Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
29 Июль 2020, 12:05

ШИҒЫРҘАРЫ БӨГӨН ДӘ АКТУАЛЬ

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙең тыуыуына быйыл 140 йыл тулды. Әҙиптең шиғыр-әҫәрҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмай...

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙең тыуыуына быйыл 140 йыл тулды.
Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы 1880 йылдың 20 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән кәлсер-табын ырыуы башҡорттарынан.
Ете йәштә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға бара.
Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый.
1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтың «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтың алтын приискыларында эшләп, уҡыуын дауам итә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.
1904 йылда Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
1906-1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.
«Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй.
1934 йылдың 28 октябрендә үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.
ХХ быуат баштарында ижад иткән яҙыусының шиғырҙарын, хикәйә-повестарын халыҡ яратып ҡабул итте. Уның ҡайһы бер әҫәрҙәре әле лә көнүҙәк булып тора.
Хәтерегеҙгә "Һарыҡты кем ашаған" шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Һарыҡты кем ашаған
Бер аусының бер һарығы ҡырҙа ҡалған,
Эҙлəп тə тапмағандар, ул юғалған.
Бер-ике көн үтеп киткəс, беҙҙең аусы:
“Бүре ашаған һарыҡты”, — тип хəбəр алған.
Быны ишеткəс, аусы сикһеҙ асыуланды,
Йыртҡыстарҙың был эшенə көйҙө, янды.
— Һарыҡтың үсен алмай ҡалмамын, — тип,
Януарҙарға ошолай тип хəбəр һалды:
“Ҡыҙғанып тора инем үҙем һеҙҙе,
Асыуланһам, ҡалдырмамын берегеҙҙе,
Һарығымды кем ашаһа, шул кешене
Талап ҡылам, миңə тотоп биреүегеҙҙе”.
Аусыны белə урманда һəр бер януар,
Был хəбəрҙе ишеткəс тə таң ҡалдылар.
“Аусыны тиҙерəк риза итəйек”, — тип,
Кəңəш өсөн бер урынға йыйылдылар.
Булды төлкө секретарь, бүре рəис,
Һүҙ башлап рəис əйтте: “Был ниндəй эш!..
Аусының һарығын кем ашаны?
Танмайса ошо ерҙə əйтеү тейеш.
Шул эш өсөн саҡырҙым мин бында һеҙҙе:
Асыуланһа, аусы ҡырыр барыбыҙҙы.
Кем ашаһа, шуны биреп ҡотолайыҡ,
Тоғролоҡтан айырмағыҙ үҙегеҙҙе”.
Тəүҙə бүре: “Ашаманым”, — тине, танды,
Төлкө лə тоғролоғон һөйлəп алды.
Бөтə йыртҡыс үҙҙəрен аҡланылар.
Бер яҡ ситтə йыртҡыс түгел, ҡуян ҡалды.
Тине бүре: “Ситтə тороп яңғыҙ үҙең,
Бур кешенең күҙе төҫлө ике күҙең.
Һарыҡты ашаған кеше һин түгелме?
Əйтеп ҡал, бында килеп, əйтер һүҙең!”
Ҡуян меҫкен ҡурҡыуынан ҡалтыранды,
“Ашаусы мин түгел”, — тип саҡ əйтə алды.
Ул, шикле кеше төҫлө яуап биргəс,
Бөтə йыртҡыс: “Ашаусы шул!”, — тип ауаз һалды.
(Ашамай ҡуян һис бер ваҡытта ит),
Əйтə алманы, ашаған мин түгел, тип.
“Һарыҡты ашаған сусҡа ошо икəн”, —
Тине бүре: “Килтерегеҙ бəйлəргə еп!”
Шул сəғəт əллə ҡайҙан еп таптылар:
Ҡуяндың муйынына таҡтылар.
“Уҫаллығың язаһын тарт, бына инде!”, — тип
Аусының ауылына оҙаттылар.
Бүре төҫлө йыртҡыстарға киңдер йыһан:
Һəр ҡайҙа хурлыҡ күрер меҫкен ҡуян.
Зарарлы бəндə булып күренерһең,
Башҡаларға ҡылмаһаң да һис бер зыян.
Читайте нас: