АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Август 2019, 10:34

Алаҡас

Йән тартмаһа ла, яҙғаны ошолор, тип, алмаҡ булып, зоотехниктың ҡулын ҡыҫырға үрелгәйнем генә ниндәйҙер йомшаҡ морон ҡабырғама төртөлдө: ҡайырылып ҡараһам, яңы тайҙан үткән ала ҡонан яныма килеп үк терәлгән имеш, үҙе хас әкиәттәгеләй, әйҙә, мине ал да ҡуй, тигәндәй, аңлы-зиһенле йәндәй инәлеп ҡарай.

Ауыл Советының ойоштороу сессияһында рәйес итеп һайлап ҡуйылғас, район башҡарма комитетының туранан-тура ҡушыуы буйынса эштә ҡулланыу өсөн миңә ат бирергә булып киттеләр. Ни тиһәң дә, өс тиҫтәгә яҡын депутат округы ингән Совет ҙурҙан иҫәпләнә, тулайым биләмәһенә ингән. Араларын урман эсенән бормаслап һалынған ат һуҡмағы тоташтырған өс ауыл бер-береһенән сағыштырмаса йыраҡ урынлашҡан, яҙ-көҙ көндәрендәге ыҙғырыҡта, батҡаҡта, бар тирә-яҡҡа нышып, һылап көрт тултырып үткән күҙ асҡыһыҙ ҡышҡы бурандарҙа, бәйләнеш бөтөнләй тиерлек өҙөлә. Арба-сананан ҡалғанда инде, өҫтөнә көләпәрәле брезент плащ бөркәнгән, аяҡтарына ҡойған резина итек кейгән баҡса ҡарасҡыһы һынындағы һыбайлыға әүереләһең. Юғарынан йылы һүҙ ишетелеп, рәсми рөхсәт килеү менән совхоздың баш зоотехнигын эйәртеп алып киттем йылға аръяғында урынлашҡан аҙбарға, ат һайларға. Үҙәк бүлексәнең ялан кәртәһендә илле-алтмышлаған эреле-ваҡлы йылҡы күренә, араларында бейәләр имсәгенә талпандай ҡаҙалған ҡолондар бар, баҡтаһын ҡойоп өлгөрмәгән тай-тулаҡ та етерлек. Мал аҙығы мул, иркенләп тотонорлоҡ булғанлыҡтан, аттарҙы ҡышҡы осорҙа тибенгә сығармайҙар, һауын һыйырҙары фермаһының бер яҡ ҡырындағы ағастан буралған, шифер ҡыйыҡлы һарайҙа тоталар. Күренеп тора, йылҡылар көр, бағыулы. Әлеге мәлдә улар ялан кәртәлә таралып тороп, селләнең сыуаҡ булһа ла һалҡын нурҙарында ирәйеп йоҡомһорайҙар. Зоотехник, ҡапҡаны асып инеү менән, киң күңелле йомарт хужалай ҡоласын йәйҙе:
—Эшсе аттарҙы, еккегә өлгөрөп етмәгән ыбыр-сыбырҙы иҫәпкә алмағанда, ошоларҙың бары ла һинеке, теләгәнеңде һайлап ал! Күрмәлекле түрә булараҡ анауҙы тәҡдим итер инем,— ситтәрәк торған ажар туры айғыр яғына ымланы,— яңыраҡ Васильевка утарындағы сыуаш Степандан ат тырмаһына, сапҡысына алмашып алдыҡ: үҙе бейек, үҙе ҡеүәтле, тик ишеткәнһеңдер, хәбәрҙарһыңдыр, буштың атаһы күптән үлгән бит, брат, так что һинән бер еҙ самауыр мәй!
Ысынлап та, дейеүҙәй ҙур, эре һөйәкле ине теге, һырты ла яҫтыҡтай яҫы, бындай шәп малды көмбәҙле сбруй кейҙереп, һайғауҙары ҡараға буялған крандасҡа, буҫтаулы санаға егеп ҡырын ятып йөрөүе үҙе бер мәртәбә буласаҡ!
Күҙәткәнде шәйләгән айғыр, шәплеген күрһәтергә теләпмелер, эргәһендәге ҡойто тайға гөрһөлдәтеп тибеп ебәрҙе, тағы берәүһенең ялынан тешләп кешәнәтте. Ҡаялай яңғыҙы һерәйгән, һис берәүҙе яҡынлатмай. Уҫал, бигерәк алама күренә!
Йән тартмаһа ла, яҙғаны ошолор, тип, алмаҡ булып, зоотехниктың ҡулын ҡыҫырға үрелгәйнем генә ниндәйҙер йомшаҡ морон ҡабырғама төртөлдө: ҡайырылып ҡараһам, яңы тайҙан үткән ала ҡонан яныма килеп үк терәлгән имеш, үҙе хас әкиәттәгеләй, әйҙә, мине ал да ҡуй, тигәндәй, аңлы-зиһенле йәндәй инәлеп ҡарай.
—Ә быныһы ниндәй ҡорсаңғы тағы? - Түбәнһетеп мыҫҡыллы таһырайҙым.
—Күрмәйһегеҙме ни, таналыҡтан яңы сыҡҡан һыйыр ҙа баһа!— Зоотехник һаһылдап
көлөп ебәрҙе лә кинәт быжыр йөҙөн етдиләндерҙе— Әтнәке, илгәҙәк ул, тоғро эт һымаҡ ҡуштан да, мәгәр ҡатылығы, һерелеге самалы, эшкә, ауыр йөк тартырға ла барымы юҡтыр, еккегә лә эшкинмәҫ, моғайын. Ярай, йөрөп торһон әле, үҫә, көрөгә төшһөн, бәлки, берәйһе һуғымға һорар, аҙаҡ күҙ күрер… —Яңынан тегегә күҙ аттым да, яҙмышы алдан уҡ фажиғәғә йүнәлтелгән ҡонан нисектер йәл булып китте. Тере йән ҡорбан булыу йә һуйылыу өсөн түгел, яҡты донъяға имен-аман йәшәр өсөн тыуа…
—Абзый, давай ошоно миңә бир! —Үҙем дә абайламаҫтан әйттем дә һалдым үтенесемде.
—Тай ат булғансы, эйәһе эт булған, тигәнде ишеткәнең бармы, тимәк этләнергә яйың?
—Аңын-тоңон ҡарамай ҡорсаңғынан һалдырһам да был ҡонан оҡшаны һымаҡ, шулай булғас нисек тә әҙәм итеп алырмын әле!
—Э-э-э, брат, зерә улай тиһең, малды әҙәм итеп булмай, ә кешенән аңра мал яһауы үтә лә еңел!
—Һинеңсә булһын, төҙәтеүеңде ҡабул итәм, был ҡонандан ажғырып торған айғыр
әүәләйем!
—Улай уҡ кәпәренмә, фәстермә инде, йәме, күр ҙә тор, аҙна-ун көндән яңынан килеп ат таптырасаҡһың, шуға бер килгәнеңдә ҡабат-ҡабат ҡыялғансы мәсьәләне урында хәл итәйек тә ҡуяйыҡ…
—Бир, тигәс бир!
—Ну смотри, йәне теләгән йылан ите ашаған, әгәр көлә-мыҫҡыл итә башлаһалар, аҙаҡ үпкәләштән булмаһын!
—Көлһөндәр, әйҙә, кешелә эшем юҡ, алам тигәс алам! Минән мәй үк булмаһа ла,
ашаулығына ҡәрәҙле бал ҡуйылған бер самауыр сәй!
—Сәйеңде үҙең эс, бушлай бирәм, ҡотолам түгелме?
—Туҡта, улайтып орҙо-бәрҙеләнеп ҡотолорға ашыҡма, атты һайлауын һайланым,
тик ул дөйөм кәртәлә ҡалһын, бағыу-ҡарау хаҡын һуңлатмай, мәлендә түләрбеҙ, айырым бикләп тотоғоҙ, бесәнде мул һалығыҙ, емде тартмағыҙ!
—Билдәле инде, етәкселәрҙең аттары айырым урында. - Әҙәбиәт, бигерәк тә шиғырҙар менән ҡыҙыҡһыныусы зоотехник ҡонан яғына күҙ атты ла зыялылылығын, уҡымышлылығын күрһәтергә самалап шиғыр юлдарын теҙҙе:
Ты выбрался из грязи в князи,
Быстро князем становясь…
Не позабудь, чтобы не сглазить..,
Не вечны князи - вечна грязь!
— Был юлдар, моғайын, миңә лә ҡағылалыр, абзый, кисә ябай уҡытыусы ғына инем, бөгөн башҡарма комитет рәйесе. Түрәлектең, түрҙең мәңге түгеллеген атым да, шул иҫәптән мин дә хәтерҙән сығармаҫбыҙ, һәр хәлдә сығармаҫҡа тырышырбыҙ! —Шулай тинем дә, һайлағанымды томолдороғонан эләктереп алып, ғаиләмә күрһәтергә теләп, ҡайтыу яғына ҡарай ыңғайланым. Ҡонан, ошоно ғына көткәндәй, күндәм, ылдый эйәреп китте.
Ниһайәт, атлы булдым, теге Алаҡас тип өндәшкәнде лә теләп ҡабул итте. Шулай тиеүем була, юртып килеп етеп, еүеш моронон ҡабырғама төртә лә усымдан шәкәр киҫәген алып ҡабып кетерҙәргә тотона. Яйын табып, башҡаларҙың атын ҡулланып ҡонанды апаруҡ ваҡыт борсоманым, теләгәнсе ирәүәнләп иректә йөрөнө, өйөбөҙгә көнөнә өс тапҡыр елдереп килеп, асыҡ ҡапҡанан инеп, әҙерләп һалған һолоно йыпыра ла килгән етеҙлегендә сығып та саба. Шул арауыҡта күрмәлеклегә әүерелде лә китте, буйға ла тартылды, ҡырғысланған тиреһе йылҡылдап күренә, тегәнәктән арынған аҡтан-аҡ ялы, ҡойроғо елдә елберҙәй: күҙ алдында әрпеш кәрлә аттан, әкиәттән килгән саҡма тояҡлы аҡбуҙға олғашты. Эйәртенешеп йөрөп ятҡан беҙ икәүҙе тап иткәндә хайран ҡалып ғәжәпләнгән зоотехник телен шартлата:
—Тырыша торғас тәки әҙәм иттең бит, әй! —Шунан өҫтөп ҡуя. — Иллә, мәленән алда ҡыуанмай тор, уны еккегә өйрәтәһе бар бит әле, эйәр-өпсөндө лә һыртына һалдыра, әллә юҡ…
Ысынлап та Алаҡасты өйрәтеү етди бер бәләгә әүерелде, бер килке томолдороғон йүгәнгә алыштырғыһы, һыртына эйәр һалдырғыһы, тәртә эсенә ингеһе килмәне: ике аяғына баҫып үрәпсей, унда-бында ташланып, бейегәндәй итеп сыпраңлай. Абайламаҫтан ярҙамлашырға тип килгән Рафайыл ағайҙың эсенә тибеп ебәрҙе, теге ныҡышып һыбай атланырға маташҡайны, һыртынан алып ырғытты. Мәтәлеп барып төшкән ат ҡараусы аяғына аҫҡаңлап баҫып өҫтөндәге бесән, һалам онтағын ҡаҡты ла, көйәләнгән ҡиәфәттә ҡулын һелтәне:
—Минән булмай, был бирене үҙең өйрәт!
Алаҡас ни тиклем генә ушҡырып торһа ла миңә тупаҫ ҡағылманы, яҡынлай башлаһам, күҙҙәрен алартып һыртын ғына бора бары, шунан яҡынлама, тибеп осорам тигәндәй, артҡы аяғын ҡалҡытып сысаңлата. Оронмаҫы билдәле, ҡурҡыта инде шунда.
Уны ҡыҫтамай, мәжбүр итмәй эргәһенә сүгәм дә яҡын кешемә өндәшкәндәй һөйләнәм:
—Ни хәл итмәк, ваҡыт үтеү менән теләйбеҙме быны, әллә юҡмы, бөтәбеҙ ҙә тәртә артына керәбеҙ, тулап кемдең тәртәне һындырғанын күргәнең бар, ә? Йә, әйт? Өндәшмәйһеңме? Шулай аяуһыҙ ул тормош тигәнең, тере йән тыуыу менән алдан уҡ уға кәртә әҙерләнә, сиктәр билдәләнә, бикте еңермен, сиктәрҙе киңәйтеп, ҡаршылыҡтарҙы емереп сығып ҡасырмын тимә… Бына ҡоштар ҙа тәү ҡарашта иреклеләр һымаҡ, мәгәр улар ҙа, бик теләһәләр ҙә, әле яулаған бейеклектәренән юғары күтәрелеп, йондоҙло асманға аша алмай, һауала йәшәһәләр ҙә, тәғәмләнер, оя ҡорор, нәҫелде дауам итер өсөн ергә төшәләр, барыбер. Ә ерҙең ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡанундары билдәле, уның өҫтөндә лә, аҫтында ла әле мин әйткән кәртәләр һәм сиктәр, осо ҡырыйы күренмәгән офоҡтоң офоғо һуңғы сиктә бейек ҡаяға барып төртөлә, терәлә… Бына, мин дә ауыл Советына эшкә бармайым, мәктәптә балалар менән ҡалам, тип ҡаршылашып ҡараным, файҙа булманы, фәтеүә сыҡманы, райкомдың бюроһына саҡыртып алып, партбилетыңды өҫтәлгә һал да дүрт яғың ҡибла, тинеләр, эштән ҡыуыласағым, шөғөлһөҙ ҡаласағым хаҡында ла ултырыш барышында кинәйәләнеләр, иҫкәрттеләр. Йәш башым менән эшкә ашмағандай түбәгә төкөрөп ятайыммы, ояты ни тора, мәсхәрә! Дуғалай бөктөләр. Ризалаштым. Бына шулай ул, туғанҡай, көнитмеш, мин дә, шул иҫәптән һин дә бик теләһәк тә тулы ирекле була алмайыҙ… Хәҙер, сараһыҙҙың көнөнән ошо ауыр ҡамытты кейгәнмен, тынымды ҡурып, быуылдырып тамаҡ бау һыҡтырылған, арҡалыҡ бейек күтәрелгән, бауырлыҡ та эс-бауырҙы өҙөп бара, тартаһы арба-сана райсоветтан булһа, ҡамсыһы райкомдан… һәм һуңғыһы, тере йән яңғыҙ йәшәй алмай, ул айырым ваҡиғалар киҫәктәренә бүленгән, тулайым яҙмышты хасил иткән ғүмер юлының айырым бер өлөшөн кем менән булһа ла үтергә бурыслы, ышаныслы юлдаш, тоғро дуҫ, айырылғыһыҙ иптәш менән. Мин дә яҡшы булырға тырышырмын, рәнйетмәм, һин дә үҙ сиратыңда ошо сифаттар менән яуап бир… Хәтерләйһеңме, иң башта уҡ һин мине һайланың, мин һине, тимәк беҙгә ары ла бергә атлайһы. Бер-беребеҙгә терәк таяныс булһаҡ һөрөнмәҫбеҙ, бирешмәбеҙ ҙә…
Алаҡас аңлағандай күҙҙәрен мөлдөрәтеп йыуаш тыңлап тора ла моронон ҡултыҡ аҫтыма килтереп йәшерә.
—Төшөндөңмө инде?.. Улайһа, мәслихәт. Әйҙә, бөгөн һыртыңа эйәр һалып етәкләп кенә йөрөтәм үҙеңде, күнегә төшһәң, ҡамытты кейеп ҡараһың!
Шулай итеп ике аҙна тигәндә атымды һыбайға күнектерҙем, тағы ла бер айҙан тәртә артына баҫтырҙым. Бында ла ул үҙенең үҙенсәлекле холҡон күрһәтте: арбаға егеүем була, саптырып алып китә лә урамда берәйһенең асыҡ ҡапҡаһын күрһә, атлы ҡунаҡ ише дөбөр-шатыр бара ла инә. “Силсәүит үҙе лә, аты ла ҡунаҡ ярата”, тигән лаҡап та сығарҙылар ауылда.
Ир-егеткәй менән ат башы ни генә күрмәй инде, айырылғыһыҙ дуҫым Алаҡас менән буранда ла ҡалынды, билдән юғары көрт кисеп юл да ярҙыҡ, аҙаштыҡ, ямғырҙа күшектек, селләлә туңдыҡ, атыма сыбыртҡы менән һуҡҡан берәү менән яғаға-яға килеп һуғышып киткән саҡтар ҙа булды. Дан мал булды Алаҡас, егәрле, күндәм, “яҡшы атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй” бит, юлға сығыр булһаҡ, дилбегәне еңелсә ҡаҡһам, теге юртып китә, атлап йөрөүҙе белмәне, гелән юрғаланы, гелән ашыҡты.
Тыуған ауылымда яҡын туғандарым ҡалмаған хәҙер. Бер саҡ ҡайттыҡ та урам осонда туҡтағайныҡ ҡатыным һорай ҡуйҙы:
—Кемгә барабыҙ инде хәҙер?
Ауыр уфтанып ҡуйҙым:
—Эх, Алаҡас юҡ шул хәҙер, ул булһа рөхсәт тә һорап аҙапланмай асыҡ ҡапҡалы берәй йортҡа атлы ҡунаҡтай дөбөр-шатыр барыр ҙа инер инек…