АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
28 Сентябрь 2020, 23:10

КҮҢЕЛ ҒАЗАБЫ

Мәрзиә әбейҙең ниңәлер һуңғы бер-ике көн тирәһендә ҡулына эш бармай, күңеле толҡа тапмай, эсе бошоп тик тора. Урамға ла сыҡҡыһы килмәй. Сыҡһа, таныш кешеләр осрар, ә уның хатта һөйләшкеһе лә килмәй. Бүлмәһенән бүлмәһенә үтеп-сүтеп, өҫтәлдәге телефонды һыйпай ҙа барып урынына ултыра.

Мәрзиә әбейҙең ниңәлер һуңғы бер-ике көн тирәһендә ҡулына эш бармай, күңеле толҡа тапмай, эсе бошоп тик тора. Урамға ла сыҡҡыһы килмәй. Сыҡһа, таныш кешеләр осрар, ә уның хатта һөйләшкеһе лә килмәй. Бүлмәһенән бүлмәһенә үтеп-сүтеп, өҫтәлдәге телефонды һыйпай ҙа барып урынына ултыра. Маңлайына уҡ төшөрөп бәйләгән яулығын бер сисә, бер кире йүнәтеп бәйләп ала, унан сәғәткә ҡарай ҙа, тағы телефон янына бара. Телефонын һыйпап ала ла:
--Һин дә ятаһың инде, үсеккән бала кеүек, телгә килмәйһең, өндәшмәйһең,--тип, һөйләнә –һөйләнә уны ҡалҡытып тыңлап ҡарай, ә унда үсекләгән кеүек,өҙөкһөҙ оҙон ғына ” бииииип” ишетелә. Әбей шартлатып телефонды урынына һала ла кире йөн иләгән ҡолға янына барып, йөнөн иләй башлай, тик үҙе әлдән- әле тағы ла шул заман техникаһына күҙ һала.
Былай ҙа оҙаҡ һуҙманы ебен, шул орсоҡ өйөрөлгән ыңғайға үҙе лә уйҙар өйөрмәһенә инеп китте.
Был тиклем дә йөрәге талып, ике күҙен тилмертеп телефондың телгә килеүен көтмәгәйне, әле бына ике көн элгәре телевизорҙы ҡарап ултырғанда, яңылыҡтар алып барыусы ошондай хәбәр әйтеп һалғайны:
--Ата-әсәйҙәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Пермь ҡалаһының Шолохов урамында яңы алған фатирында оло йәштәрҙәге яңғыҙ ҡатындың мәйете табылды. Уның әйберҙәрен урлап, үҙен үлтереп сыҡҡан ҡараҡтарҙың фотороботы төҙөлдө, әле эҙләү бара. Был ҡатындың әлегә туғандары билдәһеҙ, бәлки балалары барҙыр, тик яңы йортҡа күсенгәндә, улар күренмәгән, күршеләре генә ярҙам иткән. Һеҙгә уның фоторәсемен күрһәтәбеҙ. Белеүселәр булһа, экранда күренгән телефон буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Бына шунан башланды ла инде Мәрзиә әбейҙең болоҡһоулы уйҙары. Нисә ай инде улы уға шылтыратмай, хат та яҙмай. Ярай хат яҙмаһын, ти, хәҙер телефон заманы, бер ике генә һүҙ өндәшһәсе. Һуңғы ҡайтҡанында:
--Әсәй, аҡсаңды әрәм итеп переговорға бирмә, үҙем шылтыратырмын. Минең бөтәһе лә һәйбәт. Балалар ҙа үҫә. Киленең эшләп йөрөй,- тигәйне.
Шуға ул почтаға барып һөйләшергә заказ да бирмәй, улы шылтыратыр , тип көтә. Уйының шул урынына еткәс, ул фоторәсемдәр һаҡланған альбомдарҙы алып ҡарарға тотондо. Бына алдында әсәһенең яулығын ҡулына тотҡан да шуҡ йылмайып, ҡыҫҡа еңле күлдәктән бер малай тора. Бында ул балыҡ тотоп ҡайтып килә, быныһында баҡсала ер ҡаҙый. Эйе, бер бөртөк кенә бала булғас, уның һәр хәрәкәтен тигәндәй фотоға төшөрөп торҙолар. Атаһының ҡул араһына инә башлағас, Мораҙымы нисек ҡыуанғайны.
-- Әсәһе, ҡара әле, балтаны точно минек кеүек итеп тота, ир кеше бит ул.
Әҙерәк йөрөй ҙә:
--Әсәһе, улыңды ҡара әле, күпме утын ярып ташланы, үәт маладис бит, ә, күрҙеңме? Ирҙәрҙең был эше өсөн тәмле итеп тамағын туйҙырырға әҙерләнеңме?
Бабайы шулай улдарының һәр бер эшенә ҡыуанып, әбейенең ҡолағын тондора ине. Уларҙың бик оҙаҡ балалары булманы, балалар йортонан иренең алғыһы килмәне.
--Ҙурайғас, үҙ әсә-атаһын эҙләп китһә ни эшләрбеҙ? Кемгә нисектер, мин риза түгелмен, Мәрзиә. Тырышайыҡ, үҙебеҙҙеке була ул, мин төшөмдә лә әллә нисә тапҡыр гел генә аяғыма итек алып кейҙем. Бер үк төш йыш ҡабатланһа, ул тормоштағы ысынбарлыҡ була, ти. Бына икәүләп, йә берәмләп дауаланырға, санаторийҙарға барайыҡ. Ана, Хәлил ағайым Анапаға барығыҙ, ти, Булмаһа Ессентукиға ла барып була. Бик булмаһа больнис, ти. Шулай итәйек.
Шулай эшләнеләр ҙә, ҡырҡҡа етеп килгәндә, өй эсен сабый тауышына күмеп, атаһы менән әсәһен бөтмәҫ шатлыҡҡа төрөндөрөп, улдары Морат тыуҙы. Эй шундағы Мораҙымының ҡыуанысы...
Әле әбей шуны уйлапмы, йылмайып, альбомды алып алдына һалды ла, тағы телефонға ҡарап алды, ә телефон үсеккән бала кеүек аппаратҡа түңкәрелгән дә ята бирә. Ҡулына эш бармай, күңеле төшөнкөлөк сымылдырығынан сыға алмай, был хәлен үҙе лә аңлай алмай әсенеп ҡуя. Шул ултырған килеш күҙҙәрен йомған дә, ҡымшанмай ҙа ултыра бирҙе. Ситтән күҙәткән кеше әбейҙе, моғайын, йоҡлайҙыр, тип уйлар ине, тик улай түгел шул. Мәрзиә әбей шаҡтай яҡшы хәтере менән алыҫта ҡалған йылдарға киткәйне... Улы Мораттың тәүге йылмайыуын хәтеренә төшөргәс, йылмайып уҡ ҡуйҙы. Мораҙымы менән был турала алдан һүҙ ҙә беркеткәйнеләр: кем беренсе булып йылмайыуын, тәүге тешен, тәүге һүҙен ишетеп, тәүге үҙ аллы аҙымын күрә-- шул балаға кейем алып бирә һәм матур итеп
ғаилә өҫтәле әҙерләп, тәм- том менән һыйлай. Ниңәлер гел генә шуларҙың барыһын да Мораҙымы күрҙе. Әллә ныҡ ҡына күҙәттеме, нимә генә тиһәң дә, Мораҙым Моратты үҫтергәндә, йоҡоға ла бик сос булды. Ҡайһы ваҡытта Мәрзиә үҙе лә аптырап һорай ине.
--Әллә һин бер ҙә йоҡламайһыңмы?
-- Йоҡлайым, тик бына армиялағы ғәҙәт онотолмай-- унда ни, әкиәттге кеүек, бер күҙ йоҡлағанда, икенсеһе уяу, һаҡлай. Һин аптырама, йоҡла- йоҡла, үҙем аҫтын таҙалап, биләп һалырмын. Һин көндөҙ былай ҙа арыйһың, гел аяҡ өҫтөһөң.
- Һин дә эшләйһең бит.
- Минең эш икенсе. Мин һинең кеүек бер урынды йөҙ ҡат тыпырсынып үтмәйем. Унан килеп, мин бит, кәләш, атлап түгел, күп ваҡтымды йә машинала, йә кабинетта ултырып үткәрәм.
- Улай ҙа һинең дә баш эше инде, арыта бит ул.
- Зато мин улым янында ял итәм, күңелемә дәрт алам.
- Ә-ә-ә.
- Мәрзиә, их күрергә ине: кем булыр икән ул. Нисек йәшәгәнен, балалар үҫтергәнен күрге килә.
- Күрербеҙ, Хоҙай ғына насип итһен. Ниңә үкенгән кеүек әйтәһең.
- Былай ғына...Әллә ниңә шулай уйҙар иҫкә лә килә тора. Әллә ярты ғүмерҙән күбеһен йәшәгәнгәме икән.
Мәрзиә өндәшмәй ҡалды, ә үҙе эстән генә “ Эй, Хоҙайым, ошо баланы Мораҙым теләгәнсе үҫтерергә мөмкинлек бир инде. Моратыбыҙ янында ғүмеребеҙ тиң генә бәхет- шатлыҡтар менән үтһен инде” тип уйлап ҡуйҙы. Морат артыҡ мәшәҡәттәр һалмай ғына матур ғына итеп мәктәпте тамамланы ла Өфөгә авиация техникумына, аҙаҡ шул уҡ йүнәлештә институтҡа уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамланы. Институтты тамамлағас, ауылға ҡайтып, бесән эшләшеп, атаһы менән ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләне лә:
-Әсәй, атай, мин берәй аҙнанан эшкә Ырымбур аэропортына китәм, шуға тиклем буласаҡ киленегеҙ менән таныштырайым, тигәйнем, ҡаршы килмәһәгеҙ. Ул да минең менән бергә барасаҡ.
Мәрзиә бик ҡыуанды, тимәк, килен күрәсәктәр, ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә һөйөргә насип буласаҡ. Алтмышҡа еттеләр , төрлө уйҙар хәҙер мейе кимерә торған ваҡытҡа етте. Үлем тигән ят ҡунаҡ та хәтергә төшөп- төшөп ала, Мораҙым һуңғы ике йылда ниңәлер йыш ҡына ауырып ала: ашҡаҙаны менән яфалана. Шуғамы икән, ул да Морат өсөн ныҡ борсола ине.
--Мин тере саҡта өйләнеп ҡуйһа арыу булыр ине,- тип йыш ҡына һөйләнеп тә ала торғайны.
Мәрзиәһе ҡайһы берҙә:
-Күңелде төшөрөп, ниңә шулай ти ҙә тораһы? Кеше мейеһе һәр нәмәне ҡабул итә. Һин мейеңә шундай программа--Морат өйләнгәнсе генә, тип сикле ғүмер программаһы һалғанһың түгелме? Йәшәйбеҙ. Йәшәйем, дауаланам, нығынам, тип уйла.
--Эй һантый, Донъяла ике һантый бар, ти, шуның береһе--һин. Шулай түгелме?. Ул ахмаҡтар фекерен ҡайҙан ишетеп ҡалдың, ниндәй ахмаҡтың ауыҙынан сыҡҡан? Ерҙә кеше мейегә программа һалып ҡына оҙаҡ итеп йәшәр булһа, ерҙә һыйыш булмаҫ ине, әбекәйем, аңланыңмы? Миңә килгәндә, мин бөтәһенә лә әҙермен, тик бына ошо бәхетте күрһәтмәһә--уға әҙер түгелмен.
Был юлы ла Мораттың хәбәренән һуң Мораҙым әбейе янына килеп, яуырындарына ҡулын һалды ла:
-Йомшағым, әйҙә, Мораттың ҡыҙын ҡунаҡ итеп ҡайтарайыҡ та үҙенә әйтеп, ата-әсәләренә барып, мулла алдырып бата уҡытайыҡ. Әйҙә, барғас та бергә булһындар, ә икенсе йылға отпускыларында бәпес алып килеп беҙҙе һөйөндөрөрҙәр. Шулайтайыҡ, йомшағым.
Күңеле күтәренке сағында ул шулай “йомшағым” тип өндәшергә, яуырындан һөйөп алырға ярата ине.
Уйҙарының шул урынына еткәс, Мәрзиә әбейҙең йөҙө бик күңелһеҙләнгәндәй тойолдо, ниңәлер тороп китте. Ваннаға инеп йыуынып алды, тик баяғы телефонға ҡарамай, ә диванда ятып ҡалған альбомдан бер фото ҡарап алды ла, шуны ҡаршыһына китапҡа һөйәп ултыртып ҡуйҙы. Үҙе янына ултырғыс алып килеп ултырҙы ла тағы уйға сумды. Фоторәсемдән Мәрзиә әбейгә Мәрзиәнең үҙе менән Мораҙым ҡарап тора ине, тик ире бик ныҡ ябыҡҡан, күҙҙәре бик моңһоу. Әбей үҙе иренең яуырынына башын бер аҙ ҡыйшайтҡан да уйға талған кешене хәтерләтеп тора ине. Улар икеһе бергә, ләкин шул фотола уҡ улар икеһе лә үҙ уйҙары менән эскә йомолғандар ҙа, бары исем өсөн генә фотоға төшкән кешене хәтерләтәләр. Был фотоны эшләтеп алғас, улар икеһе лә ошо хаҡта эстән генә уйлап алды. Мәрзиә әле килеп уйланып нимәнелер сискән кешеләй:
--Бына нисек...- тип ҡуйҙы.
Бына шул ваҡытта уҡ, Мораттың туйы ваҡытында уҡ ул тормош менән алыш- биреште өҙөп йөрөгән бит. Хатта ошо фотоға ла бик инәлеп, бөтәһе һорағас ҡына килеп торғайны. Мәрзиә шул ваҡытта улының шатлығы менән шатланып, эргәһендәге иренең ни уйлағанын, ниндәй тойғолар кисергәнен дә тоймаған.
Морат үҙенең ҡыҙын алып килеп таныштырыу табынынан һуң, Мораҙым әйткәнсә, Ҡыуандыҡ ауылына барып, Моратҡа кәләш әйттереп ҡайттылар, ә туйҙы киләһе йәйгә үткәрергә килештеләр.Килен балаҡайҙың исеме лә үҙе кеүек бик матур яңғырашлы булып, Мәрзиә менән Мораҙымға бик оҡшаны. Гүзәлиә... Мораҙым уны исеме менән түгел, ә үҙенсә “Гүзәллеккә эйә” тип йөрөтә башланы.
Балаларҙы оҙатҡас, Мораҙым ҡапыл ғына бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмаҫ, “Мәрзиәкәйем!” тип өндәшмәҫ, донъя хәлдәрен дә һөйләмәҫ булып китте. Урамға ла сығып йөрөмәй. Мәрзиә бик инәлеп, өгөтләп, асыуланып ҡына уны дауаханаға һалырға өлгәште. Дауаханала табиптар әллә ни өмөтләндермәнеләр. Шулай ҙа айҙан ашыу район үҙәгендә, аҙаҡ Өфөнөң үҙендә шундай уҡ ваҡыт ятып дауаланып сыҡты. Сыҡҡан саҡта табиптар:
-Ағай, бик ныҡ һаҡланһағыҙ, бөтәһе лә үтер, -тинеләр, ә бына Мәрзиәһенә:
-Апай, ағайҙы һаҡларға тырышығыҙ, бик һуң килтергәнһегеҙ. Йөрәге һау- сәләмәт, бына шул уға көс бирә.
-Дөрөҫөн генә әйтегеҙ.
-Дөрөҫөмө? Һеҙ уға әҙерме? Тимәк, урыҫтар әйткәнсә “готовьтесь на худшее” Ваҡытын әйтергәме? Быныһын булдыра алмайым. Күңелегеҙҙе өмөттән юйғым килмәй. Ҡасан икәнде белеү ана шул ҡасанға ҡуйылған араны тағы ике тапҡырға ҡыҫҡарта.
Мәрзиә ирен бик ныҡ тәрбиәләне, үҙе лә хәҙер артыҡ мөшкөл булып күренмәй, Мәрзиәгә картуф та уташып алды, өйгә һыу индертте, ванна, йылы һыуға котел ултырттырып электр энергияһына тоташтырып бөткәс:
-Бына, әбей, ҡалалағыса йәшәйһең инде. Эй, нимә генә уйлап сығармайҙар, еңеллек бит был, еңеллек. Үлемдән отсрочка һорағы килеп китте әле, рөхсәт бирһә.
-Юҡты һөйләмә инде. Ниндәй үлем, ти ул. Йәшәйбеҙ әле, йәшәйбеҙ, туйҙы гөрләтеп үткәрәйек- шуға әҙерләнә башларға ла ваҡыт..
-Маңлайыңа яҙғанды...- тип тағы нимәлер әйтергә уйланы ла ҡулын һелтәп сығып китте.
Мәрзиә хәҙер иренең холҡон биш бармағы кеүек белә ине. Ғәҙәттә, ире шулай ҡулын һелтәп сығып китергә тырышһа- белә: уның күңеле тулып киткән, илағыһы килгән сағы була. Мәрзиә Мораҙымы ныҡлап ауырығаны бирле янынан китмәне, уны бик ныҡ тәрбиәләне, уныһы элекке кеүек киреләнеп, дарыуҙарын эсмәй, уколдарын һалдырмай торманы. Бер, ҡәҙимге күңеле күтәрелеп, ашап- эсеп, әбейен шаяртҡылап йөрөһә, көн болотҡа тарта башлаһа, һыҙланып, “Аяҡтан ғына яҙҙырма инде,”-тип ауыҙ эсенән генә һөйләнеп мөңгөрләп йөрөй. Шулай ҙа уға тәүге ейәнен күреү бәхете тейҙе: ҡыуанысының сиге булманы, йөҙҙәре хатта алһыуланып китте. Хатта ейәненә исем һайлашып, үҙенә оҡшаған исемде әйтеп ҡараны:
--Ҡартатайыңдың исемен ҡушаһыңмы әллә?
--Кем? Салих типме? Салихов Салих Моратович буламы? Оҡшамаҫ, атай, бутап бөтөрҙәр. Беҙ, әгәр риза булһағыҙ Таһир, тип уйлағайныҡ. Ҡәйнәмдәр риза булды.
- Аһа, риза булмай ней. Әҙселек күпселеккә бойһона. Матур исем, шулай бит, Мораҙым, ниңә өндәшмәйһең, ауыҙыңа һыу уртланыңмы әллә?
--Риза, риза, матур исем уйлағанһығыҙ,- тине ырыя ғына итеп.
Аҙаҡ барыбер исеме матур булған икән, йәштәр һайлай белгән, тип йөрөнө. Хәҙер бабайының үлгәненә лә егерме бер йыл булып китте. Морат та бишенсе тиҫтәне турай башланы.. Таһир ҙа бик иртә өйләнде, ҡыҙы Ленара ла бухгалтер һөнәренә уҡып сығып Өфөгә эшкә урынлашты. Тик атаһы үлгәне бирле, улы әсәһе янына һирәк ҡайта. Ҡыуандыҡта торған ҡәйнәләренә йышыраҡ киләләр икән, тип ишетеп ҡалғайны һеңлеһенән. Мәрзиәнең һеңлеһе шул Ҡыуандыҡта тора ине, әле быйыл ғына бындағы ҡыҙына күсеп килде. Ниңәлер килене менән артыҡ татыулығы булманы. Кейәү үлгәс, өйөн һатып аҡсаһын ике балаһына бүлмәй, улына ғына биргәйне, мине ул көтөргә тейеш, тип. Бына нисек килеп сыҡты. Уйының ошо еренә еткәс ” Эй, Хоҙайым, миңә сабырлыҡ бир, үлгәнсе –аяҡтан, күҙҙән, ҡолаҡтан яҙҙырма!” тип теләп, бер доғаһын уҡып, битен һыпырып ҡуйҙы. Һеңлеһе өсөн әсенеп алды. Ҡыҙына өйҙән аҡса бирмәгәйне, әле бына ҡыҙына килеп төштө. Балаларың үҙе тартмаһа, килен дә кейәү ҙә тартмай инде. Бына әле Мәрзиә лә нимә эшләне. Бөтә малын тотоноп атаһы үҙе тере саҡта уҡ, әсәйеңде яңғыҙ итмә, һин бер бөртөкһөң, тип улына тотторғайны. Үҙе үлгәс, Мәрзиә лә машинаны улына биреп, башҡа һатҡандайҙарҙы һатып аҡсаһын бирҙе. Туй үткәрһә- ярҙам булыр тигәйне. Тик бына беренсе туйынан һуң йылына бер килеп, берәй шылтыратып ала ине, ә бына ҡыҙының туйына хатта хәбәр ҙә итмәне. Туй үтер ваҡыты ла етеп килә. Ошо йомала буласаҡ. Бөгөн – дүшәмбе. Ленара үҙе шылтыратҡайны.
--Бабуля, мин замуж выйду, свадьба теге айҙа, вроде вторая неделя.
--Мине саҡырып тороуыңмы, улайһа миңә бүләк алып, әҙерләнергә кәрәк буласаҡ инде, эйеме, ҡолонсағым,--тине әбей ҡыуанысынан.
Һикһән биште тултырҙым тимәй, Мәрзиә әбей ейәнсәренең туйына ла барыу теләге менән янып китте.
-Бабуля, һин, пожалуйста, при Эдике неговори “ҡолонсағым”, тип. Папа сам позвонит, пока.
Эйе, бына шундай һөйләшеү булғайны ейәнсәре менән. Беренсе класҡа барғансы өләсәһе Мәрзиә менән торған Ленара хәҙер гел генә русса һөйләшә, һирәк килә. Әле бына шул һөйләшеү хәтеренән үткәс:
--Хәлең нисек тип тә һораманы бит әле,--тип әле шылтыратҡандай итеп көйәләнеп, һөйләнеп алды.
Мәрзиә тағы телефонға ҡалҡып ҡараны ла:
-Һин дә яттың инде шунда күҙ көйөгө булып,- тип һөйләнә һөйләнә алғы бүлмәгә сығып китте. Ыңғайы бер газына ут тоҡандырҙы ла, сәй ултыртып, ашарға әҙерләргә тип, һауыт-һаба шылтырата башланы. Күп тә тормай бик ҡаты итеп күп һауыт- һаба, сынаяҡ кеүек әйберҙең ишелеп иҙәнгә төшкәне ишетелде. Мәрзиә әбей йөрәге тәңгәленән арҡанан бер нәмәнең яндырған кеүек тын бирмәүен тойоп, газ плитәһенең өҫтөнә ҡуйылған тимеренә тотондо һәм шул тимер өҫтөнә әле генә һыу ҡойоп ултыртҡан сәйнүге менән иҙәнгә барып төштө. Сайпылып түгелгән һыуға яртылаш тишектәре һүнгән газдың асыҡ яғы асыулы гөрөлдәп яныуын белде. Мәрзиәнең башынан бер уй йәшен тиҙлеге менән сағылып үтте. Морат килмәҫ, һеңлем бөгөн кил... Иҫен юйҙы.
Был мәлдә Мәрзиә әбейҙең өйөнә ҡарай ҡулына таяҡ тотоп, шуның менән боҙҙан таймаҫҡа теләгәндәй, һаҡлыҡ менән генә баҫып, бәләкәй генә кәүҙәле бер әбей килеп етеп килә ине. Һеңлеһеме, икенсе бер әбейме, Мәрзиә әбейҙең донъялағы өлөшө әле бөтмәгәндер, насип иткәс, ана бит, Хоҙай ҙа әбей ҡиәфәтендә бер фәрештәһен ебәргән бит, тип уйлайһы ҡалды. Иншалла, һәр икеһенә һаулыҡ насип итһен.
Рәйсә Иҫәнбаева.