АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Октябрь 2021, 09:57

Ҡәһәрле көндәр. (Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

            – Яңылышаһығыҙ, беҙ бөтәбеҙ ҙә хәйерсе был донъяла: кемгәлер аҡса етмәй, ке­мдер бер һыныҡ икмәккә мохтаж, байлыҡтары ашып-ташҡандар ғәҙәттә тыныс йә­ш­әү һәм әҙәмсә мөнәсәбәт көҫәй. Теләмәйһегеҙ икән, сараһыҙламайым. - Аҡ­саны порт­ф­е­­л­енә һалды...  

Ҡәһәрле көндәр. (Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡәһәрле көндәр. (Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

       Таң­атар тракторсы­лар курсын бөтөрөп ҡайтып тра­кто­р­ға ул­­тырҙы, үҙе ауылдарҙа медицина хеҙмәткәр­ҙәре етеш­мә­гәнлектән районда курс­­тар ас­­­­­­­ҡайны­лар, шун­­­да уҡып мед­пунктта акушер эшендә йө­рөнө. Медпунктта яңғыҙы эшләгәнлектән килгән ауыр­ы­у­­ҙарҙы ҡабул итә, дауаһын тәғәйенләй, уколын ҡаҙай, төн етһә саҡырыуҙарға сығып китә. Бер һүҙ менән әйткәндә ике ҡулына ҡырамалай ҡырҡ эш.  Ҡайһы берәүҙәр юға­рыраҡ уҡ­ыу йортонда бел­ем алһалар ҙа эштең ас­ылын, нәғе-зен белеп еткермәйҙәр, ә Нурбикәгә был һөн­әр Алла та­р­аф­ы­н­ан тәғәй­ен­­ләнгәйне, инселән­гәйне, шуға уның ҡа­рамағында­ғы күр­ше ауылдар ғына түг­ел, яҡын-тирә­ләг­е­ләр ҙә көн ти­мәй, төн ти­­мәй яр­ҙам һорап килеп етер булды­лар. Ел-ямғыр, бу-ран тимәй, йәйен батҡаҡҡа батып, ҡышын бил бы­у­арынан көрт йы­рып халыҡты хеҙмәтләндерҙе шулай, ылауға улты­р­ы­уынан күбер­әк йәйәү йөрөнө. Икеһенең дә шөғөл­д­ә­­ре изге ине: ире ер һөр­ҙө, сәсте, ур­ҙы, ҡыш­ын колхоз малы­на ҡырҙан бес-ән ташы­ны, ә ул  көн әйләнәһе­нә ауырыуҙарға ярҙам күрһәтте, яҡты донъ­яға бала-лар ҡа­бул итте. То­р­мошонан ҡәнәғәт Таң­а­тары: «Йәшәүемдең нуры һин - Нурби­кәм! », тип ҡабатлай то­­­рғайны йыш ҡына. Ҡыр­ғын­дан һуң тыуым арта, ул йылда-рҙа ла тап шулай булды. Район үҙәге йыраҡ булған­лы­ҡ­тан төп ауырлыҡ уның иңе-нә төшә. Бәпес ҡабул итеүгә белеп тотонған, шөғөлөнә сы­мры, ҡулы ең­ел кендекәйҙе күпме өй­­­­­ҙәр дүрт күҙ менән кө­ттө зама­н­ында. Башҡа­ларҙы бәп­ес ҡабул итеп ҡы­уандыр­һа ла, шул ҡот үҙҙәренә йо­ҡ­ма­ны нишләптер. Ул ғәйе­пте үҙе­нән эҙлә­не, сөн­ки һу­ғыш сы­ҡ­­ҡан йы­лы бөйөрөнә һал­ҡын алдырып оҙаҡ ҡына  ра­йон да­уа­­ха­на­һында ятып та ал­ғ­а­йны, Та­ңатары түлһеҙлектәрен үҙенә япһар­ҙы шикел­ле. Тик бер ваҡ­­ытта ла был ха­ҡ­та һүҙ ҡуҙғатып, йөҙ йыртып тәм­һеҙләшмә­неләр, ки­т­ек кө­н­итмеш­тәрен бөтөн ит­ергә тырышып, яттар­ға һыр бирмәй йәшәнеләр шулай. Ни­­­сек ке­нә бу­лм­а­һын бар­­ған ер­ендә нурлы йылма­йыуын, йәнә танһыҡ бала ау­аз­ын ҡа­л­ды­р­ып сы­ғ­ып, эш дә­ү­ере­ндә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ға­илә­ләрҙе ҡыуан­дырҙы. Ҡы­у­ан­дыр­ҙы ғына­мы? Бер ваҡиға, серле лә, шауҡымлы ла тө­нгө ваҡиға, онотол­маҫлыҡ бу­лып аңына уй­ыл­ды.

        Етмешенсе йылдар уртаһы ине булһа кәрәк, эйе, эйе, теге, бар донъяны киптереп, кө­­­й­­ҙөрөп ҡоролоҡтән әлһерәткән йәйҙе алмаштырып, һуңлап яуған ямғырҙары менән йо­­нсо­топ килгән көҙ айы ине. Төн ур­та­һы ауышҡас сабырһыҙланып ишек һуҡтылар, бы­змырҙаңҡырап ҡуҙғалыуҙы көтөргә теләмәй тәҙрә быялаһын  тыптырлаттылар. Ун­­­­дай ша­­­­ҡыуҙарға күнег­еп бөткәнлектән кем килгәнен белешеп тормай асты. Тупһа ау­ыҙында ҡим­мәтле күн куртка кейгән, ваҡ ямғырлы ыҙғырыҡта яланбашындағы ҡу­йы сәстәре ма­ңлай­ы­на һыл­а­шҡан таныш түгел  ке­шене күрҙе. Ят әҙ­әм усы менән бит­тә­рендәге ям­ғыр та­м­сы­ларын һы­пырҙы ла әҙәпле иҫ-ән­лә­шкәндән һуң һөйләшергә те­ләүен әйтеп ин­ергә рө­х­сәт һо­ра­ны. Таңат­а­­­ры өй­ҙә булған­лыҡтан тегене шик-шөб­һә­һеҙ эскә үт­кәр­ҙе лә халат­ын кейеп ут янды­р­ыл­ған аш өйгә сыҡты, өҫтәл эргәһендәге ултыр­ғысҡа ул­тырып ин­еү­сегә ҡа­р­шы­һын­ан урын тәҡдим итте.

     Ир ҡарап тороуға илле йәштәр самаһында. Ур­та бу­й­ы, көрәшселәргә тартым ныҡ, беше кәүҙәһе, йомро баш ултырған көслө елкәһе тотош фиғеленә эске ыша-ныс, көс-ҡе­­­­үәт бирә, ҡуйы, бөҙрә сәстәрен, оҙонса биттәрен япҡан ҡуп­шы һаҡал-мы­й­ыҡтарын сыбарлап ҡу­н­ған сал  йөҙөнә олпатлыҡ, абруй өҫтәй төҫлө. Тура, яҫы ҡаштар аҫтына боҫҡан, көрән­һыу сливаға тартым күҙҙәр тыныс, ҡайһылыр кимәл-дә моңһоу ҡарайҙар. Бөр­к­өттөң ҡыу су­ҡ­­ыш­ын хәтерләтеп бер яҡҡа кәксәй­ең­керә­гән ҡырлас танау­ ғы­на күрмәлеклегә иҫәп­лә­нер йөҙҙө йәмһеҙләп урынһыҙ ҡалҡ-ып сыҡҡан суйырташтай сысайған. «Һа­бан тө­р­­әнен­дәй йәмшәйгән бынау танау ҡайһылай мәрәкә!» Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡ­һы­н­ыуы, кү­ҙәтеү­сән­ле­ге еңеп шулай уйла-ны.

      Һынамсыл ҡарашты бар тип тә белмәгән төнгө ҡунаҡ һөҙөп ҡарап ауыл өйөн күҙ­­ҙән үткәрҙе лә өҫтәлгә терһәкләнеп башын артҡа ташланы. Ҡурылдайынан алып ҡол­аҡ һыртына тиклем ялтасланған ҡалҡыу яра йөйө бермә бер асыҡ күр-енде. «Әллә сал­ып маташҡандар инде быны. Абау, ҡа­й­һылай ҡурҡыныс!»

            – Тыңлайым һеҙҙе! - Тулҡынланыуҙан тауышы ҡалтыранып сыҡты.

       Ир көттөрә биреп үтенесен әйтте:

            – Һеҙгә бында яҡын ҡаланан килдем. - Ҡаланы атаны. - Ҡатыным кискә ҡарай бәп­е­с­кә ауырып китте. Ярҙам итә ал­маҫ­һығыҙмы?

            – Мине ҡайҙан эҙләп таптығыҙ? - Ғәжәпләнеп һораны.

            – Быныһы әлеге мәлдә мөһим түгел, - тип ҡырт киҫте һаҡалтай, - һөнәрегеҙ аку­ш­е­р­­­камы?

            – Эйе, акушерка. Тик һеҙ бит сит өлкәгә ҡараған ҡаланан килгәнһегеҙ. Унда ба­ла табыу йорттары берәү генә түгел, хеҙмәтләндереү кимәле лә ауылдыҡына ҡара­ғанда күпкә юғары.

       Теге тағы ҡәтғи бүлдерҙе:

            – Быныһы ла мөһим түгел. Әгәр акушерка икәнһегеҙ, ҡатыныма бала таб­ы­рға ярҙамлашырға бурыслыһығыҙ. - Ауыр күҙ ҡабаҡтарын яҙып ебәргән слива күҙ­ҙәр тө­мһәреп, осҡон сәсеп баҙлап китте­ләр, яндырайлан­ыу­­ҙандыр йәмшек танау кә­к­сәйгән яғына тартыла биреп ҡуйҙы.

       Сая ҡылыҡлы Нурбикә лә ебеп ҡалғандарҙан түгел:

            – Мин үҙемә беркетелгән ауылдарҙа эшләргә бурыслымын, шуның өсөн  эш ха­ҡы түләйҙәр. Әйҙәгеҙ, һеҙҙең был мөрәжәғәтте яңылышлыҡ тип ҡабул итәйек. Хуш­ы­ғыҙ. Төпкө яҡ­­­­та ирем йоҡлай… - Ҡурҡыуҙан бигерәк был сәйер һөйләшеү-ҙән, бәйлән­сек тәҡдимдән тиҙер­әк ҡо­т­олорға те­ләй ине ул.

        Ир тамсы ла ҡылъяйманы, иҫе лә китмәне, күңелһеҙ йылмайып, һаҡал-мый­ы­ғ­ын, теге салынған яра йөйөн һы­пырып ҡуй­ҙы бары, шунан тиҙ китергә йыйын­мауын бел­гертергә теләгәндәй  куртка төймәләрен ысҡындырып, пи­н­жәге кеҫәһенән тәсбих сы­ға­рҙы ла, ба­­рмаҡтарында әүә­лә­р­гә кереште. Төймәләргә эйәреп ауыҙын йыбырлатып би­­­ниһая ваҡыт ултырып ташланы, көрәктәй устары менән хуш ҡылғас ҡына дауам итте:

            – Ирегеҙҙе әйтәм, йоҡлаһын, төн бит выждандары таҙа кешеләр өсөн ял итеү, ми­­­нең һымаҡтар өсөн уйланыу, өҙгөләнеү мә­ле. Ҡурҡмағыҙ, баҫҡынсы ла, юл-баҫар ҙа түгелмен, һеҙгә зыяным теймәҫ, бары әле әйткән үтенес менән генә килдем. Эйе, хаҡ­­­лыһығыҙ, был до­нъяла һеҙҙең ише кендек әбейҙәре лыҡа ту­лы, һәм шул иҫәптән мин йәшәгән ҡалала ла. Яҙмыш тигән­ең бер килеп тан­ыш түгел ке­шегә лә мөр­әжәғәт итер­гә мәжбүр итә. Ал­­лаһы Тәғәлә әле мине һеҙгә төбәп ебәр­ҙе, уның ҡө­­ҙрәте киң һәм си­к­һеҙ. - Ыж­ғыр ел олоуын һағайып тыңлай биргәс һорап ҡуйҙы - Көҙгө  ел­дең әл­еге мә­­л­дә бына ош­о­лай иҫерен ал­дан фа­р­аз­лай  ал­­ыр инегеҙ­ме? Мин дә ки­сәге көн һеҙ­ҙең ҡа­ршыла улты­р­ырымды күҙ алдына ла кил­тер­мә-нем. Бына нисек!

       Тороп ике бүлмә араһындағы ишек ауыҙына барып баҫырға өлгөргән Нурбикә ки­ре ур­ынына килеп ултырырға мәжбүр булды. Ҡырыҫ ҡарап төрпө башланы:

            – Исем-атығыҙҙы белмәйем…

            – Һәм белергә тырышмағыҙ ҙа!

            – Һеҙгә ни кәрәк?

            – Әйттем дә. Ҡабатлайым, минән ҡурҡыу урынһыҙ. Хәҙер ҡалаға барабыҙ ҙа кот­­­теджда ҡалған ҡатыныма бала табырға ярҙамлашаһығыҙ. Бары шул ғына. Бынан беҙгә тиклем бер сәғәтлек юл, бөтәһе лә ыңғай тамамланһа шундуҡ  ки­­­­­л­тереп тә ҡуйыр­­мын Тик бер шарт - был хаҡта бер кем дә белмәһен!

            – Ирем…

          Башҡаларҙың фекерен аҙағынаса тыңларға күнекмәгәндер был үҙһүҙле әҙәм, ул үсек­кә­н­дәй ҡу­лын һелтәп бүлдерҙе:

            – Хәләлегеҙ ауыр эш көнөнән һуң иҙерәп ял итә бит. Әйҙә йоҡлаһын, маҙаһыҙлама. Хәбәрҙар булыуға килгәндә әлеге тәҡдимемде хатта ирегеҙ ҙә белмәһен!

            – Әгәр һеҙ әйткән ергә барырға теләмәһәм? Мин дә ҡабатлайым, үҙ участк-ам өс­өн генә яуаплымын, тағы әллә ниндәй шикле саҡырыу артынан төн уртаһында сы­ғып китә алмайым. Ҡалала йөрөгән арала, үҙемдекеләрҙең саҡырыу ихтималлығы ла бар бит әле.

            – Мин әйткән ергә барырға тура килер. Ҡөҙрәтем киң, ҡу­л­ымдан күп нимә килә, тағы һине юҡҡа ғына һайламаным…

            – Әйтеп бөтөрөгөҙ?

            – Һөнәри ярҙамыңды күрһәт тә тыныс ҡына йәшәй бир, һиңә зыян ит­мәҫтәр. Тик зинһар быны янау, тип ҡабул итмә, һәм  мине һуңғы сиккә этәрмә… - Күптәнге танышылай күреп «һин»дән һалдырҙы ла эргәһенә ҡуйылған портфелдән бер төргәк аҡса сы­ғарып өҫтәл ҡырына һалды. - Бы­ныһы әжер­ҙең тәүге өлөшө.

     Эш хаҡынан юғарыраҡ аҡсаны күреп өйрәнмәгәнлектән күҙҙәре түңәрәкләнде. Ун­ың хәл-тор­ош­он аң­ғарып өлгөргән һаҡалтай элә һалып алды:

            – Мин етеш, һеҙҙең бейеклектән ҡарағанда үтә лә бай көн итәм, тик ҡәнәғәтләнеү кил­термәгән байлыҡ, хәжәтһеҙ ҡағыҙ хисабындағы аҡса бер кемде лә бәхетле итә ал­май. Кеше был донъяға шыр яланғас тыуа, һәм шыр яланғас китеп тә ба-ра, хатта үҙе менән ус аяһылай әйберен дә ала алмай. Әҙәм балаһы ана шул яб­ай хаҡиҡәтте аңларға ғына теләмәй. - Юғарынан ҡарап аҡсаға ымланы. -  Быны хеҙмәтегеҙгә бүләк ит­еп ҡабул ите­геҙ.

            – Ниндәй хеҙмәткә?

            – Ошоға саҡлы халыҡҡа күрһәткән изге хеҙмәтегеҙгә. Һеҙҙе бит эш дәүерегеҙҙә хәйерсе тиндәре генә түләп алдаштырҙылар, байрамдарҙа маҡтау ҡағыҙ­ҙары менән бүләкләп әүрәттеләр, бәлки түшегеҙгә значок та ҡаҙаған­дарҙыр әле? Шул тиндәр мен­ән саҡ осто осҡа ялғанығыҙ, ә матди яҡтан нығытылмаған ҡағыҙҙарҙың, тимер-том­ор­ҙоң кемгә хәжәте бар? Йә, яуап бирегеҙ, мин бит хаҡлы! Маҡтаулы хеҙмәт һәм сиф­атлы эш һәр ваҡытта ла йомарт түләнергә тейеш.

            – Аҡсағыҙҙы хәҙер үк алығыҙ һәм…

            – Һәм юлға йыйынайыҡ. - Һаҡалтай урынынан торҙо. – Ярай, мәйелегеҙ, был бү­л­әкте һуңынан да тапшырырға форсат сығыр. - Төргәкте усында һәлмәкләп һелкетте. - Быны ысынында һеҙгә тәғәйенләп алып килдем. Бәлки алырһығыҙ? Хатта былай ғына ла ҡалдыра алам. Саҙаҡа итеп.

            – Мин хәйерсе түгел!

            – Яңылышаһығыҙ, беҙ бөтәбеҙ ҙә хәйерсе был донъяла: кемгәлер аҡса етмәй, ке­мдер бер һыныҡ икмәккә мохтаж, байлыҡтары ашып-ташҡандар ғәҙәттә тыныс йә­ш­әү һәм әҙәмсә мөнәсәбәт көҫәй. Теләмәйһегеҙ икән, сараһыҙламайым. - Аҡ­саны порт­ф­е­­л­енә һалды.

            – Барырға теләмәйем, тинем бит!

            – Барырһың. - Һаҡалтай һаман үҙенекен тыҡыны - Ҡатыным тәүгә бәпәйләй. Һин бит уның үлемен теләмәйһең, шулай бит? Тағы медицина хеҙмәткәре теләһә ке­м­гә, телә­һә ҡайһы ерҙә ярҙам итергә бурыслы. Гиппократ антын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ ҙә, ҡуҙғалайыҡ. Тышта машинала көтәм.

       Сәйер һәм серле һөйләшеүҙән аңҡы-тиңке булған Нурбикә төпкө яҡҡа үтеп юлға йыйынып кейенде лә тиҙ ярҙам сумаҙанын ҡулына алғас иҫ белмәй тәгәрәп йоҡлаған ирен һел­к­етте:

            – Ауырыу янына саҡырҙылар, мине юғалтма.

            – Ҡайҙа тинең? - Көнө буйы тракторы кабинаһынан сыҡмай арманһыҙ арып ҡа­йтҡан Таңатар йоҡоло күҙҙәрен аҡшайтты.

            – Ауырып киткән берәү, шунда барам.

            – Кем тинең?

            – Ҡаланан килгәндәр, тим.

       Йоҡоһона иҫергән ире ирендәрен сәпелдәтеп тамшанып ҡына ҡуйҙы:

            – Э-э-э, ярай, түлке оҙаҡлама.

 

Автор:Хайдар Тапаков