АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
26 Ғинуар 2021, 13:00

Йырым булһын бүләгем

…һәм һуңғы үтенес: мин һораған йырҙарҙы үтескә йырлата алмаҫһығыҙ микән? Юғиһә бөтә нимәгә хаҡтар ныҡ артып китте йыл башынан, көнөбөҙ һыу менән ҡатҡан икмәккә ҡалып бара.

Йырым булһын бүләгем
“ Хөрмәтле музыкаль редакция!
Һеҙҙең тапшырыуҙарығыҙ беҙҙең өсөн оло байрам һәм ҡыуаныс. Шуға уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡарап барам.
Бөгөн, рухи аҙыҡ үтә лә кәрәк, тиһәм, тамсы ла арттырыу булмаҫтыр. Шуныһы, телевизор ҡарап ултырғанда бер аҙға ғына донъя мәшәҡәттәре онотолоп тора, тағы йыр-моң тыңлап кинәнәһең, йәнә яҡыныңа юҡ-бар әйбер эҙләп кибеттән кибеткә сабыу ҙа кәрәкмәй, өҫтәүенә...
Ғөмүмән оҡшайһығыҙ беҙгә. Концерттарығыҙҙы аҙнаның һәм көндөң ҡайһы сәғәтенә килтереп терәһәгеҙ ҙә, ҡарамай ҡалғаныбыҙ юҡ.
Мәҫәлән, быйыл яҙғы сәсеү осоронда ер аяғы ер башы баҫыуҙан тракторсылар тракторҙарын һабаны-ние менән ҡыуып алып ҡайтҡандар. Ураҡ осоро етһә ҡырҙа, ырҙын табағында йөрөгәндәр шәмбе һайын эш ташлай ҙа ҡуялар. Хужа ауыҙ асырға маташҡан да бит, беҙҙе мәҙәниәттән айыраһығыҙ, ситләштерәһегеҙ, закунный тапшырыуҙан мәхрүм итәһегеҙ, тип халыҡ өҫтөнә ябырылғас, ләм-мим булған теге. Бигерәк тә Надайыл Аптыратҡанов, Күрмәмбай Насарғолов, Зәһәриә Әрһеҙғолова, Өлгөрбикә Алдағоловаларҙың моңло тауыштарына ғашиҡбыҙ. Бихисап сығыш яһаһалар ҙа, гел уларҙы ғына күргебеҙ килеп тик торасы. Шуға тәҡдимебеҙ бар: сығыштарын программала мәңгеләштерергә! Тик әйтегеҙ, концерт костюмдарын, күлдәктәрен йышыраҡ алмаштырһындар. Насарғолов ағайҙың бит мин иҫ белгәндән бирле кейгән өҫ кейеме, йыуа, таҙарта торғас, күптән төҫөн юғалтты хәҙер. Төймәләре лә төрлө-төрлө: береһе бушлаттыҡы, икенсеһе күфәйкәнеке. Алдағолова Ҡытай күлдәген кейеп сәхнәгә килеп сыҡһа был артисмы, әллә баҙар алыпһатарымы, тип аптырап ҡалаһың ҡайсаҡ.
Йәнә фекер: нишләп улайтып һораған береһенә йыр йырлатып, ваҡытты бушҡа үткәреп, йонсоп ултыраһығыҙ? “Илле хатҡа – бер яуап!” девизы аҫтында эшләгеҙ. Бара-тора, күнекһәләр, тағы ла арттырыһығыҙ, 75, шунан 100-гә еткерерһегеҙ. Заявкаларҙы ла бигерәк арзан ҡабул итәһегеҙ. Айлыҡ эш хаҡы кимәленән төшмәгеҙ, һәм –шабаш! Хатты тулы уҡыған өсөн икеләтә, мөләйем ҡарап уҡыған өсөн өсләтә, йылмайып уҡыған өсөн бишләтә хаҡ ҡайырығыҙ. “Кәрәк тирәкте йыҡтыра” ти мәҡәл. Кибеттәрҙе ҡыҙырып талсыҡҡас, барыбер һеҙгә кәпәс һалмай әмәлдәре юҡ.
Әле хат яҙыуымдың маҡсаты һеҙгә өгөт-нәсихәт уҡырға теләүҙән түгел, минең дә яҡындарыма, ауылдаштарыма йыр бүләк итәһем килә.
Яҡын көндәрҙә ауылыбыҙ аҡһаҡалы Танһыҡ бабайға туҡһан биш йәш, ҡарт ҡатынына – 90, олоһона 80, уртансыһына 60, йәшенә 35 тула. Дүрт аяҡлы өҫтәлгә таянған һымаҡ ныҡ терәлеп, теттереп донъя көтөп ята аҡһаҡал. Был берҙәм ғаиләлә 40 бала донъяға килеп, шуларҙың 25-е төрлө тарафтарҙа ғүмер һөрә. Ун бише яндарында, ун алтынсыһы тиҙҙән тыуыр, Алла бойорһа. Шәфҡәт туташы Имсебикә, игеҙәктәр тыуасаҡ, тип хәбәр таратҡан ти таратыуға. Танһыҡ бабай: “Булмаҫ, өлкәнәйелде, игеҙгә хәл етмәй”, - тигән имеш. Ни булһа ла булыр, Хоҙай эше, көтөргә күп ҡалманы. Тик ошо ерҙә бер аҙ эс тартып шикләнә биреп тә ҡуйҙым әле, Танһыҡ бабайҙарҙың күршеһе Йөрөмтәлбай ғаиләһендә, гөнаһ шомлоғона ҡаршы, гел игеҙ балалар донъяға киләсе...
Ошо үрсемле һәм тоҡомло олатайыбыҙға тыуған көнөндә бүләк итеп, әбейе менән булһа оҙон бер халыҡ көйөн, бисәһе менән ҡараһа “Оҙата барманы”, ҡатыны менән сөкөрҙәшһә, “Әйҙә киттек урманға”ны, кесе бикәһенең ҡуйынында ятһа Майкл Джексонды, йә булмаһа Мадоннаны, юҡ, тигәндә Натали башҡарыуында йыр тапшырһағыҙ ине. Наталиҙың бер йырында шундай юлдар бар:
О, Боже, какой мужчина, я хочу от тебя сына.
И я хочу от тебя дочку, и точка, и точка!
Тик, хәтереңде эт талағыры, склероз ғәләмәте, текстың “от тебя”, “от соседа” һүҙҙәрен йыш бутай ҙа ҡуям. Улайға уҡ китһә уныһы ла көнүҙәк түгел бит әле, иң әүәл ҡатын теләй, шуныһы мөһим, бөттө-китте!
Алдан уҡ әйтәм, улар бер ваҡытта ла ойошоп бишәүләп ултырмай. Бөтә урындарҙағы кеүек, Танһыҡ бабайға ла сират. Ә концерт көнө кемдең сираты икәнен силсәүиткә шылтыратып ҡына белешегеҙ.
Бабайыбыҙҙың тыуған көнөнә күршем Хисабетдиндең дә тантанаһы тап килә. Уның алтмышы етә, кеҫәһе тулы хәләл аҡса булғыры.
Ауыл кимәлендә бик тә абруйлы кеше минең күршем. Алтмыш йыл ғүмеренең иң емешле йылдарын ауыр эштәрҙең береһенә – баш бухгалтер вазифаһына бағышлаған. Ел тимәй, ямғыр тимәй, һыуыҡ тимәй, көндәр буйы кантурынан сыҡмай баш баҫып эшләне. Һөҙөмтәлә иң әшәке сиргә – геморройға һабышты. Хәҙер бәҙрәфкә барыу, йә эсе ҡатыу уның өсөн оло ғазап. Ярай әле, үтемле аш тип, хәлен аңлап, аҙна һайын ферманан ҡуйы һөт, ҡаймаҡ, май, йомортҡа килтереп торалар, диетала ултырғас, һимеҙ йылҡының ҡаҙы-ялын да онотмайҙар, өҫтәп ҡаҙ-тауыҡ итен дә килтерәләр. Ауырыу кеше һайлан-сыҡҡа әүерелеп китә бит ул, әйҙә күңеленә ятҡанын һалымлы ауыҙы менән һоғоноп, һайлап ҡапһын. Хисабетдин Ҡарахисабович йомшаҡта маҙрап ятһын өсөн яҙлы-көҙлө бәрәс йөнөнән өлөш тә сығаралар, рәхмәт калхуз етәкселәренә.
Ғәҙел, хәсрәтле күршемә уның яратҡан йыры, эй, хәтереңде эт ашағыры, әлеге лә баяғы ҡоромағыр склероз, нисек әле...
Өйрәк әйткән тауыҡҡа:
“Әҙ һалаһың йомортҡа,
Һине барлыҡ күркәләр,
Килмешәк, тип йөрөтәләр”...
Ана шул йырҙы тапшырығыҙ, зинһар.
Ҡаймаҡ, йомортҡа, ит тигәндәй, ферма күрке зоотехнигыбыҙға оҙаҡламай 50 йәш тула, ауыҙы тулы май булғыры.
Бик тә һиммәтле, бик тә ҡөҙрәтле кеше Малтабар ағай. Юғары уҡыу йортонда уҡып, сәс ағартмаһа ла, ябай малсынан баш зоотехникҡа ҡәҙәр үҫте. Хисабетдин ише сиркәшкә түгел, типһә тимер өҙөрҙәй, тос кәүҙәле бәһлеүән.. “Бюрократизмды, кантурға бикләнеп ултырыуҙы енем һөймәй”, - ти Малтабар ағайыбыҙ. Раҫтыр.Сөнки беҙҙең зоотехник – прастуй һәм практик етәксе. Эре, һауалы булһа, малсыларҙың ярма һатып тапҡан самогонынан ауыҙ итешер инеме лә, аҙналар буйы уларға эйәреп, өй беренсә баш төҙәтеп йөрөр инеме?!
Үгеҙҙәр бескәндә лә яңғыҙ, үҙе генә булаша. Хайуанды үкерткәнсе ҡыҫып, ергә тәгәрәтә лә, бисараның артыҡ ерен үлсәп, киҫеп тә ала. Үткән йыл самаһыҙ ҡырҡып, тиҫтәгә яҡын үгеҙҙе һәләк итте итеүгә. Арыҡ малға күп кәрәкме ни?. Эш булғас, ундай ғына хәлдәр осрай инде…
Һөт етештереүҙә лә алдынғылыҡты биргәнебеҙ юҡ. Һәр һыйырға көндәлек һауымды ике литрға еткереп, рекорд ҡуйып, күрше калхуздарҙы шаҡ ҡатырҙыҡ. Әйткәндәй, ит йөкләмәһе лә үтәлде. Малтабар ағай, әмәлен табып, ике көтөү ҡорсаңғы быҙауҙы иткә оҙаттырмаһа, план, билләһи, яна ине. Дәүләт алдында йөҙөбөҙ ҙә яҡты хәҙер, ҡорсаңғынан да ҡотолдоҡ.
Йүнсел зоотехнигыбыҙҙы түңәрәк йәше менән ҡотлап “Бригадир йыры”н тапшырһағыҙ ине. Фонотекала ундайы табылмаһа, “Көтөүсе йыры” ла ярай.
Урмансы Хөрмәт тә тиҙҙән 40 йәшен билдәләй, ихатаһы тулы утын булғыры. Исеме генә түгел, үҙе лә хөрмәткә лайыҡ уҙаман. Шулай булмай ни, туранан-тура сит ил – Ҡаҙағстан менән бәйләнешкә инеп сауҙа ит әле! Аптырамалы хәл. Ә бит хөкүмәт етәкселәре айҙар буйы бер-береһе менән килешә алмай мәшәҡәтләнгән була.
Урманға килгәндә, бөттө ул хәҙер. Оборона фондына тигәндәре генә тороп ҡалғайны ҡалыуға, халыҡ-ара хәл йомшарып, ҡоралдар юҡ ителә башлағас, улары ла ҡыҫҡартыласаҡ, тигән ҡағыҙ килде әле, ти Хөрмәтулла. Ана шул оборона фондындағы ағастар гуманитар ярҙам йөҙөнән бөгөн сит илгә оҙатыла, ботаҡтарын үҙебеҙ утын итәбеҙ. Ниңә быны яҙаммы? Яҙмай ни, бер моңһоҙо булһа, тауарын ботаҡтары-ние менән елгәрер ине. Ә беҙҙең урмансы ерле халыҡ өсөн тырыша.
Урмандың ҡороуына килгәндә, Хөрмәттең тамсы ла ғәйебе юҡ, барыһы ла шул торғонлоҡ заманы касафаты. Юғарылағы түрәләр тәбиғәт менән дөрөҫ етәкселек итмәгән, урмансылыҡҡа нисәмә йылдар хата күрһәтмәләр бирелгән. Үкенеп бөтә алмай Хөрмәт ул йылдарҙы хәтерләп. Ҡыуарған ағасты ҡарт-ҡороға көмөшкәгә һатып саҡ ҡына “төшөрөп” алһа, ҡола яланға әйләнгән диләнкәләренә барып, түңгәктәрҙе ҡосаҡлап илай.
Моңло-зарлы уҙаман өсөн тыуған көнөндә “Ялан батыры” йырын ишеттерһәгеҙ, беҙ бик тә ҡәнәғәт ҡалыр инек.
Уҡытыусы Ғилеметдин, институтта 18 йыл ситтән тороп уҡып, тәки осланы суҡынмыш. Ошо ҡыуаныслы дата менән ҡотлап, уның өсөн “Оноттоң буғай”, һатыусы Зәмзәмбикәне 30 йәше һәм кейәүгә сығыуы менән ҡотлап, уның өсөн “Һин һорама…” тип башланған йырҙы тапшырығыҙ.
Ошо ерҙә медпунктта эшләп йөрөгән Имсебикә ҡылт итеп иҫкә килеп төштөсө, сир-зәхмәткә һис ҡасан юлыҡмағыр. Уның йәшен аныҡ ҡына билдәләү һис тә мөмкин түгел, сөнки ул тыуғандан алып шул алама ғына, туҙып бөтөп барған медпунктынан сыҡмайынса көн итеп ята һымаҡ. Уға аптеканан дарыуҙар ҙа ебәрелмәй шикелле, ҡаралтылары ла биш былтырғы. Шуға Имсебикә тик ултырыуҙы хуп күрмәй, килештермәй өшкөрөм-төкөрөм менән мәшәҡләнә шунда, ҡатыуҙары ҡалҡҡандарҙың арҡаһын һылап аҡса эшләй. Ласылдатҡансы маҡлайыңа бәрелгән төкөрөк үтә лә зәхмәтле, шифалы тип һөйләйҙәр уның дауаһын алғандар. Өҫтөнә кейгән халаты туҙып, һиҙерәп бөткәс һауынсыларҙың буҙарып бөткән аламаһын кейә, юҡлыҡтан, хәйерселектән интеккән шәфҡәт туташы, һуң ни эшләһен, ни ҡылһын инде?! Уны тыуған көнө менән ҡотламай ғына “Люди в белых халатах” йырын тапшырығыҙ, әгәр кәрәк тип тапһағыҙ. Ошо йырҙы ишетеп ҡалған баш табип күңеленә аҡлыҡ килеп, Имсебикәне ҡыуандырып уға аҡ халат бүләк итеп ташлауы ла бик ихтимал.
Һәм һуңғы үтенес: мин һораған йырҙарҙы үтескә йырлата алмаҫһығыҙ микән? Юғиһә бөтә нимәгә хаҡтар ныҡ артып китте йыл башынан, көнөбөҙ һыу менән ҡатҡан икмәккә ҡалып бара. Бер аҙна йәшәүгә етмәгән пенсиямды алыу менән, шуны тотошлай һеҙҙең иҫәпкә күсерермен, Алла бойорһа, ышанығыҙ. Илдә сәпсек үлмәй, бер ай буйына һуҙылған ураҙаға ла бирешмәҫмен, йән биргәнгә йүн биргән, тиҙәр бит.
Үтенес менән: Хислетдин Ярлыбаев”