Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Октябрь 2021, 09:41

Ҡәһәрле көндәр. (Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Никахҡа ла яр­ты йыл үт­к­әс ке­нә инделәр, дөрөҫөрәге эштән ҡа­йты­шлай ире ауыл Сов­етына һуғы­л­ып мис­әтле тан­ытма алып ҡайт­ты, хәйер ул рәсми ҡа­т­ырға айырыл­маҫ өсөн ҡауыш­ҡан­дар өсөн мө­һ­им дә түгел ине. Яңы урынға оҙаты­л­ып кил­гәс оло йә­ш­тәге ау­­ырыу ҡә­йн­әһен икә­ү­­ләшеп ба­ҡ­­тылар. Йоҡлар урындары сы­мылдыҡ менән бүленгән, тәғәмләнер урын­да­ры урын­д­ыҡ менән генә сикләнгән тар өй­­­ҙә көн ит­­­һәләр ҙә ҡыҫынҡылыҡты тоймай татыу, бер­ҙәм йәшәнеләр. Ри­за бул­ып, фа­тихаһын биреп китте ҡәй­нә­һе. Бергә йәшәй башлағас Нурбикә иренең күп кенә яҡ­шы сифат­та­р­ын ас­ты: тырыш, эшһөйәр, тағы кәйефе кил­гән­дә баҫалҡы ғы­­на тау­ыш ме­н­ән моңло итеп йы­рлай ҙа ине. Ул йыр­ла­ға­нда Нур­би­к­әнең йә­не­нә ил­аһи моң эркелә торғайны. Хәл­бүки ауыҙ күтәреп йыр йырларға хирес түгел ине ире, сөнки ҡа­ра таңды киске эңергә ялғ­ап кө­нө эштә үтте.  

Ҡәһәрле көндәр. (Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡәһәрле көндәр. (Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

        Мәйетте яңғыҙын ҡалдырыу килешмәгән эш һаналһа ла, ни хәл итһен, бер аҙ улт­ырғ­ас кейе­неп өй­өнән алыҫ түгел урынлашҡан мәсеткә барып әйләнергә итте. «Бәлки мул­­­­­ла ки­леп яс­­ин сы­ғыр, шунһыҙ ярамаҫ… » Тик мәсеттең ауыр тимер ишеген күпме генә ша­­­ҡып ҡы­ялһа ла уға асыусы табылманы. Кире боролдо. Ҡуй инде, мәсеттең мәсетенә бик һала башланылар, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип һаҡланыу сараһын күреүҙәрелер. Хәҙер бит һис тартыныуһыҙ дин әһелдәренә һөжүм итәләр, изге йорттарҙы шартлатыу ҙа бәғзеләр өсөн бер ни түгел.  Юлбаҫарҙар, йәнҡыярҙар самаһыҙ ишәйҙе шул һуңғы йылдарҙа. Ҡайғыһын та­­­рат­ып ура­м­ ҡыҙырып йүгергеләй ал­май бит инде, бы­н­да ауыл ере тү­г­ел, шу­ға юҡтың көнөндә  бер подъез­да йә­ш­әгән күрше­ләр­енә өндәшергә ит­те. Төрлө­сә ҡабул ит­те тегеләре; кемеһе аяҡ тауыштарын иш­­­еттереп ишеге төбөнә килә лә быяла күҙлек­тән шаҡ­­ыу­­с­ы­­ны ен­текләп ҡара­ған-тикшергәндән һуң аяҡ остарына баҫып ки­ре юр­­­ға­лай­, бә­ғ­зе береһе асҡанына үкенгәндәй сәйерһенеп, бер һантый­ға ҡара­ға­н­­дай тек­әлеп тора ла ишек сы­н­­йырын шауҙырлатып бик­лә­нә һала, өсөнсөһө өн дә тын да сығармай, ә быҙауҙай этен өр­ҙө­рөп килеп сыҡҡан  урта йә­ш­тә­рҙәге би­рән ҡо­р­­һаҡ түб­ән­һет­еүле ҡиәфәттә:«Ты, де­рев­енская дура, то­лько се­го­д­ня ро­д­и­ла­сь что ли? », тип кә­­м­­һет­еүҙән дә та­р­т­­ы­нманы хат­та. Ау­ыл­да бит бе­р­әре мәрхүм була ҡа­л­һа, әй­­теп то­р­оу ҙа кә­рәк­мәй, эр­к­е­леп зыяр­атҡа сы­ға торғай­ны­лар.

         Ошо­ғаса һин дә мин йө­рөп ят­ҡан ке­шене әле килеп рөх­­сәтһеҙ-ни­һеҙ ер ҡу­й­ыны­на ал­ып барып тыға алмай бит инде, шуға по­л­ик­ли­ни­ка­ға һуғылып, ҡартының үлеме ту­р­а­­­һында участка та­бибына ет­­­ке­реп, рә­с­ми документ юллауҙан баш­ла­рға йыйынды ер­ләү хә­с­­тә­рен. Поликлиника коридорында ла иреш-та­ла­ш­тан ха­сил һыу бу­йы сират ик­­­­ән, ин­­­ерен сабыр ғы­на көт­өп ситкәрәк баҫты. Ур­та йә­штәрҙәге, өрөп тул­ты­р­ылған туп­тай ту­­малаҡ, тәбән­әк буй­лы, бытырлаҡ тауышлы ҡат­ын ҡа­бул ит­еү эштәре менән булаш­һа ла ҡа­й­­ҙа­лыр ашыға ине ши­­к­ел­ле, инеүсене бик рыя ҡи­әф­әттә тыңлағандан һуң нә­ҙ­­ек итеп йолҡолған ҡаштарын туғарландырып юғар­ы­ға сөйөп ши­­­к­­лән­гәндәй тө­­бәл­­де: «Күреп тораһығыҙ, - эргәһенә өйөлгән, йә-нә тәҙ­рә ян­ын­д­а­ғы өҫ­­тәл­дәге шәф­ҡ­әт туташ­ын ярты­л­аш күмгән ҡағыҙҙар өйөмөнә ымланы, - ми­нистерствоға кв­а­р­та­ль­н­ый от­чет­ты там­а­млап еб­­­әрә­һе бар, өҫ­тәүенә һеҙ без конца ма­ҙ­а­һы­ҙ­­лай­һы­ғ­ыҙ! - Ал­ды­на һалынғ­­ан па­с­портт­ың пропискаһына күҙ һалып ысын­лап та был ке­ше­нең уның уч­­­асткаһы­нда икәнлегенә ин­а­нғас әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сир­ыл­ды. - Бар­ып ти­к­­шер­еп, ас­ыҡлап йө­­рөр­гә ваҡ­ы­тым юҡ, һуңғы сиктә, теләйемме-юҡмы һеҙ­ҙең һүҙ­ҙәргә генә ыш­­­­­ан­­ыр­ға ҡа­ла, ҡа­р­т­ы­ғыҙҙы әйт­әм, точ­но ум­ер? Вообще-то ул миңә бер тапҡыр ҙа пр­и­е­м­ға ки­л­мәне.» «Ғүмере буйы кешегә бәләһен һалырға яратманы шул. Әлләсе, ми­ңә ҡа­­л­һа, ул үл­­мә­гән һым­аҡ… » «По­с­то­йте, постой­те, нимә юҡ-бар һөйләп ба­ш­­ты ҡа­­­тыра­һы­ғ­ыҙ тағы? Вы для чего пришли сю­да?» «Таң­а­та­рым үлеп ҡа­л­ды… » Әсе төйөр тын ал­­­­ырға ирек бирмәй там­ағына килеп тығыл­ға­­нлыҡтан тау­ышы бы­у­ы­лып сыҡты, ул тулҡынланыуын баҫырға теләп шау тара­м­ыш ҡулдарын  тыңлауһыҙ дер­ел­­­дә­гән тубыҡ­­тарына һа­­­­лды ла йоҡа кәүҙәһен бәүелдереп тынып ҡалды. Мәг­әр был да күпте кү­р­г­ән, ауыр­ыу­­ҙар­ҙың аһ-за­р­ын ишетә барып бәғере ҡатып бөт­кән таб­ипты ир­е­­т­мәне, ул һаман да до­­­­р­фа тонда тө­псөнөүен белде: «Кем ул Таңат­ар?» «Һуң, ҡарт­ым, ир­ем…» «Ярай, ир­­­­­­­­­ең дә икән, ти, һин конкретно әйт, ул үлгән­ме, әллә юҡ­мы?» «Үлде шу, тә­не һып-һы­­­­­у­­­ыҡ, күҙҙә­рен дә көс­лөк менән йомдорғай­н­ым, ки­ре ас­маны,  кә­­үҙәһе лә ҡа­т­ып ба­ра ин­де… Бәлки барып тикшереп ҡарарһығыҙ, ә? » « Некогда, тинем бит! Зна­ч­­ит все нор­м­а­­льно, все признаки совпо­дают, старик – действительно окочурился. Шуға күрә уны һуңлат­м­ай, кө­­нө­н­дә һә­­йбәтләп кү­меп ҡуй­ырға кәрәк!» Үҙе өсөн үтә лә мөһ­им  мәғ­лү­мәт алыу­ҙан ҡән­әғәт ҡа­­лған та­­б­ип еңел һулап ҡуйҙы һәм, үҙ алдына һөйлә­нә-һөйләнә, ал­­дан ми­­­­­­сәт баҫып әҙер­лән­гән бла­н­кыға яҙыр­ға кере­ш­еп китте: «Ум­ерли, значит умер­ли, испустил дух, крякнул, так и зап­и­шем… - Паспорттың тыуған йыл графаһына күҙ һа­л­ғас ап­­ты­рап китте. - Ҡара, ҡара, нисә йыл ар­­тыҡ йә­шәп ташлаған ҡар­т­лас, а у нас ведь ср­ед­­няя продо­лж­и­тель­ность жизни муж­чин чу­ть более пяти­дес­яти… Вы го­в­­о­ри­те у не­го сердце боле­ло, пос­тавим диа­г­н­оз – общирный ин­­­фаркт… - Яңы­л­­ы­штан терелеп ҡуй­ма­һын был, тигәндәй иҫкәртте. - Әб­екәй, һуңы­нан чтоб все было нормально, по-честному, по­ж­ал­уйста не подво­д­и­те…»

   По­ликлиника ал­­ды­на сығып баҫ­ты ла ары ҡа­йҙа ба­р­ы­рын иҫенә тө­ш­­­өрөп ҡа­ла ха­к­и­м­иәт­енә юлланды. Унда ла әле, әллә ниндәй өҫтәмә мәғлүмәттәр тап­тырып каб­и­н­ет­тан ка­б­ин­е­т­ҡа ҡыу­ҙы­лар, шун­ан кис­кә ҡа­р­ай ултырғыс­ына ҡа­­­лҡ­маҫ өсөн һеңеп ялпа­ш­­ҡан, со­лоҡ ум­­­­­а­р­­­та­һы­лай төптән йыуан ханым ер­лә­үселәрҙең иртә­гә ки­ләсәктәрен әйт­еп ад­ре­с­ын ал­ып ҡалды. Фа­ти­р­ына инеүгә арты­нда аяҡ тауыш­та­ры ишетелде. Өс­ө­н­сө ҡат­та, ун­ан өҫтә йә­шәүсе Вал­е­нтина икән, бая ишеге асыл­ма­ға­йны, эшенә китеп өл­гөргән сағ­ы­на тура ки­лгән­дер, хәҙер уның хәлен һиҙ­гәндәй үҙе инергә иткән. Уҡы­т­ыу­сы бул­ып эш­­­л­әй ул, пе­н­­сияға сығ­ыр ваҡыты ла ет­кән. Вален­тина яң­ғыҙы көн иткән­лек­тән йыш ҡы­на уны сә­йгә саҡы­ра, һөйләшеп-сөк­өр­ҙәшеп ул­тыра­л­ар, баш­ҡорт­саны һыу кеүек эскән күр­ш­еһе менән һүҙҙәре лә, кәң­әш-төңәш­тәре лә бе­регә. Ҡайғыһ­ын уртаҡл­а­ш­­ы­р­ға ин­гән кү­ршеһе оҙаҡ тотҡарланманы, мә­к­тәп­тә өҫтәмә дәрес үткә­р­е­ргә кәрәк­л­е­г­ен әй­­теп, таң менән эшкә ба­р­­аса­ғын иҫкә­р­теп, хәйер-саҙаҡалыҡ аҡса ҡал­дыр­ып, ғә­й­еп­ле төҫтә сығыу яғы­на йүнәлде. Кү­ңеленә йылы йү­г­ер­ҙе: « Ни ти­һ­әң дә был ҡала­ла яҡшы кеше­ләр бөт­мә­г­ән әлегә, ана бит ауыр мәлендә яңғыҙ­латмай кил­еп етә һалған» Ҡартын­ың эр­гәһе­н­ән ур­ын алды ла хәтер ебен һүтер­гә ке­р­е­ш­­те.                                                                    

    Һай, татыу йәшәнеләр ҙә һуң Таңатары менән, таныш-тоноштарын, ауылдашта-рын һоҡландырып, өнәп бөтөрмәгәндәрҙе көнләштереп матур, йәмле йәшәнеләр. Һуғыш бө­­­­­т­­кән­дең ик­енсе йылына өйләнеште­ләр, Таңатары егерме биш йәшлек, дошман мен­ән фр­он­т­тың алғы һыҙығында алыш­ып утты-һыуҙы кискән, яу юл­дарынан етди яр­ал­ар ал­ып ҡайт­һа ла һис бирешмәҫ достоин егет, ә ул егермеһе тулып өлгөрмәгән ҡыҙ ине. Ки­­ске уйынға йыйылғанда та­ны­шҡайнылар. Ауыр эш кө-нөнән һуң бар халыҡ, би­­­герәк тә йәш-елкенсәк бер нимәгә ҡар­а­май клубҡа эркелеп йыйыла торғайны ул за­м­­анда. Еңеү шатлығынан иҫереп-тилергән, яҡты, бәхетле киләсәккә ҡарап елкенгән ос­­­ор ине шул. Йәштәр, урта йәштәгеләр күмәк бейе-үҙә әйләнә, өлкәнерәктәр сит­­­тәрәк ул­тырып күҙәтеүҙән дә оло кинәнес таба.

       Йыйылыусылар ҡулға ҡул тотоношалар ҙа гармунсы Сәйфетдиндең тальян сың­ына эйәреп түңәрәк буйлап китәләр, үҙҙәре ың­ға­йы бер таҡмаҡ әйтәләр:

                                           Наза, Наза,

                                           Наза матур ҡыҙ бала…

       Әҙерәктән дәртле таҡмаҡты икенселәре алмаштыра:

                                      ...Талы, талы,

                                         Бөгөлөп тора.

                                         Уны гел күрәһе килеп,

                                         Үҙәге өҙөлөп тора.

                                         Тәҙрә астым, емдәр һиптем,

                                         Аҫыл ҡоштар ашаһын.

                                         Мул тормошҡа алып барған

                                         Компартия йәшәһен!

       Үҙенең «таяҡ»ҡа эшләп йөрөүе, аслы-туҡлы көн итеүе, дөрөҫөрәге тереклек ите­үе, ал­дағы көндәрҙә тетрәнеүҙәр кисерәһе хаҡында уйлап та ҡарамай халыҡ, уның өс­өн уй­ын-көлкөгә ҡоролған ошо мәл күпкә ҡиммәтерәк һәм ҡәҙерлерәк. Иртәгеһен таң һы­­ҙ­ылыр-һы­ҙыл­ма­ҫ­тан тағы ҡырға сығырҙар: ир-ат, быуынға ултырған, егет-елән ҡо­­ласлап бесән саб­ыр, һайтылдап йөрөп кәбән ҡойор, ҡатын-ҡыҙ ҡулдарын ҡанатып баҫыуҙарҙан билсән йолҡор, мәгәр һәр кемдең кү­ң­елен, кис, клуб­та үт­әсәк ошо бейеү­ҙ­әр, телдәрҙән төшмәгән, аяҡтарҙы талдырмаған «Наза» өҙлөкһөҙ ҡытыҡлап торор.

    Йәш саҡ дәртле саҡ, тиле саҡ шул. Нур­бикәләр үҙ­ҙә­ре лә ер аяғы ер башында ятҡан сабынлыҡтан арманһыҙ булып йәй­ә­үләп ҡайтып килгәндәрендә ауыл яғынан, клуб ба­­шы­на беркетелгән табаҡса радио­н­ан бейеү көйөн ишетеп ҡалһалар юл туҙан­ын бо­р­хот­оп бейергә төшөп китерҙәр ине. Тальян моңдарына сорналған таҡмаҡҡа тып­ыр­ҙаған мәлдә уң аяғына аҫҡа­ң­­ҡ­ыраһа ла клуб иҙәнен һы­ғ­ылдырған буйсан егет теҙел­еш­еп баҫҡан ҡыҙҙар ара­һ­ынан ҡарашы менән фәҡәт уны ғына эҙләп та­б­ып ҡа­ршыһ­ына килде, шул саҡ төп­һөҙ зәңгәр күҙ­ҙ­әргә арбалып юғалды ла ҡа­л­ды. Яҙ­мыш уларҙы, шулайтып осраш­тырҙы, ҡу­л­­дарын ҡу­лдарға һондо­р­­оп, йөҙҙәр­ен бер-бе­реһенә бороп яп-яҡын итеп ба­ҫ­тырҙы. Кү­р­ше ауыл егете ара йыраҡ, тип тор­м­ай, эң­ер төшөүгә ашҡынып килеп ет­ер булды. Ике ай ти­рәһе ос­ра­шып йө­­­­­р­­өн­өләр ҙә  оҙ­а­ҡ­ҡа һуҙмай, уңыш йыйып алып ма­­л­дар ҡу­р­­аға ингәс  өйләнеш­еп тә ҡу­­й­­ҙылар. Ата-әс­­әһе ҡы­­р­ҙа ҡы­шла­ған ашлыҡтан ағ­ыула­н­ып бер төптән үлеп кит­кән­лектән ул яң­ғы­ҙы көн итә, йыл әйләнәһенә колхоз­да төрлө эштә йөр­өй ине. Ҡан ҡой­ош, ауыр юғал­т­ы­уҙар, емерек­ле­к­тәр алып килгән һуғы­ш­­тан һуңғы йы­лдар ҙа ауыр килгән­лек­тән көҙ туйҙар мә­ле, тиһә­ләр ҙә, йолаларҙы еренә еткереп атҡарыу ҡайҙа инде, ул етем, егете­н­ең дә яҡ­ын туғ­андары юҡ. Йом­анан һуң Таңатары брига­д­ирҙа­рының атын һорап ал­ып оҙон арба егеп килде лә уның һыйыр мөгөҙөнә генә элм­ә­­ле мөлкә­т­­ен тейәп оҙат­ып алып ҡайт­ты. Ата йорт­онан киткәнендә  яңғыҙ көн иткән күр­ше әбей генә, ба­рған ереңә һыуға ырғ­ы­т­­ы­л­ған таштай бат, тип теләктәрен әйтеп оҙат­ып ҡалды. Ҡә­йнә йортонда ла мә­ж­лес йыйып тормай ике яҡ күр­шелә­рен алып, шулар­ҙың боронғо­са уҡыу­ҙың рәт-сү­р­әт бе­лгәненән иж­аб уҡытыу ме­нән генә си­кләнделәр. Киске йома сәйе ише таб­ынды үң­гәр, бер юлы тәпәнсе, һүҙгә мәрәкәсел Бүкән Шәрифйән алып барған булды. Һитә балынан әсет­елгән ба­лдан йөҙҙәре ҡыҙарған ир-ат, таҡта сәйҙән ауыҙ иткән ҡатын-ҡыҙ йән­лә­н­еп кит­теләр. Уларҙың икеһенә лә күңелле, бик күңелле ине.

         Никахҡа ла яр­ты йыл үт­к­әс ке­нә инделәр, дөрөҫөрәге эштән ҡа­йты­шлай ире ауыл Сов­етына һуғы­л­ып мис­әтле тан­ытма алып ҡайт­ты, хәйер ул рәсми ҡа­т­ырға айырыл­маҫ өсөн ҡауыш­ҡан­дар өсөн мө­һ­им дә түгел ине. Яңы урынға оҙаты­л­ып кил­гәс оло йә­ш­тәге ау­­ырыу ҡә­йн­әһен икә­ү­­ләшеп ба­ҡ­­тылар. Йоҡлар урындары сы­мылдыҡ менән бүленгән, тәғәмләнер урын­да­ры урын­д­ыҡ менән генә сикләнгән тар өй­­­ҙә көн ит­­­һәләр ҙә ҡыҫынҡылыҡты тоймай татыу, бер­ҙәм йәшәнеләр. Ри­за бул­ып, фа­тихаһын биреп китте ҡәй­нә­һе. Бергә йәшәй башлағас Нурбикә иренең күп кенә яҡ­шы сифат­та­р­ын ас­ты: тырыш, эшһөйәр, тағы кәйефе кил­гән­дә баҫалҡы ғы­­на тау­ыш ме­н­ән моңло итеп йы­рлай ҙа ине. Ул йыр­ла­ға­нда Нур­би­к­әнең йә­не­нә ил­аһи моң эркелә торғайны. Хәл­бүки ауыҙ күтәреп йыр йырларға хирес түгел ине ире, сөнки ҡа­ра таңды киске эңергә ялғ­ап кө­нө эштә үтте.

 

Автор:Хайдар Тапаков