Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Август 2019, 16:35

ӘҮЕРНӘ ҺӨЙӨҮЕ

Туҡтауһыҙ урман-ҡырҙар буйлап саба бит ул. Эйе, йүгермәй, саба ла һуң... Эт шикелле әҙәм йөрөмәҫ ерҙәрҙән саба... Эт шикелле шул... Еҫе лә эттеке... Аһ! Этме ул әллә!? Үҙ асышынан ҡыҙҙың хәле бөтөп, үлән өҫтөнә ултыра төштө.

… Урман буйлап йүгерә лә йүгерә ул. Ҡайҙа барғанын, нимә теләгәнен белмәй, оҙайлы тотҡондан иреккә сыҡҡандай саба ғына. Ҡалай шәп бара бит әле, ағас олондары, ҡыуаҡтар ян-яғынан ял-йолп итеп кенә тора. Бына йылға ярына килеп сыҡты һәм… бер нигә ҡарап тормаҫтан, шаптыр-шоптор һыуға төшөп китте лә, аяғы тейгән ергә тейеп, теймәгәнендә сап-соп йөҙөп сыҡты ла китте. Ярҙың икенсе яғында тағы йүгерҙе. Хәле лә бөтмәй, киреһенсә, һәр мускулында, һәр күҙәнәгендә ҡөҙрәтле көс, таҫыл тоя. Ҡайҙа, нимәгә ашығалыр? Ысынында бер маҡсатһыҙ, бары ирек менән ләззәтләнеп йөрөй шикелле ул…
Зарифа таңға табан баҡса мөйөшөндә ятҡан килеш иҫенә килде. Уянды ла, ҡараңғылы-яҡтылы булһа ла өҫ-башының бысраҡ, оҙон сәстәренең һыу, аяҡ-ҡулдарының һыҙырылып, сыйылып бөткәнлеген аңғарҙы. Быларынан бигерәк уны шәрә булыуы ҡурҡытты. Эйелә-эйелә картуф һабаҡтары, ҡый үләндәре, ҡойма һайғауҙары артына йәшеренергә тырышып, йәйләүҙең иң ситендә урынлашҡан таҡта аласыҡҡа ҡарай шылышты. Килеп етеп ишек тәңгәлендә сөйҙәрҙә элеүле торған беренсе халатты эләктерҙе лә йылғаға йүгерҙе. Һәрмәләнеп үҙҙәренең һауындан һуң йыуыныу өсөн йәшереп йөрөгән һа-бындарын тапты һәм ашыға-ашыға бер юлы бит-ҡулын, тәнен, башын күпертергә кереште. Урман эсендәге һыу һыуыҡ, тештәрен тешкә теймәй шаҡылдата, әммә ҡыҙ быны тоймай ҙа, балтырҙарына ҡәҙәр булған сөм урынға төшөп алған да, аҡылынан шашыр хәлгә етеп, ҡуш услап өҫ-башына һыу һибә генә.
... Бөгөн дә уны һыйырҙары яҡын ебәрмәне. Килә башлаһа, күҙҙәрен алартып, һауыу ҡоролмаһының тимер ҡоршауҙарына һырынып ҡалтырана башлай, уҫалыраҡтары шартлатып тибә, хатта һөҙөргә, ҡоршауҙар аша һикереп ҡасырға ынтылғандары ла булды. Тағы ла Сания апай килде. Инде өсөнсө көн Зарифаның һыйырҙарын һауынсыларҙы ял иттереүсе шул ҡатын һауа ине. Һыйырҙар тамам тынысланып, һауыу аппаратын ҡуйҙыртһындар йәки саҡырыуға килеп етһендәр өсөн бөгөн Зарифаға ялан кәртәнән сығып уҡ китергә тура килде. Эй, ғәрләнде быға ҡыҙ. Ике йыл буйына бер мәшәҡәтһеҙ һауған, һөйөп-иркәләп, ҡушаматтар биреп, үҙенә тамам өйрәтеп бөткән малдары нимә ҡылана шул. Силәк-фләгәләрҙе сылтырата башлау менән үк, һауыу урынына килеп теҙелешеп сиратҡа баҫырҙар, ызылдашып сабырһыҙланып торорҙар ине бит. Өлкән һауынсы йәш ҡыҙҙарға: «Ана, ҡарағыҙ Зарифаның малдарын, ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләгәс типмәйҙәр ҙә, һөтөн дә, эйендеһен дә бирәләр, сыбыҡ тотоп ҡамап та ҡаңғырмай, һыйырҙары үҙенә тағылып йөрөй»,—тип бик йыш уны өлгө итеп күрһәтер ине. Әлеге хәлгә ул да аптырай. Бер генә булһа, ни ҙә бит, өсөнсө көн. Йә бөтә ферма малдары шулай ҡыланһа, берәй насар үлән ашағандарҙыр, йә януар-фәләндән ҡурҡҡандарҙыр, тиер инең. Юҡ бит, тик Зарифаның ғына төркөмө биҙунлана. Улай тиһәң, күрше төркөм малдарының да ҡыҙға ҡарап күҙҙәрен аҡайтыуына, яҡын килһә, ҡасырға әҙерләнгәндәй, алаҡанлауына ҡарағанда, малдар унан өркә. Быны инде өсөнсө көнгә ҡыҙ үҙе лә, һауынсылар ҙа, ферма мөдире лә аңланы. Башта һыйырҙарға йәндәре көйһә, һуңыраҡ: «Зарифа, әллә һиңә ен эйәләшкәнме икән?»—тип, шарҡылдашып алдылар. Өлкәнерәк һа-уынсылар: «Әбейгә барып өшкөрөлөп ҡайтырға кәрәк, ысынлап та, йә берәй нәмә ҡағылғандыр, йә күҙ тейгәндер, кем белә»,—тиеште.
Әле Зарифа ҡарағай урманы һиллеген тыңлай-тыңлай, уйҙарына сумып,
һауынсылар һуҡмағынан ауылға ҡайтып бара. Уға бер аҙна ял бирҙеләр. Йәйге селлә булыуға ҡарамаҫтан, урман эсендә һалҡынса. Ҡарағай урманында, ғәҙәттә, ҡош-ҡорт һайрамай ул. Ҡоштар яҡтыраҡ, йылыраҡ ерҙәрҙе төйәк итә.
Шулай ҙа бында ла тереклек етәрлек. Зарифа уларҙың барыһын да тойоп, ишетеп килә. Ана, унан биш-алты аҙымдай ғына ағас төбөндә терпе ҡыштырҙап йөрөй, өҫтә, ботаҡтар араһында, ике тейен уҙышып уйнай, артыҡ тауышланмайса ғына ҡорт-бөжәк сүпләүсе, үлән-япраҡтар араһында ҡаҙыныусы ҡанатлылар ҙа етәрлек. Ҡыҙ үҙенең был ғәҙәти булмаған фиғеленә хәҙер инде аптырамай. Һуңғы ваҡыттарҙа был һәләт унда көсәйгәндән-көсәйә барып, ошондай кимәлгә етте инде. Уны икенсе нәмә борсой. Быға тиклем бары төш кенә булып килгән төнгө сәйәхәттәре ысынбарлыҡҡа әйләнде бит. Эйе, төштәрендә ул быға тиклем дә ҡайҙарҙалыр туҡтауһыҙ сабып йөрөй, ят ерҙәр, урман-тауҙар үтә ине. Бындай төштәр уға айҙың ниндәйҙер бер нисә көнөндә генә килә ине. Ул көндәре ҡыҙ көндөҙөн дә үҙен арығандай, хатта ауырып торғандай тоя торғайны. Ә был юлы ул ысынлап ҡайҙалыр сыҡҡан булып сыҡты. Тәүге көн йәйләү ситендә иҫенә килгәс, ҡурҡышынан саҡ киренән иҫен юймағайны бит. Өҫ-башы бысраҡ, ҡул-беләктәре һыҙырылып бөткән, өҫтөнән ят еҫ килә, ә үҙе... үҙе шәрә ине. Һәм ошо хәл инде өсөнсө көн ҡабатлана. Кисен ҡыҙҙар менән бер ни булмағандай уйнай-көлә йоҡларға яталар, телевизор ҡарайҙар йә пластинка тыңлайҙар. Үҙ урынында, үҙ кейемендә йоҡоға китә лә, ни мөғжизә менәндер хоҙай ҡушмаған ерҙә һәм хәлдә килеп уяна. Ә бит ул ана шул йөрөүҙәрен тоя ла. Туҡтауһыҙ урман-ҡырҙар буйлап саба бит ул. Эйе, йүгермәй, саба ла һуң... Эт шикелле әҙәм йөрөмәҫ ерҙәрҙән саба... Эт шикелле шул... Еҫе лә эттеке... Аһ! Этме ул әллә!? Үҙ асышынан ҡыҙҙың хәле бөтөп, үлән өҫтөнә ултыра төштө. Ултырған ыңғайы, биттәрен устары менән ҡаплап, илап та ебәрҙе. Йә инде, исмаһам, хәлен һөйләп аңлатыр кешеһе лә юҡ бит. Өләсәһе лә, әхирәттәре лә тыңлағанда ла ышанмаҫ ине, өләсәһе өшкөртөп маташыр, ҡыҙҙар уйлап сығара, тиерҙәр. Ә Ғәлинур... Ғәлинурға ундайҙы һөйләп тормаҫ бит инде, оялмайса...
* * *
—Нишләп ҡурҡа һуң һинән һыйырҙар?—Ғәйшә әбей, төҫө уңған йәшкелт күҙҙәрен секерәйтеп, ейәнсәренең илауҙан ҡыҙарған йөҙөнә төбәлде.
—Әллә...—өләсәһе ҡаршыһында сәй шөрпөлдәтеп ултырған ҡыҙ яурындарын ғына һикертте.
—Һөрәнләйеңме әллә, балам, һуғаңдыр...—ҡарсыҡ үҙе лә ышанмаҫтайҙы теҙҙе.
—Ю-уҡ. Бер нәмә лә эшләмәнем. Быға тиклем нисек булһа, шулай һәйбәт йөрөйҙәр ине. Бер көн, шул өсөнсө көн инде, иртәнсәк килһәм—минән ҡурҡа-лар. Берәүһен урынына ҡыуып индереп һауайым тиһәм, ҡоймаға менә яҙып тулай . Сания апай менән бергәләп эшләп тә ҡараныҡ, барыбер тик торалмайҙар. Мин ситкә китһәм...—ҡыҙ йәштәренә быуылды,—һауҙыралар... Етмәһә... башҡаларҙың һыйыры ла минән ҡурҡа-а...
Ғәйшә әбей ашъяулыҡтың был яғына сыға һалып, һыңҡылдап бөгөлөп төшкән ейәнсәрен ҡосағына алды:
—Йә, сеү, сеү, балам... Мал өсөн илап ней... Анау заффирмы килеп тороп маҡтай ҙа тора ине, күҙ тигеҙгәндер әле шул, күҙе сыҡҡыр... шулайҙыр, атыу нимә булһын? Күҙ-теш инде. Быйыл килеп тартылып үҫтең үҙең, еләк кеүек булдың инде, еттең... еттең. Кеше һоғо инде, көнләшкәндәр ҙә юҡ түгелдер... Һаҡланмаған балаға ней...
Зарифа өләсәһенең әүрәтеүенә әүҙе, иркәләп-һөйөүенә йыуанды, илап күңелен
дә бушатып алғас, ҡәҙерле кешеһенең «иртән әбейгә апарырмын» тигәненән бөтөнләй тынысланып, эсенән генә йырлай-йырлай өй йыйыштырырға булып та китте.
Ейәнсәре тынысланды ла, Ғәйшә әбейҙең, киреһенсә, йөрәге ҡупты. Өйҙә ҡамасаулап йөрөмәҫкә булып, сығып һикәлтәгә ҡунаҡланы ла, бармаҡта-рын йышылып бөткән көмөш балдаҡтар уралтҡан, тиреһе бушап, йыйырсыҡланып, ҡоро тарамыштар ғына булып ҡалған ҡулдарын шулай уҡ ҡалтырауыҡ ҡына тубыҡтарына ҡуйып, шуларға текәлеп ҡалды. Нимә һөйләй шул ҡыҙғынаһы? «Һыйырҙар ҡурҡа» тейме? Нишләп улай булыр икән?.. Был хәл бит уға таныш... Һыйыр ҡурҡыу... мал ҡурҡыу... Бының нимә икәнлеген аңлай алманы ул...теге ваҡытта ла... әммә насарға икәнлеген белә...«Эһ-һ...» Әбей, сатин күлдәк менән йоҡа ғына күк бәрхәт кәзәкей япҡан ҡаҡ түше аша ниндәйҙер шом һиҙеп әсетеп киткән йөрәген ыуҙы.
...Бынан ун туғыҙ йыл элек, Рамаҙаны хеҙмәт иткән еренән йәш кенә ҡыҙ бала эйәртеп алып ҡайтҡайны. «Быныһы киленең»,—тип таныштырғайны улының армиянан ҡайтып төшкәнен һөйөнсөнән ишетеп, тыны һығылып йүгереп ҡайтып ингән әсәһен. Берҙән-бер балаһын көтөп алыу шатлығынан ярһыған ҡатын, башта был һүҙҙәргә иғтибар ҙа бирмәгәйне. Әммә ҡыуаныстан ҡысҡырышып һөйләшә-һораша сәй табыны әҙерләп бөткәс, быға тиклем урындыҡ ситендә тын ғына ултырған ҡыҙҙың, улының өҫтәлгә әйҙүкләүенә өҫтөндәге плащ һымаҡ нәмәһен сисеп, ҡулъйыуғысҡа барып йыуына башлағанында, күҙгә салынырҙай уҡ ҡорһағы бар икәнлеген аңғарҙы һәм, бая әйтелгәндәр аңына яңы ғына барып еткәндәй, «ялт» итеп улына ҡараны. Әсәһенең ҡайҙа ҡарашы төшөүен аңғарған улы, уңайһыҙланғандай итеп йылмайҙы ла, «киленең, тинем бит, әсәй» тигән булды. Ғәйшә, нимә әйтергә белмәй, телен тешләне.
«Киленең» тигәне әле яңы ун һигеҙе тулыр-тулмаҫ ҡына украин ҡыҙы булып
сыҡты. Рамаҙан хеҙмәт иткән ерҙә йәшәгән икән. Тәне һөт шикелле аҡ, сәстәре көлтәләй һары ла, күҙҙәре аяҙ күктәй зәңгәр ине ҡыҙҙың. Русса һөйләшһә, аҙ
булһа ла аңлар ине лә Ғәйшә, үҙҙәренсә, украинса ғына икән теле лә. Улына яу-
сылап ҡыҙ әйттереп, ҡоҙалап туй үткәреүҙәргә өмөтләнеп, әллә ни төрлө татлы хыялдар йөрөткән әсә бәхетенең бер сите кителеп киткәндәй булһа ла, уйҙарын йөҙөнә сығармаҫҡа, кешегә һиҙҙермәҫкә тырышты. Һалдат күрә килгән күрше-тирәгә, ауылдаштарына: «Һалдат ҡына түгел, килен дә бар беҙҙә, әйҙә, үтегеҙ, әйҙәгеҙ сәйгә,—тип әйҙүкләне, ара-тирә килеүселәргә ҡарағанда үҙ-үҙенә төбәгәндәй итеп өҫтәп тә ебәрҙе:
—Ҡырҙан килен апҡайтыу ата-баба йолаһы инде...»
Шулай ҙа аҙаҡтан һорашмай ҙа булдыра алманы. Кем балаһы? Кем ҡыҙы? Нишләп былай, урамдан шикелле эйәреп киткән?
—Оксана мин хеҙмәт иткән ергә яҡын утарҙа йәшәй ине,—улының яуабы бик ҡыҫҡа булды.
—Йәшәгәндер... Ата-әсәһе кем, тигәндәй...
—Белмәйем, улар хуторҙан айырылып, үҙҙәре генә урманда тора ине. Атаһына бер барып та ҡарағайным, индермәне...
—Ҡыҙын әүрәтте тип асыуланды микән...
—Бәлки... Уны хуторҙа ла халыҡ аңлап етмәй ине ул, сәйерме, ҡырағаймы шунда... Кешеләр менән аралашмай, ғаиләһе менән генә ҡырҙа йәшәй...
Әсә аптырай төштө:
—Ҡалай уйламаған әҙәмдәргә юлыҡ-ҡанһың икән...
—Беҙгә уның ата-әсәһе нимәгә, әсәй, Оксана һәйбәт, атаһынан ҡасып миңә эйәреп китте. Һәм...әсәй... әйтеп ҡуяйым тием... Һин Оксананы бындай хәлдә тип... ҡасып килгән тип, кәмһетмә инде, йәме. Ул миңә бик ҡәҙерле... бик... Был яҡҡа килергә риза булмаһа, мин уның янында ҡала инем...
Ошо һөйләшеүҙән һуң улына рәнйеп тә йөрөгәйне ҡатын. «Яҡшылап танауы ла кибеп етмәгән бер етен башҡа алданып, әсәһенә лә ҡайтмаҫҡа уйлағанмы, юғиһә? Ире үлгәндән һуң күпме генә һоратһалар ҙа, үгәй күҙенә ҡаратып ултыртмайым тип, улын йәлләп, ҡабаттан тормошҡа ла сыҡманы, үҙен шул бер балаһына ғына бағышланы, көндәрен һанап көттө армияһынан да. Ә ул... «килмәһә ҡала инем» тиме?..»
Дауамы бар.
Читайте нас: