Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
4 Сентябрь 2019, 11:40

Хәйҙәр ТАПАҠОВ. Атайым. Хәтер

Атайым һирәк-һаяҡ беҙгә килә лә мине тубығына ултыртып алып ҡыҫып-ҡыҫып һөйә, таҡыр маңлайымдан һыпыра, арыҡ арҡамдан ҡаға. Ситкә тартылам, ятһынам, тәнемдән аңлайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтә..

Хәйҙәр ТАПАҠОВ. Хәтер
АТАЙЫМ
Минең наҙлы, аҡыллынан аҡыллы, эшсән, сибәр күңелле, сыҙамлы, сабырлы, тыйнаҡ, инсафлы өс әсәйем булғанлығы хаҡында әйткәнем дә, һөйләгәнем дә бар. Шул ныҡлы, нигеҙле өс таған ҡоршауында, уратаһында яратылып, һөйөлөп үҫтем. Ә бына атайым хаҡында бер ҡасан да, бер тапҡыр ҙа асыҡлыҡ индереп, ентекләп яҙманым. Урынһыҙлыҡҡа, форсат сыҡмауға һылтанып сергә төрөлгән сетерекле һөйләшеүҙе кисектерә килдем, ситләтеп үттем, һүҙҙе икенсегә борҙом, ҡайырҙым, иртәгәге көнгә ҡалдырҙым. Сәбәбеме? Аныҡ, төйөрөм яуабым юҡ, мине әле лә ниндәйҙер эске тойғо тотҡарлай, тамағымдың төбөндәге түгел, күңелем түрендәге иҫке, йөйлө төйөр әйтеремде әйтергә, асылып китергә ирек бирмәй. Ҡусҡарҙай йомарланып ҡабырсағыңа боҫһаң да үҙеңдән үҙең ҡасыу мөмкин түгел, ҡоролған мылтыҡ ҡасан да булһа донъя гөрһөлдәтә бит әле, йәнең төбөнә боҫҡан һүҙ ҙә, теләйһеңме быны, әллә юҡмы, иртәме-һуңмы, барыбер бер килеп тышҡа урғыла.
Атайым һәйбәт, тәрән фекерле, киң даирәле, ихтирамлы, абруйлы кеше ине, дөйөмләштереп ҡылыҡһырлаһаң—ил-йорт хәстәрен хәстәрләгән, ҡайғыртҡан арҙаҡлы уҙаман, һуғыш ветераны, башҡорт кавалерия дивизияһында эскадрон командиры, бихисап орден-миҙалдар кавалеры, һуғыштан ҡайтҡас утты-һыуҙы кискән яугирҙе бер тауыштан колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуйғандар, шунан оҙаҡ йылдар ауыл Советына етәкселек иткән. Ғәжәйеп осраҡ, белеме—башланғыс дүрт класс ҡына, ауырлыҡ менән хәреф танып, этеп-төртөп уҡый, әммә яҙыу-һыҙыуға килгәндә наҙандың наҙаны, томана, хәлбүки хужалығы бар күрһәткестәр буйынса ла районда алдынғынан иҫәпләнгән. Күсмә Ҡыҙыл Байраҡ та күсмәҫлек итеп колхозға бирелгән, шуғалырмы, кәңәшмәләрҙәге урыны—тантаналы президиум түрендә, гелән өлгөгә ҡуйып маҡтайҙар үҙен, байрамдарҙа, эшкә йомғаҡ яһағанда билдәләмәй, бүләкләмәй ҡалдырмайҙар. Уҡыуға шыпа барымы булмаһа ла йылдың йылы “Правда”ны алдырҙы, сығышында йыш ҡына шул гәзиттәге берәй ҙур түрәнең әйткәндәренә һылтанма яһай, әллә ижекләп үҙе уҡыған, әллә берәйһе уҡып ишеттергән, Хоҙай шаһит. Күрмәлекле, фартауай етәксе булараҡ шәп ат егеп йөрөргә яратты: уйынсыҡтай итеп эшләнгән, асыҡ япмалы көймәгә тартым ыҡсым крандас, ян-тирәһенә сәскәле буҫтау беркетелгән ләжәнкәле сана, дегет һеңгән көмбәҙле сбруй, ушҡырып тыбызыҡлаған өйөр айғыры, буяулы дуға инде зеңгер, йәғни уға көмөш ҡыңғырау тағылған, ишетегеҙ, көтөгөҙ, кәттә түрә килә ята! Үҙе һуң, үҙе, туйға ҡуҫтарланған кейәү егетенән һис тә кәм түгел, өҫтөндә күкрәк тапҡырына II дәрәжә“Ватан һуғышы” ордены (ул саҡта был награда юбилей ҡалайы кимәлендә түгел ине әле, шуға оло батырлыҡ өлгөһө булып иҫәпләнде) тағылған, затлы буҫтауҙан тектерелгән погонһыҙ китель, билендә ике телле яҫы ҡайыш, ҡара геләфи салбар, аяҡтарында ҡуңыстары гармундай йыйырынҡы, баҫҡан һайын шығырҙап тауышланған хром итек. Йомро башындағы һарғылт сәстәре матур итеп алынған, йыйнаҡ итеп, ҡырын һалып тарап ҡуйылған, сәгер күҙҙәре осҡон сәсеп һәр нәмәне үтә тишерҙәй итеп, һынап ҡарайҙар. Кейеменә гелән үтемле иҫәпләнгән “Тройной” одеколонын мул итеп бөркөр ине. Тәртип, бөхтәлек яратҡан кеше булараҡ һәр саҡ фуражкаһының, кәпәсенең эсендә энә менән еп йөрөттө; төймәһе төшһә, берәй ере сөй фәләнгә эләкһә, башҡаларға бәләһен һалмай, үҙе ҡаҙай, ямай. Салғынан эшләнгән үткер бәке менән ентекләп ҡырынмайынса, йоҡа сикәләрен вазелин менән йомшартмайынса, төҫ-башын рәткә килтермәйенсә урамға, халыҡ араһына сығып күренмәй. Ҡиәфәте үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, кәйефе һәр саҡ күтәренке, бит-йөҙө табала ирегән һары майҙай йылмайыуҙан йәйелгән ине уның, әллә донъяһы ысынлап та теүәл, әллә башҡалар алдында һыр бирмәй ҡыланды, белмәҫһең. Теүәллек, йыйнаҡлыҡ, тапҡырлыҡ талап иткән ауыл күрке, күргәҙмәгә ҡуйыр зат, борон йәшәһә бейек, семәрҙәренә алтын ялатылған һарайҙа батшалар янында ғына көн итер ине, билләһи! Уның маһир ойоштороусы, ялҡынлы оратор булыуы хаҡында әле лә һөйләйҙәр. Отчетты ла бер нимәгә күҙ һал-май, һәр һанды, фактты башында тотоп, сәғәттәр буйы һөйләгән, уны мауығып, мөкиббән китеп, онотолоп, ышанып тыңлағандар. Һуң доклад яҙыр, уны уҡыр рәте булмағас ҡайһылайтһын, үҙенсә тырыштырғандыр шунда. Мәжлестә инде моңло итеп йырлап та ебәрә, ойота баҫып бейергә лә төшөп китә, үҙе тәпәнсе, көрәгәсе, тик уның эсеп иҫергәнлеген, ҡыҙмаса йөрөп урынһыҙ хәбәр һатҡанын бер тапҡыр ҙа күрмәнем, ишетмәнем. Мәжлестә иң яратҡан, урын-еренә еткереп башҡарған һыйлау йолаһы—балыуанлыҡ, ихласлығын күрһәтергә теләп ҡунаҡтарына ҡулы менән итле һалма һоғондороуы. Саҡырылғандар ҙа бер минут та һуңға ҡалмай килеп етә, сәбәпһеҙ тотҡарландыңмы—бикләнгән ишек алдында тора ла ҡалаһың. Бына атайымдың тулы булмаған портреты, уның ҡылыҡ-фиғелен, холҡон белгәнсе үҙем һүрәтләнем, белмәгәнемде яҙа-йоҙа ишеткәндән өҫтәнем.
Пенсияға сыҡҡас оло әсәйем менән күрше ауылда йәшәне, кәртә тултырып мал бағыуҙан, ер яптырып ҡош-ҡорт аҫрауҙан тыш бал ҡорто тотто, таҡтанан эшләнгән, түмәрҙән өңөлгән бихисап умарталары картуфлығын ҡырлатып теҙелгәйне. Кәртә-ҡура тирәһе лә төҙөк, ҡараулы. Хаҡлы ялдағы тормошон ҡасандыр өлгө иҫәпләнгән хужалығы, биләмәһе кимәлендә тоторға ынтылғандыр, күрәһең. Күпме генә ҡырталашһаң да, бирешмәҫкә маташһаң да ғүмер тигәнең бармаҡтар араһынан ҡойолған ҡом рәүешендә, ҡартайған көндә буш ҡалған ҡушусыңды елгә ҡуйып япа-яңғыҙың тора ла ҡалаһың. Өйөр айғыры мөсһөҙ, бахыр алаша хәлендә ҡалһа уны оноталар, йүгәнен һыпырып, дағаларын ҡуптарып алып иреккә ебәрәләр, сөнки әлеге мәлдә бәйгелә икенселәр елдерә, икенселәр алдынғылыҡты бирмәй. Дан етәксене лә ваҡыт үтә килә оноттолар, тағы ла бер нисә йылдан бөтөнләй күҙ уңынан төшөрөп ҡалдырҙылар. Ул шулайтып үҙ донъяһына бикләнде, дүрт мөйөшөнә ҡарап ҡалды, һуңғы йылдарында урамға сығып күренмәне, йыйылыштарға барманы, ауылдаштары менән аралашманы. Дүрт мөйөш, билдәле дүрт тарафтан ҡыҫа, хәлде, ҡарыуҙы ала.
Ҡарт алаша, тигәндәй, аттар ҙа илай икән ул. Бер тапҡыр шундай күренеште күреп тетрәндем: ҡарт ат дерелдәп ялан кәртә уртаһына баҫҡан, мороно осонан йылтырап һеләгәйе һарҡа, эрен баҫҡан күҙҙәренән йәштәре субырҙай, тамағы төбөнән һыңҡылдауға тартым өн быуылып сыға. Аттар тәүлек әйләнәһенә ятмаҫ өсөн яратылғандар, ғүмер баҡый аяғөҫтө йәшәйҙәр ҙә көтмәгәндә гөрһөлдәп ауып йән дә бирәләр.
Хикәйәләүемдән ирекһеҙҙән тайпылам тағы. Беҙ-ҙең ауылда атты иптәш, юлдаш, дуҫ итеп Ғәлимйән бабай йәшәне, Батисов ине уның фамилияһы, төҫө көңгөрт булғанлыҡтан ҡыҫҡартып Ҡара Батис тип кенә йөрөттөләр. Дөйөмләштереп шуны ғына әйтәм, тышы ҡара иҫәпләнһә лә эсе аҡ, эшлекле, бөтмөр кеше ине ул. Ҡайҙа барһа ла атын эйәртеп етәкләй, менә, йә егә. Миңә ҡалһа, Батис бабай шул аты менән ҡуша тыуған да, әле лә игеҙәгенән айырыла алмай йөрөп ята һымаҡ. Табип амбулаторияһында эшләгәндә ул миңә ҡабул итеүгә килде. Үпкәһендә йөрөткән йәҙрә ярсығы урынынан ҡуҙғалғанлыҡтан ныҡ бирешеп, бөтөрөнөп киткәйне, ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Бында ла үҙе түгел, кесе улы етәкләп килтергән. Хәлен һорашҡайным, ҡара ҡомғандай йөҙөн йыйырып былай тине “Аяҡтарымды көскә ҡымғырлатып ығышам әле шунда, энә йотҡан бурҙайҙай тертәңләйем, темеҫкенәм, барына ҡул һелтәп ятып ҡына ҡуйыр инем дә, башҡаса тора алмауҙан ҡурҡам!” Хәҙер уйлап ҡуям, минең атайым да егәрле аттан төшөп ҡарасҡылай ҡорсаңғы хәлендә ҡалғас, моғайын да йәштәрен субырҙатып, ғорур, башбирмәҫ йән булараҡ аяғөҫтө йән биргәндер, күҙаллауымса, моғайын да шулай иткәндер…
Эйе, ул минең атайым ине, ғәзиз, ҡәҙерлегә иҫәпләнер атайым… һәм асылда бер кем дә түгел. Таныш кимәлендәге ят кеше, сит ғаилә башлығы. Кем ғәйепле? Моғайын да беҙҙең бала сағыбыҙҙы тартып алған, бәхетебеҙҙе урлаған ҡәһәрле һуғыштыр. Һуғыштан һуң ирҙәргә ҡытлыҡ килде, азаматтары яу яландарында ятып ҡалды, ҡайтҡандары ла аҡһаҡ, унан ҡалһа туҡһаҡ, ә ғаилә ҡорорға, бала табырға ымһынған ҡатын-ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ, сиртеп һайлап ал…
Ғүмер бүләк иткән яҡыныма ғәйеп ташларға, рухын рәнйетергә йыйынмайым, сөнки йәнемә тап киләме-юҡмы, тәнемдә уның ҡанын йөрөтәм дәһә, йәнә һис ҡасан насарлыҡ, хаслыҡ ҡылмаған, һиңә яратып, танһыҡлап баҡҡан кешене нисек яманламаҡ?! Ҡан көҫәгән үсле бүреләй күктәге айға ҡарап олоноң ни ҙә оломаның ни, ә ул ҡараңғы төндө юл тоҫмаллатыр кимәлдә яҡтырта, әммә йылыһы ғына юҡ. Барыр һуҡмағыңды тоҫмаллайһың да бит, юлдашһыҙ сәфәргә сығыуы, юлда йөрөүе еңелдән түгел. Юлдашһыҙҙарҙың хәлен яңғыҙҙар ғына аңлай, белә һәм тоя…
Атайым һирәк-һаяҡ беҙгә килә лә мине тубығына ултыртып алып ҡыҫып-ҡыҫып һөйә, таҡыр маңлайымдан һыпыра, арыҡ арҡамдан ҡаға. Ситкә тартылам, ятһынам, тәнемдән аңлайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтә, сөнки беләм, бына ул бүләктәр, күстәнәстәр тотоп килгән, әле ирәйеп китеп йәйелеп ултыра, тик оло бәлә, кескәй бала өсөн фажиғә шунда, был ваҡытлы күренеш, яһалма ирәбелек, бер аҙҙан, аҡса түләп театр спектаклен, филармония концертын ҡарап күңел асырға килгән тамашасы ише ул беҙҙе ташлап үҙ ғаиләһенә ҡайтып китәсәк, билдәле мәлгә ҡәҙәр беҙҙе онотасаҡ, хәтеренән сығарасаҡ. Әле өйөбөҙ эсендә аңҡыған ир еҫе лә яйлап юҡҡа сығасаҡ. Еҫтәргә килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙыҡы йортҡа йылылыҡ, нур килтерһә, ирҙеке—ныҡлыҡ, көс-ҡеүәт өҫтәй, ана шул әйткәндәрем бергә ҡушылып ғаилә ҡотон, ейгән аштың бәрәкәтен хасил, тәшкил итә.
Шулай ташландыҡҡа ҡалып, терәк-таянысһыҙ үҙемдең көскә, әрһеҙлеккә ышанып үҫтем. Ә әсәйемдең иңен-
дә тотош хужалыҡ ауырлығы: иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр эштә. Шулай булһа ла тамағыбыҙҙы ас итмәне, етемлегебеҙҙе ете-яттарға күрһәтмәне, сыйырсыҡ ояһылай йортобоҙҙа гелән нур уйнаны, унда йылы һәм яҡты булды. Өҫтөбөҙҙө бөтәйтеү бер эш, ә бына йәнселгән күңелде ҡоршау күпкә ауырыраҡ. Ҡатын-ҡыҙ ни тиклем генә өлгөр, сымры булмаһын, һис ҡасан ир-атты алмаштыра алмай, һыйырҙы эйәр йәмләмәй, гүзәл заттар ҡоронда була тороп яулыҡты кәпәскә алмаштырыу килешкән эш түгел.
Тиҫтер малайҙар менән эләгеп, талашып, көҙгө әтәстәрҙәй һуғышып китеү баласаҡ өсөн ғәҙәти хәл. Еңелмәҫкә, иң мөһиме иламаҫҡа, ҡанаған еремде күрһәтеп йәлләтмәҫкә тырышам, мөйөшкә ҡыҫырыҡлап сараһыҙланған сәүек көсөктәй тештәрҙе ыржайтып уҫал һуғышам, йоҙроҡтарҙы, аяҡтарҙы эшкә ҡушып хә-рәкәткә ебәрәм, күҙемә нимә эләгә шуны алып
бәрәм, елгәрәм, ене ҡуҙғыған шайтандай ҡыланам. Ниһайәт, этеп алып барған баҫымдан еңелгән малай шыңшып мәрхәмәт һорай: “Атайыма-а-а әйтә-ә-әммм!..” Миңә шул ғына кәрәк тә, еңеүсе ҡиәфәтендә, бөйөрҙәремә таянып ебәреп урам яңғыратып һөрәнләйем: “Бар әйт! Ҡайтып ошаҡла ла, етәкләшеп килегеҙ, икегеҙҙең дә кәрәгегеҙгә бирәм, һыу эскеһеҙ итәм!” Аллам һаҡлаһын, ололарға ҡул күтәреү, ҡырын һүҙ әйтеү ҡайҙа?! Йоҙроҡло ҡулым күтәрелгән хәлдә лә ир көсөн еңә булам тағы, һөйләйем хәбәр, самаһыҙ лөғәт һатам, буш ҡыуыҡтай маҡтанам шунда. Атайыңды алып кил, тип талап итеүем атайлыларға көнләшеүҙән әйтелгәндер, күрәһең.
Көҙ етһә етем балаларға кейем-һалым өләшәләр, кемгә итек, кемгә кәпәс, кемгә фуфайка, тигәндәй. Ярай әле, мәсхәрәгә ҡалдырып дөйөм линейкала тоттормайҙар, дәрес барышында берәмләп саҡыртып бирәләр. Ни тиһәң дә танауға еҫ керә башлаған саҡ, ҡыҙҙар алдында оят. Шулай итеп, был хәйри сараға шәхесемде түбәнһетеү, мыҫҡыл итеү һымағыраҡ ҡараным. Бирелгән әйберҙе ер тишегенә инерҙәй булып теләкһеҙ генә ҡабул итәм дә йәшереп-боҫороп алып ҡайтып урындыҡ аҫтына ырғытам. Бер көн килеп сыҙамым һынды ниһайәт, томол-дороҡ кейергә теләмәй сығынлаған ҡонандай булмышым баш күтәрҙе, итектәрҙе уҡытыусылар бүлмәһенә ырғытып сығып киттем. Ике көн барышында класс етәксеһе ләм-мим, бер һүҙ өндәшмәне, төпсөнмәне лә, тыныслыҡта ҡалдырҙы. Өсөнсө көн һуңғы дәрес алдынан
мине мәктәп директорына саҡырттылар. Әмәл юҡ, аяҡтарҙы көскә һөйрәп киттем, теләкһеҙ генә кабинет ишеген шаҡыным. Барып инһәм—өҫтәл түрендә теге кирза итектәр. Эйе, бер ырғытҡанды алдым ти алмай ҙа, үҙ төкөрөгөңдө ҡабаттан ялау егетлек түгел. Яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән бәрәндәй ҡулдарымды ҡаушырып, аяҡтарымды киреп бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә баҫтым. Директор Рауил ағай күҙлеге өҫтөнән ҡарап эргәһенән урын күрһәтте:
—Хәлдәрең нисек, якобинец?—тине ул оҙайлы тынлыҡтан һуң.—Тарих уҡытыусыһы булараҡ француз түңкәрелешен хәтергә төшөрөп ултырыуы.
—Иҫ китмәле шәп! Аяҡ кейемдәрем туҙмаған, тишелмәгән әлегә, иҫкерә ҡалһа алып бирер кешем
бар! —Әңгәмәнең ни хаҡында барасағын һүҙһеҙ ҙә төшөнөп арҡыс-торҡос хәбәр һалдым.
—Ә быны Йыһангир олатайға бирегеҙ, ҡыуаныр исмаһам, ә һеҙ үҙ сиратығыҙҙа сауаплы булырһығыҙ!
—Сауаплы имеш, хөрмәтле мулла-монтағай, мәленән алда сыпраңламай тор, йәме?!—Директор йоҡа, тәбәнәк кәүҙәһен күркәләй ҡабартып уҫал бүлдерҙе лә тауышын йомшарта төшөп һораны.
—Армияла һалдаттар нимә кейеп йөрөйҙәр әле?
—Билдәле инде!
—Хеҙмәт итергә һин дә әҙерләнәһеңдер, йыйынаһыңдыр, моғайын?
—Һис һүҙһеҙ!
—Шулай булғас был итектәрҙе хөкүмәт бүләге итеп ҡабул ит!
Кабинеттан сыҡҡансы дәрес башланғайны. Теманы аңлатҡан уҡытыусы ишек төбөндә торған миңә екһенеп ҡараны:
—Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса һуңлап?!
—Рауил ағай саҡыртты.
—Ҡулсырһың, бәйелһеҙһең бигерәк, тәртип боҙғанһыңдыр тағы?
—Юҡ, Армияға барырға, һалдат булырға йыйынам. Бына, военкоматтан ебәргәндәр!
—Оялмайынса ҡулымдағын юғары күтәрҙем.
Башҡалар кибеттән һатып алынған тимер сана, шәп саңғыла, ялтыр конькиҙарҙа шыуа, ә миңә һырғалаҡҡа алтын ҡуллы балта оҫтаһы Нуретдин еҙнәм сана-саңғыны, быймаларға ҡайыштар ярҙамында беркетмәле шыуғысты ағастан тәсәйҙәй күркәм итеп эшләп бирә, ҡулдан әтмәләнгәнде мөрхәтһенмәүемде күреп һалпы яҡҡа һалам да ҡыҫтыра: “Ни тиһәң дә кибеттән алған сифатһыҙ, үҙеңдекенә етеү ҡайҙа?!” Буштан килгән бүләккә бүкмәйҙәр, ғәҙәттә, бүкһәң һемәйеп ҡалыуың бар, шуға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм. Ағас ҡорамалдарын үҙемсә ҡулайлап алам шулай ҙа, сана, саңғы, эйгес табандарына боҙ ҡатырам, шулай итһәң башҡаларҙан һис тә ҡалышмайһың, хатта уҙып та киткеләйһең ҡайһы саҡ.
Ауылдың урта төшөндә бер ишле ғаилә йәшәне, шунда аралашырға барам йыш ҡына. Балалары арыу һымаҡ, ә бына атай кеше эш яратманы, ялҡау, елкәһе йоҡа булды, ҡатыны ла силәгенә күрә ҡапҡасы—ауыл ғәйбәтен һағыҙҙай сәйнәй, ағыу телле. Бер көн уйын барышын ситтән күҙәтеп торған, йәнем ҡабул итмәгән, үҙ сиратында мине ек күргән теге хужабикә һәммәһенә ишеттереп йыландай саҡты: “Ас-яланғас етемәктәр ҙә булдымы кеше, улар бит бур, уҫал, алама, бетле…” Шул түбәнһетеүҙән һуң эргәмдәгеләр әллә ерәнеп, әллә бысраҡ йоғоп ҡуйыуҙан һипһенеп ситкә тартылдылар. Ғәрлегемдән һарай мөйөшөнә барып һыйынып сеңләгәнем хәтерҙә…
Бесән осоро етһә үтмәҫ, көйләнмәгән салғы менән яңғыҙым бесән сабам, ботаҡ һаплы һәнәк менән бакуйҙы йыйып күбәгә ултыртам. Күбәләрҙе тарттырыу өсөн ат ҡайҙа, уны теләнселәп кемгәлер аҙна самаһы иртәнән алып ҡара кискәсә бил бөгөргә кәрәк. Ҡойолған кәбәнде лә ер аяғы ер башынан һайғау ташып кәртәләйһең, билдәле инде көсәнеп һөйрәп, ярай әле ауыл ҡарты Йыһангир ярҙамға килә. Һантыйға хисаплаһалар ҙа аҡылы теп-теүәл, зиһенле, эшсән, әҙәпле ине ул. Арығансы эшләйбеҙ ҙә киндер ашаулыҡ йәйеп ебәреп Тәңре ебәргәнен уртаға ҡуйып, баҡырсала сәй ҡайнатып табын хәстәрләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә, ғәҙәттә, ике йомортҡа, дүрт бөртөк мундир картуф, ярты йомғаҡ май, түтәрәм арыш икмәген юллай. Шуларҙы ғәҙел бүлешеп тәғәмләнәбеҙ. Ул икмәк валсыҡтарын сәсмәй, ауыҙ тирәһен өҙлөкһөҙ ҡулъяулығы менән һөртөп, ашыҡмай, ҡарһаланмай ғына ашай, һығылып торған табын артындағы зыялы ҡунаҡ тиерһең! Ысынбарлыҡта ул бит ауыл, мир ҡарамағында, кеше көнлө, тамағы ла аслы-туҡлы, мәгәр ошо хәлендә лә әҙәм сифатын һаҡлап, ысын кеше булып ҡала белә. Олатай бесән сабыуҙа ғына түгел, олоно менән һөйрәтеп килтерелгән, мәтегә ҡатып бөткән утынды бысырға, ярырға, өй ҡырлауына ташып өйөргә ярҙам итә, картуфты ла икәүләп ҡаҙып алабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә алыштырғыһыҙ ярҙамсым, уң ҡулым. Унһыҙ ҡайһылай итер инем икән?!
Йыһангир олатай хаҡында һүҙемде дауам итеп тағы ла бер бала саҡ хәтирәһен өҫтәмәксемен.
Бер саҡ малайҙар йыйылышып алып, ауыл осондағы ҡайын ҡыуышына оялаған ҙур һағыҙаҡ күсен туҙҙырҙыҡ. Ярһыған бөжәктәр беҙгә ташлана, беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа тал сыбыҡтарҙы ҡылыстай болғап тегеләргә ынтылабыҙ. Сағылып-таланып бөттөк, иллә ҡуйыр рәт-самабыҙ юҡ. Шулай пыр туҙышып йөрөй инек, көтмәгәндә ҡапыл эргәбеҙҙә Йыһангир олатай пәйҙә булды. Ул тыныс ҡына атлап килде лә туҙырап ятҡан балауыҙҙарҙы берәмтәләп сүпләп йыйып кире ағас ҡыуышына тултыра башланы, үҙе күсте тыныслан-дырырға теләгәндәй ауыҙ эсенән ниҙер төңрәнә. Малайҙар кемуҙарҙан шаулашырға тотонндо: “Дүрәк! Алйот! Иҫкә ярым! Һантый! Ярты аҡыл!” Мин дә уны ҡайғыртып һөрәнләйем: “Олатай, боҫ, сағылаһың бит!” Ул ашыҡмай ғына эшен ослағас эйәртенешеп урам буйлап киләбеҙ. Һүҙ башланым:
—Әйҙә, бөгөн беҙҙә ҡун! Түр яҡтағы иҙәнгә әсәйем урын йәйеп бирер, мин урындыҡ ҡырлауына ятырмын.
—Юҡ, хәҙер Зәйнуллаларға барам, иртәгә Латифҡа, шунан Әхтәригә, һеҙгә етергә апаруҡ көндәр бар әле.
—Сиратыңды боҙ ҙа ҡуй!
—Ярамай.
—Ниңә?
—Әҙәпһеҙләнеп сиратты боҙһаң ҡәҙер китә.
—Нишләп бая һиңә һағыҙаҡтар теймәнеләр у?
—Улар ҙа бит яҡшы менән яманды айыра. Һәр нимәнең йәне бар, зиһене лә. Кешелә ҡан аға, ағас олононан һут йүгерә, әҙәм бала таба, үҫемлектәр емеш бирә. Бына шулай ул тормош тигәнең, һәр нимә мәңгелек тәртипкә ҡоролған.—Ул кинәт нимәнәндер ҡыҙыҡ табып һыны ҡатып көлөп ебәрә лә ары дауам итә.—Тереклеккә хаслыҡ, тәбиғәткә насарлыҡ ҡылмағандар матур йәшәй ул… Һин бер ҡасан да кешегә ҡул күтәреп һуҡма, бер килеп туҡмағың үҙеңә кире әйләнеп килеп бәрер, шуны онотма!
Йыһангир ҡарт аҡыллы дәүерҙә һантыйға хисапланып йәшәне, бөгөн аҡылдан шашҡан көнитмештә аҡыллы булып йәшәй алыр инеме икән? Юҡтыр. Ә теге саҡ уның әҙәмгә ҡул күтәрмә, тигән һүҙҙәре минең өсөн тормош ҡанунына әүерелде. Уртыңды сәйнәйһең дә сыҙайһың, маңлайыңа яҙылған яҙмышыңа яҫҡынһаң үҙең бер килеп эт типкеһендә ҡа-лыуыңды көт тә тор!
Сабынлығыма урман эсенән, яттар күҙенән ҡасырып берләмдән бүре һуҡмағын һалдым, сөнки оло юлдан велосепидлы, матайлы тиҫтерҙәр елдерә. Нишләп мин уларға һағырға тейеш әле, кемдең арбаһына ултырһаң шуның йырын йырлайһың да?!.
Шулайыраҡ үҫтем, әммә шәхесем етем булһа ла булмышым, күңелем бөтөн килеш ҡалды. Егет ҡорона ингәс әле бер көн әсәйем сулала һорай ҡуйҙы: “Улым, атайың бик билдәле кеше булды, әллә уның фамилияһына күсәһеңме? Теләй ҡалһаң, тиеүем дә…” “Юҡ, әсәй, мине бит һин тәрбиәләнең, ауыҙыңдағы һуңғы телемеңде өҙөп ҡабып әҙәм иттең, шулай булғас үҙебеҙҙең фамилияла ҡалам. Шикләнмә, исемеңә, тоҡомобоҙға тап төшөрмәм!”
Һәм иң оло, Тәңре кисермәҫлек гөнаһым—атайымды ерләшмәнем, ҡәберенә тупраҡ ырғытманым, сөнки уның вафатын һуңлап ҡына ишеттем. Хәҙер үҙемә үҙем ҡат-ҡат һорау бирәм дә аныҡ ҡына яуап ала алмайым: “Әгәр вафатын мәлендә ишетһәм, барыр инемме икән, әллә юҡмы?!” Атайымдың үлем хәбәре лә илатманы, ҡайғыға һалманы, күңелемде кем менәндер бәйләп тотҡан еп өҙөлгәндәй итте бары. Иламауым ҡатылыҡмы, бәғерһеҙлекме? Бәлки. Улай тиһәң, ауыл ҡарты Йыһангир үлгәндә күҙҙәрем йәшләнде, йәнем иңрәне. Олатайҙың үлеменә ышанманым, әле лә ышанмайым. Юҡҡа ғына уға Йыһангир, тип исем ҡушмағандар бит, ул бары мәле еткәс асманға ашҡан да, киң, йондоҙло Йыһанды айҡап, гиҙеп бөгөн дә йөрөп ята һымаҡ. Урыҫтарҙа: “Чтобы узнать человека, надо с ним пуд соли съесть”, тигән мәҡәл бар, ә беҙ Йыһангир ҡарт менән күтән һурпаһын ғарҡ булғансы саманан ашырып һемергәйнек, шуға ла ул миңә яҡын, ҡәҙерле.
Атай, тигәндәй, мин өйләнгәс ҡайным минең өсөн атайға әүерелде, бер юлы ике яуаплы, мәртәбәле дәрәжәне тотто. Ҡайҙа ғына барһаҡ та ул эргәһенә мине ултырта, аҡыл өйрәтеүҙән алда иң әүәл ипле генә итеп кәңәш һорай. Ҡунаҡта саҡта төнө буйы минең менән көңгөр-ҡаңғыр килеп сыға, йорт тирәһендәге берәй эшен эшләһәм йүгереп килеп икенсе остан йәбешә. Бер саҡ ул етди сирләп киткәс алып килеп ҡала дауаханаһына урынлаштырҙым. Белгестәр ҡарап, тикшереп анализдар әҙер булғас дауалаған табибы еңемдән тартып бер яҡ ситкә алып китте:
—Готовтесь к худшему… Максимум три дня…
Ҡайным да һиҙенде буғай, эргәһенә барғайным уратып һүҙ башланы:
—Кейәү, һин үлемдән ҡурҡаһыңмы ул?
—Тормош матур бит, йәшәйек әле, ҡайҙа ашығырға?
—Тимәк, ҡурҡмайһың…—Ул үҙенсә һығымта яһаны ла өҫтәп тәҡдим итте.—Әжәлдән ҡурҡмайым тигәс, әйҙә, минең янда ҡунып йөрө, ни тиһәң дә яңғыҙ ҡалғы килмәй…
Ул өс төн оҙоно тормошон һөйләне, ә мин тыңланым… Дүртенсе көн иртәнсәк ҡарашы әллә күпмегә теремекләнгәйне, өмөтлө итеп былай тине:
—Мин үлемде кисектерергә, бирешмәҫкә, һинең һүҙеңде йыҡмаҫҡа булдым… Йәшәйек әле… Бар ҡайт, арығанһыңдыр, ял ит, рәхмәт һиңә!
Ҡайным тағы ла өс йыл саманы йәшәне.
Ошо хәлдән һуң үҙем өсөн һуңлаған хаҡиҡәтте астым—ир кеше ярҙамға ла, әпәүләүгә лә, күтәрмәләүгә лә
мохтаж түгел, ауыр саҡта уға бары терәк һәм таяныс кәрәк!
Юбилей осоронда ижад кисәмде Сибай хакимиәте үтә лә ҙурлап, олонан ҡубып филармония залына арҙаҡлы ҡунаҡтар саҡырып уҙғарҙы. Сара алдынан көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләп ҡала буйлап килә инем, теге, күп балалы апайҙы тап иттем, ул фоторәсемем төшөрөлгән афишаға ҡарап онотолоп тора ине, мине күреп сырамытҡас йәнә кинәйәләп төрттөрҙө:
—Китсе, һин дә инсан булып киткәс!
—Эйе, уйсан инсан.
Яуабым оҡшаманы булыр, үкенгәндәй, үртәлгәндәй ҡул һелтәне теге:
—Атайлы килеш тә минекеләр серек йомортҡалай эшкә ашманы, береһенән йүн дә, мәғәнә лә, рәт тә сыҡманы, ҡоромағыр, ә һин үҙ көсөң менән әҙәм булып киттең! “Апай, йомортҡаларҙың сереккә әүерелеүендә әтәстән ғәйре тауыҡ ғәйепле, насар, еткелекле баҫмағанһығыҙҙыр, ә минең ас бетем башымда түгел, йөрәгемдә булғандыр ул!”—тип саҡ әйтеп ысҡындырманым.
Ҡатынымдың ғәҙәте бар, улыбыҙ һорау бирә ҡалһа гел бер нимәне ҡабатлай, тыҡый: “Атайыңдан һора иң тәүҙә, ул нимә тип әйтер!” Ә мин былайыраҡ тием: “Улым, һин бала түгел инде хәҙер, ауыртмаған яғыңа ят, үҙең нисек теләйһең шулай хәл ит, әгәр мин һинең урыныңда булһам ошо ерҙә былайыраҡ итер инем…” Шулайыраҡ, ситләтеп, кинәйәләп теләгемде әйтәм. Беләм, уға иң әүәл минең фекерем, тормошҡа ҡарашым, ошо, әлеге аныҡ хәл-ваҡиғаға мөнәсәбәтем мөһим, минең әйткәндәрем ҡайһы саҡ уға терәктер ҙә.
Бер саҡ мәртәбәле йыйында мине түргә ҡуҡрайтып ултыртып ҡуйып, алған дәрәжәләремде, исемдәремде теҙеп атап, күккә ашырып ҙурлап ташланылар. Маҡтауға, ҡупыртыуға үтә лә һаҡсыл ҡараштамын, тейешен генә ишетәм, саманан аштырған фәстереүҙәрҙе ҡолағым һыртынан үткәрәм. Ҡайтып килгәндә улым үҙ баһаһын бирҙе: “Дәрәжәләрең исемдәрең миңә нимәгә ул, һин бары миңә атай, яҡшы атай!” Ошо әйтелгәндәр теге күтәрмәләүҙәрҙән әллә күпмегә юғарыраҡ ине.
Атайым хаҡында бер кәлимә генә һүҙ әйтергә йыйынғайным да, көллөһө хаҡында теҙеп яҙып алдым да киттем: атайым, Йыһангир олатай, Нуретдин еҙнәй, Батис ҡарт, ҡайным, һәм килеп үҙем. Шулай итеүем бәлки дөрөҫтөр ҙә, сөнки беҙ бит барыбыҙ ҙа атайҙар. Төрлө фиғелле, буй-һынлы, һөнәрле ир-аттар. Уларҙан күп нимә талап та ителмәй, бары тәрән итеп, күкрәк тултырып алған һулыштай, туҡтауһыҙ ярһып типкән йөрәктәй өҙлөкһөҙ кәрәк булып балаларының эргәһендә булһындар, ҡалһындар, абынып китә күрмәһендәр, тип ҡурсалап, борсолоп, еңел булмаған, соҡор-саҡырлы тормош һуҡмағынан ғәзиздәрен етәкләп барһалар шул еткән, һәм илаһи нәҙер—һис ҡасан яҡындарына хыянат итә күрмәһендәр. Хыянат иң ауыр гөнаһтарҙың береһе—ул ғәфү ҙә ителмәй, кисерелмәй ҙә.
Приют янынан үтешләй ете-һигеҙ йәштәр самаһындағы бер ир баланы күреп ҡалдым. Ул күккә өмөтләнеп төбәлгәйне. Бала күңеле әкиәттәргә, мөғжизәләргә ышаныусан, табыныусан, бәлки, малай, торна суҡышында бала түгел, атаһының, йә әсәһенең осоп килеүен көткәндер, кем белә...
Минең изге инаныуым—бер ғаилә, бер атай, бер әсәй һәм күп балалар. Әсә—күктәге ҡояш булһа, атай—ер үҙәге, ер күсәре. Ҡояш һәр ваҡытта ла йылыта, әммә ләкин ер күсәренән ысҡына ғына күрмәһен, ул саҡта йәшәйеш селпәрәмә килер! Һәм һуңғыһы—атай берәү генә була, ул бүленмәй, сит-башҡа сәселмәй, ваҡланмай торған изге төшөнсә!
Читайте нас: