АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Август 2019, 15:32

ӘҮЕРНӘ ҺӨЙӨҮЕ

Ғәлинурҙы ерләгән көндө төнө буйы зыяратта бүре олоно. Был яҡтарҙа көҙөн ауыл янында бүре олоуы әллә ни аптырарлыҡ хәл түгел. Инә бүре ҙурайған балаларын һунарға өйрәтә, ҡышҡа әҙерләй булыр. Шулай ҙа быныһы ситке өйҙәргә терәлеп кенә торғандай ерҙә бит әле. Ул ниндәй артыҡ ҡыйыулыҡ!? Шуға йәне көйгән бер һунарсы егет аҙаҡ: «Барһам, Ғәлинур ағай мәрхүмдең ҡәберенә ултырып алып олой, мәлғүн. Мылтыҡты зыярат рәшәткәһенә терәп тороп сәпәнем—тәкмәс атып китте. Яралағанмын шикелле, ҡан эҙе бар ине»,—тип һөйләгән.

Көҙгә Ғәлинур уҡырға китте. Зарифаны ла саҡырҙы ул. Тик ҡыҙ егеттең һаман да уҡып ялҡмауын, егет ҡыҙҙың бөгөнгөһө менән ҡәнәғәт булыуын аңламаны. Әммә нимәләлер бер-береһенә дәғүә белдереү ике йәш кеше өсөн ят нәмә ине әле.
Башта Ғәлинурҙан хаттар армиянан яуған кеүек күпләп килде, унан аҙая, аҙая барып, яҙға ҡарай бөтөнләй һирәгәйеп ҡалды. Яңы йылда ҡайтып киткәнендә лә Зарифаға ул нисектер үҙенән ятһынғандай, тартынғандай булып тойолдо. Ҡыҙ был һалҡынлыҡтың сәбәбен төшөнә алмай, һөйгәненең элекке кеүек төбәлеп баҡҡан ҡараштарын, онотолоп йылмайып тороуҙарын, үҙен ҡыҙҙарҙан айырып алып китергә ынтылыуҙарын көттө. Икеһе генә ҡалған ваҡыттары ла булманы түгел. Ҡышҡы урамдарҙы, буран олоуын тыңлап, өшөгәнсе ҡыҙырҙылар. Тик егет элекке түгел ине. Йә ҡыҙҙың һөйләгәндәрен тыңламайса уйға батты, йә ишетмәй ҡалып, ҡат-ҡат ғәфү үтенде, тарҡау ғына һөйләште. Һүҙҙәрендә лә йәйге «беҙ» тигән төшөнсә «һин»гә һәм «мин»гә айырылғайны. Һәр хәлдә Зарифаға шулай тойолдо.
Әле егеттең ҡайтҡанын ишеткәнгә лә ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китте. Тик ҡайтыусы йәйләүгә килеп күрешергә ашыҡманы. Зарифа башта ауыл юлынан күҙ алмай көттө, унан үпкәләне, көйҙө. Ҡыҙҙарҙың йәлләп тә, мыҫҡыллы көлөп тә ҡарағандарын һиҙеп, кәмһенеүҙән, рәнйеүҙән ҡара янды.
Унан теге «ауырыу»ы тағы ла башланды. Төштәре буталды, хәле бөттө, күреү, һиҙеү, ишетеү тойғолары көсәйҙе, тәненән ят еҫ килде. Унан тағы ла урман ситендә уянды…
Был юлы һауынға сығып торманы ҡыҙ, нимә булырын белә бит инде. Йыуынып, кейенеп алды ла, ике өйҙәш ҡыҙына «Ауырыйым» тип бер ауыҙ ғына һүҙ ташлап, сыҡты ла китте. Үҙ-үҙен
аңларға, уйҙарына, хистәренә төшөнөргә тырышып, асылында барған ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе аныҡларға маташып, оҙаҡ ҡына урман ҡыҙырҙы, йылға шауын тыңлап ултырҙы ул. Ысынлап та, нимәлер яңы, нимәлер ят унда. Ялан аяҡ ергә баҫҡайны, ерҙең һулышын ишеткәндәй, ағас олонон ҡосаҡлағайны, яланғас беләктәре менән уның үҫешен, терелеген һиҙгәндәй булды. Был яңы
тойғолар ҡыҙҙы тағы ла нығыраҡ ҡурҡытты, сараһыҙландырҙы, башын тотоп ауылға ҡарай йәнтәслим йүгерергә мәжбүр итте.
Өләсәһе тамам аптыранды, ни сара итергә белмәй ыуаланды. Бер нөктәгә текәлеп ятҡан ейәнсәрен сәйгә ултыртмаҡсы булып ураған һайын самауырын яңыртты, әле килеп арҡаһынан тапап һөйҙө лә, теге юлы алып барған имсеһенең шифаһы теймәүенә һуҡран-ды. Тик ҡыҙ быларҙы ишетмәне лә, күрмәне лә, ул башҡалар ғына түгел, үҙе лә аҙашып йөрөрҙәй аңлайышһыҙ донъяһына бикләнгән ине.
Кискә ҡарай Зарифа үҙенә йән ингәнен, йән ингән генә түгел, һулыш алған һайын күңеле, дәрте күтәрелә барғанын тойҙо һәм ошонан файҙаланып клубҡа сыҡмаҡсы булды. Уйнарҙан түгел уйы, Ғәлинурҙы күреп, өҙә һөйләшмәксе ине ул. Тороп, оҙон сәстәрен йыуып киптерҙе лә, уларын лампочка яҡтыһында алтын нурҙар сәсеп торорлоҡ итеп ялтыратҡансы ҡат-ҡат тарағас, бушаҡ ҡына итеп берҙән үреп төшөрҙө. Өҫтөнә биле тәңгәленән өҙөп, итәге ҡабартып тегелгән ҡара ерлеккә ваҡ ҡына зәңгәр сәскәләр һибелгән крепдишин күлдәген кейҙе. Ошо күлдәге күҙенең төҫөн асып, йөҙөнөң аҡлығын сағылдырып ебәрә шикелле, һәр хәлдә Ғәлинур былтыр үҙе шулай тигәйне.
Кейенеп-яһанып бөткән ҡыҙ, ейәнсәренең тороп ихлас мәшәҡәтләнеп алып китеүенә күңеле булып, ирәүәнләнеп күҙәтеп ултырған өләсәһенең шау йырйырсыҡтан ғына торған йомшаҡ сикәһенән «әп» иттереп үбеп алды ла, үксәле туфлиҙарында килешле генә тыҡылдап сығып та һыҙҙы. Әбей кинәнестән тешһеҙ ауыҙын йырып, ейәнсәре артынан бөркөлөп ҡалған татлы хушбуй еҫтәрен йотоп ултырып ҡалды.
Ысынлап та, йәштәрҙең уйынына ла, гармунға бейеүенә лә күңеле ятманы Зарифаның. Ул ҡараштары менән Ғәлинурҙы эҙләне. Әһә, ана ул да артҡы рәттәрҙең береһенә сумып, тамашаларҙы алыҫтан ғына күҙәтә икән. Ҡыҙ башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып, әле бер, әле икенсе берәү янында туҡтап һөйләшкән булып, шул яҡҡа үтте. Теге һаман күрмәй. Ипләп кенә егеттең артына килеп баҫты.
—Һаумы, Ғәлинур,—ҡыҙҙың ҡолағына эйелә биреп шыбырлап ҡына әйткәненән тегеһе йылан саҡҡандай һикереп китте хатта:
—Ә! Ә-ә… Зарифа… һинме ни?
—Мин инем, асыуланмаһаң…
—Ә-ә… Хәлдәрең нисек?—егет ни әйтергә белмәй тотлоҡто.
—Минең хәлем менән ҡыҙыҡһынғасың, ниңә килеп белмәйһең һуң?
— Әллә бына… ваҡыт та…
— Йә, ыҡылдама инде. Һорау алырға торған кеше юҡ. Шулай ҙа… һөйләшергә ине.
—Зарифа, мин…
—Ғәлинур, һиңә берәү ҙә бер ни ҙә өндәшмәй, аҡланма. Кешегә ғәйбәт иткәнсе, үҙ-ара ғына барыһын да асыҡлайыҡ та ҡуяйыҡ. Ҡурҡма, баҫтырып йөрөмәм. Мин һине теге урында көтәм,—тип әйтерен бер тында шыбырланы ла «ялп» итеп сығып та китте.
Бер килке ваҡыттан һуң Ғәлинур ҙа клубтан сыҡты һәм башта ҡайтырға булып өйҙәре яғына ыңғайлай бирҙе лә, бер аҙ икеләнгәндәй туҡтап торғас, ҡырҡа боролоп, йылға буйына төштө. Зарифа уны яр буйына үҙҙәре алып килеп һалған ҡыу бүрәнә өҫтөндә көтә ине. Ул килеүсенең яҡынлауын әллә ҡайҙан уҡ тойоп, танып ултырғандан, тегеһе янына ҡунаҡлағансы, яр аҫтындағы ҡараңғы һыу буръяғына текәлеп тик ултырҙы. Бер килке өнһөҙ булдылар.
—Йә,—йылға шауы аҫтында Ғәли-нурҙың тауышы ишетелер-ишетелмәҫ сыҡты,—тыңлайым.
—Бәлки, башта мин тыңларым, аңлатырһың аңраға,—ҡыҙҙың йәшкелт күҙҙәре түңәрәк ай яҡтыһында ялтырап китте, тауышынан тәбиғи булмаған ҡатылыҡ, һалҡынлыҡ бөркөлдө. Был күренеш егеткә бик сәйер тойолдо, шунлыҡтан үҙен нисек тоторға ла белмәне.
—Зарифа, һин һорау алмайым, тигәйнең бит.
—Шулай ҙа һин аңлат әле миңә…
—Нимәне?!
— Исмаһам, күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтергә эшкинһәңсе!
— Нимә ишеткең килә минән?!
— «Яратмайым», «алданым» тигәнеңде…
Ғәлинур өндәшә алмай торҙо, яйлы һүҙҙәр эҙләне шикелле:
—Зарифа, минең һине алдағаным юҡ, хәтерем яңылышмаһа, «яратам» тип тә анттар итмәнем. Һин миңә оҡшайһың, эйе, мин һине хөрмәт итәм, хатта нисектер яҡын итеп яратам да… Һин матур… һин шундай матур, аҡыллы ҡыҙһың… тик беҙҙең юлдар икеһе ике яҡҡа китә…
—Ә хат алышыуҙар, осрашыуҙар ниңә кәрәк булды һуң беҙгә?
—Беҙ бала инек бит, Зарифа, мауыҡтыҡ, ахыры. Мин дә мөхәббәт ошо булалыр, тип уйлағайным.
—Ә нисек була һуң ул … мөхәббәт?..
—Ул икенсе була… Ысынлап яратыу ул беҙҙеңсә еңел генә, ҡыҙыҡ ҡына түгел, аңлайһыңмы?! Ысын яратыу ул… яндыра…яндыра ғына, Зарифа, йөрәкте,—егет асырғанып әйтелгәндәре ыңғайны ирекһеҙҙән усы менән уң күкрәгенә баҫты.
Ҡыҙ барыһын да аңлағанын белдерә булып, мыҫҡыллы йылмайҙы:
—Осратҡанһың, тимәк, мөхәббәтеңде…
—Осраттым да… яулауы ауыр…
Зарифа хыянатсыл булып атылып килгән йәштәрен йәшерергә теләп, күк көмбәҙендә бәүелгән ялтыр айға төбәлде. Кинәт уның шул аҡһыл-зәңгәрһыу шарға ҡарап ҡысҡырғыһымы, эсенән урғылып килгән ярһыу, асыу һәм тағы ла әллә ниндәй аңлайышһыҙ тойғоларҙан бушанырға, күкрәгенән атылып сығырға булышлыҡ итеп, ниндәйҙер ауаз сығарғыһы килде. Был ҡырағай теләк асылы менән айҡашып маташҡан ҡыҙҙан көслө, күпкә көслө ине һәм ошо хәленә ҡаршы тора алмауҙан ҡурҡып, ул ауыҙын усы менән ҡапланы ла ҡапылдан ни эшләгәнен аңламай, үҙ-үҙен белештермәҫтән, ситкә атылды.
—Зарифа! Зарифа, әйҙә, улай ҡыланмайыҡ! Бала-сағаланма, Зарифа!
Ғәлинур яр буйлап йүгереүсе ҡыҙ ҡараңғылыҡта күҙҙән юғала башлағас, артынан төштө:
—Зарифа, туҡтале! Әйҙә, ҡайтайыҡ, иртәнсәк барыһы ла икенсе төрлө булып тойоласаҡ! Зарифа-а!
Ҡыҙ тыңларға уйламаны ла, уға егеттән мөмкин тиклем алыҫҡараҡ ҡасырға кәрәк ине. Туҡтай биреп:
—Килмә артымдан! Ҡал! Йүгермә тим һиңә!–тип үҙәк өҙгөс ят тауыш менән һөрәнләне лә ары йүгерҙе. Тик тегеһе ҡалырға теләмәне, йылға ярындағы төпһә-ботаҡтарға, убасыҡтарға абына-һөрөнә, ҡыуыуын дауам итте:
—Зарифа, тим! Алйот! Туҡта!
Зарифа йүгереүен белде. Арыманы ул, киреһенсә, һәр күҙәнәгенә, һәр мускулына көс өҫтәлеүен, ярһый, ҡыҙа барыуын тойҙо. Шул уҡ ваҡытта үҙендә башланған ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ үҙгәреште лә һиҙҙе һәм артынан таптыр-топтор булып ҡыуып етеп килгән егеттән дә, эсенән атылып сығып, бөтөн йәнен-тәнен ялмай барған хәл-тойғонан да ҡотолоу юлын таба алмай, йән-фарман килгән ыңғайы, осҡан шикелле, атылып-ҡанатланып текә ярҙан төнгө йылға буръяғына ырғыны. Артынан ана тотам, бына тотам тип ынтылған егет, яр ситендә ике ҡулын алға һуҙып, шаңҡыған хәлдә тантып тороп ҡалды.
… Ниндәйҙер ваҡыт арауығынан һуң, йылғаның теге ярына ташҡын эсенән тамам хәлһеҙләнгән, һыу йотоп бөткән арыҡ ҡына йәш бүре көскә шыуышып сығып, ҡырсынға һеңде. Бер аҙ хәл алғас, мөсһөҙ аяҡтарына тороп баҫты ла, яурыны аша киң йылға аръяғындағы ауыл уттарына ҡарап, ҡайҙалыр алыҫта, ҡараңғылыҡ эсендә «Зарифа ла Зарифа» тип өҙгөләнеп саҡырыуҙарҙы тыңлап торҙо һәм йолҡош кәүҙәһен «дер-р» иттереп һелкеп алып, яй ғына урман ауыҙына һәлпәңләне.
…Зарифаның «эшен» ауылда бик оҙаҡ тикшерҙеләр. Аҙна самаһы йылғаның әллә нисә километрҙай арауығын һөҙҙөләр, һыу аҫтына водолаздар төшөрөлдө, йылға-тирә, урман-ҡырҙар ҡаралды, ағым ыңғайы ултырған ауылдарға йөрөп, һорашып сыҡтылар. Быға тиклем Иҙелдә яҙғы һыуға, хатта мәкегә төшөп киткән балалар мәйетен дә эҙләп таба торғайнылар. Тик ҡыҙҙан бер генә әйбер, ишара бирерҙәй генә нәмә лә табылһасы! Ғәлинур милициянан килгәндәргә лә, һорашыусыларға ла иҫәр хәлендә: «Һыуға һикерҙе… һыуға һикерҙе… һыуға һикерҙе…»—тип, бары ике һүҙҙе ҡабатланы ла ҡабатланы.
Ғәйшә әбей илап-һыҡтап арығас: «Төртөп төшөргәнһеңдер әле», унан ҡалһа «Баламды үлтереп тыҡты инде берәй ергә, йәне сыҡҡыр… түпәһе уйылғы-ыр» тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай Ғәлинурҙы ҡарғаны. Ни булһа ла, ике йылдан ашыу тикшереү бер һөҙөмтә лә бирмәгәс, эште ябып ҡуйыу менән сикләнделәр. Зарифа «һыуға төшкәндәй» тигәндең тура мәғәнәһендә, зым-зыя юҡ булды. Яйлап уның хаҡындағы хәбәрҙәр, уйҙырмалар баҫыла барып, ваҡыт үтеү менән, ауылдаштарының иҫенән дә сыҡты. Ейәнсәрен юғалтыуға илай-илай тамам һуҡырайып, йәшәүҙән ваз кискән Ғәйшә әбей ҙә теге донъяға юлланғас, Ғәлинурҙың йөрәгендә уйылып ҡалған әсенеү тойғоһонан башҡа, Зарифа исемен иҫкә алғандай кеше лә ҡалманы.
…Ике тиҫтәнән ашыу йылдар үткәс, инде яҙмыш ипкенендә шаҡтай таушалған ир уртаһы Ғәлинур, хеҙмәттәштәре менән ғәҙәттәгесә аҙнаның һуңғы эш көнөн оҙатып, гаражда тамаҡ сылатҡан мәлдәрендә, әллә артыҡ тейәп алып, әллә яһап, түбәндәгеләрҙе һөйләй: «Үткән аҙнала ҡатын менән бажаның юбилейына барғайныҡ бит әле. Килеп шәп һыйланылар, иҫереп кителгән бит, әй. Төнгә ҡарай өлкән малай машина менән алырға килгән, икебеҙгә лә эшкә бит инде, ҡайтырға кәрәк. Юҡ, ыҡҡа бармайым, ти бит мин. Бисә менән малай тартҡылап-тартҡылап та тыңлата алмағас, иртән автобусҡа сығыр әле тип, ҡалдырып киткәндәр. Ултыра торғас, ваҡытым еткәндер инде, мин дә ҡайтырға булып киткәнмен. Бажаны ла, бал-дыҙҙы ла тыңлау ҡайҙа, биш саҡрымды ней хәҙер «жыйт» итеп мин, иртән килеп баш төҙәтеп китермен әле ишшыу, тип, тороп сығып киткәнмен ти. Атлап барғанымды аҙыраҡ иҫләйем ул, һыуыҡ ел әсеһенә бит-ҡулдың сәңкегәнен дә хәтерләйем һымаҡ, ну ауылға етәрәк кенә анау үҙәктәге эҫкерт төбөнә ятҡан да йоҡлағанмын бит. Уныһы ярай, черт с ним, уянып китһәм, күкһелт булып көн яҡтыра, өҫтө буйтым ҡар һырынтыһы ябып ташлаған, аяҡ-ҡул ҡатҡан, ну арҡа, бил, янбаш тирәләре йылы бит әй. Аптырай биреп тыңлап ятам, елкәмә генә берәүҙең ҡайнар тыны бәрелгәндәй. Тамам уяндым, ҡайҙа икәнемде аңлап, хайран булып башымды борһам… артымда мине ҡосаҡлай биреп һырынып, уҫлаптай бүре ята. Ысын, егеттәр, эт түгел ине, валлаһи-биллаһи, бүре ине ул! Нисек һикереп торғанымды иҫләмәйем. Ҡапылдан ҡасһам, өҫтөмә һикерерме был тип, тегегә тексәйәм, етмәһә ойоған, өшөгән аяҡ-ҡул тыңлай һаламы әле?! Юҡ, ташланырға иҫәбе юҡ бының, башын алғы тәпәйҙәренә һалған да ҡарап тик ята, ара-тирә шыңшып-шыңшып ебәрә. Йөнө аҡһыл күк, күҙҙәре нисектер йәшкелт инеме шул. Ҡарашынан арына алмайынса, әллә күпме ара артым менән барҙым, унан юлға төшөп алғас, өйгәсә шаңҡып атланым».
Был хикәйәтте тыңлағандар эскәндә «ах» та «ух» килеп ултырһа ла, һуңынан «Ундай хәлдә урманда йөрөһәң, бисура ҡосаҡлап йоҡлатһа ла аптырама» йәки «Күп булһа, Алабайы эҙләп килгәндер, иҫерек башҡа эт ней бүре ней», «Бүре булһа, Ғәлинурҙан кәзә тояҡтары ла ятып ҡалмаҫ ине әле», тип көлөштөләр.
Ғәлинурҙы йәштән үк бауыры ыҙалата ине. Ана шуны белә-күрә йә ауыҙын тыя алманы, йә дауаланыуға йөрөмәне. Иллеһен дә тултыра алмай ҡалды шуға, балалары таралып бөткән яңы өйөндә әле йөҙ-төҫөнә өлкән сырайы ла ятмаған ҡатынын, бер үҙен зарыҡтырып, ултыртып китте. Яңғыҙ саҡта тыныс ҡына ятып йән бирҙе ул. Тәнендә бер ауыртыу ҙа тоймай, йәне ғазапланмай, кәүҙәһе еңеләйеп, ҡараштары яҡтырып киткән бер мәлдә, күҙ алдына ап-асыҡ ҡына итеп бер ҡыҙ бала килеп баҫты ла, урман төпкөлдәрендәге ләмле күләүек кеүек йәшел күҙҙәрен тултырып бер генә ҡараш атты.
—За-ри-фа-а-аһ…—һуңғы һулышын-да әйтелгән ошо исем менән бергә йәне осоп сыҡты.
Ғәлинурҙы ерләгән көндө төнө буйы зыяратта бүре олоно. Был яҡтарҙа көҙөн ауыл янында бүре олоуы әллә ни аптырарлыҡ хәл түгел. Инә бүре ҙурайған балаларын һунарға өйрәтә, ҡышҡа әҙерләй булыр. Шулай ҙа быныһы ситке өйҙәргә терәлеп кенә торғандай ерҙә бит әле. Ул ниндәй артыҡ ҡыйыулыҡ!? Шуға йәне көйгән бер һунарсы егет аҙаҡ: «Барһам, Ғәлинур ағай мәрхүмдең ҡәберенә ултырып алып олой, мәлғүн. Мылтыҡты зыярат рәшәткәһенә терәп тороп сәпәнем—тәкмәс атып китте. Яралағанмын шикелле, ҡан эҙе бар ине»,—тип һөйләгән.
… Урал тауҙарының киртләс-киртләс һикәлтәле текә тау итәгенә әҙәм аяғы баҫмаҫ шырлыҡ яғынан арт һынын саҡ һөйрәп йөндәре ҡанға, тупраҡҡа уҡмашҡан күк бүре үрмәләй. Бына ул сосайып сығып торған бер ҡырҡҡы таш тәңгәленә етте лә, аҡтыҡ көсө менән шыуышып, уның аҫтына инеп ятты. Бында кеше һыйғандай иркен генә ҡыуышлыҡ бар икән. Көҙгө дымлы ел алтын япраҡтарҙы, ҡоро-һарыны осортоп алып килеп, ҡыуышлыҡтың ауыҙын томаларға тырышты, таш араларына инеп олоно, һыҙғырҙы, оҙайлы һалҡын ямғырҙар, һыуыҡтар вәғәҙә итте. Әммә оялағы йән эйәһе быларҙы ишетерлек хәлдә түгел, дилбегә буйы ғына көҙгө көн кискә ауышыуға уның йәнһеҙ кәүҙәһе һыуына башлағайны инде.
…Һалҡын ҡыш мәңгегә килмәгән, яҙҙың ҡыйыу ябырылыуына ул да биреште, биреште лә яйлап ҡына тауҙарҙан шыуып төшөп, үҙәктәргә боҫто. Ҡаяларҙың асыҡ битләүҙәрендә ҡар әрселер-әрселмәҫ үк йәшел үлән морон төрттө. Ҡояштың шаян нурҙары таштан-ташҡа ялтыраҡ булып һикере-шеп йөрөп шаярышты. Аңғармаҫтан шул нурҙарҙың бер тиктормаҫы, ҡыуышып барып, суҡайып ултырған таш аҫтына төшөп китеп, күҙ асып йомған арауыҡҡа ғына мәмерйәне яҡтыртып ебәрҙе. Унда һап-һары етен сәстәренә уралып, ап-аҡ тәнле ҡатындың һыуһылыуҙай зифа кәүҙәһе ята ине. Нур остоҡтары «йәлп-йөлп» итеп ары йүгерҙе. Уларҙың бында эше юҡ. Бындайҙы тау ғына белә. Ә тау үҙенең серен һаҡлай.
Читайте нас: