Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
28 Сентябрь 2021, 10:56

Дусар ителгәндәр (Ун икенсе киҫәк.)

        Гөлсөм менән Аҡбайҙың йәндәре ожмахҡа ашырға теләмәне, күҙ йәштәре түгеп илаған ғәрип Барыйҙы, тимер келәт аҫтында сыйнаған ас көсөктәрҙе, алыҫта, бик ал­ыҫтағы ауыл ситендәге мунсалай ғына бәләкәй өйҙә ауылдаштары тарафынан онотолоп, һуңғы көндәрен күргән ауырыу әбейҙе йәлләп, һоро ҡар менән ҡаплан­ған ер өҫтөндә әйләнде лә әйләнде...  

Дусар ителгәндәр (Ун икенсе киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Ун икенсе киҫәк.)

       Гөлсөм почта йәшниген асҡайны, унан хат килеп төштө. Ауылдан. Ҡабаланып асты. Бар яңылыҡтарҙы тәфсилләп теҙгән өләсәһе, бик ныҡ һағыныуын яҙған, эштән һорап ҡайтып урауын үтенгән. «Эштән һорап...» Ҡыҙҙың йөҙөнә әсе йылмайыу сыҡты. Хаттың аҙағын уҡыны: «...Һин ошоғаса белмәгән серҙе асайым инде, Бакир атайың була, ә Барый - атай яғынан ағайың...»

Гөлсөм башын һалҡын стенаға терәне. Йөрәгендә йөрөткән иң ҡәҙерле өмөт сатҡыһы ла һүндеме шулай? Тормош, ниңә шулай аяуһыҙһың, йәшәй ҙә башла­маған­мын, ҡаныҡтың да баһа... Артыҡ кешеменме әллә?!.

       Фатирына инде лә, бүлмәһенә үтеп, сисенеп тә тормаҫтан карауатына салҡан ауҙы, биттәренән ҡайнар күҙ йәштәре тәгәрәне.

       ...Ҡайтыр ине лә, юлдары быуылған шул. Ауылда күренһә, өләсәһе ейәнсәренең ниндәй кәсептә йөрөгәнен шундуҡ аңлар төҫлө. Белмәүе хәйерле, фабрикала өйрән­сек булып эшләй тип уйлаһын әйҙә. Бысраҡ аҡсаларға ҡағыл-дырғыһы килмәһә лә, һуңынан почта аша уларын да һалды. Пенсияһына ғына көн итеүе ауыр өләсәһенә. Һағынды ауылды, өҙөлөп һағынды, ҡаҙ бәпкәләре йөр-өгән һуҡмаҡтан үтергә, Аҡтау, Олотау түбәләрен гиҙергә, миңле, тәлгәшле ҡайындарҙы ҡосорға, Һаҡмар­ҙың ебәктәй йомшаҡ, яңы һауған һөттәй йылымыс тулҡы-ндарында рәх­әт­лә­неп йөҙөргә ине. Ҡайтып, класташтарын күреп һөйләшкеһе килә. Күптәре уҡырға кергәндер ҙә әле. Уның иң ҡурҡҡаны - таныштарын осратыу. Кистәрен йәнен усында тотоп тора. Тап булғандары юҡ әлегә... Бакир ағай - минең атайым... Бына ни  өсөн яйы сыҡҡанда һөйләшергә, һүҙ ҡушырға ынтылған икән. Зәңгәр яулыҡ та бүләк итте бит әле... Барый Гөлсөмдөң ағаһы була. Уның һуңғы өмөт утрауы... Бәлки, хат яҙыуын туҡтатып дөрөҫ тә эшләгән-дер. Улар тиң түгел, фәхишәнең мөхәббәткә хаҡы юҡ. Барый... Барый... Барый ағай...

       Гөлсөм ята торғас, ойоп китте.

       ...Бәй, Барый армиянан ҡайтҡан икән дә баһа. Ана, ул ауылға ла инеп тормай тура Аҡтау ҡаяһына күтәрелгән. Ҡаяла аяҡтарын һалындырып ултырған да йылға­ның арғы яғында торған Гөлсөмгә ҡулын болғай: «Гөлсөм, кил бында, бында йылы...» Барыйға йәнәш өләсәһе баҫҡан. Ул да йылмая. Шәбәйеп киткән өләсәһе, быуындарым һыҙлай тип мыжыһа ла, ҡаяға үрмәләргә хәле еткән. «Йә, менә һал, көтәбеҙ ҙәһә...» Гөлсөм ҡурҡа-ҡурҡа буръяҡланып, ажғырып ятҡан Һаҡмарға төштө. Һыуы бигерәк һалҡын, төбөндәге мәте аяҡтарын һура. Һыу биленә етте, күкрәгенә, муйынына. Бата, тонсоға башланы. «Барый, өләсәй... Ҡотҡарығыҙ, батам бит...» Ә улар ишетмәй ҙә, йылмайышып, ҡояш нурҙарына биттәрен ҡуйып тик торалар. Кемдер ҡулын һондо. Ҡараһа, теге Һаҡалтай ярҙам итергә ынтыла. Гөлсөм уны ла һыуға тартып төшөрҙө. «А-а-а-ааа!..»

        Гөлсөм ҡара тиргә төшөп уянды. Биҙгәк тотҡандай дер-дер ҡалтырай.

        Луиза күренде, йөҙө ғәҙәттәгесә тыныс. Оҙаҡ һынамсыл ҡарап торғандан һуң:

       — Эшкә китергә ваҡыт, әллә ҡасан ҡараңғы төштө. Кисәгенән минең өлөштө бир!.. - тине иҫе китмәй генә.

       Һыуыҡ. Үҙәккә үтмәле һыуыҡ. Халыҡ араһынан һомғол буйлы ҡыҙ атлай. Уға йолҡош эт эйәргән.

       — Акбай, эйәрмә инде. Ары ярамай... - Гөлсөм эттең башынан һыйпай, - Көсөктәрең көтә торғандыр, өшөгәндәрҙер.

       Эт аҡыллы күҙҙәре менән уға төбәлде.

       - Бар инде, ҡайт, бар!

         Аҡбай-теләр-теләмәҫ кенә китергә ыңғайланы, юл уртаһына еткәс, кире ҡайыр­ылды.

       — Тапалаһың бит, нишләп тораһың?!

         Тик һуң ине инде. Эт ике яҡҡа ла юғары тиҙлектә елдергән машиналар араһын­да буталды.

       — Аҡбай!

       Сыйнаған тауыш һауаны ярҙы. Гөлсөм юлға йүгерҙе, тәгәрмәс аҫтында ҡалған этте ситкә һөйрәне.

       — Аҡбай! Нимә эшләнең! Әйттем бит, эйәрмә, тип. Һинһеҙ көсөктәрең нимә эшләр... - Гөлсөм эйелеп йәнһеҙ эттең башын усына алды, үкһеп илап ебәрҙе.

       — Дорогая, ты не плачь из-за какой-то паршивой собаки!

       Гөлсөм күтәрелеп ҡараны. Эргәһенә ниндәйҙер фырт әҙәм килеп баҫҡан.

       — Поедем со мной, не пожалеешь...

       — Һеҙ... һеҙ... этте тапаттығыҙ!

       — Ну и что? Таких тварей сейчас на каждом шагу.

       — Һеҙ үлтереүсе!

       — Ну, ну, красотка, не забывайся- Машина китеп барҙы.

       — Гөлсөм!

       Ҡыҙ таныш тауышҡа һиҫкәнеп китте. Юлдың икенсе яғында ҡултыҡ таяғына аушайған ниндәйҙер һалдат тора ине.

       — Гөлсөм! Был мин, Гөлсөм...

       Ҡыҙ байтаҡ шаңҡығандай торҙо ла, ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп, ҡулдарын бол­ғап ҡысҡырып ебәрҙе:

       — Барый!.. Барый ағай, яҡынлама миңә! Ярамай! Мин әшәке, бысраҡ кеше...

       — Гөлсөм, нимә һөйләйһең һин?

       — Яҡынлама, тим! Кит...

       — Һине эҙләп килдем бына. Таптым. Ҡайтайыҡ.

       — Барый ағай, ғәфү ит мине... Барығыҙ ҙа ғәфү итегеҙ. Буталдым, аҙаштым... Хушығыҙ!..

       Гөлсөм икеләнгәндәй бәүелеп торҙо ла юлдан ҡаршыһына елгән ут көлтәһенә уҡталды...

       Тынлыҡ. Юғарыла, бейектә осоуы ҡайһылай күңелле. Ысынлап та, ул елдән яралған булғандыр. Аҡбай, осоп килеп, аяғына һырылды. Түбәндә, юлда, ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһе ҡанға туҙып ята. Өҫтөнә башын ҡуш услап Барый эйелгән. Уларҙы тирәләп халыҡ өйкөлөшкән. Уттарын ялпылдатып яман олоп, тәреле машина ярҙамға ашыға. Һуңланың...

       Йәне мамыҡтай еңел, шыйыҡ томандай үтә күренмәле, таҙа, керһеҙ, кинәнеп ос та ос. Юғарыла, бик бейектә күҙҙе сағылдырғыс яҡтылыҡ. Ожмах ҡапҡаһылыр. Ең­ел булғас, унда елдәй елеп инеп китергә мөмкин.

       Гөлсөм менән Аҡбайҙың йәндәре ожмахҡа ашырға теләмәне, күҙ йәштәре түгеп илаған ғәрип Барыйҙы, тимер келәт аҫтында сыйнаған ас көсөктәрҙе, алыҫта, бик ал­ыҫтағы ауыл ситендәге мунсалай ғына бәләкәй өйҙә ауылдаштары тарафынан онотолоп, һуңғы көндәрен күргән ауырыу әбейҙе йәлләп, һоро ҡар менән ҡаплан­ған ер өҫтөндә әйләнде лә әйләнде...

                                                                                                           (Аҙағы.)

 

Автор:Хайдар Тапаков