АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
5 Сентябрь 2019, 16:15

Бәддоға

...Ҡәберҙә лә тынғылыҡ юҡ икән һиңә. Биш йыл буйы әүрәтеп алып йөрөп, типһә тимер өҙөрлөк ирҙе ер ҡуйынына тығыуы етмәгән, бында килеп етешкән, ҡәбәхәт,—тип таштарҙы йыя-йыя күҙ йәштәре түкте ҡатын...

...Зыяраттың ҡапҡаһынан ингәс тә Найлә иренең ҡәберендә ят нәмәләр барлығына иғтибар итте. Үткәндә ингәндә генә, улы менән ҡыҙы һалған веноктан башҡа, бер нәмә лә юҡ ине. Әле килеп ҡара таҫмаға уралған ҡара раузалар ята, шыма ғына йомро таштар хасил булған.
—Ҡәберҙә лә тынғылыҡ юҡ икән һиңә. Биш йыл буйы әүрәтеп алып йөрөп, типһә тимер өҙөрлөк ирҙе ер ҡуйынына тығыуы етмәгән, бында килеп етешкән, ҡәбәхәт,—тип таштарҙы йыя-йыя күҙ йәштәре түкте ҡатын.
Былай ҙа иренең һөйәркәһен бәддоға уҡып, таш бәреп язаларға теләге ҙур ине Нәйләнең. Ул таштарҙы үҙе алып килеп һалған икән. Ҡылам бит мин һине былай булғас!—тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә һыҡтаны ул. Төрлө төҫтәге таштар ҡулына һыймай, һыпырылып төшә башланы. Уның бындай ҡыланышын ситтән күҙәтеп торған бер әҙәм аптырап: «Апай, ҡәберҙәге нәмәләргә тейергә ярамай бит. Ҡулығыҙ ҡорор»,—тигәс, таштар шауҙырлап кире ҡәбер өҫтөнә сәселде.
Изге урындағы әйберҙәргә тейергә ярамай икән, ул бисәнең үҙен ҡоротам. Уны йәлләргә хәҙер Мирйән юҡ. Теге саҡта «Уйнаш итеүегеҙҙе фаш итәм, Рәйфәңдең иренә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләйем», тигәндә Мирйән: «Ҡуйсы, Нәйлә, буш менән булышма. Уның ире шул тиклем алйот, үлтерер бахырҡайҙы,— тип уны шаҡ ҡатырғайны. Егерме биш йылдан ашыу түшәк бүлешкән ире хәләл ефетен түгел, уйнаш иткән ҡатынды ҡайғырта?! Эй, ғәрләнде Нәйлә. Шул ерҙә ер уйылһа, биллаһи, уйлап та тормай шунда ырғыр ине…
Был хәл уны сығырынан сығарҙы. Нисек тә был икәүҙән үс алырға, оҫта ғына итеп теге бисәнең иренә һөйәркәләрҙе тотторғоһо килде.
...Иренең «һулаҡай»ға йөрөүен баштан уҡ һиҙҙе Нәйлә. Быға тиклем гел тормоштоң ауырлығына зарланған, бер нәмәнән дә йәм тапмаған ир йораты эштән һуң өйҙәренә шул тиклем яҡшы кәйефтә, осоп ҡайтып инә башланы. Тамаҡ ялғап ала ла гаражға сығып китә. Бер көндө был нимә менән булыша икән тип артынан сыҡһа, уныһы көлә-көлә телефондан һөйләшә. Кис ире, йыуынырға инеп киткәс, телефонын тикшереп ҡараны. Ят номерҙар ҙа, исемдәр ҙә юҡ һымаҡ. Күңелен шик ялмап алған ҡатын смс-тарҙы ҡарап сыҡты. Ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә һүҙҙәр яҙылмаған, ә ниндәйҙер серле һандар теҙелгән ине.
Иртәгеһенә ҡыҙына ун һигеҙ йәш тулды. Өҫтәл әҙерләп ғаилә башлығының ҡайтыуын көттөләр. Ә ул ҡайтманы. Тыуған көн ҡайғыһы китте, ҡыҙы ла, улы ла төрлө мәҙәктәр һөйләгән булып әсәләренең кәйефен күтәрергә тырышты. Ҡунаҡҡа килгән апһыны: «Нәйлә, күҙең тонмаған бит. Ирең һинең точно гулять итә. Күптән беләм мин уны. Ҡәйнәмә укол һалдырырға әллә нисә тапҡыр алып килде. Ниндәй ҡатын ул тиһәң, участка шәфҡәт туташы ти. Бер килгәндә исемен бер төрлө, икенсеһендә икенсе төрлө әйткәнгә иғтибар иттем әле уға. Аҙаҡ «Ҡайнаға, башҡа уның бында аяғын да баҫтырма» тигәйнем, аңланы шикелле, икеһе лә табандарын ялтыратты.
Ир уйнаш итә, тип донъяның аҫтын өҫкә килтереп булмай бит инде. Башында төрлө уйҙар ҡайнаны. Айырылышҡыһы, балаларын, булған мөлкәтен тейәп, ата-әсәһе янына ҡайтып китергә уйланы. Был хаҡта ғәзиздәренә әйткәйне, улар беҙ ошо ҡалала үҫтек, уҡыныҡ, башҡа ергә барғы килмәй, тип уның теләген ҡырт киҫте. Үҙенең дә эше ошонда, торлаҡтарын нисек бүлешерҙәр. Мирйән ҡатыны уның хыянатын белеүенә киреһенсә ҡыуанды ғына һымаҡ. Хәҙер йәшерен батырын юҡ, теләгән ваҡытта сығып китә, теләгән ваҡытта ҡайтып инә.
Айырылышыу был хәлдән сығыу юлы түгеллеген аңланы Нәйлә. Ауыҙы тулы ҡан булһа ла, төкөрмәне, түҙҙе. Ҡырҡ йәштән үтһә ирҙәр шулай ҡотороп ала тиҙәр, ҡаңғырыр ҙа ҡуйыр. Бик теләһә, әйҙә сығып китһен шул ҡатынға. Улай тиһәң, уның да ире, балалары бар, шикелле. Ҡайҙа китһендәр улар, бер-береһенән ялҡҡансы йөрөрҙәр-йөрөрҙәр ҙә ҡуйырҙар, бығаса нисек йәшәгәнбеҙ, шулай дауам итәйем дә ҡуяйым,—тип үҙ-үҙенә бикләнде. Уйнаш—уттан ҡыҙыу тигәндәй, Нәйлә нисек кенә ҡаҡлыҡмаһын-һуҡлыҡмаһын, быларҙың һөйөүҙәре һүнмәне лә , һүрелмәне лә.
Ваҡыт үтеү менән был икәүҙең йәшертен һөйөүе күптәргә билгеле булды. Рәйфәнең ире генә был хаҡта хәбәрҙар булмауына йәне көйҙө Найләнең. Әллә нисә тапҡыр хыянатсыларҙы фаш итергә уҡталһа ла, ят ирҙе, балаларын уйлап был уйынан кире ҡайтырға үҙендә көс тапты. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, берәйһе күрер ҙә әйтер, был хәбәр минән сыҡмаһын, тип көттө.
Ире ике фронтҡа йәшәй торғас, йылдар үтте. Улар артынан күҙәтә торғас шымсыға әүерелеп алды Нәйлә. Һөйәркәһенең телефон һандарын ғына түгел, смс хәбәрҙәренең распечаткаһын да сығыртып алыуға әүәҫләнеп алды. Нимә хаҡында яҙышҡандарын белә. Ире Нәйләне яратмауын әйтә, өйрәк шикелле һимеҙ, әрпеш тип хыянатына һылтау тапҡан була. Һөйәркәһе иренең уға иғтибарлы түгеллеген, яһил булыуын яҙа. Тик һин генә минең мөхәббәтем, тигән һымағыраҡ яҙыуҙар ике арала оса ғына. Осрашыу урындарын да яҡшы белә Нәйлә. Себерҙә йәшәгән ҡайнағаһының буш фатирында маз булалар. Рәйфә ире вахтала саҡта ирекле йөрөй ала ул, ире ҡайттымы, үҙе смс хәбәрендә яҙғанса, бер айға «ситлектәге ҡош»ҡа әүерелә.
Нәйләнең шымсы роленә ингәнен Мирйән дә яҡшы тоя. Ярай белһен, артыҡ ҡоторона алмай, түҙә, бер ҡайҙа китмәй, тормоштары һәүетемсә дауам итә. Бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа теүәл, тигән һымаҡ. Түҙемлектең дә сиге була бит, бер көндө иренең һөйәркәһен ояларына саҡырып ултырғанын ҡолаҡ осо менән ишетеп ҡалды. Бик йәшертен мәғлүмәттәр буйынса Рәйфәнең иренең эштә түгеллеген белә. Яҡшы кешеләр уның телефон һандарын күптән табып бирҙе. Шылтыратырға яйы сыҡмай тора ине.
Мирйәне, һыланып-һыйпанып машинаға ултырып сығып китеүе булды, ҡатын билдәле һандарға баҫты.
—Һаумыһығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?—тигән булды.
—Был кем?—тигән һорауға ул, үҙе һорау менән яуап бирҙе:
—Һеҙҙең ҡатынығыҙ әлеге мәлдә ҡайҙа?
—Бассейнға китте,—тине ир тауышы.
—Ҡайтһа, сәсен һыйпап, купальнигын тотоп ҡарағыҙ әле, еүеш булырмы икән,—тине лә трубканы һалды. Теге ир бер туҡтауһыҙ шылтыратты ла, Нәйлә трубканы алмағас, тынды. Бал ҡорто иләүенә таяҡ тығып болғап ебәргән кеүек хис итте был ҡыланышын Нәйлә. Ни булһа ла булһын, ҡатыны ят ирҙең ҡуйынында ятыуын ул да белһен. Улар ҙа ирешһен, талашһын. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, ваҡыт үтмәй йонсотто. Шулай бүлмәнән-бүлмәгә йөрөй торғас, гараж алдына машина килеп туҡтауын күрҙе. Ире өйгә инергә ашыҡманы, ҡолас ташлап, ҡар көрәргә кереште. Шуны ғына көткәндәй, ул телефонына үрелде. «Хәҙер ҡыҙыҡ була!»— тип көтә башланы. Шул арала, ысынлап та, телефон зыңғырланы.
—Беҙҙә һуғыш. Изгелек теләүсе ҡатын, әйтегеҙ әле, һеҙ кем?—тине ҡалтыранған тауышлы ир. —Һеҙ әйткәнсә эшләнем, купальниктары ҡоп-ҡоро. Аңланым уның ҡайҙа булыуын. Әйтегеҙ әле, нимә етмәй һеҙгә, бисәләрәгә, аҡсаһын алып ҡайтып торам, фатир, шәхси йорт бар. Өр-яңы машинала ғына йөрөтәм, аяғын ергә тигеҙгәнем юҡ. Бүләктәр ҙә яһап торам,— тип ярһыны.
—Һеҙҙә һуғыш бөгөн генә башланды, ә мин ошо хәлдә биш йыл йәшәйем. Бөтә ғаиләм менән Рәйфәне күрә алмайбыҙ,— тип ҡысҡырып илап ебәрҙе Нәйлә. Уның тауышын ишетеп ире килеп инде. Ул барыһын да аңланы һәм телефонды бер яҡҡа, бисәһен икенсе яҡҡа атып бәрҙе.
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Мирйән бер туҡтауһыҙ: «Нишләп улайттың, уның бит ире шыр тиле»,— тип ҡабатланы. Уйнаш иткән ҡатын, ире алтын булһа ла, үҙенең алама ғәҙәтен аҡлар өсөн, ирем алйот тип әйтә инде ул. Ул бисәнең тормошо тураһында барыһын да белә Нәйлә. Етеш йәшәйҙәр, мохтажлыҡ кисерһә, тамағына ашарға, өҫтөнә кейергә кейеме булмаһа, унда уйнаш ҡайғыһы булмаҫ ине. Балаларыма нимә бешерәйем, нимә кейҙерәйем тип ултырһа, бәлки, яҡшыраҡ та булыр ине. Ул ҡатын етеш тормоштан туйып һикерә.
Ике йортта ла тыныслыҡ бөттө. Этеп-төртөп йәшәргә тырыштылар. Әммә бер теленгән икмәк кире йәбешәме ни, кире бер бөтөн, бер ғаилә булып китеүҙәре ай-һай ауыр икән. Мирйән менән Нәйләнең араһы күптән һыуынғас, ғаилә башлығы хыянаттың фаш ителеүенә артыҡ көйәләнмәне, буғай. Рәйфәгә иренән эләгеп кенә торҙо. Бөтә кәрттәр асылғас, Нәйләгә уттан яман уйнаштың ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла ҡалманы. Шулай ҙа Мирйәндең күңелһеҙләнгән саҡтары йышайҙы. Күберәк ҡыҙыҡ ҡына итеп йүтәлләне, бер туҡтауһыҙ үҙәге көйөүгә зарланды. Рәйфә менән осрашыуҙары һирәгәйҙе. Бер көн эштән ҡайтып инһә, ире үҙенә урын таба алмай аҙапланыуын күрҙе. Телефондан һөйләшкәндән һуң төҫө тағы ла буҙарҙы, өйгә бер инде, бер сыҡты. Кем ниндәй хәбәр әйтте быға? Нимәгә көйөнә?— тип хафаланды Нәйлә. Төнгә ҡарай бөтөнләй хәле мөшкөлләнде. Дарыу эсеп, һыу уртлап улай-былай иткәндә кеҫәһенән телефоны төшөп китте. Ире уны берәү ҙә күрмәһен тигәндәй, диван аҫтына тибеп индереп ебәрҙе. Тиҙ ярҙам саҡыртты, дауаханаға алып барҙы, әммә Мирйәне унан үҙ аяҡтары менән ҡайта алманы.
Кинйәләрен ерләргә апай-ағайҙары килде. Барыһы ла иллегә яңы аяҡ баҫҡан ирҙең йөрәге урталай ярылыуға аптыраны. Ике бисә араһында йөрөп, ошо хәлгә үҙен-үҙе төшөрҙө, тип әйтеүселәр ҙә табылды. Мирйәндең етеһен уҙғарған көндө өҫтәлдәр урынлаштырып, диванды шылдырғанда уның телефоны килеп сыҡты. Нәйлә телефонды һаҡ ҡына алып, исемлеген асты. Шылтыратыусыларҙы барланы, смс-тарҙы уҡып сыҡты. Мирйәндең телефондан кем менәндер аралашҡандан һуң йөрәк өйәнәге нығынғайны бит. Туҡта, быға һуңғы тапҡыр кем шылтыратҡан икән тип ҡарауы булды, һөйәркәһенең телефон һандары булыуын күреп шартлай яҙҙы. Бына кем еткән иренең башына?! Ир йөрәге күтәрә алмаҫлыҡ ниндәй һүҙҙәр әйтте икән?! Ҡыҙыбыҙ кейәүгә сыға, улыбыҙ уҡыуын тамамлай, тип ҡыуанып ҡына торғанда һөйәркәһе арҡаһында үлеп ятсы әле. Тәки йәшәтмәне, бисура. —Бына хәҙер һиңә лә юҡ, миңә лә юҡ,— тип һыҡтаны тол ҡатын.— Юлымда осрама, бәддоға уҡып таш бәреп кенә үлтерә торған бисә һин.
…Ул таштарҙы ҡәбергә үҙ ҡулдары менән алып килгән икән. Диңгеҙ таштары…Көндәшенең ғаиләһе менән йылы яҡҡа ял итә барыуы хаҡында хәбәрҙар ине Нәйлә. Таштарҙы бер тоҡсайға шәп-шәп кенә йыйҙы. Рәнйеүе шул тиклем булдымы, ҡәбер тупрағы менән ҡуша һалыуын да тойманы. Бәһлеүәндәй һөйәркәһен үлтерһә лә, ире бер һүҙ әйтмәй, һаман Рәйфәһен һылап-һыйпап машинаһына ултыртып алып йөрөгән була. Ирҙәрҙә ирлек юҡ хәҙер. Беҙҙең ғаиләне юҡ иттең, үҙеңдекен дә ҡәбер тупрағы һыуытһын…Таштарҙы башыңа түгел, тупһаңа һибәм…
Бәләкәй ҡала үтә күренмәле кеүек бит ул. Урындағы халыҡ бер-береһен яҡшы белә. Рәйфәләрҙең донъялары алға бармауын күреп, белеп йәшәне Нәйлә. Иренән туҡмалып эшкә сыға алмай ултырған ваҡыттары ла булды. Ана шулай була ул бәддоға. Ирле булып та, ирһеҙ йәшә, тигәнде аңлата бит ул. Нәйлә лә һуңғы биш йылда шундай ғүмер кисерҙе.
Бер кис, гәзит уҡып ултырһа, күҙе аҙаҡҡы биттәге таныш фамилияға төштө. Улы менән килене фажиғәле вафат булыуҙары айҡанлы хеҙмәттәштәре Рәйфәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан…Нәйлә ирен ҡәбергә тыҡҡан һөйәркәһенә бәддоға уҡығайны бит…Нишләп уның рәнйеше яңы өйләнешкән йәштәргә төшкән?! Нишләп әсәһенә тәғәйен ҡарғыш балалар башына булған!? Наилә үҙен ғәйепле тойҙо. Белгән генә доғаларын уҡый-уҡый үҙ балаларына һаулыҡ, иман ныҡлығы теләне.
Ярамай, ярамай, кеше ғаиләһен бутап, ҡарғыш, рәнйеш алырға.
Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас: