Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
25 Май 2021, 20:00

АҒАЙЫМДЫҢ ҺУҢҒЫ ХАТЫ…

Үҙемдең дә муйыным шешә башлағас, айырым бүлмәгә бикләп ҡуйҙылар. Беҙҙе күрергә килгән Әхиәр ағайым, ай-вайына ҡуймай, мине ауылға алып ҡайтып китте. Ағайыма ни бары 12 генә йәш. Ауырыу баланы нисәмә саҡрым юлдар үтеп, нисек кенә алып ҡайтып еткергәндер инде.

“Туғандарым, әле һуғыштың иң ҡыҙған осоро. Мин ҡаты яраландым. Беҙ эләккән госпиталде дошмандар ҡаты бомбежка аҫтында тота. Әгәр ҙә иҫән ҡалһам, һеҙгә төҫлө ҡәләмдәр, ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ журналдар алып ҡайтырмын, йәме. Ағайҙар һуғышта, тип илашып ултырмағыҙ. Тиҙҙән ҡайтып та етербеҙ, элеккеләй бергәләшеп табын артында сәй эсербеҙ”,—тип яҙылған Мөхтәр ағаһының һуңғы хатын Ғәлиә апай һаман күҙ йәштәре аша иҫкә ала. 17 йәше лә тулып өлгөрмәй һуғышҡа алынған ағаһының яҡты рухы итеп һаҡланған был хатта яҙылған һүҙҙәрҙе бер ваҡытта ла хәтеренән сығармай ул.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 76 йыл уҙһа ла, яралар уңалмай шул. Нығынып та өлгөрмәгән балалар аяуһыҙ һуғыш йылдарында ниндәй генә ғазаптар кисермәгән дә, ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәгән. Бөгөнгө әңгәмәсем Ғәлиә апай Сөләймәноваға Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ни бары 5 кенә йәш була.
Ғәлиә апай Ауырғазы районы Түрһәгәҙе (хәҙерге Ғүмәр) ауылында Ғәтифә һәм Миңнеғол Ҡаһироватар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән. Ата-әсәй ҡосағында иркәләнеп кенә үҫеп килгәндә, 1941 йылда әсәһе Ғәтифә ҡапыл ауырып яҡты донъя менән хушлаша. Юғалтыу ҡайғыһынан баш күтәрергә лә өлгөрмәйҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Ауылдағы бөтә ир-атты һуғышҡа алалар. Атайҙары оло йәштә булғанға Стәрлетамаҡтағы хеҙмәт армияһына эләгә. Күп тә тормай иң өлкән ағалары Мәүлетҡолдо ла һуғышҡа ебәрәләр.
—1941 йылдың ҡышы күңел түрендә уйылып ҡалған. Буранлы көндә, ауылыбыҙҙағы етем ҡалған балаларҙы бөркәүле ат санаһына ултыртып Толбазы ауылындағы балалар йортона алып киттеләр. Мәктәптә уҡып йөрөгән Мөхтәр менән Әхиәр исемле ағайҙарыбыҙ донъя көтөп өйҙә тороп ҡалды. Иң бәләкәй ҡустыбыҙ Хәйҙәрҙең башлығы эсенә юғалып ҡуйыр тип, исеме менән фамилияһы яҙылған ҡағыҙ һалғандары әле лә иҫтә. Ҡустыбыҙға ике генә йәш булғас, икенсе балалар йортона алып киттеләр. Ә беҙ апайым менән район үҙәгендәге балалар йортонда тороп ҡалдыҡ. Бында күргән михнәттәрҙе һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Тәрбиәсе апайҙар йәш кенә, аш-һыу әҙерләргә утын булмағас, йәшелсәне балаларға берәмләп таратып бирәләр. Картуфты ла, кишерҙе лә сей килеш кимерәбеҙ, шул тиклем асыҡтырһа ла түҙергә тырышабыҙ инде.
Шул уҡ 1941 йылда 17 йәше лә тулмаған Мөхтәр ағайыбыҙҙы танкистар курсына уҡырға ебәрҙеләр, өс ай уҡығандан һуң, уны һуғышҡа алып киттеләр. Ағайыбыҙ ҡаты яраланып госпитәлгә эләгә, ә унан хәбәрһеҙ юғала. Ҡулыбыҙҙа ағайымдың яҙған хаты ғына тороп ҡалды.
Балалар йортонда етем ҡалғандар күбәйгәндән күбәйә барҙы. Аслыҡ, яланғаслыҡ үҙенекен итте. Балалар төрлө ауырыуҙарҙан күпләп ҡырылды. Гел бергә уйнаған ағайлы-һеңлеле ике баланың муйын шешенән ауырып үлеүҙәрен бик ауыр кисерҙем. Үҙемдең дә муйыным шешә башлағас, айырым бүлмәгә бикләп ҡуйҙылар. Беҙҙе күрергә килгән Әхиәр ағайым, ай-вайына ҡуймай, мине ауылға алып ҡайтып китте. Ағайыма ни бары 12 генә йәш. Ауырыу баланы нисәмә саҡрым юлдар үтеп, нисек кенә алып ҡайтып еткергәндер инде. Ҡайтып еткәс тә, туп-тура ауылыбыҙҙа йәшәгән имсе инәйгә алып китте. Инәй киң күңелле, асыҡ йөҙлө, һылыу ҡатын ине. Йүгереп йөрөп самауырын ҡуйып ебәрҙе, беҙҙе арҡабыҙҙан һөйә-һөйә һикегә ултыртып ниндәйҙер киптерелгән емештәр, ҡорот, бәләкәй генә телем икмәк менән сәй эсерҙе. Һауыҡҡас, миңә француз яулығы бүләк итерһең, йәме тип шаяртып та ҡуйҙы. Бер нисә аҙна үттеме-юҡмы теге шеш бөтөп, муйынымда ҡап-ҡара тап ҡына тороп ҡалды. Ә бит был ауырыу менән ауырыған балаларҙың береһе лә иҫән ҡалманы. Ошонан һуң, имселәргә нисек ышанмайһың инде.
Балалар йортонда байрам булһа, тәрбиәсе апайҙар тары ҡоймағы бешерә торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡоймаҡты ниндәй билдәгә уҡыуыңа ҡарап тараталар. Беҙ апайым менән тик бишле билдәләренә генә уҡығас, бишәр ҡоймаҡ эләктерә торғайныҡ. Кемдең дүртлеләре бар— дүрт ҡоймаҡ, өслөләре булғандарға—өсөшәр генә. Был да бит үҙенә күрә уҡыуға ылыҡтырыу ысулы булған. Ысынлап та, насар уҡыған бала булманы ла тиерлек.
Һуғыштан һуң атайым барыбыҙҙы ла тыуған аулыбыҙға, үҙебеҙҙең өйөбөҙгә алып ҡайтты. Иң өлкән ағайыбыҙ ҙа һуғыштан ҡайтып төштө. Тик иң бәләкәй ҡустыбыҙ Хәйҙәрҙе генә таба алмай ыҙаландыҡ. Яҙылған ҡағыҙы төшөп ҡалған да, уға бөтөнләй икенсе исем ҡушҡандар. Атайыбыҙ бөтә Башҡортостан буйлап йәйәүләп йөрөп эҙләне. Шулай итеп, Бүздәк районы балалар йортонан табып алып ҡайтты. Ҡустыбыҙ табылғас, шатланыуыбыҙ!
Ғәлиә апай бите буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен һөртөп бер аҙ хәтирәләргә бирелеп ултырғандан һуң, һүҙен дауам итте:
—Ауыр аслыҡ йылдары башланды. Атайым менән ағайҙар колхоз эшенә егелде. Ә беҙ апайым, Хәйҙәр ҡустым иртүк тороп колхоз баҡсаһын соҡоп серегән, туң картуф эҙләйбеҙ. Тапҡан картуфты йылға буйында йыуып, ҡыуанышып ҡайтып мейестә
ҡыҙҙырып ашайбыҙ. Яҙ етеп үләндәр сыға башлаһа, бер аҙ тамаҡ туйып ҡалғандай тойола. Ғаиләбеҙ менә йәшелсә ултырта торғайныҡ. Йәшелсә өлгөргәнсе уларҙың һабағы менән туҡландыҡ. Йәй буйы Хәйҙәр ҡустым менән балыҡҡа йөрөнөк. Дәфтәр энәһенән ырғаҡ эшләп киндер еп менән тал сыбығына бәйләйбеҙ ҙә, рәхәтәләнеп балыҡ тотабыҙ. Балыҡтарҙы һыуҙа бешереп ашайбыҙ, бөтә ғаиләбеҙгә етә торғайны. Әсәйҙәре булған тиңдәштәребеҙгә ҡыҙығып ҡарап ултырған ваҡыттар ҙа аҙ булманы. Беҙҙең әсәй булһа, еңелерәк булыр ине тип, апайым менән хыялланып та ала торғайныҡ.
Бер ваҡыт өйҙә тәмле еҫ сыҡҡанын тойоп уянып киттек. Өйөбөҙ йәмле генә булып киткән. Апайым, мин, ҡустым юрған аҫтында ипләп кенә шыбырҙашып һөйләшәбеҙ. Атайыбыҙға димләп кәләш алып биргәндәр икән. Ә был апай беҙҙең уянғаныбыҙҙы күрҙе лә, арҡабыҙҙан һөйөп: “Йәгеҙ, тороғоҙ! Ҡоймаҡ йылы ғына көйө сәй эсәйек,”—тип йүгереп йөрөп табын әҙерләй. Ә ҡоймаҡтың тәмлелеге! Әсәйҙең наҙлы һүҙенә, йылы ҡарашына тилмергән балаларға күп кәрәкме инде. Тиҙ арала апайға өйрәнеп, уға әсәй тип өндәшә башланыҡ.
Әсәйебеҙ егәрле, тырыш, ныҡышмал булды. Атайыбыҙ менән тырышып донъя көттөләр. Мәктәпте тик бишле билдәләренә генә тамамлап, апайым Стәрлетамаҡ дәүләт институтына уҡырға инде, мин педагогия училищеһына юлландым. Бында ла тик бишле билдәләренә уҡыныҡ. Әйткәндәй, беренсе стипендиямды алғас, әсәйем менән теге имсе инәйгә француз яулыҡтары алып бүләк иттем.
Уҡып бөткәс, апайым—Әбйәлил районына, мин Сибайға юллама буйынса килеп эшкә төштөк. Ағайҙарым да төрлө уҡыу йорттары тамамлап һөнәрле булды.
Тормоштоң әсеһе лә, сөсөһө лә сабый саҡтан уҡ күп татылды, әлбиттә. Шуға күрә һәр көндөң иртәһен ҡыуанып ҡаршы алам. Иптәшем менән өс бала үҫтерҙек, уларҙың барыһын да юғары белемле иттек. Ике улыбыҙ ҙа, бер генә бөртөк ҡыҙым да тырыш, маҡсаттарына ынтылыусан. Өлкән улыбыҙ Салауат Себер тарафтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Икенсе улыбыҙ Рәйес Сибай тау байыҡтырыу фабрикаһында бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара. Айгөлөбөҙ Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында эшләй. Бөгөнгө көндә биш ейәнем, өс бүләсәрем бар. Аллаға шөкөр, балаларымдан уңдым, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәйем. Киләһе быуынға Хоҙай беҙ үткән михнәттәрҙе күрһәтмәһен. Барыбыҙға ла аяҙ күк йөҙө теләйем,—тине Ғәлиә апай әңгәмәне тамамлап.
Күпме кешенең яҙмышын һындырған да, күпме баланы етем итеп, ғазаптарға һалған аяуһыҙ һуғыш йылдары… Ғәлиә апай һөйләгәндәр хәҙерге көн талаптарына бирешеп, ауырлыҡтарға зарланғандарҙы уйландырыр, тигән өмөттә ҡалам. Аяуһыҙ һуғыш ҡабатланмаһын, аяҙ күгебеҙҙе болоттар ҡапламаһын ине.
Әлфирә Үҙәнбаева.