Миңлебайҙың матрос малайы Мөхтәр матайы менән Маҫҡарт мәтеһенә мәтәлләгән дә мәтене минауатламаҡсы. Меҫкендең мундиры, матроскаһы мәтегә мансылған, маңлайында–мынауындай матур “мөгөҙ”! Мөхтәр межалаш Мәғәмүрәнең Мәрғиәһенә мөкиббән. Мәгәр “Мәңгелек мөхәббәт”те мөңрәй-мөңрәй, Мәрғиәгә мәктәп мөйөшөндәге муйылды мәйелдереп мөнтәгәнлеге, марттағы мыраубайҙай мырылдап, маһмайҙарҙы мауылдатып, матайы менән Матрай–“Монголия” маршрутында мөстәнләгәнлеге, мөләйем мөлдөрәп, Мәрғиәнең матурлығынан миңрәүләнгән Мусаның муйынын матҡып маташҡанлығы мәхәлләгә мәғлүм. Мәғәмүрә Мәрғиәһе моряктың мөнәсәбәтен мөрхәтһенмәй: “Мөштөк мөнйөгән моряктар, мәңге мазутҡа майланған механизаторҙар, мыйыҡлы мут милиционерҙар менән мауығыу модаһыҙлыҡ!”—мығырҙапмы мығырҙай. “Машалла! Мына минеке Матрай МТМ-һында моторист. Махоркалы мөштөктө лә мөнйөй, миҙгеле-миҙгеле менән мазутына ла, мәтеһенә лә мансыла. Махмурҙан мөҙөрөп мызылдағанында муклашкалашһаҡ та, маҡамыбыҙҙа Миңлеғатам–министр!”—модница мәрйә Матрена Миңлеғатаһы менән маһайып маташа.
Миңлебай ҙа маладис: Мөхтәренең мәтегә мансылған матайын машинаға мендерешкән малайҙарға мәгәрискә метис меринос, муйыны муртайған Мусаға магазинный минералка менән миндек мәслихәтләне. Мөгөҙһөҙ меринос! Маҫҡарттарында меңләгән мериностары маҙырап молҡоған “монгол” малайҙарына–меринос! Мыҫҡылизм! Малайҙарҙың мыҫҡылынан мәсхәрәләнгән Миңлебай мығырҙай-мығырҙай Моҡайлыға мүкәйләне.