Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Август 2019, 16:47

ӘҮЕРНӘ ҺӨЙӨҮЕ

Мистик хикәйәДауамы. Башы 32-се һанда.Тышҡа сыҡҡан булһа, хәҙер инер, тип уйланы, тик ваҡыт үтә торҙо, килене һаман юҡ. Бәпесте күтәреп йөрөп бер аҙ ойотҡас, тышҡа сығып, кәртә тирәһен дә байҡап әйләнде, теге бер ерҙә лә юҡ. Нимә уйлап, ни эшләргә лә белмәне Ғәйшә. Ултыра торғас: «Урамдан эйәртеп алып ҡайтҡан нәмә шул инде, сыҡты ла олаҡтылыр үҙ яғына»,—тип, улын ҡушып яттан әрләп ташланы.

Мистик хикәйә
Дауамы. Башы 32-се һанда.
Шулай ҙа матур йәшәне улар. Оҙаҡ түгел, әммә ысынлап һоҡланғыс. Улы килененә, килене улына, ә икәүләп Ғәйшәгә генә ҡарап торҙолар. Рамаҙаны эштән ҡайтһа, етешә барған ҡорһағына ҡарамаҫтан, бала шикелле торор ҙа ҡаршы йүгерер ине Оксанаһы. Барыр ҙа муйынына аҫылыныр ине. Тегеһе ҡатынын күтәреп алған булыр. Ҡәйнәһенә лә бар белгәнсә, аңлағанса ярҙам итергә, уның менән аралашырға тырышты. Бер көн килеп үҙенә ейәнсәр ҙә бүләк иткәс, тамам күңеле булды Ғәйшәнең. «Ярай, әллә кем булһа ней, ҡайһы берҙәр үҙебеҙҙән алған килендәре менән дә эт-бесәй һымаҡ әле, миңә әле ултырған еремә түшәк һалып, ҡулымдан эшемде алып ҡына тора. Ярай, Аллаға шөкөр»,—тип уйланы.
Яҙғы сәсеү мәле ине. Рамаҙаны ҡырҙа ятып эшләй, өс-дүрт көнгә бер генә икмәк-сәйгә ҡайтып әйләнә.
Бер көн иртәнсәк килене һыйыр һауырға сыҡҡан еренән йәмшәйгән буш биҙрә тотоп инде. Үҙе ҡурҡҡан.
—Ней булды?—урындыҡта бәпес һәтесләтеп ултырған Ғәйшә аптырап китте.
Тегеһенең ҡулдарын болғап аңлатып маташыуынан, йәмшәйгән биҙрәнән дә, һыйыр типкәндер тип аңланы ҡатын һәм ейәнсәрен сәңгелдәккә һала һалып, тышҡа сыҡты. Һарай эсенә барып инһә—аптырап китте. Аҡбашы күҙҙәре йоҙроҡ хәтле булып алаҡандаған, яҡын барырлыҡ түгел, даһыр-доһор килеп әле бер, әле икенсе башҡа ҡаса. Өс бөртөк һарығы ла мөйөшкә һырыҡҡан.
Был көн һыйырын һауа алманы Ғәйшә, ярһыған мал тынысланманы. Ахырҙа, быҙауын ҡушып тылҡытып, ҡыуып сығарыуҙан башҡа сара тапманы. Ә иң сәйере һуңғараҡ булды. Ете төн уртаһында ейәнсәренең имсәк эҙләп илағанына уянды ул. Хәҙер имеҙһә тымыр әле, тип, көтөп ята бирҙе лә, бәләкәс ярһып уҡ киткәс, төп яҡҡа сыҡты һәм бот сапты: бала бер үҙе тыпырсынып илай, әсәһе юҡ, етмәһә асмалы тәҙрә шар асыҡ тора. Эләгә-тәгәрәй барып тәҙрәне япты, баланы ҡулына алды. Тышҡа сыҡҡан булһа, хәҙер инер, тип уйланы, тик ваҡыт үтә торҙо, килене һаман юҡ. Бәпесте күтәреп йөрөп бер аҙ ойотҡас, тышҡа сығып, кәртә тирәһен дә байҡап әйләнде, теге бер ерҙә лә юҡ. Нимә уйлап, ни эшләргә лә белмәне Ғәйшә. Ултыра торғас: «Урамдан эйәртеп алып ҡайтҡан нәмә шул инде, сыҡты ла олаҡтылыр үҙ яғына»,—тип, улын ҡушып яттан әрләп ташланы. Таң яҡтыра башланы... Туҡта, кем... тауыш-тын бар түгелме?.. Йүгерә һалып соланға сыҡһа, килене инеп килә икән. Хоҙайым, әллә һыу ингән инде?! Төн йөҙөндә һыу инеп йөрөгәнме әллә?..
Дер-дер ҡалтыранып ашығып инеп килгән ҡатын тупһала ҡәйнәһе менән йөҙгә-йөҙ бәрелде. Йәш ҡатын һаташып йөрөгән кешеләй, аптыранған, шаңҡыған ҡараштарын Ғәйшәнең йөҙөнән йүгертте лә, йәһәтләп төпкә үтә һалырға ашыҡты. Ҡәйнәһе уның артынан бөтөнләй ауыҙын асып ҡарап ҡалды: килен мунса алдында элеүле торған алама халат йоратына ғына төрөнөп алған ине.
Оксана кискәсә төп яҡтан сыҡманы, Ғәйшә лә өйгә инмәне. Икеһе лә бер-береһенең күҙенә күренеүҙән ҡурҡтымы, кисерештәренән оялдымы, күргәндәрен аңлатырға йәки һорарға һүҙ тапманы. Эңергә ҡарай йәш ҡатын сығып усаҡ тирәһендә уралды, ҡаҙанда һыу йылытып балаһының кейем-һалымын сайып элде. Үҙе бик бойоҡ. Ғәйшә лә аптыранды. «Әллә берәй ауырыуы бармы ҡороғорҙоң, бигерәк өҙгөләнгән кеүек тә...»—тип көйөндө.
Көтөү ҡайтҡас, урамға тыныс ҡына инеп килгән һәүкәше, киленде күргәс тә, тағы күҙҙәрен алартты, артынан сыбыҡ менән төшкән хужабикәһен тапай яҙып, аҡ-ҡара күрмәҫтән тәртә ҡоймаларға ташланды һәм ауыр кәүҙәһе менән ни ғиллә менәндер кәртәне аша һикерҙе. Һарыҡтары иһә ҡапҡаға яҡын да килмәне. Хайран булды Ғәйшә. Бер килененә, бер һыйыры сапҡан яҡҡа ҡарап ҡалды.
Шул кисте төнгә улы ҡайтты. Мунса яҡтылар. Ауыр эштән йонсоған ир йыуынып инде лә, ҡыҙын уйнатып ятҡан еренән хырылдап йоҡлап та китте.
Төндә «гөп» иткән тауышҡа тертләп уянды Ғәйшә, ул арала тағы бер гөпөлдәне. «Аһ-аһ, мылтыҡ аталармы әллә?» Ҡурҡып ҡалҡынды ла: «Рамаҙан... Рамаҙан!»—тип өндәште. Яуап биреүсе юҡ. Йөрәге нимәлер һиҙенгән әсә яланаяҡ йүгерә һалып барып йәштәр ятҡан яҡтың ҡорғанын асып ебәрҙе—урындары буш. Тышҡа атылды. Урам буш.
—Рамаҙан! Рамаҙа-ан!—Ғәйшә кәртәләр яғына йүгереп үтте. Тынлыҡ. Һыҙыла барған таңға ҡолаҡ һалды. Әһә, картуф баҡсаһы яғында тауыш бар. Шул яҡҡа йүгерҙе. Тышылдап барып, саҡ улының өҫтөнә менмәне. Рамаҙаны мүкәләп ултырып ергә бөгөлөп төшкән. Ҡаушаған әсә ҡалтыранып улының яурындарына йәбеште. Унан улы башын терәгән нәмәгә эйелә биреп күҙ һалды ла, ҡысҡырып ебәрҙе:
—А-а-а! Килен!!! Рамаҙан! Нимә был?! Нимә булды?!—үҙе шул һүҙҙәренән һуң уҡ тегеләр янына ултыра төштө. Уға яуап биреүсе булманы. Ҡайғыһынан иҫәр хәленә ингән уҫлаптай кәүҙәле ир, нескә генә ҡатынының ап-аҡ тәнле үле кәүҙәһен күтәреп күкрәгенә ҡыҫты ла, өйгә ҡарай алып китте. Ҡатындың һәлберәп төшкән нәфис беләге буйлап ергә ҡан тама, етен сәстәрен иртәнге йылы ел иркәләй ине.
Суд барышында улы түбәндәгеләрҙе һөйләне: төндә уянған да, ҡатыны тышта оҙаҡлағандай булғас, эҙләп сыҡҡан. Яҡын-тирәне, аҙбар эстәрен ҡараған, тауыш биргән. Ахырҙа, һарай арттарына күҙ һалайым тип үтһә, ай нуры яҡтыһында ниндәйҙер эттең картуф баҡсаһы ҡоймаһын һикереп үткәнен аңғарған. Яҡшылаңҡырап ҡараһа–бүре икән. Ҡатын ҡайғыһы киткән. Кирегә сапҡан. Келәткә инә һалып, ҡушкөбәген алып яһаған да, арт яҡҡа кире йүгергән. Килһә, теге бүре бер ҙә ҡурҡҡанға оҡ-шамай, туп-тура кәртәләргә туралап килә икән. Ир быға мылтыҡ көбәген төҙәй. Теге һаман килә. Ата был. Януар «сый» итеп бейек картуф һабаҡтары араһына ырғый, тағы ата. Тауыш тынғандай булғас, яҡын килһә... унда ҡатыны ята. Ҡойоға буялып бөткән... шәрә...
Әлбиттә, Рамаҙанға берәү ҙә ышанманы. Хатта әсәһе үҙе лә. Суд «көнләшеү нигеҙендә яһалған енәйәт» тип, туғыҙ йылға хөкөм итте лә төрмәгә оҙатты. Ғәйшә кескәй ейәнсәрен ҡосаҡлап, һуңғы көндәрҙә булған ҡот осҡос хәлдәрҙән айный алмайса түгелеп илап ултырҙы ла ҡалды. Күҙ асып йомған арала һоҡланғыс йәштәр ҙә, матур ғаилә лә, илаһи мөхәббәт тә, бәхет тә, шатлыҡтар ҙа юҡҡа сыҡты.
Дүртенсе йыл тигәндә улын табутта алып килделәр. Төрмәлә кемдәрҙер менән эләгешкән дә, сәнсеп үлтергәндәр, тинеләр. Һушһыҙ булып ауған Ғәйшә менән бытылдап йүгереп йөрөгән Зарифаны күрше-күлән баҡҡан арала, төрмә һаҡсылары табутты ерләне лә шылды. Шулай итеп, ейәнсәр менән өләсәй бөтөн донъяла бер-береһенә иң яҡын ике генә кеше булып тороп ҡалды.
...Һуңғы көндәрҙә Зарифаның хәле яҡшы. Буталсыҡ төштәре лә, төнгө мәшхәрҙәре лә ҡалдырҙы уны. Дөрөҫөрәге, бәхеткә ҡаршы, ауылда ҡабатланманы. Быныһы бер шатлыҡ булһа, икенсе ҡыуанысы ҡыҙ өсөн ҙурыраҡ та, мөһимерәк тә ине. Ғәлинур ҡайтҡан! Ниһайәт, сессияһын тамамлап, йәйге каникулдарға ҡайтҡан. Ҡалала техникумда уҡый ул, төрлө техника, ҡоролмалар төҙөлөштәрен өйрәнә.
Ғәлинур менән Зарифа ҡара-ҡаршы йорттарҙа йәшәп, мәктәп йылдарынан бергә уйнап үҫте. Аҡ йөҙлө, йәшкелт күҙле, үҙенән ике йәшкә кесе булған нәҙекәй генә ҡыҙ баланы малай башта дуҫтарына ҡушылып: «Мәрйә», унан ҡалһа йәшел күҙҙәренән көлә булып: «Бесәй-бесәй, бес-бес-бес» тип үсектерҙе. Шулай эләкләй торғас, юғары кластарға етеүгә шул «мәрйә»гә башкөллө ғашиҡ булыуын аңланы. Янынан үткән-һүткәндә «Бесәйгүҙ» тип ауыҙ йырҙы ла, шул күҙҙәрҙең йәшел нурын ҡараштары менән йота биреп торғоһо, кистәрен үҫмерҙәр эскәмйәлә йыйылғанда уның янына ултырғыһы, уйындарҙа ҡулдарын тотоп тора биргеһе килде. Ҡыҙ ҙа ситкә ҡасманы, киреһенсә, магнит тартҡан кеүек егеткә ылыҡты.
Ауыл ерендә бындай эштә сер буламы? Йәштәр әле үҙ хистәрен үҙҙәре аңлап етмәҫ элек үк, уларҙың «ҡайнар мөхәббәте» хаҡында хәбәр таралды. Был хаҡта, әлбиттә, егет менән ҡыҙҙың икеһенә лә йөҙ төрлө итеп килеп бышылданылар. Әммә йәштәр был хаҡта һөйләшергә йәки осрашырға ашыҡманы. Егет ҡыҙҙан, ҡыҙ егеттән нимәлер көтөп, бер-береһен ситтән генә күҙәтешеп, мәғәнәле ҡараштар, йылмайыуҙар ме-нән генә алмашып йөрөй бирҙе. Шулай итеп, Ғәлинур мәктәпте тамамланы ла, йәйен колхозда йөрөп үткәреүгә, көҙгә армияға ла саҡырттылар. Зарифа оҙатыу кисәһенә бара алманы—өләсәһе ебәрмәне. Ауыл араһында ул-был ғәйбәтте ишетә-белә йөрөгән ҡарсыҡ, ҡунаҡҡа саҡыра килгән егеттәрҙе бороп сығарҙы ла, үсегеп турһайған ейәнсәренә бармаҡ янап: «Һаҡланғанды һаҡлармын тигән…»—тип кенә ҡуйҙы.
Әммә хат алышыуҙарына ҡамасауламаны Ғәйшә әбей. Киреһенсә, ҡыҙы
өйҙә булмағанда хат ҡулына килеп эләкһә, конвертын ҡәҙерләп кенә ҡат-ҡат
һыйпап, ҡабартып өйөлгән яҫтыҡтары аҫтына йәшереп ҡуйҙы ла, тәҙрә өлгөләренән күҙен алмай, бала кеүек сабырһыҙланып, ейәнсәрен көттө. Тегеһе ҡайтып, көлә-йылмая уҡығанда, ишетеп торғандай ҡуша ҡыуанып, тешһеҙ ауыҙын йырып, сырыш ҡул һырттарын ыуалап, ҡәнәғәт булып ултырҙы.
Ғәлинур армиянан ҡайтҡанда, Зарифа бер йыл фермала эшләй ине инде. Мәктәптән һуң ул уҡып торманы, өләсәһе лә оло кеше булараҡ, ейән-сәрен ҡайҙалыр сығарып ебәрергә теләмәнеме, әллә уҡырға кәрәк тигән төшөнсәне белмәнеме—ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Мәктәпте тамамлап, бер ҡайҙа ла йыйынмаусыларҙы колхоз хужалығы ҡуш ҡуллап үҙенә эшкә саҡырҙы һәм был исемлеккә Зарифа ла ингән ине.
Фермалағы эше менән ҡәнәғәт ул. Малдарҙы ярата, һыйыр һауыу ҙа бәләкәйҙән өйрәнгән шөғөл, аҡсаһын түләйҙәр. Теләгәнен алып кейә, алып ашай ала һәм үҙен тормошта урынлашҡан, маҡсаттары аҡтарылған ҙур кеше итеп тоя.
Ғәлинур менән Зарифа бер йәй генә бергә булып ҡалдылар. Ҡара-ҡаршы йәшәгәс, бер-береһенең күҙ алдында ғыналар. Кистәрен дә бергә сыҡтылар, уйындарҙа ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөнөләр, йәнәш ҡайттылар, эскәмйәлә һыйынышып ултырҙылар, серләштеләр, оҙатыштылар. Күптәр уларға ҡарап: «Була бит бәхетле кешеләрҙә бәхетле мөхәббәт»,—тип һоҡланды, көнләште, ҡыҙыҡты. Ә был икәү башҡаларҙы күрмәне лә белмәне, икәү-ара мөкиббән булышып, һәр көнгә, һәр кискә һөйөнөп, бер-береһе менән һоҡланышып йәшәй бирҙе.
Дауамы бар.