АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
15 Октября 2021, 12:57

Ҡәһәрле көндәр. (Етенсе иҫәк. Дауамы бар.)

       «Был донъя­ла әҙәм балаһы ғына түгел, әйберҙәр ҙә ҡартаял­ыр күрәһең. Килгәндән алып бул­м­ы­­ш­­ын ҡуҙ-күмер йылыт­маған, ҡапҡасынан ҡай­н­ар боҫ бөркөлмәгән бынау еҙ самау­ыр ҙа үлем сигенә етте бит…»

Ҡәһәрле көндәр. (Етенсе иҫәк. Дауамы бар.)Ҡәһәрле көндәр. (Етенсе иҫәк. Дауамы бар.)
Ҡәһәрле көндәр. (Етенсе иҫәк. Дауамы бар.)

       Ҡар тағы ла көслөрәк итеп, көрәп яуырға тотондо. Йәйәүләп иҫкән ел көсәйә бар­ып ер өҫтөндәге ыуыҙ ҡарҙы күккә олғаштырып ойоҫҡотто ла ҡабаттан аҫҡа бы­р­а­ҡ­тырып күҙ асҡыһыҙ буран хасил итте. Шул ажғырған дауыл эсендә елбер-ләгән аҡ шар­шау эсенә йорттар, ағастар, фараларын яғып елгән машиналар, ҡы-рмыҫҡалай йы­б­ы­рлап ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләр инеп буталды. Донъя буталды. Шул ғә­р­әсәттең кө­м­бәҙен тәшкил иткән болоттар көтмәгәндә ҡап урталай ярылып араһынан ҡо­яш ну­ры ялтырап күренде. «Таңатарҙың керһеҙ яҡты йәне асманға ашты…»

    Бер нисә көн үткәс һуң ғына ишек шаҡынылар. Подъезда теге, Таңатарҙы ерлә-гән көндә юғалған Өлкән тора ине.

            – Ни кәрәк? - Килеүсене эскә үткәрергә теләмәй ишеккә арҡыры баҫты.

            – Слушай, баб… инәй, һиндә ине бит әле йомош…

            – Йомошоғоҙҙо үтәр кеше түгелмен. Аҡса һораһаң да бирә алмайым.

            – Бирәсәгеңде әйтәһеңме, - әле генә һөмһөрө ҡойолоп торған Өлкән теремек­лә­неп китте, - кәрәкмәй, улар хаҡында оноттом инде, списал их, так сказать.

            – Һуң?

            – Һөйләшәһе һүҙебеҙ һинең ҡартың хаҡында. Батыр һуғышҡан бит ирегеҙ, юб­илей миҙалдарын иҫәпкә алмағанда ғына ла хәрби ор­ден-миҙалдары әллә күпме!

            – Эйе, ҡурҡаҡтарҙан булманы.

            – Эш шунда, шул наградалар кәрәкһеҙгә эленеп тора бит хәҙер.

       Тегенең тел төбөн аңлап алды:

            – Шулар артынан килдеңме?

            – Улай уҡ түгел. Һатығыҙ миңә уларҙы. Һәр береһенең тәғәйен хаҡы бар. На хо­­ду орден Боевого Красного Знамени, медаль «За отвагу».  За эти награды можно сор­вать большие деньги. Все по-честному, так сказать, по рыночной цене.

            – Ордендарҙы ил һаҡлаған өсөн бирәләр, улар һатылмай.

            – Ниндәй ил хаҡында һүҙ алып бараһың, бабуля! - Ошоғаса сөсө ҡыланған Өл­кән әрһеҙләшә башланы. - Күрһәт миңә томандай таралған, юҡҡа сыҡҡан илде, ҡай­ҙа ул? Кисә бар ине, бөгөн юҡ!

            – Һин баҫып торған ер ул тыуған ил!

            – Мин баҫып торған ер башҡалар һанға һуҡмаған, иҫәпләшмәгән, теге емер­елгән илдән ҡалып бөгөн хәйерсегә терәлгән бер ярсыҡ ҡына, бик беләһегеҙ килһә! Унда урланыры күптән урланып бөткән, таланыры таланған. Так что лови момент, яҡшы аҡ­са тәҡ­дим итәм!

            – Бар, кит янымдан! - Нурбикә күҙҙәрендә хәтәр осҡондар уйнатты. Ветер­ан­дар­ҙың намы­ҫын таларға юл ҡуймам! Мин яңғыҙ түгел! - Ышандырырға теләп һу­ңғы һүҙҙәренә баҫым яһаны.

            – Дура, кому ты нужна?! Тебе подобные не только одни, но и жалки и нечтож­ны. Ты одна, одиношенька, запомни это, богом забытая старушка. Твоего стар­икаш­ку, похоронили хоть по-человечески, тебя некому будет даже закопать, подо-хнишь как последняя сучка!.. – Өлкән ҡаты һү­генә-һүгенә, баҫҡыс­та­­р­ҙы аша-төшә баҫып тө­шөп китте.

       Теге ваҡыт яңғыҙ түгелмен, тип шәптән һалдырһа ла Нурбикә япа-яңғыҙы тор­оп ҡа­л­ды. Әйтерһең дә Таңатары үҙе менән донъяның ну­р­ын, йәшәүҙең мәғәнә-һен ал­ып китте. Фатир бөләңгертләнде, унан ҡот-бәрәкәт ҡасты, үҙе лә һиҙелдер-еп, күҙгә кү­ре­н­еп миктә­не. Ошоға тиклем абай­ла­ма­ған да, тәҙ­рә­ләрҙән, фанера ишектән һал­ҡ­ын үтә­нән үтә бәреп өрә икән дә баһа. Ул ғы­на ла түгел, баҡтаһы йолҡолоп яртылаш ҡо­й­ол­ған үшән ат­тай тыш яҡтан штукатур­каһы урын-урыны менән ҡубып төшкән сте­на­ла­р­ҙа­ғы ҡомға әүер­елеп таралыр­ға әҙер иҫке кирбестәр бы­на-бына иш­елеп төшөр ҙә йо­рт ем­ерелер төҫлө. «Әй, еме­р­елһен дә, бөтә до­нъя­ ҡыйралһын, аҫты өҫкә ки­лһен, Та­ңа­т­арһыҙ йәш­әүҙән йәм дә, тәм дә ҡал­маны…»

  Хәҙер уның көнө бер төрлө башлана - иртәнсәк тора ла ҡала зыяратына барып Та­ң­а­тарының хәлен белә. Ерләгәндән һуң ҡалған аҡсаға мәсеткә барып иренең өс­өн, етеһен уҡытып хәйер ҡалдырҙы, шунан тимер рәшәткә, аҡ мәрмәргә фо­тоһын йә­б­ештереп ҡәбер ташы эшләткәйне, хәҙер иренең һуңғы төйәге, баш­ҡа­ әр­үәхтәр­ҙеке­нән кәм түгел, йыйнаҡлығы менән үҙенә саҡырып ҡаршы ала. Һалҡын тимергә эйәг­ен те­рәп, аҡлыҡ эсенән мөләйем йылмайып ҡараған яҡынына төбәлә, уны тере килеш кү­р­гәндәй булып күңеленә йыуаныс таба. Зыяратҡа килеүенең тағы бер әтн­ә­кәһе бар – Та­ңатарының эргәһенә ят берәүҙе ерләп ҡуймаһындар, тип, ҡур­сып та йө­­р­өүе, сөнки күҙҙәрен мәңгелеккә йомһа эргәһенә ҡушарлап ятасаҡ. Урынды Вал­ент­и­н­аға күрһәт­те, теләген еткерҙе. Уның уйы бойомға ашыр, ашмай ҡалмаҫ, хәҙер бит үл­гәндәрҙе яңы зыяратҡа ерләй башланылар. Оҙаҡ тора бер урында ҡатып, йоҡа сеп­рәктән те­ге­лгән итек кейгән аяҡтары сәңкей башлауын тойғас ҡына ҡай­тыр яҡҡа бор­­ола. Шәү­л­ә­ләй ҡыймылдап ҡала урамы буйлап атлай, уны күҙгә лә эл­мә­й­ҙәр, әйтерһең ул до­нъ­яла юҡ, әйтерһең ул күҙгә күренмәҫ өрәк. Ҡайтып инә лә өҫтөн­дәге кейе­м­ен сисә, залға үтә, аяҡтарына йылы шипатайын ҡатып, телевизор тоҡ­андырып дива­н­ға улты­ра ла экранға төбәлә. Телевизор был йо­рт­та донъя менән арала­шыр, уны яң­ғы­ҙлы­ҡ­тан аралар берҙән бер сығанаҡ. Ба-шҡа эш­­­­тәр мен­ән шөғөл­лән­гән мәл­дә­рендә лә теле­визорҙы һүндермәй: әйҙә фатирына йәм-ҡот бир­һен. Мәгәр нин­дәй генә йәм инде, әү­әле яңыл­ыҡ­тар сәсеү, урып-йыуыу, төҙөл­өш ха­­ҡ­ында бара тор­ға­й­­ны, хәҙер үлтереш, йә талау тураһындағы хәбәрҙән башлай­ҙар, ҡа­л­ған ва­ҡытта тау­а­р­ҙарҙы маҡтаған бөтмәҫ рекламаларҙы әйләнде-рәләр, йә бай йә­шәп, май ки­кергә­н­дәр­ҙең йәшәйешен күр­һә­теп эсте бошо­рал­ар. Ә уның көнө ярты тү­тәрәм ик­мәк тә ҡо­ро һыу­ға ҡалды. Пен­сия­ға тиклем дә егер­ме көндән ашыу ваҡыт бар әле, ә үтескә кемдән генә һораһын һуң, күршеһе Вален-тинаны тикшерелергә Өфө дау­а­ха­н­а­һына ебәр­гән­дәр икән. Теле­ви­зор-ҙан тыуған көн кисәһен үткәрергә саҡырып хәтәр шәп залды күрһәтергә тотон­до­­лар - әйтеп тораһы түгел, килештергәндәр, бат­ш­а­­лар тәғәмләнер күрмәлекле мөйөш төҙө-гәндәр. Ошо ерҙә кинәт зиһене нурланып киткәндәй итте: һуң иртәгә бит уның да, Таңата­р­ы­ның дә тыуған көндәре! Улар бит икеһе лә бер көндә тыуған­дар, тик айыр­ма шунда ғына Таң­а­тары унан биш йәшкә олораҡ ине. Ике тантананы бер көндә би­л­дәләйҙәр, тантана тигәс тә олонан ҡупҡаны түгел, ғаилә өс­өн хәстәрлән­гән табын. Бе­­р-беренә күрһәтмәй генә бүләк әҙерләнә, тик ул­ар бер ваҡытта ла үҙ­гә­р­­м­әй: ул Таңа­та­рына йылдың-йылы бәйләп йылы ойоҡбаш бүләк итә, ә ул ун-ың яуры­­­­н­дарына сәскә­ле яулыҡ яба. Бер иш бүләктәргә лә тәүге тап­ҡыр ҡабул ит­кәндәй ҡыу­­а­н­ып китәләр, ире ойоҡбашты кейеп алып таҡмаҡ әйтеп еб­әрһә икәү­ләп бейер­гә тө­ш­әләр. Өй эсе кү­ңелле ауаздарға тула. Бик тә илһамланып-дәртлә­неп китһә Таңатары йырлап та ала. Шун­ан ике кеше өсөн генә тәғ­ә­й­ен­ләнгән ҡор-лау­ға етешәләр. Көн дә аш­­алған ризыҡ тимәй Таңатары ет­е­ш­тер­е­л­гә­нде маҡ­тарға тото­ноп китә, ауыҙын тул­тырып ашай, ә ул ҡәнәғәт йы­­л­ма­й­ып, ҡул­ын эйәгенә терәп ире­н күҙәтә…

     Зиһенен ҡуҙғытҡан яңылыҡ уға тынғылыҡ бирмәне, тыуған көндәренә һыйлы өҫт­әл әҙерләргә теләп аш бү­л­­мәһенә үтте, һыуытҡысын асып ҡарап, өҫтәлгә күҙ йүгертеп ризығын теүәллә­не: һы­у­­ытҡысында әҙерәк май, еләк ҡайнатмаһы, йәнә  ярты банка һө­т, өҫ­т­әл өҫтө­н­дә теге, бер аҙ ҡата төшкән түтәрәм икмәк ҡалған. Бар һый шунан ғи­б­ә­р­әт. Бының менән генә табын ҡорор­мон, тимә. Та­­ғы ла берәй нимә табылмаҫмы, тигәндәй әйләнгеләне лә кире ур­ы­н­ы­на ба­­рып ул­ты­р­ҙы. Те­левизорҙан ҡабатлап теге тыуған көн үткәреү табынын маҡ­тай­ҙар, өйрө­л­­төп йөрөп һығылып торған өҫтәлде кү­р­һәтәләр. Эсе бошоп тороп китте лә ҡо­р­ғаны та­ртылмаған тә­ҙрә ҡаршыһына бар­ып баҫты. Ундағы сүп-сар өсөн тәғәй­ен­лән­гән ти­мер һауытты аҡ­­­­тарып ике асарбаҡ соҡ­о­на, ҡулдарындағы тимер ырғаҡҡа эл­әккән йү­нле нәмә па­к­етҡа һалына. Бына ҡы­ҫҡа буйлы йыуантығы нимәнелер эл­әк­те­рҙе, уны күр­еп ҡал­ған оҙон буйлыһы ип­т­әшен эт­­еп ебәреп бәхәсәшергә тот­он­до­лар. Теге, та­был­д­ыҡ ху­ж­а­һы киҙәнеп һон­торға тон­дор­ҙо, китте талаш, китте сыр-сыу. Ары ни­мә булғанын кү­р­е­ргә теләмәй ҡорған­ды тартып стенаға барып һөйәлде. Был мә­лдә те­левизорҙан би­л­дә­ле кәмитсен­ең яңы һа­л­ған йортон күрһәтергә тотондолар. Ике ҡа­т­лы ҡыҙыл ки­р­б­е­стән һалынған кот­те­дж боронғо байҙарҙың бейек диуарын хәтер­лә­тә, йә­н­ә­һе лә теге кәм­ит­се төҙөрҙән алда ошо һарайҙы төшөндә күргән! «Төш күр­еү менән генә аҡсаң булма­һа тө­­ҙөрһөң төҙөм­әй ҙә!» Стенаға барып һөй­әлде. «Ни­н­д­әй за­мана китте, ҡа­ты-ҡото, ал­­ам-һолам өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙ­ер­ҙәр, кү­п­тәр хәйерсе хәлен­дә тереклек итә, кә­митселәр батша ҡоронда нужа кү­р­мәй йә­ш­әй…» Тәҙрәнән, йәнә телев­и­­­зорҙан төшкән яҡтылыҡтан мөйөшкә ҡуйылған еҙ са­м­а­у­ыр то­ноҡ ҡына балҡый. Әү­әле шул балҡы­ш­тан өй эсенә байманлыҡ, ҡот-бәрә­кәт ағ­ыла һымаҡ ине, хәҙер һарғылт нурҙар зәғ­иф сырхаулыҡ ҡына тарата. «Был донъя­ла әҙәм балаһы ғына түгел, әйберҙәр ҙә ҡартаял­ыр күрәһең. Килгәндән алып бул­м­ы­­ш­­ын ҡуҙ-күмер йылыт­маған, ҡапҡасынан ҡай­н­ар боҫ бөркөлмәгән бынау еҙ самау­ыр ҙа үлем сигенә етте бит…»

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас