Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
13 Октябрь 2021, 18:20

Ҡәһәрле көндәр. (Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

          – Минме? - Ҡабатлап аныҡланы, әйтерһең дә һорау уға түгел, ят берәүгә бирелгән. - Һырты йөнтәҫ устары менән йөҙ-өн һыпырҙы. - Ҡайтҡым килмәй, йортомдан биҙҙем… Күпме көс түгеп ҡорған донъям бөгөн боҙ һарайын хәтерләтә… Ә ҡуҙғал-ыуға килгәндә сәйер һорау бирәһегеҙ. Был фанилыҡта әҙәм балаһы һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, ҡабалана, ҡарһалана, юҡты бар итергә тырыша… Киләсәктә уны фәҡәт бер генә нимә - әжәл көтә. Шуны аңламай кеше, хатта аңларға ла теләмәй. Әле-ге мәлдә өтәләнмәүемдең әтнәкәһе шунда - әжәл менән йәшәү араһын оҙонайтырға теләйем. Бары шул ғына…     

Ҡәһәрле көндәр. (Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡәһәрле көндәр. (Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Йәш ҡатын шул арала бәпкәһен ҡурсыған инә ҡаҙҙай бышылдай һалды:

            – Баламды эргәмә һал, апай…

            – Әҙерләнгән урын бар бит, бәлки шунда…

            – Юҡ, юҡ, эргәмә һалығыҙ… һәм хушығыҙ. Рәхмәт һеҙгә… - Һылыу йөҙө аҡ ҡа­ғ­ыҙҙай ағарған, маңлайын бөрсөк-бөр-сөк тир япҡан йәш ҡатын шулай тине лә ары­ға­н­дай ойоп китте, үҙе һаман йоҡо аралаш бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы. - Бал-амды эр­гә­мә һалығыҙ… эргәмә… эргәмә…

       Йыйынып сығыуға ҡулынан тәсбихен төшөрмәгән  Һаҡалтай уны ишек төбөндә көтә ине. Алдан атлап барып һүҙһеҙ генә машина ишеген асып ултырырға ярҙам­лаш­ты. Ҡуҙғалып киттеләр. Юлда баяғылай һүҙ башлаусы булманы. Ауылға етеп, өй-ҙәре тапҡырына туҡталғас бер кемгә лә тәғәйенләнмәгән һорау бирелде:

            – Кем?

            – Малай.

            – Был ҡәһәрле заманда тағы ла бер иманһыҙ артты.

            – Яңы тыуған бала гөнаһһыҙ.

            – Яңылышаһығыҙ. Гөнаһ бер ваҡытта ла изгелек яралта алмай, бысраҡлыҡ әш­­ә­ке­лек ҡалдыра. Тимәк гөнаһтан гөнаһ яралды. - Сәстәрен бармаҡтарына аралап, рул­гә терһәкләнеп өндәшмәй ултырҙы ла уның яғына боролдо. Был юлы арыған, тал­сыҡ­ҡан ҡараш баштағылай ҡырыҫ та, тәкәббер ҙә, уҫал да түгел ине. - Хәҙер ҡайһы бер нимәләргә асыҡлыҡ индерәйек.  Һеҙҙе нисек эҙләп таптыммы? Ҡалала серем­дең тиҙ асылыу их­тимал­лығын иҫәпкә алып акушерканы тирә-йүн ауылдарҙан эҙ­лә­р­гә ке­реш­тем. Ә ауылығыҙ беҙ­гә иң яҡын ятҡандарҙың береһе. Беренсе өйгә туҡталып һеҙ­ҙең турала белештем: бик тә маҡтанылар, оҫта, тәжрибәле икәнлегегеҙ хаҡында әйт­­те­ләр.

            – Аңлашылды. - Нурбикә урынынан ҡуҙғалырға итте.

            – Әйтеп бөтөрмәнем әле. - Һаҡалтай туҡтатты. - Башта ҡурҡытырға маташ-ыу­ым өсөн кисерегеҙ, беҙҙә ҡатын-ҡыҙ-ҙарҙан үс алыу ғәҙәте юҡ. Һеҙгә тей­мәҫтәр. Тур­а­һ­ын әйтәм, миңә оҡшанығыҙ: аҡса, тип иҫегеҙ китеп бармай, ғә­ҙел йәшә­р­гә тыр­ы­­­шаһ­ы­ғыҙ. Ҡыйыуһығыҙ, хатта өҫтәр инем, саманан тыш ҡыйыуһығыҙ. Ундай ҡатын ире өс­өн хазина, бүләк. Тағы үҙ бәл­әмде ни­ш­ләп һеҙҙең өҫкә һалырға тейешмен әле? Тын­ыс ҡына йәшәгеҙ. Сумаҙанығыҙҙы бир­егеҙ әле?

            – Ниңә?

            – Бирегеҙ, бирегеҙ. - Кеҫәһенән аҡса алып иҫәпләп тормай ғына шунда һалды. - Быныһы һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн. Бәхәсләшмәй генә алығыҙ. Шулай кәрәк.

       Машинанан сығыр мәлдә артынан кинәйәле иҫкәртеү ишетте:

            – Изгелекле ҡатын, - ауыр ҡарашы менән йәнде баҫырҙай итеп ҡараны, - бер генә нимәне иҫегеҙҙән сығармағыҙ, киләсәктә яҡты донъяға ҡабул иткән теге тыума, иман­һыҙ зат менән ос­ра­шырға яҙмаһын. Ул һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ. Шакалды, сүл бүреһен тирә-яҡҡа бәләһен һалмаҫ элек сей сағында юҡ итәләр. Ә һеҙ ҡулығыҙҙы тапларға теләмәнегеҙ. Юҡҡа һеҙ быны эшләмәнегеҙ, юҡҡа... Уның бер килеп һеҙҙең муйынығыҙға килеп йәбешеү ихтималлығы бар. Тағы, был малай тыу-ыу менән ғаиләбеҙгә оло ҡаза килде һымаҡ, шуны һиҙәм. Оя хужалары- сәпсек балаларынан ҡотолорға теләп уларҙы ситкә этеп төшөргән килмешәк кәкүк себеше ише был уйнаштан тыуған нәмә иң башта минең башты ашаясаҡ. Быны тойомлау өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәй. Йә, ярай, биғәйбә, ошо ерҙә һаубуллашайыҡ. Имен йәшәгеҙ.

       Китә биргәс ҡайырылып ҡараны, уты һүнмәгән машинаның салонындағы ир йомшаҡ ултырғысҡа таш балбалдай һеңгәйне.

        Нурбикә урынында тапана биргәс тәүге тапҡыр иргә үҙе башлап һүҙ ҡушты:

            - Һеҙ… һеҙ нишләп ҡуҙғалмайһығыҙ?

       Һаҡалтай ойоуынан арынып уға ҡараны:

          – Минме  ? - Ҡабатлап аныҡланы, әйтерһең дә һорау уға түгел, ят берәүгә бирелгән. - Һырты йөнтәҫ устары менән йөҙөн һыпырҙы. - Ҡайтҡым килмәй, йортомдан биҙҙем… Күпме көс түгеп ҡорған донъям бөгөн боҙ һарайын хәтерләтә… Ә ҡуҙғалыуға килгәндә сәйер һорау бирәһегеҙ. Был фанилыҡта әҙәм балаһы һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, ҡабалана, ҡарһалана, юҡты бар итергә тырыша… Киләсәктә уны фәҡәт бер генә нимә - әжәл көтә. Шуны аңламай кеше, хатта аңларға ла телә-мәй. Әлеге мәлдә өтәләнмәүемдең әтнәкәһе шунда - әжәл менән йәшәү араһын оҙонайтырға теләйем. Бары шул ғына…   

    Нурбикә ҡарсыҡ уйҙарынан арынып ҡымғырлай биреп ҡуйҙы, ыңғайы бер уға ҡу­ш­­ылып иҫке ултырғыс ауыр шығырҙа-ны.Ҡолаҡ һалып тыңланды. Ты­шта иҫе­р­ек йә­ш­тәрҙең сит ил музыкаһын яман аҡыртып шул иләмһеҙ көйгә ҡушы­лып моң­­­­­һоҙ буҙ­лауҙарын ишетте. «Ҡайҙа бара был замана тигәнең? Йәшәүҙән мәғәнә ҡас­ты, ул ҡи­ә­мәт көнө алдынан ҡоторонған пәрей туйын хәтерләтә… Уларҙың аҫ­ты­н­дағы ҡатта яң­ғыҙаҡ ҡатын менән еткән ҡыҙы йәшәйҙәр ине. Шул ҡатынға бер ир ке­ше ки­л­еп йө­рөй торғайны. Бер нисә тапҡыр уларҙы ҡултыҡлашып китеп бар­ған­дар­ы­нда ла ос­­ра­тты. Яңыраҡ шул ҡатындың ҡыҙы әлеге ирҙән ауырға ҡалыуы ас­ыҡ­ла­нды. Ғә­­р­­ле­­ге­нән те­ге ҡатын фатирын ташлап ҡайҙалыр сығып олаҡты, хәҙер теге ҡыҙ был ир­ҙе хә­ләл яр­тыһылай күреп ҡу­лтыҡлап урамда йөрөй. Ата улын, әсә ҡыҙын танымаған ләғ­нәтле көн­дәр ки­л­де…» Бүлмә һа-лҡынлығы тәненә үтте әллә, ҡалтыранып ҡуйҙы, ул­тырғыс ар­ты­н­ан ал­­ып яурынына де­бет шәлен һалды. Кәфенлекте ҡайыр-ып Таңа­та­ры­ның та­р­­тыла тө­ш­кән йөҙөнә тө­бәлде, уны ла йылытырға теләгәндәй һалҡын маң­лайға усын баҫ­ты. Был юлы ҡулын тартып алырға ашыҡманы. Ошоға саҡлы сырхап ки­т­­кән мәл­дә­р­ен­дә ҡартының йылы усын маңлайында тойһа ауыр-ыуы һыпырып ал­ғандай юҡ­ҡа сы­­ға торғайны. Бында килгәс һуңғы тапҡыр дауаханала ятҡанында Та­ңа­т­а­ры шыр­аулы ус­ын уның маң­ла­й­ына һалды ла былай тине: «Беҙ барыбер бәх­етле ке­ше­л­әр, ҡарсыҡ, сөн­ки - ик­­­­­ә­ү­беҙ, ауыр саҡтарҙа бер-бере-беҙгә таяныс-терәкбеҙ. Һине дау­алаған табип һө­йләп торҙо, кү­р­ше, ир­ҙәр палата­һында бына айға яҡын бер ҡарт үлемен кө-төп ята икән, ту­­ғандары, яҡын­да­ры та­­рафынан ташланған, онотолған әҙ­әм. Ва­ҡ­ытында бик бай ҙа булған икән, хәҙер тор-лаҡ­һыҙ ҡа­­л­ған, бында ҡарттар йо­р­тонан килтергәндәр үҙ­ен.» Таңатары ҡайтып киткәс коридорға сы­ҡ­ҡайны, теге иш­еге ярым асыҡ күрше палатан­ан та­м­аҡ төбөнән ғырылдап сыҡ­ҡан үтенеү ишетте: «Алла хаҡы өсөн һыу бирегеҙ, һыу, ау­ы­ҙым кипте, янам, һыу…» Аяҡтары үҙҙәренән үҙ­ҙәре шунда тарттылар. Ка­ра­уат­та­ры ике рәткә теҙелгән дүрт ке­ш­елек палатаның тәҙрә тө­бөндәгеһендә ятҡан яң­ғыҙ ау­ы­р­ыу саҡыра икән. Палата эсенә оло ярау, һәм әсе һыҡ­ра еҫе ту­лған, тын алыуы ауыр. Ҡаҡ һөй­әккә ҡалған тире лә һөйәк, һаҡ­ал-мы­йыҡ япҡан күр­мә­л­е­к­һеҙ йөҙ яҫтыҡ өҫтөндә ҡалҡып күренә, ә од­еялға төрөлгән кә­үҙә түшәге­нә һең­гәндәй бөтөн­ләй бе­л­енмәй, әйтерһең унда кеше фиғелендәге көңгөрт шәүлә ята. Ҡыйыуһыҙ ҡыймылдап карауат эргәһенә килде лә өҫтәлдәге гр­а­­­ф­индан стак­анға әҙе­рәк һыу сайпылтып ау­ы­рыуҙың ауыҙына яҡ­ын­латты. Теге яр­тыһы ир­ен­дәре ситенән һарҡыр­ға өлгөргән һыу­­­­ҙ­ың ауыҙына эләккәнен ғурҡылда­т­ып йо­­­­­­тто ла хәлһеҙ шыб­ы­р­ҙаны: «Рә­хмәт һиңә, из­ге күңелле ке­ше…» Ул тағы ла бер тап­ҡыр ауыр­ыуға һирпел­де… һәм ҡырлас, бер яҡҡа йәмшегерәк танауға, муйын-дағы яра йө­йө­нә ҡарап сыра­м­ытты, ул те­­ге Һаҡалтай ине. Әле бик күп йылдар элек шул төнгө мо­­са­ф­ирҙың әйт­кән иҫкәр­т­еүе ҡолағында бермә-бер асыҡ яң­ғыр­ағ­а-ндай ит­те: «Яҡты донъ­яға ҡабул иткән им­ан­һыҙ за­т­ығыҙ мен­ән ҡабаттан осрашырға яҙ­маһын, ул һеҙ­ҙең файҙаға булмая­с­аҡ!» Яңыл­ы­ш­­ты Һаҡ­ал­тай, ошоға саҡлы, ауылда йә­ш­ә­гә­нендә ке­­н­деген киҫеп яҡты до­нъ­яға ҡаб­ул иткән бал­аларынан тик иг­елек ке­нә күрҙе, улар ау­ыҙынан тик йы­лы һүҙ­ҙәр генә иш­­­­ет­­те, йәнә теге төндә ты­у­ған баланы бөгөн ос­ратһа танымаҫ та ине. Би­шектә­ге бала бит бишкә төрләнә, утыҙ биш йыл эл­ек бер тапҡ­ыр ғына ҡараш атҡан йөҙ ҡа­й­һы­лайтып хәтерен­дә ҡалһын ти. Улай тиһәң… Ҡа­р­шы яҡ урамда аҙыҡ-түлек һа­т­­ҡан оло суп­ермаркет асып ебәрҙеләр, көндәлеген ҙур маши­н­а­л­арға тултырып тей­әп ҡай­ҙандыр килтереп өлгөр­т­өп кенә торалар. Бындай һатыу нөк­тә­ләре ҡалала бер нисә ур­ында булһа, ил буйынса бихисап икән. Шул көйгә, яйға һал­ынған эште ойош­тороу­сы Мәскәүҙең үҙендә, әкиәт-тәгеләй бай йәшәй икән, тигән хәбәр ҙә иш­­­етелде, ур­ындағы магазиндар хужаһы ла моғайын да ярлы кеше түгелдер. Хәй­ер, бай­лыҡ­тың кимәлен кем билдәләгән тиһең, әҙәм балаһы яҙғанына ҡәнәғәтләнә бел­мәй, гелән бул­ды­­рғанына өҫтәгеһе килә, ҡо­м­һо­ҙ­лоҡтоң сиге юҡ. Үт­кән­дә уйлама­ға­н­да осратты шул, ҡалалағы магазиндар хужаһын. Ик­мәк­кә, тип сыҡ­ҡа­йны, магазин ау­ыҙына ҡа­ра төҫ­тәге хәтәр шәп машина ки­л­еп туҡтаны ла ун­ан сыҡ­ҡан текә түрә эр­гә­һе­нә өлтө­рәп, йүгерә-атлай килеп еткән ярҙамсыһын һуңғы һүҙҙәр ме­н­ән ти­ргәргә тот­он­до, ни эш­ләп су­пер­мар­к­ет­­­тың ти­­рә-яғын йәм­һеҙләп, аҡса телән­сел­әп бомждар теҙелгән, фәл­ән дә фәс­мәт­ән. Ҡу­й­ырҙан ҡу­й­май лауылданы ла һуңғы сик­тә тупһаға ба­ҫ­ып ҡулдар­ын бол­ғап аҡыр­ҙы: «Ик­енсе килгән­ем­дә май­­ҙан­сыҡты тере сүп-сар­ҙар­ҙан та­ҙ­арт­ма­һ­аң үҙең асар­баҡ­ҡа әүерелеп ош­онда хәйер телән-селәп ултыр­асаҡ­һың!» Шулай тине лә ҡа­ра күҙле­ген һа­л­ып ситтәрәк торған уға ҡараны. Ул да иғ­­­тибарын йә­леп итте: пел­әш­л­әнә төш­кән сөрә­кә баш­тың текә ма­ң­лай өлөш­ө ҡо­йо һы­­лағандай һоро миң ме­н­ән ҡап­ла­нғай­ны. Терт­ләй биреп ҡуйҙы ла ҡараш­ын асфа­льт­ҡа төшөрөп ҡа­йтыу яҡ­ҡа тә­н­­тер­ә­кләне. Ме­й­еһен икеләнеүле уй телеп үтте: «Әллә теге ма­лай бул­ды­мы был?» Хәйер, ми­­ңле ба­штар бөт­кән ти­һ­е­ңме был доньяла, ана, ҡеү­әтле дәүләтте яҙғы боҙ­ҙай ватып ҡырҡ­ҡа та­р­ҡ­а­­­т­ҡан ху­жа­ның башы ла мө­һ­өрлө ине лә ба­һа. Шулай уй­лап үҙ-үҙен ты­н­ыс­ла­н­ды­р­ҙы…

 

Автор:Хайдар Тапаков