АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
16 Октябрь 2021, 14:36

Ҡәһәрле көндәр. (Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)

       Нурбикәнең, илай белмәгән Нурбикәнең өмөтһөҙ күҙ­ҙәренән һа­р­ан йәштәре һы­ғ­ы­лып сыҡтылар ҙа сырыш биттәре буй-лап түбәнгә һар­ҡ­т­ы­лар. Ауырлыҡтарға би­р­еш­мә­­гән, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәгән ҡарсыҡ, ҡарта­й­ған көн­өндә хәйерсел-еккә этәреп уғры хәленә төш­ө­ргән ҡәһәрле көндәрен ләғнәтләп, оя­тына сыҙай алмай илай ине. Иң һу­ңғы мәлдә ҡол­ағында бәпес ауазы яңғыраны, те­ге Та­ңа­тары һонған, ә ул үрелеп ала алмаған йоморосай баланы яңынан күргән­дәй ит­­те. Йә­шле йөҙ­өндә бер аҙға ғына, болот араһынан сағылып ҡалған ҡояш нурылай йылмайыу ишараты төҫмөрләнде лә бөтөнләйгә һүнде. Аҡ­тыҡ көсөн йыйып  упҡынға ҡа­рай атылырға аш­ҡынған йөрәген ҡушуслаған Нурбикә ҡа­р­а­ң­ғылыҡҡа сорнала ба­­­р­­­ған яҡтыл­ыҡ­тың  үҙә­гендә һаман да теге иблес мөһөрлө ҡушйоҙроҡтай башты кү­р­гәс, фанилыҡҡа һуңғы ау­азын оҙат­ты:             – Донъя һеҙҙең һымаҡтарға ҡала… Үкенес…           

Ҡәһәрле көндәр. (Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)
Ҡәһәрле көндәр. (Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)

       Һалҡын түшәгенә ятҡас та йоҡлап китә алмай бошаланып әйләнгеләне. «Иртәгә Таңатарының тыуған көнө… Әгәр тере булһа һикһән бишен тултырыр ине… Ҡа­й­һылай ҙа сыҙамлы булған ул, һуғыш яраларына бирешмәй ошо көнгә килеп етте бит. Шунда ла әле етеҙ хәрәкәтләнеп, йор һүҙе менән күңелгә йылы өҫтәп йөрөп ятты. Аҙ­аҡҡы көндәренә тиклем түшәккә ятманы, аһ-зарын тышҡа сығарма-ны…  »

     Һуңғы тыуған көндө бында килгәс, ошо фатирҙа үткәрҙеләр. Магазин һыйын ал­ып үҙенсә өҫтәл хәстәрләне. Табын артына ултырғас Таңатар түш кеҫәһенән алдан әҙерләгән бү­ләген сы­ғарҙы. Усында матур көмөш балдаҡ ине. «Нурбикәм, бергә йәшәгәнебеҙгә бы­йыл 60 йыл да булып киткән, шуға йоланы боҙоп ошоно алдым да ҡуйҙым », тине ғәйепле төҫтә. Ә ул баҙарҙан барып дебеттән бәйләнгән ойоҡбаш алғайны. Ире шун­д­уҡ кейеп алды, тик ғәҙәтенсә бейеп китмәне, күңел-һеҙ йылмайҙы ла, һүрәнке та­уыш­ла­нып өҫтәне: «Рә­х­мәт… ҡайһылай йомшаҡ, йылы…» Өҫтәлдәге һыйға ла ҡағ­ылманы нишләптер, бары ҡа­ла­ғының осона ғына эләктереп татлы эремсектән ауыҙ итте лә хә­бәргә әүрәтеп аш­ау-эсеүҙе оноттор-ҙо…

     Һалҡын түшәге йылынғайны, күҙ ҡабаҡтары ла ауырайҙы, төшөнә ап-асыҡ төҫ­мө­р­ләнеп Таңата­ры инде. Аҡ­тан аҡ костюм-салбар кейеп алған, түшенә барлыҡ орден-миҙалдарын таҡ­ҡан, ҡу­­лы­нда ин­әнән-тыума яланғас, яңы тыуған бала, үҙе һүҙ­ҙә­р­ҙе асыҡ итеп һөй­ләй: «Ҡа­­р­с­ыҡ, алай ҙа теге килмешәккә орден-миҙалдарҙы һа­тманың, улар бит күр­һәт­кән бат­ы­рл­ы­­ҡ­тарым ғына түгел - беҙҙең илдең үткәне, тарихы, мин­ең, һинең яҙ­м­ыш. Йәнә ир­тә­гә бит тантана, икебеҙҙең тыуған көн, ал әле киб­еттән теге мә­л­дәге эр­емсекте, шун­ың тәме һа­­ман да тел осомда тора. - Шулай тине лә ҡулын­да­ғы бәпесте уға һондо. - Ты­у­ған көнөңә бүләккә ошо баланы ал…» Таңатары уға ҡар­ап ынтыла, ә ул уға, ә ике арала теге бәпес. Тәки үрелеп етә алманы…  Һиҫкәнеп уя­н­ып китте, эргә­һ­­ендәге тумб­о­ч­ка өҫ­төндәге өҫтәл шәмен ҡаб­ыҙҙы. Төшөн үҙенсә юра­ны: «Таңатары уға бәп­ес бү­ләк итергә теләгән дә бит, ғәйеп унда бу­лған. Әгәр  эр­гәл­әрендә ба­ла­лары йөр­өп ятһа был хәлгә лә төшмәҫ-тәр ине. Уртаҡ бәхетһеҙлектәре ун­ың намыҫын­да, тим­әк…» Кәшелүген табып уның төбөндә сылтыраған тиндәрҙе  усы­на һалып әүәләне, ун­да хатта икмәк­лек тә аҡ­­саһы юҡ ине. «Фәҡирлек, хәйерселек, ни­н­­дәй көнгә ҡалды ул…» Яралы инә ҡош­тай иң­рәү тау­ы­шы сығарып күҙ йә­шһеҙ генә үк­һене, шул килеш түшәгенә ҡырын ауып бөгәр­ләнеп ятты.

       Иртәгеһен ниндәйҙер еңеллек менән килеп торҙо, ваннала йыуынып, таҙ­­а­р­ынып алды, байрамда ғына кейгән матур күлдәген кейҙе, Таңатарының бүләге - яр­а­т­ып яб­ынған сәскәле яулығын ябынды,ҡоролай ғына булһа ла, сәй ҡайнатып эсте. Иш­­ег­ен бикләп яр­ым ҡараңғы подъезға сыҡты ла хәле бөткәндәй стенаға һөйәлде. Ары ҡайҙа юлла­ны­рын тоҫмалланы: «Хәҙер зыяратҡа барам, ары ма­газинға…» Тик ни өсөн унда барасағы һәм аҡсаһының юҡлығы хаҡында ғына уй­л­а­­маны.

       Сығыу менән өҫтөндәге пальтоһы аша үҙ хакимлегенә ингән сасҡау ҡыш һал­ҡын­­лығын тойҙо. Ошо нәмәне бында, ҡалаға килгәс алған булғайнылар, ни тиклем маҡ­т­ап һат­һа­лар ҙа яһалма сүс-мамыҡтан тегелгәс шыпа йылы тотмай. Төҫө лә алған мәл­дә сағыу күренә ине лә, бер нисә тап­ҡыр кейеү менән буҙарып ҡалды. Арзанлы, сифа­т­­­һыҙ кейем хәҙер сисеп ырғыт­ҡы­һыҙ бу­л­ып кәүҙәһенә һылашҡан. Ошоно кейһә үҙен ҡа­бы­рсаҡ­ҡа инеп йәшеренгән ҡу­с­­ҡар­­ҙай итеп тоя. Ул ғынамы, анау һалҡында ҡожора­йып ҡатҡан һорғолт йорттар ҙа, ва­­­йран килеп сүп-сар һибелгән урам да, эргәһенән ке­йем яғаларын торғоҙоп, йә кө­л­әпәрә эс­енә ба­ш­тарын йәшереп үткән-һүткәндәр ҙә, хат­та баш осонда насар йыуылған керҙәй аҫ­ы­лы­н­ған төҫһөҙ болоттар ҙа уның ише шыҡ­һыҙ, сис­еп ырғытҡыһыҙ кейем кейгән­дәр төҫлө. Сараһыҙлыҡ-өмөтһөҙлөктән, битараф­лыҡ һәм нәҫ баҫыуҙан туҡылғандыр был кейем…

    Иренә зыярат ҡылғанда ла, кире боролоп ҡайтыу яғына атлағанда ла, халҡы мыж­ғыған супермаркет эсенә ингәндә лә мейеһен күңелһеҙ уйҙар игәне. Иртәнге еңеллеге ҡайҙалыр юғ­алды, сәбәпһеҙ күтәрелгән кәйеф-дәрте һүрелде.

       Күптәр ҡабыр тәғәм эҙләп сүп-сарҙа соҡона, бында затлы ризыҡтарҙан, әллә ҡай­ҙа­р­ҙан килтерелгән тәм-томдан, тамылйып бешкән емеш-еләктәрҙән хасил ҡатлы-ҡа­т­лы, оҙон кәштәләр араһы ожмах юлын хәт­ер­лә­­тә, теләгә­неңде һайлап  ал, аҡсаң ғына бул­һын. Ун­ың Таң­а­т­ары бына ошо мул тормош өсөн һуғыш­ман­ымы ни? Ул ғынамы, мил­­­лион­лағ­ан ир-егет яҡ­ты киләсәк өсөн яу яландарында ҡан ҡойоп ҡорбан бул­ды, ә тылдағылар йоҡоһоҙ төндәр, ас-яланғаслыҡ, емереклектәр аша, тындары менән тар­т­ып алырҙай булып еңеү таңын яҡынайттылар. Ә тормош һуң кемдәр ҡулына ҡалды? Йы­­л­ғырлыҡ, әрһеҙлек, оятһыҙлыҡ өҫкә ҡа­лҡ­ты бөгөн, ғәҙел йәшәргә ынтыл­ыусылар һантыйҙар хисабына индерелеп эт типкеһендә йөр-өй. Нурбикә рәттәр буйлап ат­ланы, үҙе етеҙ ынтылып йәне тартҡан ризыҡты этеп йөрөтмәле арб­а­ға тултырҙы: «Бө­гөн Та­ңатарының ты­у­ған көнө, тыуған көнө… тыуған кө­нө…» Ошо мейеһен сүк­егән үҙ­һүҙле уй уның аныҡ фе­керләү ҡеүәһен тома-ланы, сая алабарман­л­ыҡ­ҡа этәрҙе. Арба­һы тулып китеп ҡулына эл­әккән татлы эремсекте кеҫәһенә тыҡ­ҡан мәлдә лә бының ары ни менән бөтәсәге хаҡында уйлап та ҡар­а­м­а­ны.

   Бына ирендәрен ҡан ялаған эттәй итеп сағыу ҡыҙартҡан тәтәй ҡыҙ ҡунаҡлаған кас­саға килеп төртөлдө. Ҡыҙ осло тырнаҡлы бармаҡтарын килешле бейетеп аҙ­ыҡ-түл­ек­тең хаҡын иҫәпләп эргәһендәге икенсе кәрзингә күсерә башланы һәм уҡтай тырпай­ған яһалма керпектә­рен наҙлы елпеп тү­ләр хаҡ­ты әйтте.

       Ниһайәт, уйланмаған эш ҡылыуын аңлаған Нурбикә, кеҫәләрен ҡаҡҡылаған бу­л­ып аҡланғандай һөйләнде:

            – Балам, хата миндә, кәшелүгемде өйҙә онотоп ҡалдырғанмын бит әле. - Аҡсам юҡ, тип әй­­­­тергә теле әйләнмәне.

            – Вы что, я уже выбила сумму, теперь как быть, составить акт? Далеко живете? - Ғәҙәти эш ағымы тотҡарланған һатыусы ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп китте.

            – Алыҫ шул, алғанымды иҫәпләгеҙ ҙә кире алығыҙ ҙа ҡуйығыҙ.

   Аҙыҡ-түлекте ҡабаттан иҫәпләп әллә ниндәй ҡағыҙ тултырғансы апаруҡ ваҡыт кит­­­­те. Сират тотҡарланыуға ҡәнәғәтһеҙлек белдергән һатып алыусылар шаулаша баш­ла­­нылар. Бына ул башын баҫып сығыу яғына йүнәлде. Һатыусы зәһәр ыҫылда-ны:

            – Ходят тут всякие бомжихи…

      Шәшке тун, шундай уҡ кәпәс, затлы итектәр кейгән ҡатын гөнаһһыҙ ҡиәфәттә ош­аҡлашты:

            – Вы у этой, с ума выживший бабки проверьте карманы, найдете там что-то ин­­­­тересное…

  Шуны ғына көткән тейерһең, теге ҡыҙ һөсләтелгән эттәй ташланып уның беләгенән ма­т­ҡый һалып алды ла кире касса янына өҫтөрәне, шунан кеҫәһенә әрһеҙ тығылып та­т­лы эр­емсекте сығарып үлсәгес табаҡсаһына  һалғас әсе сәрелдәне:

            – Эй, охрана, люди воруют продукты, куда смотрите, быстро сюда! А осталь­ные, видели варованный продукт? Бу­дьте свидетелями!

      Сират буйлап яңынан ризаһыҙ геүләү йүгереп үтте:

            – Вот время пошло, а, бабки стали воровками!

            – Хәҙерге әбейҙәр урлашыу ғына түгел, эсеүгә лә әүәҫләшеп алдылар ул!

            – Оят, инәй, - быны урта йәштәрҙәге ҡатын әйтте, - йәштәргә ҡайһылай шәп өлгө күрһәтәһегеҙ!

            – Бабка, мой совет, воруй вагонами, никто слово не скажет, не заметит, а ты ме­­лочишься, сы­рки… - Әзмәүер кәүҙәле ир нотоҡ уҡығандай аҡыл өйрәтте.

       Йыуынды һыуҙай өҫтөнә ауҙарылған ғәйепләүҙәрҙән юғалып ҡалған Нурбикә апты­раулы ҡарашын тирә-йүнгә атты, тик ҡайтарып нимә лә булһа әйт­е­р­гә көсө-нән ге­нә килмәне, теле аңҡауына йәбешкәйне. «Мәсхәрә, ҡартайған көнөмдә нин-дәй түбән­сел­ек­кә төштөм… Оятыңдан ер тишегенә ин, ят та үл… Тиҙерәк бы­нан алып китһен­дәр ине, милицияла тикшерһендәр, төрмәгә япһындар, тик былай­­тып, ри­с­уай­ға ҡа­лды­р­ып мир алдында ғына һерәйтмәһендәр…»

     Һаҡсылар ҡултыҡлап супермаркеттың төп яғындағы тар ғына бүлмәгә ал­ып инде­ләр. Унда, өҫтәл артына ҡунаҡлағаны, һорашып-белешеп тормай, ниҙер яҙырға то­т­ондо. Тиҙ һәм белекле төҫтә эшләй, тимәк тәү тапҡыр башҡармайҙыр был шөғөлдө. Ал­ып инеүсенең ишеккә арҡыры һөйәлгәне телгә килде:

            – Срочно хозяину надо звонить, он ведь лично занимается во­просом воров­с­т­ва…

     Нурбикәнең тыны ҡыҫылды, йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды, төртәләнеп барып эргә­һе­ндәге ултырғысҡа һаҡҡас бөгөлөп тө­ш­­­тө, ары бушлыҡтан тотанаҡ эҙләгәндәй ҡолас­ын йәйеп һәрмәнеп иҙәнгә йығылды. Алыҫтағы тау­ы­ш­тар баҙ төбөнән килг-әндәй тон­оҡ ишетелә:

            – Может вызвать врача? Бабка ненароком копыту откинет, беды не минов­ать…

            – Не надо никого вызывать, не видишь что ли, претворяется, отсюда вып­ус­т­и­шь, сразу побежит.

            – Нурбика, Нурбика апа, слышишь меня, что с тобой, это  я…

      «Был бит Валентина, Өфөнән ҡайтҡан… Түшендә шеше бар, тип өҫтәмә тикш-е­р­елеүгә ебәргәндәр ине бит, имен генә йөрөп әйләнһә арыу булыр ине. - Үҙ көнө үҙенә саҡ хәлдә лә күршеһен ҡайғыртты. - Ул да моғайын магазинға ин­гән­­дер ҙә ошо хур­лыҡлы тамашаны күргәндер…»

            – Валентина, ғәфү ит, шайтан ҡоторттомо ни, урлыҡҡа төштөм ҡартай­ған көн­өмдә… Ярлыҡау көтмәйем, кәрәкмәй,оят, бик оят миңә… Ерләр урынды беләһең, бында һин­ән башҡа ышан­ыр ке­шем ҡалманы - Ҡан ҡасҡан, һиҙгерлеге юғала барған ирен­дәр­ен саҡ ҡыймыл­да­тып әйтте.

            – Оятыңдан үлмәй тор, Нурбика! Нисек тә бергәләп йәшәрбеҙ әле, йәшәрбеҙ! Һу­­ңғы мәлдә килеп индем, аралап өлгөрә алманым! - Ва­лентина һаман үҙ­әлә­н-еп үтенә бирҙе. Тирә-йүндәгеләренә ҡысҡырҙы. - Ул бит ке­шенең энәһенә лә һо­р­а­уһыҙ ҡағыл­май! Алған аҙыҡ-түлегенең хаҡын тулыһы менән үҙем түләйем, ебә­регеҙ уны!

            – Юл бирегеҙ, хужа килде! - тип ҡысҡырҙы ир тауышы.

      Күҙҙәрен асты. Ҡуйы томан аша уны битараф ҡиәфәттә ҡыҙыҡһынып кү­ҙ­әткән, маңлайының ҡап яртыһын алтмыш алты һанына тартым һо­ро миң япҡан теге ирҙе күрҙе.

      Нурбикәнең, илай белмәгән Нурбикәнең өмөтһөҙ күҙ­ҙәренән һа­р­ан йәштәре һы­ғ­ы­лып сыҡтылар ҙа сырыш биттәре буйлап түбәнгә һар­ҡ­т­ы­лар. Ауырлыҡтарға би­р­еш­мә­­гән, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәгән ҡарсыҡ, ҡарта­й­ған көн­өндә хәйерселеккә этәреп уғры хәленә төш­ө­ргән ҡәһәрле көндәрен ләғнәтләп, оя­тына сыҙай алмай илай ине. Иң һу­ңғы мәлдә ҡол­ағында бәпес ауазы яңғыраны, те­ге Та­ңа­тары һонған, ә ул үрелеп ала алмаған йоморосай баланы яңы-нан күргән­дәй ит­­те. Йә­шле йөҙ­өндә бер аҙға ғына, болот араһынан сағылып ҡалған ҡояш нурылай йылмайыу ишараты төҫмөрләнде лә бөтөнләйгә һүнде. Аҡ­тыҡ көсөн йыйып  упҡынға ҡа­рай атылырға аш­ҡынған йөрәген ҡушуслаған Нурбикә ҡа­р­а­ң­ғылыҡҡа сорнала ба­­­р­­­ған яҡтыл­ыҡ­тың  үҙә­гендә һаман да теге иблес мөһөрлө ҡушйоҙроҡтай башты кү­р­гәс, фанилыҡҡа һуңғы ау­азын оҙат­ты:

            – Донъя һеҙҙең һымаҡтарға ҡала… Үкенес…    

      

         

             

                         

                 

  

   

 

   

 

 

Автор:Хайдар Тапаков