АТАЙСАЛ
-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
26 Декабрь 2019, 16:00

Визиткалы Мәһәҙи

Ҡағыҙ тултырырға ҡушҡайнылар, яҙып ултырам да… әбейҙең исемен ҡапылда иҫләй алмайым. Кем әле һуң, суҡынған? Силсәүиттәргә әбейемдең исемен хәтерләй алмайым тип тормайым бит инде, ҡағыҙҙарым тулмай тигән булып ҡайтып киттем...Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Хәҙер әҙәм балаһы кәңәшмә-фәләндә түшенә исем-шәрифе яҙылған визитка тағып йөрөй. Стюардесса, поезд, автобус кондукторы, һатыусы ла визиткалы. Был һәйбәт нәмәлер. Улар менән аптырамай, исемен атап һөйләшергә була.
Ойошмаларҙа эшләгәндәр ғә визиткалы булһа икән. Баймаҡҡа барһаң, чиновниктарға «ҡустым», «һеңлем», «улым» тип өндәшергә тура килә. Быны әллә яраталар, әллә юҡ. Ә «Фәлән Фәләнович» тип өндәшһәң, теләһә ниндәй бюрократ иреп китер ине.
Бына мин хәләл ефетемә «әбей» тей ҙә ҡуям. Ул миңә сәпсим «әй» ти әле. «Әй, ҡайҙа йөрөйһөң?», «Әй, сәй һыуына бит, ин йәһәтерәк» йәки «әй, энә һабаҡлап бир әле»,– ти.
Бер көн справка алырға силсәүиткә барҙым. Ҡағыҙ тултырырға ҡушҡайнылар, яҙып ултырам да… әбейҙең исемен ҡапылда иҫләй алмайым. Кем әле һуң, суҡынған? Силсәүиттәргә әбейемдең исемен хәтерләй алмайым тип тормайым бит инде, ҡағыҙҙарым тулмай тигән булып ҡайтып киттем. Ҡайтҡас әбейгә һөйләһәм: «Әстәғәфирулла! Илле йыл бергә ғүмер итеп исемемде оноттоңмо, һәтәү»,—тип әрләй. «Ә кем беҙҙең исемде атап-әйтеп тора һуң, оноторһоң да»,—тип аҡланам. Ысынлап та, берәү ҙә исемебеҙҙе әйтмәй бит. Күршеләр «олатай», «инәй» ти, башҡалар ҙа йә «ағай», йә «ҡоҙа» ти ҙә ҡуя. Хет түшеңә әлеге визитканы тағып ал. Ысынлап та, «Мәймүнә» һәм «Мәһәҙи» тигән визиткалар яһап алайым әле.
Фәрит Әбүбәкиров.