Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
17 Сентябрь 2021, 08:15

Дусар ителгәндәр (Бишенсе киҫәк.)

       — Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған!        — Китсе... - Гөлсөм мәктәптә үк ишетһә лә, аптырап киткән булды.        — Әйҙә барып ҡарайбыҙ! Минең дә бөгөнгә эш бөттө, машинаны гаражға апарып ҡуяйым да.        — Әлләсе... Беҙ бөгөн бөтә класс менән барырға йыйынғайныҡ та, имтихандарға әҙерләнергә ҡушып, етәксе апай ҡаршы төштө. Өләсәйем дә сырхап тора, өй тирә­һен­дә мәшәҡәттәр ҙә етерлек.        — Оҙаҡ йөрөмәбеҙ. Аҡтау ҡаяһына күтәрелербеҙ ҙә.        Ҡыҙҙың бите уттай тоҡанды. Ул артыҡ иҫе китмәгәнен белдерергә теләптер, бер ни тип тә яуап ҡайтармай ҡырт боролдо ла китеп тә барҙы.        — Ҡыҙҙар тауында көтәм, Гөлсөм...    «Ярар, ярар...», тип күкрәк ситлеген дөбөрҙәтте ярһыу йөрәге...

Дусар ителгәндәр (Бишенсе киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Бишенсе киҫәк.)

       Өләсәһенән йәшереп, ул булмағанда көҙгө алдында әйләнгеләп, ебәк яулығын тиҙерәк иңенә һалып сығырға хыялланған ҡыҙҙың ынтылыштарын һиҙгәндер яҙ, бы­йыл бигерәк тә ашҡынып-ярһып  килде. Апрель баштарында наҙлы йылыта баш­лаған ҡояш, аҙна-ун көндә тау биттәрен ҡарҙан әрсене лә, һыяны уйпы-уйраларға тултырып, түбәнгә ҡыуаланы, Һаҡмарҙың боҙон ҡумшытты. Боҙ ҡуҙғал­ыуы Байгилде ауылы халҡы өсөн көтөлгән тамаша, йәше-ҡарты ҙур яңылыҡ әйт­кәндәй бер-береһенә һөйөнсөләп йөрөй:

       — Ишеттеңме, Һаҡмарҙың боҙо Әлмөхәмәт шаршыһына килеп тығылған, ти.

       — Һе, ашыҡҡан икән, ашыҡҡан, кисә генә ҡубып, сатнап ята, тип ишеткәйнем. Әйт­әм бит, боҙ әприлдең ун биштәренән ҡалмай китә, быйыл бигерәк тә иртәлә­гән.

       Шундайыраҡ һөйләшеүҙәр менән ауыл сыр-сыу килеп тора.

       Гөлсөм мәктәптән сыҡты ла, иптәш ҡыҙҙарына ҡушылып, шаяра-көлөшә урам буйлап атланы, өйҙәренә боролған тыҡрыҡ ауыҙына еткәс, сыуаҡ көн наҙынан ай-ырылғыһы килмәй аҙымдарын әкренәйтте, арғы остан был яҡҡа табан елдергән һөт машинаһын күргәс, бөтөнләй туҡтаны, эйелде, сәбәпһеҙгә ҡулындағы сум­ка­һында соҡондо, үҙе ҡаш аҫтынан ҡарап, машинанан күҙен алманы. “Кабина тулы ҡыҙҙар тейәлгәндер әле, йә һары бөрсә Сәлимә йәнә эргәһенә  һаҡҡандыр... Саманан ашҡан әрһеҙҙең әрһеҙе инде…”

       Машина шәрене сәсрәтеп килеп туҡтаны.

       — Гөлсөм, һаумы...

       — Һаумыһығыҙ! - Ҡыҙ турайҙы ла, ҡуйы керпектәрен елпеп, оялсан ҡарашын асыҡ кабина тәҙрәһенән яртылаш кәүҙәһен сығарып, уға ҡарап ултырған егеткә төбәне, ыңғайы бер «ҡыйыуланған бөгөн», тип уйлап ҡуйҙы.

       — Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған!

       — Китсе... - Гөлсөм мәктәптә үк ишетһә лә, аптырап киткән булды.

       — Әйҙә барып ҡарайбыҙ! Минең дә бөгөнгә эш бөттө, машинаны гаражға апарып ҡуяйым да.

       — Әлләсе... Беҙ бөгөн бөтә класс менән барырға йыйынғайныҡ та, имтихандарға әҙерләнергә ҡушып, етәксе апай ҡаршы төштө. Өләсәйем дә сырхап тора, өй тирә­һен­дә мәшәҡәттәр ҙә етерлек.

       — Оҙаҡ йөрөмәбеҙ. Аҡтау ҡаяһына күтәрелербеҙ ҙә.

       Ҡыҙҙың бите уттай тоҡанды. Ул артыҡ иҫе китмәгәнен белдерергә теләптер, бер ни тип тә яуап ҡайтармай ҡырт боролдо ла китеп тә барҙы.

       — Ҡыҙҙар тауында көтәм, Гөлсөм...

          «Ярар, ярар...», тип күкрәк ситлеген дөбөрҙәтте ярһыу йөрәге. Күңелендә ур­ғыл­ған шатлык күктәргә ашыра, аҙымдары еңел, ниндәйҙер илаһи көс етәкләй уны.

Өйҙөң ишеген асыуға, камфара майының, төрлө ыуыныу дарыуҙарының ҡырҡыу еҫе танауға бәрелде. Гөлсөм сумкаһын түр яҡта торған карауатҡа ырғытып, ишек төбөндәге мейескә ҡушарлатып эшләнгән урындыҡҡа бер аҙ хәл алырға тип ятҡан өләсәһенә өндәште:

       — Привет, өләсәй! Хәлдәрең нисек?

       — Һаумы, балам! Хәлдәргә килгәндә минең йәштә ығырлап-шығырлап инде. - Әсмә әбей йонсоу йөҙөн сирылтып йылмайғандай итте, бихисап тапҡыр ҡабатл-аған һорауын бирҙе. - Нисә тейәп ҡайттың күстәнәскә?

       — Беренсе кластағылай билдә ҡуймайҙар беҙгә, уҡыу аҙағы бит, имтихандарға әҙерләнер ваҡыт етте.

       — Ҡуй инде, үткән ғүмер, ал таҫмаңды елпелдәтеп кисә генә мәктәпкә илткән кеүек инем. Шунан беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын?.. - Әсмә өҫ кейемен һалып ташлап, күлдәк һайлаған ҡыҙының нәфис буй-һынына, беше күкрәктәренә, йомро балтырҙарына һоҡланып ҡараны. – Сөбхәналла, күҙ тейә күрмәһен инде ҡыҙыма! Ҡайҙалыр йыйына ла башланың түгелме? Ҡапҡылап ал тәүлә, мейес эсендәге табала ҡурылған картуф бар, самауырҙың да ҡапҡасын ҡырын баҫҡанмын, борхотһаң, хәҙер ҡайнап сығыр.

       — Өләсәй, Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған, шуны ҡарарға барабыҙ, бөтә класс менән... - Хәбәренә алдаҡ ҡушып һөйләүенә оялғандай, йөҙөн ситкә борҙо.

       — Ана тағы! - Был юлы Әсмә әбей үҙе яратҡан «үткән ғүмер» һүҙен өҫтәмәне. - Былай булғас, күгүләнгә лә килеп еттек, көҙгә саҡлы бирешмәбеҙ, Алла бойорһа.

Уның хисабы ҡарттарса: бер нисә йыл алға ҡараш ташламай, миҙгелдәрҙе теүәлләһә, шуныһына риза, ҡышты имен-аман сыҡһам инде, тип ығырҙап-шығырҙап йөрөй ҙә, яҙ етһә, иркен һулап ҡуя. Әйтерһең дә, уны бөгөр ауырыуҙар ҡайҙалыр алыҫ йонсоу көҙгә сигенә.

       Әсмә әбей, ейәнсәренә эйәреп Һаҡмарға барырға дәртләнгәндәй, тороп ултыр­ҙы, туҙған сәстәрен рәтләштерҙе, яулығын ябынды, аяҡтарын урындыҡтан һалын­дыр­ып, торорға ынтылды ла тубыҡтарын ыуалап ҡул һелтәне.

       — Ҡана һуң барып әйләнгәндә! Һауынсы булғанда, күп тапалды Һаҡмар туғ­айҙарын, ултырған ерҙән үтә күрәм һәр ағасын, һәр ҡыуағын. Быуындар ебәрмәй, ҡәһәрең, ыуған дарыуҙарҙың да сихәте самалы.

          Уңарсы булмай кейенеп-яһанып өлгөргән Гөлсөм өләсәһенең алдына тып итеп килеп тә баҫты. Ҡупшыға кейә торғандары өҫтөндә, яурыны аша әлеге зәңгәр яулыҡты һалған, еңелсә ярһыған.

       — Өләсәй, мин йөрөп киләйем, йәме? Оҙаҡламам.

       — Һе, бутты рөхсәт итмәһәм, бармай, йәнәһе. Ҡуҫтарланғанһың бит инде, бар йүгер. – Йыйырсыҡтар сыбарлаған һалынҡы сикәһенән үбә һалып, урамға ат-лыҡҡан ҡыҙҙың артынан ҡысҡырып ҡалды. - Яҙғыһын ҡумшып ятҡан яр шыуа торған, абай булығыҙ. Йәнә Ҡоҙоҡ битенән барығыҙ, ул һырт иртәрәк асыла. Оздой, ашаманы ла...

 

Автор:Хайдар Тапаков