АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
16 Сентябрь 2021, 09:06

Дусар ителгәндәр (Дүртенсе киҫәк.)

— Әсәйем юҡ минең! - Үпкәләгәндәй иткән ҡыҙ һырты менән боролдо. — Булмай тағы! Донъяла һәр йән эйәһенең ата-инәһе була...

Дусар ителгәндәр (Дүртенсе киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Дүртенсе киҫәк.)

       Әмерҙе үтәүҙән башҡа сара ҡалманы. Өҫкө кейемдәрен ишек төбөндә ҡа-лдырҙы, уртаға үтте, ағастай ҡатҡан бармаҡтарын көскә хәрәкәтләндереп, блузкаһын, юбкаһын һалды, инде ҡәнәғәтләндеңме, тигәндәй, Айыуға төбәлде.

       — Дауам ит, бөтмәнең дәһә!

       Бына ул шыр-яланғас. Өшөүҙән, әллә тартыныу-ҡурҡыуҙан ҡош тәне ҡалҡып сыҡты, ҡырын боролоп, йоморосай түштәрен боҫормаланы.

       — Шәп! - Өлкәндең баһаһы шул булды, “әтәстәр” тетрәнеп телһеҙ ҡалды. - Мин былар халҡын һайлағанда һирәк яңылышам. Ә хәҙер бүлмә буйлап йөрө! Шулай... шулай... - Ҡыҙыша барған Айыу өҫтөндәге кейемдәрен йолҡҡослап, унда-бында ырғыта башланы, һуңғы эс кейеме ситкә осҡас, Гөлсөмгә яҡынланы, уның осаһын, түштәрен ауырттырып матҡыны. Ыңғырашыу ишетелде. Был Айыу өсөн һөжүмгә ташланыуға сигнал булды шикелле, ул ыҡсым кәүҙәне еңел генә күтәреп алып, күрше бүлмәгә атланы, үҙе ярһып үкерҙе:

       — Иң тәүҙә ҡарап тороп өйрәнегеҙ, шунан һуң ғына сиратҡа баҫырһығыҙ.

       Дауыл, Гөлсөмдө эләктереп алып, һауаға сөйҙө, шунан зыңҡылдатҡансы ҡаты ергә бәрҙе, иҫәңгерәгән тәнен иҙҙе, тапаны, бары ҡошсоҡтай йөрәге тере ҡалды. Ул асырғанып, бер һүҙҙе тылҡып һулҡылданы: “ Был мин түгел ... мин түгел... Был минең гөнаһлы тәнем генә…  йәнем саф, уға ҡағыла алмайҙар…”

       Урамдарҙағы уттар һүрәнләнгән. Фаралар, төн ҡараңғылығын йырта-тураҡлай йорттарҙы табып, уларҙы ут телдәре менән ҡапшап-теүәлләп барҙы-барҙы ла бер яҡ ситкә  янтайып туҡтаны. Айыу рулгә башын терәне.

       — Арыным, - тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй. - Кемдер артымдан өҙлөкһөҙ эҙәрлекләй төҫлө. Маңлайым прицелда, бөгөн булмаһа, иртәгә... Ҡайҙа йәшәйһең, Гуля?

       — Ошонда сығам, күп ҡалманы, ары йәйәү атлайым.

       — Шпаналарға эләгеүең бар.

       -  Ҡурҡмайым. Улар ҙа һеҙҙән ары китмәгәндер.

        Айыу бумажнигынан ҡағыҙ аҡсалар сығарҙы:

       — Мә, килешелгәнде ал, ләкин ғәфү ит, яңғыҙ булманым, шуға йәшелдәрҙән бирәм, һин һораған “ағас” түгел, былар долларҙар.

       Гөлсөм һонолғанды йомарлап, кеҫәһенә тыҡты ла сығырға ынтылды.

       — Гуля, бәлки, бөгөн дә осрашырбыҙ, ә? Минең менән генә, әлбиттә. Һеҙ миңә оҡшанығыҙ.

       — Ә һеҙ миңә бөтөнләй оҡшаманығыҙ!

       -  О! Һеҙ бик тә ҡыйыу һәм тәүәккәл ҡыҙ күренәһегеҙ. Әлеге көндә күптәр минең яҡлауға һәм мәрхәмәткә мохтаждар…

       - Мин һис ҡасан, һис кемдең ярҙамына һәм ярлыҡауына өмөт итмәйем.

       - Шулай уҡмы?!

       - Эйе, шулай уҡ! Пока!

       Өтөп барған елле ҡараңғы төн ҡыҙҙы үҙ ҡосағына алды.                                                            

       Таң яҡынлаһа ла, күҙенә йоҡо төйөлмәй Гөлсөмдөң. Карауатында әйләнә-тулға­на, йә ҡараңғылыҡ һарылған түшәмгә төбәлеп онотолоп ята. Тышта ел тағы ла көс­әй­гән­дәй, ул услап-услап ваҡ ҡар бөртөктәрен тәҙрә быялаларына килтереп бәрһә ҡаҡ стенаға борсаҡ бәргән тауыш ишетелә, һыҙғыра-һыҙғыра мөйөштәрҙәге һыу һарҡыу өсөн беркетелгән торбалар буйынан йүгереп үтә, тимер ҡурылдай хәтәр геүләргә керешә: “У-у-ууу...”

       Таныш тауыш. Ҡышҡы кистәрҙә буран олоуына шомлана торғайны шулай, юр­ға­нын башынан аша уҡ тартып бөркәнә лә йомғаҡтай йомарлана, сөнки ел сер­ек, яртылаш ергә һеңгән өйҙө күтәреп алып бара. Өләсәһе мейескә арҡаһын терәп ул­­тырған да өҫтәлгә ҡуйылған лампаның тоноҡ нурҙары аҫтында йөн иләй: иҙән боҙҙай һалҡын булғанға, табанлы быймаларын кейеп алған, яурынында ҡыш оҙоно өҫтөнән төшмәгән ҡыҫҡа итәкле, еңһеҙ бишмәте. Аҡ яулығының ситенән сал сәс шәлкеме күренә. Бир­еш­те өләсәһе, биреште һуңғы йылдарҙа, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Йәш сағында әтмәләп ингән өйө менән ҡуша ҡартайҙы. Элеккеләй өҙә баҫып йөрөмәй хәҙер, быуын­дары һыҙлауға йыш зарлана, кәүҙәһе лә көйәнтәләй бөкөрәйҙе, битендәге, маңлай­ы­н­дағы йыйырсыҡтары яҙылмаҫлыҡ булып һеңеп батты. Ғүмере буйы һауынсы бул­ған, көндәлек ауыр эш ни ҡуйһын. Әле иҫ белгәндән үк күреп үҫте, өләсәһе ҡара таңдан кискә тиклем шул фермаһында юғалып тора ла, йөҙө һурылып арып-талып ҡайтып инә.

       Өләсәһе... Әсәһен хәтерләмәй ҙә. Уны тыуҙырған да көҙөн уңыш йыйышырға килгән автоколонна шоферҙарының береһенә тағылып, ҡайҙалыр сығып олаҡҡан. Хәбәрһеҙ, ҡомға һеңгән тамсылай юғалған. Яңғыҙ балаһын йәлләмәй нисек итеп ташлап ҡасты икән? Әсәһе бик һылыу булған, тиҙәр. Уның һымаҡ. Үҙенең сибәр­ле­ген яҡшы белә ҡыҙ. Мәктәпте быйыл ғына бөтә, ә егеттәр артынан өйөрө менән йөрөй. Кис клубҡа барһа, тишә яҙып ҡарап ултыралар, ҡайтырға сыҡһа, артынан эй­ә­рәләр, ҡайһылары ҡапҡанан индермәй йөҙәтә. Күптәрен күҙгә лә элмәй, икенсе­лә­р­ен уҫаллашып өркөтә, шулайтмайынса ҡотолорһоң уларҙан! Әрһеҙләшкән­дәр­ҙең араһында оҡшағаны юҡ шул. Күңеле - арғы урамда йәшәгән Барыйҙа. Унан бер класҡа алда уҡыған егет 9-сыны осланы ла шоферҙар курсында уҡып ҡайтып, бүлексәнең һөт машинаһында эшләп йөрөй. Үҙе лә әллә ниндәй инде: башҡаларға оҡшамаған, серле лә, һөйкөмлө лә. Төҫ-башы, буй-һыны ла иҫ китмәле түгел: ҡолға­лай һонтор кәүҙәле. Оҙонсараҡ бите, йоҡа ирене йөҙөнә етдилек һыҙаттары өҫтәй. Ҡаштары  ҡалын, ҡуйы, тоташып тиерлек тора, күҙҙәре ҡуңыр. Юҡ, уның күҙ­ҙәре ту­раһында айырым әйтергә кәрәк:  уларға донъяның бөтә матурлығы һыйған, улар­ҙан  сафлыҡ, изгелек, йылылыҡ бөркөлә. Уға ғына шулай күренәме - белмәҫ­һең. Башҡалар ише бәйләнсек тә түгел. Күңел  өсөн оҙатып ҡуйырға ынтылып ҡара­ғаны ла юҡ, исмаһам. Шуға сәмләнеп, түбәнһенеп тә ҡуя.  Клубҡа килә лә мөйөшкә­­рәк ултырып, йәштәрҙең уйынын күҙәтә, йә булмаһа, сәхнә артындағы бүлмәгә үтеп, кис буйы шахмат уйнай. Күҙле бүкән булып ултырырға иткәс, килмәһен, шахмат мәсьәләләрен өйөндә лә сисә ала. “Аҡ бейеү” иғлан итеүҙәре була, анау һауынсы Сәлимә әрһеҙләшеп, Барыйҙы бейергә саҡыра һала, көтөп кенә торалыр, моғайын. Өҫтәүенә, өҙлөкһөҙ ниҙер лыбырҙай, башын егеттең яурынына терәп-терәп алған була ишшү. Гөлсөм шуларҙы ҡарап ултыра ла ғәрлегенән шартлай яҙа, тө­нө буйы илап мендәрен еүешләп бөтөрә. Тикмәгә ҡуштанланмай, яҡын күрмәгән кешеңә улайтып булалыр шул! Яурынына башын һалыу түгел, ҡулдары ҡулға тейһә лә, иҫтән яҙып йығылыр ине әле. Барыйҙың машинаһына ферма ҡыҙҙары йыш тейә­л­еп йөрөй. Сәлимә бигерәк тә. Ул әрһеҙләшеп кабинаға тығыла, хәләл ире менән шәхси машинаһында барғандай ҡылана Һары бөрсә, ҡамыт аяҡ! Һылыумын тип йө­рөйҙөр инде үҙенсә! Барый ҙа мәмәй. Ҡыҙҙар көсләп тағылмаһа, иҫе лә китеп бармай. Быҙау, туң йөрәк! Атаһы Бакир ағайҙай ҙа була алмай. Ул, исмаһам, яйы сыҡҡан һайын Гөлсөмгә һүҙ өндәшеп үтергә тырыша, хәлен һораша. Ферма, мәктәп юлы ауылға инәрәк киҫешә, йыш тап булышалар. Яҙ байрамы алдынан шулай ҡыуып етте лә, атын йәнәш атлатып, яғымлы өндәште:

      - Ултыр эргәмә, көңгөр-ҡаңғыр гәпләшеп ҡайтайыҡ.

       Тегеһе күндәм генә сананың ҡанатына һаҡты.

       — Хәлдәрең нисек, Гөлсөм?

       — Һәйбәт, - тине ҡыҙ, үткер ҡарашын силос һутын һеңдереп шымарып бөткән куфайка, тубыҡтарына ямау һалынған ҡалын салбар, ҡуңыстарына һыйыр тиҙәге һылашып ҡатҡан резина итек кейгән иргә һирпә.

       — Мәслихәт, әләйгәс, - Бакир йоран бейәләйҙәрен ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы. Махорка төрә башланы. Тырыша, бик кәрәк эште башҡарғандай ҡылана. Тоҡан­дыр­ғас, ләззәтләнеп һурҙы, сыбыҡланып тырпайған сәстәрен баҫып ялпашҡан кәпәсен ҡырын этте, ел ярғылап ҡайын ҡайырыһына әүерелгән ҡул һырты менән йәшкәҙәгән, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен һөрттө, урттары эскә тартылған, ҡырылмаған шырт сикәләрен ыуҙы.

       Сибәр, ғәйрәтле була торғайны ла баһа Бакир ағай. Әүәле урамға һыймай текә баҫып үтеп китер ине: пинжәк төймәләре ысҡынған, иҙеүе асыҡ, сәстәре бөҙ-рәләнеп ҡабарған, ғәҙәттәгесә ҡыҙмаса. Биттәре, ҡулдары бысранып, урам саңында соҡонған бәләкәй ҡыҙҙы абайлау ҡайҙа, күреү ҡайҙа! Хәҙер ҡара инде!

       — Әсәйеңдән хат киләме? - Оҙаҡ өндәшмәй барған Бакир һүҙ ялғаны.

       Әсәһен хәтерләр кеше  бар икән дә баһа ауылда, һирәк-һаяҡ  әрләп телгә алған өләсәһе генә икән тиһә. Гөлсөмдөң ҡолағында әрнеүле ҡарғыш яңғырағандай итте: “Ваҡытынан алда ҡартаяһым юҡ, тип ауыр эштән ҡасып китте әсәйең. Уҡыуҙан да алдыра алманы, һыйыр еленен тартырға ла теләмәне. Уйнаштан һине тапты ла еңел тормош эҙләп китте. Кәнтәй!” Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнмәгәндә әллә ни түгел ине, үҫә төшкәс, сикәһен ялландыра  сапҡандай тәьҫир итә. Аҙғын әсәһе йәл түгел уға, уйнаштан тыуыуы ғына йәнен кимерә.

       — Әсәйем юҡ минең! - Үпкәләгәндәй иткән ҡыҙ һырты менән боролдо.

       — Булмай тағы! Донъяла һәр йән эйәһенең ата-инәһе була.

       — Ә мин... — Гөлсөм “уйнаштан тыуғанмын”, тип саҡ ысҡындырманы, - елдән яралғанмын! - Сананан төштө, һалам кәбәге йәбешкән күлдәк итәген һыпырҙы.

       — Тр-р-р-р... - Бакир дилбегәне тартты. - Ҡыҙым, рәнйемә, һине үпкәләтерлек һүҙ әйтмәнем дә. - Шунан, уңайһыҙланғандай ҡыймылдап, куфайкаһының төймә-һен ысҡындырҙы, һаҡ ҡына түш кеҫәһенән матур зәңгәр яулыҡ тартып сығарҙы. - Байрам етеп килә, мә, минән бәләкәс кенә  бүләк.

       Матур! Бакирҙың ҡулына зәңгәр күк остоғо кителеп төшкән, тиерһең.

       Ҡыҙ, үҙе лә аңғармаҫтан, бүләкте эләктереп алды ла гөлтләп янған биттәренә тигеҙҙе. Шунан рәхмәт әйтергә лә онотоп, өйҙәренә ҡарай йүгерҙе.

 

Автор:Хайдар Тапаков