. Ни хәл итәһең, ҡырҡҡандар шыршыны. Бола осорҙа ағасты тунау нимә генә, әҙәм башын өҙөүҙән дә тартынмайҙар бөгөн, язаһын да алмай тыныс ҡына йө­рөй бирәләр. Заман ахырыһы етеүе ошолор…

   Нина Александровна тапалған тығыҙ ҡарҙы шығырҙата баҫып төн ҡараң­ғы­лы­ғы­на инеп юғ­алды.

     Галина Петровна инде лә стена ҡырында торған иҫке диванға бөршәйҙе. Пружиналары бушап тояҡтары ҡаҡшаған күрмәлекһеҙ мебель иләмһеҙ шығырҙап ҡуйҙы, әйтерһең дә ху­ж­а­һ­ының һыҡтауына ҡушылып шыңшыны. Эшләнә башлаған шыршы уйынсыҡтары, ҡағыҙҙар, елем, энә-еп, ҡайсы кәрәклектәрен юғалтып өҫтәлдә туҙырап яталар. Ҡайҙа эләһең уйынсыҡтарҙы? Сисенде лә утты һүндереп һалҡын түшәгенә сумды. Былай ҙа йо­мшаҡ яҫтығын ҡырамалай-ҡырҡ ҡабартып ҡараһа ла йоҡоһо килмәне, әйләнеп-тулғанғыланы, тороп тоҫмал менән һәрмәнеп шкаф тартмаһынан шырпы ҡабын та­б­ып алып мө­й­өштәге иконаның алдындағы май шәмде ҡабыҙҙы. Уға һынамсыл, тик­ш­е­р­е­ү­сән, үтә ҡарай ине иконалағы һүрәт.

    Ғүмере буйы атеистик рухта тәрбиәләнгән, башҡаларҙы ла шуға ышандырырға ты­рышҡан уҡытыусы һуңғы осорҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ҡуңалтаҡ яң­ғыҙ­лы­ғы­нан арынырға иттепме, әллә һөйләшер, кәңәшләшер, серен сисер яҡыны булман­ы­мы, баҙарҙа сиркәү кәрәк-яраҡтары һатып тороусы әбейҙән алды ла ҡайтты ошо нәм­ә­не.Ҡурҡмай, йәшермәй, асыҡтан-асыҡ тотоп ҡайтты. Хәҙер килеп бер доға ла бел­мә­­г­ән көйгә үҙенсә табына Аллаға, үҙенсә мөрәжәғәт итә.

     « Эй Аллам, һинең алдыңда гөнаһтарым шундай юғарымы? Мине күпме юғ­а­л­т­ы­у­ҙарға, һынауҙарға дусар иттең, япа-яңғыҙымды ҡалдырҙың. Ғәйебем нимәлә? Ал­ла­һы­ҙ­лығым өсөн ебәрҙеңме ошо язаңды? Минең генә ғәйебемме ни ул, тотош ил­д­ең ҡазаһы… Улым Афғанстанда йөрөгәндә лә ғорурлыҡ тойғоһо кисергән булдым, йә­н­ә­һе лә интернационалист әсәһе. Баҡтиһәң аккупантты тыуҙырған, күкрәк һөтөн им­е­ҙ­еп, иманһыҙ итеп тәрбиәләгән бахыр кәнтәй генә булғанмын. Янған-көйгән, иҙелгән ят тупраҡ килмешәктәр итеге аҫтында иңрәмәгән, ҡышлағы яндырылған, туғандары үл­т­ерелгән әсә ҡарғамаған тиһеңме… Баламдың ғәйебе ниҙә? Ул бит ябай һалдат ҡына ине, бары мәғәнәһеҙ бойороҡтарҙы үтәгән йәш һалдат, көтөүе менән ят биләмәләргә ҡыуылған аңра өйөрҙөң ирекһеҙ бер вәкиле. Беҙ аҙашҡандар, алданғандар быуыны… Кисер Аллам, барыһы өсөн дә кисер…»

     Үткәндәре күҙ алдына бөгөнгөләй килеп баҫтылар.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков