Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Май 2020, 14:50

МӘҢГЕЛЕК ҺАҒЫШ

БУЛҒАН ХӘЛУл тере, ишетәһегеҙме? Тере! Тик ул бында ҡайтмай, ҡайтмайым, тигән, икенсегә өйләнгән, ә һеҙ сабыр ит тиһегеҙ. Нисек сабыр итергә, нисек? Өйрәтегеҙ! Минең йөрәгем күптән теткеләнеп бөткән, минең үлгем генә килә. Мин бит уның өсөн, һөйгәнем өсөн йәшәнем. Шул һөйөү менән сабыр булдым, шул хисем мине аҡыллы итте. Мин хәҙер нимәгә таянырға тейеш. Минең таянысым ҡалманы, ошо хат минең өмөтөмдө үлтерҙе. Кеше үлмәйсә, өмөт һүнмәй, ти торғайны әсәйем. Өмөтөм һүнде, мин тере үлекмен бит, нимәгә йәшәргә, кем өсөн?...

Бер туҡтамай яуған ямғырға тәҙрә аша текләп ултырған Сафураны йөҙөнә ҡарап, ниндәйҙер уйға төшкәнен, йәнә бер ниндәй мәшәҡәте ҡалмай, һәр нәмәгә битараф булырға тырышыуын, тағы кәләш булып та өлгәрмәйсә, тол ҡатын булып ғүмер итеү ғазаптарының сигенә сығырға тырышыуын әйтергә тырышыр ине, уны күҙәткән кеше булһа. Бына нисәнсе көн тәбиғәт илай, ошо тәбиғәт менән бергә Сафура ла тәҙрәгә текләп, йөн иләгән ҡолғаһына орсоғон батыра ҡаҙап, ҡымшанмай ҙа тип әйтерлек урындығына аяҡ һуҙып ултыра ла ултыра. Күҙҙәренә ҡарағанда, уның күңел донъяһына ошо ямғыр мәшәҡәттәре менән бөтә тәбиғәт үҙе инеп урынлашҡан да һыҡтай, ә Сафура бына шул һыҡтауҙы аҡыл йүгәне менән туҡтатырға тырыша кеүек. Ауылда уны олоһо ла, кесеһе лә “оло бәйел апай” йәки “аҡ бәкәт апай” тип йөрөтә. Ниңә икәнен береһе лә һорамай, ә һораһалар яуап биреүсе лә табылыр ине.
Уйланып ултырыуының да сәбәбе бар булырға тейеш бит инде. Өсөнсө көн генә почта таратыусы Хәлим ағай уға магазин янда ғына, асылыуын көтөп торған ҡатындар алдында һөйөнсө һорап тороп, ҡулына хат тотторҙо
--Сафура, һөйөнсө, һиңә хат бар! Моғайын да кейәүҙәндер әле. Ҡустыңа бирергә уйлағайным, мәйтәм, ниңә уға бирәм әле, үҙенең ҡулына тотторайым, тинем иш. Бына бөтә ғәм алдында тапшырам. Тәмле сәйеңә инермен әле. Әүхәҙейҙе әйтәм, тере бит, һин белеп тә көтәһең инде, һеңлекәш! Мына бәхет, мәйтәм, әллә мөгзәйҙән сығыуыңа уҡ өйөңә барырғамы икән, ә!?--тип, Сафураның күҙҙәренә ҡарарға тырышты.
--Була, була, Хәлим ағай!--тине, үҙе ҡыҙарынып китте.
Кемдер Сафура ҡолағына төшмәҫлек кенә итеп:
--Кәләш булып, ир ҡуйынына инеп өлгөрҙөмө, юҡмы, уныһы билгеһеҙ, ә бына көтөүе раҫ инде,--тип бышылданы.
Бер төркөм ҡатын-ҡыҙ ситкәрәк тартылды, һыңар ҡулы менән һуғыш осоронда уҡ хат ташыған Хәлим ағай:
--Ҡыҙҙар, мин һеҙҙе Сафура менән бергә ҡыуанысын бүлешәһегеҙ икән тиһәм, ниңә ситкәрәк тартылдығыҙ, үәт һеҙҙе...--тине лә атына ултырып ары юлын дауам итте.
Оҙон урам буйлап яйлап ҡына атлаған, йәше байтаҡҡа еткән колхоздың Хәлим ағай әйткәнсә, “дауна эсписәйт ителгән ҡарт алаша” менән “ҡарт поштасы”һы донъя һағышын да, шатлығын да, хәбәрен дә ҡылтырҙап ҡойолорға торған, тәгәрмәсенең орсоҡтарын һыуға һалып шешендереп нығытыуҙы һорап тәгәрәгән арбаға тейәп юлын дауам итте. Ҡулына хат тотҡан Сафура хатын халатының кеҫәһенә бер тығып, унан алып, халат өҫтөнөн кейгән костюм кеҫәһенә һалып уйланып торҙо ла ҡырҡа боролоп ҡайтыу яғына боролдо. Бер-ике аҙым атлағас, боролоп кемделер ҡарашы менән эҙләне, унан эҙләгән кешеһен күреү менән, ҡул иҙәп:
--Нәсимә, миңә тәмлекәс кенә алып, оҙаҡламай ғына тура беҙгә кил. Ғәлимә апай, моғайын, асыуланмаҫ ул. Ҡыҙҙар, ваҡытығыҙға ҡарап һеҙ ҙә килегеҙ. Мин хатты уҡып бөтөүгә, шәт, килеп етерһегеҙ, - тине лә, шәп- шәп атлап китеп барҙы.
--Бына бәхет. Иҫән булған икән. Ҡыҙҙар, барабыҙ инде. “Аҡ бәкәтте” ҡыуандырып, шатлыҡ сәйен эсеп ҡайтайыҡ. Беҙҙекеләрҙең дә шулай хәбәре килер, кем белә,--тине, араларындағы олорағы Зарифа апай.
--Эйе шул. Кем әле һуғыш мәлендә беҙҙең балаларыбыҙҙың йәше етмәгәндәрен ситкә эшкә ебәреүҙән ҡурсып, түрәләр алдында ҡурҡмай һүҙ ҡатты. Әйтте лә, тыңлатты ла, һүҙен һүҙ итә алды. Шул ауыл халҡы өсөн төрмәлә лә булып килде бит.
--Әйй, уныһы теге ботон һындырып, зәғифләнгән үгеҙ өсөн инде.
--Уны ла бит ситкә ебәрттермәне. Даяркамын тип торманы, үҙен-үҙе яҡлай алды инде. Итен дә требәүәйт итеп күмәк балалы етем ҡатындарға, яңғыҙ йәшәгән ҡарт-ҡороларға тараттырҙы.
--Бына шуның өсөн ултырып ҡайтты инде. Уны ҡотҡарабыҙ тип, күпме көмөштәребеҙҙе йыйҙыҡ. Бүләкбикә әбей заманында Мыраҡ яғынан атаһы ике баш бейә малы биреп алған шау көмөш тәңкәле, нағышлы еләнен дә бирҙе бит.
--Өләсәйем уны үҙе алып барып бирҙе, “Етмешкә етһәм дә бына һеҙгә килеп еттем бит, бына һеҙгә шау көмөш байлыҡ, тауары уның дан түгел, көмөшө--дан,”--тигән. Унан: “ Нимә һорайың?--тигәндәр икән. “Һорамайым, талап итәм: беҙҙең “аҡ бәкәтте” сығарығыҙ, быныһы--бер, икенсеһе--дошманды бер атыуҙа ҡыра торған теге машинаны алығыҙ, етмәһә, тағын мирҙан йыйып бирәм, “--тигән. Унан: “Кем ул “аҡ бәкәт" тип һорағандар икән, өләсәйем: “Нисек белмәйегеҙ, ул кешене яҡлаусы була, ул беҙҙең ауылдан.” “Һеҙ ниндәй ауылдан һуң?"--тип һорағандар икән, “Белмәмеш булып ултырмағыҙ, ҡана әләйһә, мине үҙегеҙҙән ҙурыраҡ түрәгә алып барығыҙ әле”,--тигән. Шунан тегеләр Сафура апайҙы сығарғандар ҙа өләсәйҙе тағы ла көмөш тәңкәләр йыйырға ҡушып ҡайтарғандар. Шунан өләсәй йыйып йөрөнөләйе, оноттоғоҙмо? Әсәйемдең түшелдереге менән ҡашмауын, минең алмиҙәүемде, тағы бер нисә кешенекен, Сафура апайҙың шау тәңкәле камзулын да йыйғайны. Ҡасим сатандан әйттереп, райондан килеп алып киттеләр инде, шунан өләсәй ҙә тынысланды.
--Бына шул инде беҙҙең яҡлаусыбыҙ,--тине һуғыш осоронда хисапсы булып йөрөгән Мәликә Алтынбикәнең һүҙен йөпләп.
Улар һөйләшеп торған арала һатыусы Муса килеп магазинын асты. Ҡатындар төрткөләшеп тип әйтерлек ҡыҫыҡ ҡына магазинға инеп тулды, һыймағандары тышта:
--Ҡасан бер арыу ғына лафка эшләйҙәр инде. Ике кеше инһә, өсөнсөһөнә урын юҡ. Алырға рәтле нәмәһе лә юҡ инде. Шул бер плитә сәй менән һурғыс кәмфит, камауай шәкәр, уныһы ла норма.
--Ярай инде улары бар. Элек шул плитә сәйҙе лә әллә ҡайҙа барып ала инек бит.
--Әйтмә инде. Мырағы ла, Темәсе лә, Түбине лә, Мәғәните лә ҡалманы инде.
--Әйтерең бармы. Үлән киптереп тә эстек инде.
--Шул сәй эсмәһәң баш ауыртып бара бит әле.
--Аслыҡтан ҡарынды ғына алдайбыҙ инде тағы.
Эстән сыҡҡандары тыштағылары менән һөйләшеп алдылар:
--Сафураға бараһығыҙмы?--тип, барырға килешеп, ҡайтып китә торҙолар.
Был мәлдә Сафура самауырына ҡуҙ һалып торбаһына туҙ менән тап төшөрҙө лә хат уҡырға ултырҙы.
“Һаумы. Сафура! (Сафура хат юлдарын илай- илай үбеп алды ла, уҡыуын дауам итте.) Мин һиңә оҙаҡ хат яҙмағанға үпкәләмәҫкә тырыш инде. Минең һәм һинең бәхетеңә балабыҙ ҙа булманы, тип уйлайым. Был яҡтан мин тынысыраҡмын. Бала булһа, һин ыҙалар инең уны үҫтерәм тип. Был хат юлдарын яҙыу миңә бик ауыр, ләкин яҙмай булдыра алмайым. ( Ошо ерҙә Сафура тағы хат юлдарын битенә терәне, тик был юлы ул илай ине. Тимәк, ул һуғышта ғәрипләнгән. Ҡайҙа булһа ла барып алам, тип уйланы ла, артабан уҡый башланы). Мин госпиталдә ятҡанда бер мәрйә- шәфҡәт туташына ғашиҡ булдым. Хәҙер мин шуның менән йәшәйем. Улыбыҙ тыуҙы. Мин үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтмам инде. Һин мине ғәфү итергә тырыш, аңла, мин уны яратам, өндәшмәй ҡалһам, һин өмөтләнеп көтөр инең. Бәхетеңде табырға тырыш. Мин үҙемде һинең алда ғәйепле тоям: һуғышта үлеп ҡалһам әгәр, һөйгәнемдең йылы ҡосағын үҙем менән алып китәйем, тигән уй менән һине лә, яңы ун һигеҙебеҙ тулып ҡына торғанда, бөтмәҫ ҡазаға ҡалдырҙым. Мине оноторға тырыш, бер үк илап бөтөрөнмә. Минең ғәйебем ҙур. Һин кәләш тә булып өлгөрмәйенсә, мине көтәһеңдер. Инде көтмә, һинең рәнйеүең миңә етһә лә үкенмәм. Мин һинең алда ғәйеплемен. Ғәфү үтенеү менән генә йөрәк яраһы уңалмағанын аңлайым. Хуш бул, башҡаса минән хәбәр булмаҫ, осрашыуҙар, билдәле, юҡ инде. Борсомам. Һин йәш әле, тиңеңде табырға тырыш. Мансур. 1947 йыл, 10 июнь”
Ҡатындар йыйылып килгәндә, ишек алдында самауыр борҡоп ҡайнап ташып түгелеп ултыра ине, ләкин самауырҙың күңелле ултырышы күңелгә күтәренкелек бирмәй, ниндәйҙер шом уятты. Ниңә самауыр үҙ урынына түргә менеп ултырмаған... Һаҡ ҡына атлап ҡатындар өйгә ынтылдылар, солан ишеген асыу менән, өйҙән һөйләнгән дә, илаған да тауыш ишетелгәндәй булды. Тик ул Сафураның тауышына оҡшамаған ине. Магазинда булмаһа ла, апһыны Шәүрә, бикәсе Мәүлиҙә, күршеһе Өмөтбикә лә килгәйне. Улар шатлыҡ йөҙөн, шатлыҡ хатын күрергә килеп тә ошо хәлдән албырғай башланылар. Араларында Өмөтбикә ҡыйыуыраҡ та, тиҙ генә юғалып бармаған ҡатын ине. Ваҡытында иренә ҡара ҡағыҙ килгәс, хатта иремде үлтергәндәре өсөн, үҙем һуғышҡа китәм, тип ынтылып йөрөгәйне. Китә лә ине, тик ҡәйнәһенә ризалатып ҡалдырырға ниәтләгән өс балаһының береһе ҡаты ауырып китте. Һуғышҡа китеү бер айға кисектерелде, бер ай тулыуға ҡәйнәһе ҡапыл ғына ауырып үлеп китте. Бына шунан военком уны һуғышҡа барыуҙан азат итте. Бына шул Өмөтбикә ишек тотҡаһына үрелде, ниңәлер был юлы ул да баҙап ҡалды, шулай ҙа ишекте асты ла, тупһанан да үтмәй ҡатып ҡалды. Өйҙә урындыҡта аунап ирҙәр кейеме ята, уның өҫтөндә сәстәре туҙған, илап күҙҙәре шешенгән Сафура һөйләнә-һөйләнә аунап илай ине:
--Мин, мин уны үҙемдең доғаларым менән, кешеләргә күрһәткән ярҙамым менән тере алып ҡалдым. Ул түгел, түгел... Төндәрен йоҡламай юлдарыңды Хыҙыр-Ильяс һаҡлар юлдаш булыуын теләнем. Һин ҡайтһын тип доғалар уҡыным, аяттар бағышланым, малдарымды астар аслыҡтан үлмәһен, һиңә ғүмер теләһендәр өсөн тараттым. Мин һине алып ҡалдым. Мин...мин ишетәһеңме. Ҡарғарһың тигәнһең. Ҡарғамайым. Һөйгәндәрҙе ҡарғаймайҙар. Яҫтыҡтарым һинең өсөн һалдым, ризыҡты ла икебеҙ өсөн әҙерләйем. Ризыҡ тыуған ергә тарта, яҫтыҡ һөйөүҙе һаҡлай, ти торғайны әсәйем. Бөтәһе лә буш булдымы, бушмы?! Ниңә миңә ундай яза. Минме һине яратмаған, минме???
Шунан ул ипләп кенә башын күтәрҙе, ишектә торғандарҙы күреп, күҙен һөрттө. Ләкин йәштәр туҡтауһыҙ биш йыл буйына түгелеп бөтмәгән нәфрәт менән буран булыр алдынан шаулаған Сағыл түбәһенең шомло тауышын, көн болотлағанда, оҙайлы ямғырҙар алдынан буръяҡланған Һаҡмар һыуының буръяғын алып Сафураның сикәләре буйлап кеше күҙенән ҡасырға теләпме, беҙ ғәйепле түгел тигән һымаҡ тәгәрәй ине. Сафураны бындай хәлдә берәү ҙә күргәне юҡ. Үгәй әсәй менән үҫкән бала, әсәһенең дә үгәйлеген белмәй, бары ниңә кешеләрҙең әсәләре йомшаҡ ҡына, беҙҙең әсәй миңә лә, ҡустыма ла ҡатыраҡ икән, тип кенә уйлап үҫте. Әсәһенән ғәҙеллекккә, эшкә өйрәнһә, тормош уны ҡустыһы менән икеһен йомшаҡлыҡҡа, аҡылға өйрәтте. Икеһенә лә дүрт кластан ары уҡырға тура килмәне. Бына шул илай белмәгән бала, кешегә түгел, хатта әсәһенә лә йәшен күрһәтмәгән бала, бөгөн Сағылды тетрәндерерлек, йөрәк ярырлыҡ һағыш менән әсе күҙ йәштәрен түгә ине. Башын ҡалҡытты ла урындыҡта әйберҙәрен йомарлап мөйөшкә ташланы, ике матур аш тәрилкәләренең береһен мейес алдына ҡалағы менән ҡуша атып бәрҙе.
Өмөтбикә килеп инде лә:
--Сафура, сабыр бул, алйотланма, бөтәбеҙ күргән, күтәргән ҡайғы. Йәшһең, тиңен табырһың, балаларың юҡ, бөтөрөнмә,--тине лә үҙе ҡушылып илап ебәрҙе, инеп өлгөрмәгәндәре мыршылдап илай башланылар.
--Һеҙ ҙә шулай тейегеҙ. Ул тере, ишетәһегеҙме? Тере! Тик ул бында ҡайтмай, ҡайтмайым, тигән, икенсегә өйләнгән, ә һеҙ сабыр ит тиһегеҙ. Нисек сабыр итергә, нисек? Өйрәтегеҙ! Минең йөрәгем күптән теткеләнеп бөткән, минең үлгем генә килә. Мин бит уның өсөн, һөйгәнем өсөн йәшәнем. Шул һөйөү менән сабыр булдым, шул хисем мине аҡыллы итте. Мин хәҙер нимәгә таянырға тейеш. Минең таянысым ҡалманы, ошо хат минең өмөтөмдө үлтерҙе. Кеше үлмәйсә, өмөт һүнмәй, ти торғайны әсәйем. Өмөтөм һүнде, мин тере үлекмен бит, нимәгә йәшәргә, кем өсөн?...
Өмөтбикә үҙен тиҙ ҡулға алды ла, Сафураның бикәсенә самауырҙы ҡараштырып, һөртөп индерергә ҡушты. Башҡа ҡатындар алып килгән күстәнәстәрен урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп һалып, бүлеп ултыртып сыҡтылар. Самауыр табынға килеп ултырғас, әлеге күршеһе уны бала урынына әпәүләп, табын янына ултыртты.
--Мин һеҙгә, бисәләр, әсәй булайым әле, ҡайғылаштар. Ризыҡтан ауыҙ итегеҙ, һеҙгә сәй яһап эсерәйем,--барыһын да табынға саҡырҙы.
Шаҡтай йыуан, сайыры алынмаған ҡарағайҙан эшләнгән өй бынан егерме йылға яҡын элек репрессияға эләккән кешенең балалары менән ҡатыны Иркутск яҡтарынан ҡайтҡас төҙөлгән ине. Балаларҙың атаһы ҡулға алырға килгәндә, ҡаты ауырый ине, уны өйҙән сығарып ташлағайнылар. Ил мәрхәмәтле кешеләргә ҡытлыҡ кисермәй бит ул. Балаларҙың атаһын кемдер үҙенең мунсаһына индерҙе. Өйгә индереү ҡурҡыныс: хәҙер генә дошманға ярҙам итәһең, тип төрмәгә бикләүҙәре ихтимал. Уның ике улы өйләнеп күптән башҡаланып, мулла булып йәшәйҙәр ине, уларҙы ла аҡтарҙың бер килеп халыҡты талаған сағында, ике улын да, өлкәненең алты йәшлек улына тиклем аҡтар үлтереп киттеләр, олоһон хатта урман араһында ағасҡа аҫып киткәйнеләр. Ҡалған улдары менән бер ҡыҙы бергә торғанлыҡтан ауырыу ирен сығарып ташлап, ҡатынын балалары менән бына шул ер аяғы ер башына, ҡош осоп етмәҫ ергә ебәреп ҡуйҙылар. Ете йылдан һуң ҡайтып килделәр. Был мәлдә аталары үлгән, өләсәләре бар ине әле. Мәрхәбә өс улы, бер ҡыҙы менән саҡ ҡайтып йығылды. Ярай ауылдарына ҡайтҡас, уларҙы ситләткән кешеләр артыҡ тойолманы. Шулай ҙа балаларына артыҡ ҙур уҡыуға инеп уҡырға мөмкинлек булманы. Уҡырға ингән һайын, улар тураһында был уҡыу йортона исемһеҙ хат килеп торҙо. “Дошман балаларының” уҡыу хоҡуҡтары сикләнгән булып сыҡты. Бына шулар тураһында сәй янында уйланып ултырҙы Өмөтбикә.
Сафура бер сынаяҡ сәй яһатып алды ла алдына ултыртып уйға бирелеп китте. Уйҙар ни тиклем уйлаһаң, шул тиклем сикһеҙ ҙә, буталсыҡ та булып китә, әйтерһең урман эсенә ингән һайын, сығыр юлды тапмай аҙашҡанһың. Сафура бына шул уйҙар урманында аҙашты, ахырыһы. Сәй янында бер кем бер нәмә һөйләмәне, бары ҡулдан ҡулға йөрөтөп хат ҡына уҡылды. Һәр кемдең йөрәгендә ниндәйҙәр уйҙар даръяһы асылдымы икән, әйтеүе ҡыйын ине. Моғайын , Әүхәҙейҙең, һуғышҡа киткәнсе, ауылдағы ваҡытын иҫләгәндәрҙер. Ул ауылдың беренсе егете ине шул: тулҡынланып торған шоморт ҡара сәстәр, оҙон буй, киң яуырын... Ғашиҡ булырлыҡ ине шул. Ҡатындар Сафураның бер үҙен ҡалдырып, берәм- берәм сығып ҡайтып бөттөлөр. Улар өсөн был хәл ҡайһыларына тел сарлау сәбәбе булып торһа, икенселәр өсөн: “Пахаронка инде был”,--тип һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, фажиғә ине.
Сафура ҡымшанып та ҡарамай, табын янында ултыра бирҙе.
Әүхәҙей әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ине, тик бына тормошон хәрби хеҙмәткә бәйләргә теләп, документтар йүнәтеп йөрөгән сағында ғына, һуғыш башланды. Ул күптән ғашиҡ булған ҡыҙын әйттереп китергә булды. Йәрәшеү булып, бер аҙна тороуға, уны һуғышҡа алып та киттеләр. Сафура бына шунан алып, кәләш булыу ләззәтен дә татып өлгөрмәй, һөйгәнен һуғышҡа оҙатты.
--Һин мине нисек тә көт инде, йәшһең, һиңә ҡараусы егеттәр булыр ул, һин мине көт. Көткән кешең булһа, өйгә ҡайтыр өсөн ынтылып тораһың бит ул. Әсәй ҙә , өләсәй ҙә ҡартайҙылар, уларҙы ла ташлама. Ҡустыңды яныңа ал. Атайың, моғайын, өйләнер ул. Үгәй ҡулына ҡалдырма. Мин һине һөйөп тә өлгөрмәнем бит әле. Хәрби хеҙмәткә үҙем менән бергә алып китермен, тип уйлағайным,--теш араһынан ғына сыртлатып төкөрҙө лә,--булманы,--тип Сафураһын үбергә тотондо.
Шул тиклем һығып ҡосаҡлаған да ебәргеһе килмәй тартылды. Военкоматҡа йәйәүләп бер көн алдан сыҡҡайнылар, төнө буйы бер-береһен наҙлап, һөйөп таң атыуға барып еттеләр. Арыған мәлен тойһа, Әүхәҙей уны ҡулына күтәреп барҙы.
--Мин һине шулай ғүмер буйы күтәрермен, тик һин генә мине көт, ҡәҙерлем,--тигәйне,--бала тыуһа, Әхәт, тип ҡушырһың, мине армияла ныҡ поддержать иткән дуҫтың исеме ул.
Китеп туғыҙ ай үтеүгә билдәле исем менән улдары тыуҙы, тик уныһының ғүмере генә булманы. Ете генә ай йәшәп ураҡ мәлендә һалҡын тейҙереп үлде. Бала ҡарар мөмкинлек тә булманы шул. Ҡарт ҡәйнәһе менән генә ҡала ине. Уның да йәше күпкә еткән, үҙе әйтмешләй, бер аяғы менән тегендә ине. Ураҡта йөрөгән килененә баланы имеҙергә алып бара, тик ҡайтҡанда хәле бөтөп, баланы көлтә төбөнә һалып ҡайта ла, үҙенән йәшерәк икенсе бер оло әбейҙе ебәрә. Ул барып алып ҡайтҡансы, бала һыуыҡ тейҙереп өлгөргән була. Тәне ут кеүек янып өс кенә көн ятты. Түшенә һалған өшә лә ярҙам итмәне. Сафураны ҡайғы утына һалып, күҙен йомдо.
Тәүҙә хаттар йыш килде. Ул әрме һурпаһын эскән тәжрибәле кеше булараҡ, уға ышанып стрелоктар отрядына командир итеп тә ҡуйҙылар. Сафура ла хаттарҙы йыш яҙҙы, тик бына улы үлгәндән һуң яҙылған хаттар йыш булһа ла, яуап хаттары һирәк килде. Бер хатында ул: “Украинаны азат иттек былай, тиҙҙән еңеү менән ҡайтырбыҙ”,--тигән ине. Башҡаса хаттар килмәне. Бөгөнгө хат һуғыш тамамланып, ике йыл үткәс килде. Был ваҡытта ҡарт ҡәйнәһе лә үлгәйне. Ҡустыһын да бер йәш кенә ҡыҙға өйләндереп ҡуйҙылар. Яңы ғына ун алтыһы тулған ҡыҙ ине. Был мәлдә ҡустыһына инде егерме бер йәш. Хеҙмәт армияһында булып ҡайтҡан йәш егетте хәрби хеҙмәткә алманылар. Шулай йәш егет күңеленә хуш килгән ҡыҙ менән башта апаһы менән бергә торҙолар, аҙаҡ башҡаландылар. Ауылда ла Сафураға өй тәтемәй инде, Әүхәҙейҙең башҡа туғандарына бирерҙәр ул, тигән хәбәр йөрөнө. Тик бына... Шул "тик" бар ине, сөнки Әүхәҙейҙең үлеме-тереме булыуы тураһында ниндәй булһа ла документ кәрәк. Әлегә әсәһе киленен бер ҡайҙа ла сығып китергә ҡушмай.
--Мин тере саҡта һин өйҙә йәшәйһең әле, Әүхәҙей ҡайтһа ла, ҡайтмаһа ла,--тип тыйып торҙо.
Уйҙарының ошо еренә еткәндә, урамда көтөү ҡайтып, һыйырының тәҙрә ҡаршыһына уҡ килеп баҡырып тороуы уны аҙашҡан уйҙар урманынан бөгөнгө мәлгә алып ҡайтты.
--Эээй Мартамды быҙауың бар булған һыйыр кеүек килеп тораһың бит әле. Алай ҙа ғына ҡыһыр булһаң да һөттән мәхрүм итмәйеһең бәпесем,--тип һөйләнә-һөйләнә ашығып, туғанына ҡаршы сыҡҡандай, атылып сығып китте.
Уғансы булмай, биҙрә тауыштары ишетелеп ҡалды ла:
--Бына ошонда ғына тор инде, тегендә ҡойоланып бөттө, бер тыммаһа бер тымыр әле был ямғыры ла, бына шулай, хәҙер сөбөрҙәтеп кенә һауып алайым әле,--тип биҙрәһен ултыртып, халат кеҫәһендәге һыулы таҫтамалы менән һыйырының еленен таҙалап алды ла, һауырға тип ҡулын терәгәйне, аптырап китте,--бәс, һинең елен тас ҡына ҡойо ла баһа,--тип, йылы һыу алып сығып еленен йыуып, һауып алды.
Бындай йорт мәшәҡәттәре хәҙер уның икенсе дуҫтары кеүек була башланы. Һыйыры менән һөйләшә, тауыҡтарына ем һалғанда ла мөңгөрләп, нимәлер һөйләй, ошонан ниндәйҙер күңел тынлығы таба башланы.
Ошолай көндәр бер-береһенә оҡшап, йәйҙән көҙгә, көҙҙән ҡышҡа, яҙға инде. Һәүетемсә Сафура ла ирһеҙ, ләкин тол түгел, ә ташланған ҡатын икәненә күнеп йәшәргә өйрәнде. Иң ауыры--ирҙәрҙең төрлө юлдар менән уға яҡынларға тырышыуы, ә ҡатындарҙың ирҙәрен ҡыҙғанып, тауыш ҡуптарыуы ине. Бигерәк тә яҡын дуҫы, һуғыш осоронда бөтә ауырлыҡты бергә күтәргән, аслыҡтан үҙен, әсәһен, балаларын алып ҡалған дуҫы Файзаның тауыш күтәреүе ине. Бер көн Рәхмәтуллаһы Һарай башына һалып бөтөлмәгән бесәнде һалышып биргәйне. Рәхмәт йөҙөнән уға аҡса биргәйне. Уны алырға теләмәгәйне лә ул:
--Кәрәкмәҫ, беҙ дуҫтар бит,--тигәйне.
--Ал, ал. Барҙың барлығы тейә ул,--тип, көсләп биргәйне.
Уныһы урамда дуҫтары менән эскән дә, һуң ғына ҡайтҡан. Иртәгеһенә Файзаның инеп әрләшкән һүҙҙәре аяҡтан йығырлыҡ ине. Соҡор булһа, төш тә үл.
--Сафура, һин нимә, әхирәт, тигәс тә, минең ирҙе баҫып алырға булдыңмы? Бер балаңды ҡарарға эшкинмәгән башың менән, хәҙер артың менән ирҙәр әүрәтергә булдыңмы. Яҡшы булһаң ирең ҡайтыр ине. Ул бит һинән биҙеп киткән, эшкинмәгән, һәпрә, кәнтәй, уйнаш, кәзә ҡойроғон ҡалҡытһа...--тик ошо урында уға ҡалғанын әйтеп бөтөргә ирек бирмәй, көслө ҡулдары менән уны түшенән тотоп алды ла соландан уҡ сығарып ташланы.
--Ана бара юлың, ә был йортҡа үҙең дә, ирең дә, балаларың да юлды онотоғоҙ. Минең изгелегем һеҙҙе бер килеп быуыр, һаҡ бул, Файза,--тине лә ишеге ҡаты итеп ябып инеп китте. Бына шунан бирле улар күрше генә булһалар ҙа, бер-береһенә йөрөмәйҙәр. Сафура балаларын да йомошҡа йөрөүҙән матур ғына итеп әйтеп тыйып ҡуйҙы. Рәхмәтуллаһы Файзаһын сәсенән һөйрәп килгәйне, Сафура индермәне.
--Дүрт яғығыҙ ҡибла, суҡынып китегеҙ,--тип, уларҙың танауы алдынан ғына ишеген ябып, хатта элеп үк ҡуйҙы.
Был хаттан һуң дүрт йыл ваҡыт үткәс, Әүхәҙей ҡатынын эйәртеп ҡайтып килде, тик ул үҙ өйөнә түгел, ә һеңлеһе Маһираға ҡайтты. Бер аҙна тирәһе торҙо. Урыҫлашып бөткән Әүхәҙейҙе ирҙәр күрергә килде. Улар Әүхәҙейҙән бигерәк Самаранан һуғышҡа алынған шәфҡәт туташы Клараны күрергә киләләр ине. Күптәре аҙаҡ:
--Нимәһен яратты икән, ней кәүҙәгә бәләкәй генә, ней үҙе һап-һары, сәсе лә ҡыҫҡа ғына. Тубығынан өҫтө күлдәк кейеп алған да, иңкәйһә- -ңкеше, туңҡайһа--туңҡышы, тигәндәй йөрәй инде шунда. “Я па вашему не панимаю, не знаю”,--тип кенә ебәрә. Нисек Әүхәҙейҙе аңлай һуң.
--Егеттәр, Әүхәҙей үҙ телен онотҡан инде. Ул бит шул бисәһенең санаһына ултырған да, шуныңса көйләй ул. Үәт шул. Сафураға етмәй инде. Ана бит, уныһы нисә йыл һаман шул хыянат иткән иренә тоғро ҡалып маташа.
--Ярата инде. Ундай үҙ-үҙеңде мәғәнәһеҙ ҡорбан итеүҙе аңламайым мин. Ундай ҡорбан кемгә файҙа бирә икән,--тип һүҙгә ҡушылды, яңыраҡ ҡына өйләнгән Хаммат.
--Аңларһың, башың йәш әле, ә бына Сафура барыбер йәл.
--Ана Әсмә әбей нисә тапҡыр ҡатындары үлгән арыу-арыу ирҙәргә димләп ҡараны--атказ, бына быныһы аңлашылмай.
--Мин Әсмә апай, ир эҙләмәйем, минең ирем үлмәгән, айырылам, тигән ҡағыҙы юҡ. Боронғоса әйткәндә, миңә талаҡ бирмәгән,--тип кенә сығарған.
--Эйе йәш көйөнсә, ирле лә түге, ирһеҙ ҙә түге, балалы ла түге, бер ҡыуанысһыҙ йәшәп ҡара инде,--тип һүҙгә ҡушылды төпәр Сабир.
Уны шул ҡай берҙә һүҙҙе бөткәнсе әйтмәгәнгә, шундай ҡушамат биреп ҡуйғандар
--Балалы инде. Ана ҡустыһының ике йәшлек ҡыҙын үҙенә алды, тиергә була. Дастуный ҡатын, үҙ бәхетен ҡороп, үҙ ояһына себей һалырға кәрәк бит. Ҡоштоң ҡошо, йәнлектең йәнлеге шулай ғүмер итә. Аңла һин ул бисәләрҙе.
--Әйткәндәр бит, теге кем әле, Ихсан ҡартмы әле. Бисәңә, бесәйеңә ышанма, этең менән атыңа ышан,--тип, теге йәш ир тағы ҡушылды.
--Өрән ҡустым, өрән, бер олоно, бер кесене тыңда, аҡыллыһын аҡыл һандығыңа һал, аҡылһыҙына төкөр,--тип, яуырынынан шапылдатып алды Ҡасим ҡарт,--донъя шулай ул, бер артын, бер алдын күрһәтә. Гел генә яҡшыһы алдыңа килеп торһа йәшәү күңелһеҙерәк тә булыр ине. Күңелһеҙе киналағы һымаҡ алмашҡа килеп, һине яңы дөрөҫ юл эҙләргә ҡуҙғатмаһа, был ғүмерҙең мәғәнәһе булмаҫ ине. Унһыҙ күңелһеҙ буласаҡ.
--Шулай, Ҡасим ағай. Һәр көн ниндәйҙер яңы уй менән тормаһам, мына минең көнөм эй үтмәй аптырата.
--Мына шуны аңдатып торам да инде ана яңы тормошҡа башын төрткән ир ишараһына, үәт.
Ирҙәр ҡасан осрашһалар ҙа ана шул донъя мәшәҡәттәре, яҡшынан яман тыуғаны, насарҙың да яҡшы яғы барлығын һөйләп тә бәхәсләшеп алалар ине. Әүхәҙейҙең икенсе ҡайтыуы тағы өс йылдан һуң булды. Был юлы ул ҡустыһы Әүхәткә ҡайтты. Тыуған ауылы менән ара яҡын булғас, ул һеңлеһенә генә түгел, Сафураға ла, ҡәйнешенә лә килде. Һәр береһендә йоҡлап ҡунаҡ булды. Был юлы ул Сафураға килеп аҙнанан ашыу ҡунып китте.
--Сафура, һин көсөңдән килһә, мине аңларға һәм ғәфү итергә тырыш.
--Мин һине, Әүхәҙей, күптән ғәфү иттем, тик теге килгәнеңдә үк, хатта ҡатының менән булһа ла инеп сыҡмауыңа әҙерәк хәтер ҡалды. Мин һине ғәйепләй алмайым. Барыһына һуғыш ғәйепле, аңлайһыңмы? Яратҡандар бер-береһен ғәфү итергә көс табырға тейеш. Һинең минең алдымда ғәйебең юҡ. Анау торған тау башында йәйен ҡар ятмағанын, ҡышын йылғалар боҙһоҙ ҡалмағанын да беләһең. Бына мин шулай уйлайым: һөйгәндәр генә ғәфү итә, һине ғәфү иттем. Йәйен – ҡар , ҡышын талғын аҡҡан йылғанан эсерлек һыу эҙләп һаташма. Юҡ юлдарҙан юл эҙләп, яҡты көндән яҡтырағын эҙләп, һөйөүҙән һөйөү эҙләп аҙашма. Теге ваҡыт сигелгән ҡулъяулыҡта ниндәй һүҙ яҙылғанын хәтерләйһеңме?
Шул ваҡыт Әүхәҙей һаҡ ҡына түш кеҫәһенә ҡулын тыҡты ла ап-аҡ сигеүле ҡулъяулыҡ сығарып өҫтәлгә яҙып һалды.
--Мына ул, мин онотманым. Бына ике күгәрсен әле булһа гөрләйҙәр кеүек: “Мәңгелек, мәңгелек”. Мин бит был бүләгеңде көнөнә нисә тапҡыр тотоп ҡарайым икән, иҫәбен дә белмәйем. Мин хаталандым. Хәҙер үҙемдә көс таба алмайым: уны ташлай алмайым, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып мине һуғыш яланынан алып сыҡты. Беҙ икәү бергә госпиталдә яттыҡ. Мин ғүмерем менән уның алдында яуаплымын. Беҙҙең бәләнең мәңгелек булыр өсөн хатта балабыҙ ҙа юҡ бит.
--Ә һин...
--Юҡ, юҡ. Мин һин тиҙерәк мине онотоп, икенсегә кейәүгә сыҡһын тип яҙғайным. Ул миңә ҡайтырға ҡуша, ә минең тағы көсөмдән килмәй. Дошман алдындағы ҡыйыулығым ике ҡатын, ике мин яратҡан ҡатын алдында юҡҡа сыҡты, тип хатта күҙенә йәш алды,-- нимә эшләйем мин, Сафура. Ҡалайым мин, ҡал тигән бер ым ғына бир. Ҡалайым,--тине лә аҡрын ғына күтәрелеп сығып китте.
Сафура өҫтәл янында шаңҡып ултыра бирҙе. Күпме ултырғандыр, ҡапыл балта тауышын ишетеп ҡалҡып торҙо ла урамға сыҡты. Унда Әүхәҙей күптән инде ярылмай, ярыусы ҡулы көтөп ятҡан утын биш алтыға бүленеп, ир ҡулы бит ул, тигәндәй йәйрәп ята ине. Сафура ҡанының һәр тамсыһы менән яратҡан, һәр уҙған минуты менән көткән яҡын кешеһенең утын ярыуын кинәнеп ҡарап тороуында булды. Уның йөҙәндәге бәхет һыҙаттарын ошо минутта күргән күршеләре, туғандары күрһәләр, шаҡ ҡатырҙар ине. Бына нидәй ул мәңгелек һөйөү, тигән уйҙары менән, бәлки, үҙҙәрен уйлап алырҙар ине.
Шул ваҡытта өй аша ғына йәшәгән ҡустыһының оло ҡыҙы Әлифә бәләкәй ҡапҡаны киң итеп асып, йүгереп килеп инде.
--Инәйем, һиңә кем килде у.
--Олатаң.
--Ҡайҙа буған ул, һаман кимәй?
--Һуғышта.
--Һин үҙең һуғыш дауна бөттө тейеңдәйе.
--Уны хужаһы тиҙ генә ебәрмәгән. Эштәй торған эштәре буған.
--Хәҙер китмәйме?
Ошо һорауға икеһе лә һиҫкәнеп китте. Бына ошо минутта Сафураның яуабы Әүхәҙейгә хөкөм булып ишетелерҙәй тойолоп, ул балтаһын түмәренә терәп башын аҫҡа эйҙе. Сафура ла тотлоғоп, туҡтап ҡалды. Уның күңелен ошо минутта, бөтәһенә үс итеп, китмәй, тип әйткеһе килде. Эргәһендә генә торған Әлифәһе уның итәгенән тарта ине.
--Китәме, китмәйме? Хәҙер ул кигәс, мине бер ергә лә ҡунаҡҡа алып бармайыңмы? Олатайҙы ғына алып йөрөйөңмө, әсәй һымаҡ. Мин нимәштәйем?--тип, һорау яуҙыра ине.
--Башымды ҡаңғыртма әле, бар әсәйеңдәргә әйт, ашҡа киһендәр. Мунса ла яҡҡанмын. Әҙерләнеп киһендәр.
--Ә мин.
--Һин дә кил.
Ҡапҡаға ҡарай боролоп йүгергән ҡыҙ, ҡапыл ғына боролдо ла:
--Инәй, әйт инде, олатай китмәйме?
Сафура тағы тынып ҡалды, был ваҡытта Әүхәҙей башын баҫып, яй ғына атлап, мунса яғына китеп бара ине, ҡапыл тағы туҡтап ҡалды.
--Китә инде, шуға миңә әйтмәйең,--тине лә ҡапҡаға атылды.
Әүхәҙей баланың был һүҙен үҙенә ҡарата Сафура әйткәндә тойҙо ла, хәҙер инде ауыртыуҙан йөрәге туҡтағандай булып, башын тотоп, эргәләге түмәргә ултырҙы. Эргәһенә Сафураһы йүгереп килеп етте.
--Әүхәҙей, әллә ятып тораһыңмы?--тип, күҙҙәренә ҡарарға тырышты.
Уныһы башын аҡрын ғына күтәрҙе лә:
--Шулай булырмы, Әлифә әйткәнсәме?--тип, һораулы ҡарашын Сафураға төбәне.
--Тотҡан урындан һындырырға ашыҡмайыҡ әле, Әүхәҙей, уйлайыҡ әле. Бында өсөнсө кеше булмаһа, тиҙ хәл итер инек.
--Ниндәй өсөнсө кеше? Һин ауырлымы әллә. Мин уны үҙ баламдай яратырмын, аңла, Сафура. Мин бит һине һаман яратам. Мин шул тойғола аҙашҡан бер тилемен инде.
--Бер ниндәй ҙә ауырым юҡ минең. Мин һинең өсөн генә яратылғанмын да, бына шул килеш бөтә тәнем, булмышым, тәнемдәге һәр күҙәнәге менән һине көтәм мин, аңлайһыңмы, --тип, нимә тиергә белмәй торған Әүхәҙейҙе ҡосаҡлап үбергә кереште, тырпышланып үҫеп килгән һаҡал, мыйыҡтарын һыйпаны, ҡара сәстәренең бөҙрәләрен һыйпаны, үҙе туҡтауһыҙ:
--Һин генә минең, һин генә бәхетем,--тип, һөйләнә ине.
Башта шаңғып та, юғалып та ҡалған Әүхәҙей үҙен тиҙ генә ҡулға алды ла, ҡыуанысының бәхет осҡондары менән ҡойонған бер мәлендә, Сафураһын йәлп итеп күтәреп, өйгә ынтылды.
Ҡустыһы ҡатынын алдына төшөрөп тиҙ килеп етте, тик уларҙан да алда Әлифә йүгерә ине.
--Тиҙерәк атлағыҙ, атай, атыу олатай тағы китә ла инәйем тағы күҙе ҡоромай йөрөй. Те ваҡыт һин үҙең шулай тигәйнең бит. Ебәрмәйек, йәме, атай. Әсәй ивет. Мин инәйем менән ҡунаҡҡа йөрөмәһәм дә була. Уныһы шипуха, ә бына урманда, ҡыуышта йоҡтарға ҡурҡам. Хәҙер олатай инәйем менән үҙе йөрөр ҙә, йоҡтар ҙа. Тиҙ булығыҙ инде тип, хатта атаһының ҡулынан тотоп етәкләргә маташты.
--Ебәр әле, балам. Һин ҙур бит инде етәктәшеп йөрөргә.
--Инәйем етәктәй.
--Инәйеңде етәктәргә кәрәк. Ул оло бит.
--Оло буһа ла ул йәш. Өләсәйҙеке һымаҡ аҡ сәсе лә юҡ, маңдайы ла сырышмаған.
Шул ваҡыт өй ишеге асылып китте лә, күлдәктәренең төймәһен элә-элә, йыш- йыш тын алып, Әүхәҙей килеп сыҡты.
--Нимә, еҙнәй, йоҡтап ятаңмәллә?
--Юҡ та ,--тигән булды, тик уның күҙҙәрендә бер мәғәнә бар ине,--әйҙә инегеҙ, инегеҙ, табын әҙер,--тип әйҙүкләп алдан атланы.
Был көн Сафура өсөн тормошонда иң бәхетле көн булып үтеп китте.
Йыйылышып аш эскәндән һуң, Әүхәҙей сүкеш, сөй тотоп тағы урам яғындағы ҙур ҡапҡаны төҙәтергә кереште, ҡәйнеше килен менән мунсаға китте, Әлифә олатаһы эргәһенә сыҡты. Әүхәҙей ҙур ҡапҡаны арҡыры һайғау ҡуйып бикләй торған ағасты бысырға бысҡы эҙләй башланы, тик уны тапмағас, Әлифәгә:
--Алифа, пила килтер әле,--тине.
Тегенеһе был һүҙҙе аңламайып, ауыҙын асып ҡарап тора бирҙе, Әүхәҙей аңламағынын һиҙеп алды ла, көлөп ебәрҙе:
--Үҙем уҡыйым, тигән булаң бит әле. Пила бысҡы була,-- тигәс, тегенеһе йүгереп соланға инеп, бысҡы алып килде.
Был бәхетле минуттар ҙа, көндәр ҙә Сафура өсөн һанаулы булып сыҡты. Бер көндө почта ташыусы Сания Әүхәҙейгә хат тотторҙо. Ошо көндән алып бәхетле был ике аҡҡоштың береһе яраланды. Үҙ ара бер ни һөйләшмәй, Әүхәҙей китергә әҙерләнә, ә Сафура уны оҙатырға әҙерләнә башланы, ләкин улар араһында бер генә аңлашыуға оҡшаған һүҙ осмото, хатта себен булып та османы. Өйҙә аҙна буйы ҡәбер тынлығы хөкөм һөрҙө, ниһайәт, Сафура телгә килде. Иртә менән һыйырын көтөүгә ҡыуҙы ла, ҡайнарға ултыртып киткән самауырын күтәреп инеп урындыҡҡа ултыртты ла, Әүхәҙейен уятты:
--Тор, тор, Әүхәҙей, һиңә юлға сығырға ваҡыт. Утын тейәп үтә торған машиналар юлға ҡуҙғала башланы.
Ире аңшайып килеп тороп ултырҙы. Ул бындай хәлде көтмәгән ине, киреһенсә, Сафура илар, әрләр, бик булмаһа инәлер, тип уйлай ине. Сәй янында улар һәүетемсә һөйләштеләр.
--Әүхәҙей, мин һиҙәм, һин бит тегенеңдән хат алдың. Балтаң һыуға төшөп йөрөүеңә ҡарағанда, бик мөһимдер. Ҡайт һин тегенеңә. Һорамайым, нимә булған, тип. Мине унан артыҡ күргән булһаң, бер ҡайтырһың. Минең һинең өсөн ишектәрем асыҡ, ризығым әҙер. Һинең мендәреңә башҡалар баш терәмәҫ, аңла. Мин һаман дә һине көтөрмөн. Ошо көтөүем менән йәшәйем бит мин. Асыу, үпкә һаҡламам.
--Сафура, әгәр ауырлы булһаң, адресты беләһең, хат һал, аръяғын үҙем хәл итермен.
...Ошо китеүҙән Әүхәҙей хаттар яҙып торһа ла ҡайта алманы. Тегендәге ҡатынын инсульт урынға һалғайны. Сафура ғына көтөүҙән төңөлмәне. Дауаханаларға йөрөп бала булырлыҡ итеп үҙен дауаланы. Имселәргә лә, кәртселәргә лә йөрөнө. Уның инде хәҙер “аҡ бәкәт”, ”оло бәйел” исемдәре лә онотолдо. Үҙе лә кешеләр менән артыҡ аралашманы. Бер ваҡыт ҡустыһының ҡыҙын индереп, хәҙер инде өсөнсө класта уҡыған Әлифәнән хат яҙҙырҙы.
--Балам, хат яҙып ҡына бир әле. Үҙем яҙыр инем, илай башлаһам, ҡағыҙы ла буялыр, үҙем дә дауление менән ыҙалайым, --тип, хат яҙҙырҙы.
“Һаумы Әүхәҙей!. Бына тағын хат яҙырға булдым, ә һинең хаттарыңды ятлап алып бөттөм. Тегенеңдең хәле нисек, алға барамы? Мин теге ваҡыт балам төшкәндән һуң күп кенә дауаландым. Уфаға ла барып еттем. Бер выраш миңә: ” Хәҙер бала табыу фабрикаң һәйбәт эшләй, иреңде ҡыуандыра алаһың,”--тине. Бына шуны яҙып ултырам. Үҙем яҙмайым инде. Шатлығымдан илап тик йөрөйөм, шуға хатты ла яҙа алмайым. Тиҙерәк ҡайт инде, аҙна булһа ла йөрөп кит. Мине лә үҙеңде лә сикле генә булһа ла бәхетле ит. Мин тегенеңде ташла, тимәйем. Тик ҡайтып ҡына кит. Миңә лә хәҙер ҡырҡты тултырыуға күп ваҡыт ҡалманы. Әсәйем дә мәрхүм булды. Ул үлер алдынан: “Ирәбе ҡатын иллелә лә бала һөйә”,--тигәйне. Мин дә шулай уйлайым, һаулыҡ ҡына бирһен инде. Ҡайт!!!”
Хатты ошолай ҡырҡа ғына тамамланы ла һалды. Хатты һалған көндән алып ул һөйгәнен көтә башланы. Сабырлығы һыныр сиккә етеп көттө ул. Күпме генә сабырһыҙланып та, өмөтләнеп тә почта ташыусыны көтмәһен, хат килмәне, әллә килеп тә юғалдымы, тапшырманылармы, башҡалар ҡулына төштөмө, әйтеүе ҡыйын ине. Сафура бөтә күңелен биреп донъяһын матурланы, юрғандарының тыштарын яңыртты. Матур биҙәкле яҫтыҡ тыштарын алыр өсөн спекулянттарҙың ауылға килеүен һағаланы. Өйөн, үҙе әйткәнсә, сын яһауға әйләндерҙе, Тик Әүхәҙей ҡайтманы. Сафура гел генә эш менән булғанғамы, ғәйбәт тыңлап ғәйбәт һатырға ваҡыты булманы. Алдынғы һауынсы булып йыл да район йыйылыштарында ҡиммәтле бүләктәр алһа ла, ял йортона путевка бирергә уйлаһалар, ҡырҡа баш тартты. Үҙе эстән генә мин юҡта Әүхәҙей ҡайтыр ҙа, үпкәләп кире боролор, тип уйланы ул. Ауылдың яусы әбейе Әсмә бер нисә тапҡыр иргә димләп килеп ҡараны:
--Мин һиңә теләһә кемде димләмәйем бит, һин миңә ҡыҙым кеүекһең. Нисек инде, үҙ балаңды рәнйетергә була. Риза бул. Мине һымаҡ систай яңғыҙ баш ҡалаһың бит, аңла,- тип, хатта күҙ йәштәре аша инәлеп тә ҡараны.
Яуабы ҡыҫҡа булды.
--Мин ирһеҙ бисәме һиңә, инәй. Бар ирем өҫтөнән, унан көлөп, икенсегә нисек сығырға кәрәк. Үҙең уйла. Уның башынан көлөү бит ул. Ирҙән көлмә, ҡоҫторор, тигәнде беләһең бит, инәй. Минең Аллам алдында йөҙөм ҡараймаһын. Мулла биргән ҡағыҙҙы әле утҡа һалмағанмын. Әйҙә, миңә килһен дә “талаҡ!” тиһен, мин иртәгәһенә үк, иң эшкинмәгәненә булһа ла барам. Тик бына унан аша атлап, намыҫ бысратмайым.
...Бына ошондай һөйләшеүҙәрҙән һуң, уны һоратыусылар ҙа, уға димләүселәр ҙә булманы. Ирен Сафура һуңғы килгәненән һуң тағы егерме йылдан ашыу көттө. Ауырып ятҡас, ҡустыһының оло ҡыҙын саҡыртып алды ла, минең был өйҙәге бөтә монаятым һиңә булыр, балам. Мин бит һиңә бауыр баҫтым, Һин мине балаһыҙ, тыу ҡатын булыуҙан, ирһеҙ ҡатындар кисергәнде кисереүҙән һаҡланың. Минең әрнеү йәштәрем һинең арҡаһында түгелмәне. Һин миңә иптәш, арҡа терәр йән туғаным булдың. Бәхетле бул. Бына сирләгәндә булһа ла һиңә барып ятыр инем, һин дә кейәү ҙә эш кешеһегеҙ. Шул эш, тип хатта үҙ туйығыҙҙа ла булманығыҙ бит һеҙ,--тине лә,--ярай, бар ҡайтығыҙ. Мин һиҙеп торам, оҙаҡ ятмам. Мин юҡта Әүхәҙей килһә, ҡәберемә барыр. Икебеҙ ҙә көсһөҙ булдыҡ инде. Беҙҙең бөтөн көсөбөҙҙө лә һуғыш алды, бәлә-ҡазаларыбыҙҙа ла ул ғына ғәйепле. Олатаң--минең иң ҙур бәхетем дә, бәхетһеҙлегем дә. Был һөйөү мине күҙле һуҡыр итте бит,--тине лә стенаға боролоп ятты.
Ысынлап та, ул оҙаҡ ятманы, уны оҙатырға, Алла бойороғолор инде, Әүхәҙей ҡайтты. Аҙна тирәһе булды, дөрөҫөрәге, ҡәберҙә булды. Көндәр буйы шунан ҡайтманы. Ҡәйнешенең балалары килеп саҡырғансы, ул шунда булыр ине. Ул был килгәнендә бар булмышы менән был фани донъя менән хушлашҡан әүлиә кеүек йөрөнө. Юлға сығыр алдынан ҡәйнешенә:
--Мин Пласт ҡалаһындағы ағайым янына барам, унан Сафураға Ҡөрьән сығартам. Әсәйем менән өләсәйемә, атайыма сығартҡайным. Ул шул ҡала мосолмандарының имам-хатибы. Беҙгә, репрессия ҡорбандарына, шулай төрлө урында мәңгелек йортобоҙ насиптыр инде. Сафурамды ғына бәхетле итә алмау үкенесе менән китәм инде. Ярай, ҡәйнеш, үпкәләшеп айырылмайыҡ. Йортто үҙең теләгәнсә тотон. Ана теге ышкаф башында ятҡан папкала бөтә документтар күптән үк әҙерләнгән. Мин ризамын, Сафурамды ярҙамһыҙ итмәгәнең өсөн рәхмәт,--тине лә, ҡырҡа боролоп юлға ҡарай атланы.
Ҡаршылағы ҡалҡыулыҡҡа менгәс, ауылға бер боролоп ҡараны ла ашығып билдәһеҙ ғүмер аҙағына атланы. Ауылға уның тураһында, үҙе килмәгән кеүек, хәбәрҙәр килмәне. Шулай ҙа яңынан уның тураһындағы хәбәр, Пласт ҡалаһынан, алты- ете йыл үткәс, мыҡты бер ир алып килде. Был шул ҡаланың имам- хатибының Мәскәү ҡалаһындағы улы ине. Ул үҙенең туғандарын, уларҙың тыуған ерҙәрен күрер өсөн килгән ине. Быныһы үҙе бер икенсе китап булырлыҡ ваҡиғалар теҙмәһе булыр ине, ихласлыҡ биреп тотонған кеше булһа. Күңел яраларын ҡайта йәшәп булмай, ләкин уны ғүмер буйы күтәреп, күңел ҡылдарың менән тегеп, ҡоршап, йөрәк кәштәләренә бикләп үтәһең.