"Ҡапыл ғына китте ярым-ярты ирҙәр—
Тауыштары ҡала: Туҡ, туҡ, туҡ!"
Һуғыш менән мин яҡындан таныш,
Һуғыштан мин ҡурҡам, ҡурҡҡан кеүек
Ҡиәмәттә ҡалҡыр ҙур ялҡындан.
Һуғыш менән мин яҡындан таныш—
Һуғыш тауыштарын тыңлай инем
Һуғыш тауыштары менән үтте
Туҡ-туҡ! Барҙы һуғыш көндәр буйы,
Ҡайһы ваҡыт төндәр буйы...
Ул ваҡытта ҡартатайҙың булған уйын
Иҙән буйлап йөрөр ине көнө - төнө:
Көслө йөрәк бер туҡтауһыҙ–
Яуҙан алып ҡайтҡан аяҡтары...
Иҙән буйлап, ниҙер уйлап.
Күкрәгендә яна ине көслө йөрәк:
Йәшәр кәрәк! Йәшәр кәрәк!
...Май ине бит, май инеме,
Бөтә донъя сәскә атҡан йәй ине шул.
Шул уйынға ниңә барҙы, ниңә булды.
Хуш еҫ бөркөп муйылдарҙың
Арыҫландай башҡорттар бар,
Изге һуғыш, изге һуғыш...
Иҫән ҡалыу ҡай берәүгә...
Һәм тағы ла туҡ-туҡ иткән,
Апрель ине, утлы ҡырҡ өс:
Берсә һалҡын, ап-аҡ ҡышта
Ятҡан кеүек яңғыҙ, тышта.
Түләй торған бар ине хаҡ.
Күсерәләр: " Кеше булмаҫ,
Изге һуғыш, изге һуғыш...
Һайрап торған яҙ тулһа ла,
Усаҡтан да ҡалды тик ҡуҙ.
Шашып шатлыҡ килгәндә лә,
Бейер кистәр барҙыр, әммә,
Һуғыш бөткән, йылдар уҙған–
Һеҙ тере бит, мин бит һиҙәм,
Ялал ағам, ағам Низам!"...
Тик ҡайтманы мин күрмәгән
Етмеш йылдан, ер аҫтынан.
Күрмәй китте, белмәй китте,
Ағалары ҡайтмаһа ла, яндарына
Мин беләмен: Һеҙ ожмахта!
Рухлы улдар, һылыу ҡыҙҙар
Яндарында беҙ ҙә ҡалҡтыҡ,
Олпатландыҡ, сәскә аттыҡ.
Йәнәшә лә йәш ҡыуаҡлыҡ...
Шомло тауыш һис тынмаған.
Ҡартатайҙан ҡалған ҡаным,
Һуғыштарҙан ҡайтҡан ҡаным