—Хәйерлегә булһын инде. Мәрхәмәтен күрегеҙ.
—Бынау йәштәргә һоҡланып та туйғыһыҙ.
Бөгөн беҙҙең урамда ла байрам. Һәр кемдең йөҙөндә әйтеп бөткөһөҙ шат-лыҡ нуры. Ҡартәсәйемсе, ҡартәсәйем, йәш ҡыҙмы ни, елдереп йөрөй: ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын һыйлай, теттереп бейеп тә ала, уның араһында таҡмаҡлап та ебәрә. Үҙен танырлыҡ түгел. Әсәйем һөйләүенсә, ҡартатайым мәрхүм булғаны бирле уның шулай ихлас күңел асҡаны юҡ. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул: ҡартәсәйем иң кесе улын, Ривал ағайымды, өйләндерә бит. Ағайым да шатлыҡ тауының иң түрендә: ауыҙын йырған да, йыйып ала алмай. Кәләшенә һөйөп кенә ҡарай, хәленән килһә, ҡулынан да төшөрмәҫ ине.
Уйын-көлкө дауам итә. Ә мин, бәләкәй генә ҡыҙыҡай, ситтән генә кәнфит һура-һура еңгәйемде күҙәтәм. Үҙемсә хыялланып та алам: их, ҡасан ғына мин дә шулай һылыу булып үҫәм дә ап-аҡ күлдәк кейеп кейәүгә сығам инде. Уның араһында йәш еңгәкәйҙән бүләк алыр-ға килгән ыбыр-сыбыр бала-сағаларға еңгәйем биргән йөҙөктө күрһәтеп маҡтанып та алам. Уларға барыбер ундай затлы бүләк эләкмәй бит.
Еңгәйемә һыу юлын башлап мин күрһәттем. Төбөнә ялтыр-йолтор кән-фиттәр һалынған сәскәле күнәктәрҙе көйәнтәләп урам буйлап ғорур атлап барҙым. Әйҙә, күреп көнләшһендәр, шундай сибәр, яғымлы килендәр ауылға көн дә төшмәй әле, әсәйем ағайымдың туйына тип алып биргән күлдәгем дә күҙҙең яуын алырлыҡ.
Ривал ағайым менән Сибәр еңгәйемә көнләшеп тә, һоҡланып та ҡарамаған кеше ҡалмағандыр ул. Күрше Мәхтимә әбейҙең ҡартәсәйемә инеп:
—Улың менән киленең бер-береһенә бигерәк тап килгәндәр. Күҙ теймәһен инде берүк. Киленең һуң, киленең, матурлыҡлыҡтың үҙе бит!—тип һөйләнеп ултырғанын ҡолағымдың сите менән генә ишетеп ҡалғайным.
Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле ағайым күп ҡыҙ-ҙарҙың төн йоҡоларын алған егет бит ул. Ә Сибәр еңгәйем—уҡытыусы—ауылда иң абруйлы кеше. Осло тағалы туфли-итектәрен, буй-һынына һылашып торған костюм-күлдәктәрен кейеп, сәсен төйөп тып-тып баҫып урам буйлап үтеп китһә, барыһы ла «ах» итерлек. Ғүмер буйы һыйырҙар араһында йөрөп, тиҙәк еҫенән тамам биҙеп бөткән һауынсы ҡатындар көрһөнөп үк ҡуя:
—Бына ҡайҙа ул бәхет, егеттең нин-дәйерәген эләктергән бит әле. Эше лә тыңлауһыҙ һыйырҙарҙың ҡаты имсәген тартып йөрөү түгел. Ҡәйнәһе лә беҙҙеке ише ҡолаҡ итен ашамай.
Ҡайһы бер көнсөлөрәк ғәйбәтсе ҡатындар үҙҙәренсә һығымта яһай:
—Бер кешегә шул тиклем бәхет тәтемәй ул. Донъя бер алдын, бер артын күрһәтә. Һин аның атлап йөрөштәрен ҡара һуң, осаларын ҡалай уйната. Берәй йүнһеҙ, елбәҙәктер күп булһа. Хе… Биткә ул тиклем кәсмитикә тейәһәк, беҙ ҙә унан бер ҙә кәм түгел…
Нәҙекәйбил булмаһа ла, Сибәр еңгәйем тулы кәүҙәһен зифа, матур итеп күрһәтә белә шул. Көҙгө эргәһендә оҙаҡ ҡына бөтөрөлә, мин дә уның эргәһендә ураланам. Еңгәйемдең илерткес хушбуйынан, янып торған ирен буяғысынан, инлек, һөрмә кеүек әйберҙәренән миңә лә өлөш тейһә, үҙемде уның кеүек матурлыҡтың үҙе итеп тоям. Кәрәкмәгән әйберҙәрен Сибәр еңгәйем миңә бө-төнләйгә бүләк итә:
—Мә, бикәскәйем, ал үҙеңә. Үҫеп киләһең бит, матурлыҡ серҙәренә төшөнә башларға ваҡыт. Тиҙҙән егеттәр ҙә йонсота башлар әле үҙеңде.
Уның был һүҙҙәренән ҡыҙарып-бүртенәм дә, рәхмәтемде лә әйтергә онотам хатта.
Биҙәнеү әйберҙәре генә нимә ул, еңгәйемдең үҙе менән алып килгән китаптарының күплеген күрһәгеҙ ине. Үҙҙәре үк бер бәләкәй китапханаға то-рорлоҡ. Шул китаптарҙы күрһәм, бар донъям онотола. Бирелеп китеп, әсәйем менән ярышып китап уҡырға яратам мин. Сибәр еңгәйемдең дә әҙәбиәт донъяһын яратҡанын белгәс, ғәйәт шатландым.
Еңгәйемә ҡарап ҡартәсәйем дә ҡыуанып бөтә алмай. Ғәрәп хәрефтәрен таный бит ул, «Ҡөрьән»де уҡый белә. Оло кешенең дин тиһәң, иҫе китә бит инде ул.
—«Ҡөрьән» сүрәләрен ғәрәпсә уҡыған кешегә ҙур сауап була, ти,—тип һөйөнә ҡартәсәйем кеткелдәп.
Әсәйем йыш ҡына матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк, тип әйтергә ярата. Бәләкәй саҡта был һүҙҙәрҙе аңламаһам да үҫә килә айышына төшөнә башланым, шикелле. Әлеге лә баяғы еңгәйемә ҡарап һығымталар яһаным инде. Сәйер генә холоҡло ул еңгәйем, өй эштәренә лә бик ҡыҫылмай. Ҡартәсәйем йомшаҡ күңелле булғас, мәктәбендә көнө буйы йөрөп арый, тип килененә эш ҡушып та бармай. Бер көн шулай магазин яғына барып килергә кәрәк булғас, ҡартәсәйем Сибәр еңгәйемә ярты сәғәттән мейестәге икмәкте әйләндерергә ҡушҡан да сығып киткән. Эш рәтен бик белеп бармаған еңгәйем күп уйлап тормаған, тотҡан да икмәктәрҙе ҡоймаҡ ише йөҙө менән баш түбән түңкәргән дә һалған, табаларҙың урынын алыштырып ултыртырға ғына кәрәклеген уйлап та бирмәгән.
Сәйер холоҡло тип юҡҡа ғына әйтмәйем мин еңгәйемде. Ул берҙе биш итеп, себендән фил яһап һөйләргә ярата. Аш-һыуға бик оҫталығы булмаһа ла, байрам-фәлән булғанда, әсәйем бешергән аштарҙы үҙе юҡта рецебын өйрәтә-өйрәтә мин бешерҙем, тип һөйләп ултырғанын үҙем ишеткәнем дә бар. Уның был ҡылығын, уҡытыусы бит, ижад кешеһе, тип эстән генә ғәфү иттем. Юҡты бар итеп йәшәйешеңде сыбарлатып күрһәтеүҙе тормоштоң бер зауығы итеп тә ҡабул итәм. Сибәр еңгәйемде тыңлай башлаһаң, башың буталып бөтә ҡай саҡ: ылыҡтырғыс итеп һөйләп, ябай тормошто әкиәти донъяға әйләндерә ул, күбеһенсә бер хәбәрен башлай ҙа ташлай, икенсеһенә күсә. Ҡай саҡ үҙе лә буталып китә, шикелле.
Йылдар үтеү менән Сибәр еңгәйемде, бөтә сәйер ҡылыҡтары менән, нисек бар шулай ҡабул иттек инде. Мин дә ҙур үҫеп, донъяны үҙемсә аңлай, уның серҙәренә төшөнә башланым. Әммә еңгәйем минең өсөн сәйер матурлыҡ булып ҡала килде.
Ривал ағайымдың эше буйынса улар ғаиләһе менән икенсе ауылға күсеп китте. Шунда игеҙәктәре—улдары Динияр, ҡыҙҙары Самира тыуҙы. Балаларына еңгәйем исемде үҙе һайланы. Ағайымдың Айгөл, Салауат исемдәрен хуп күреүенә ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы:
—Бәғеркәйем, был донъяла һәр нәмә лә үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булырға тейеш. Айгөл, Салауаттар менән ер йөҙө тулы. Ә беҙҙекеләрҙең исемдәре үҙебеҙ кеүек матур ҙа, ҡолаҡҡа ла ятышлы. Ә бәлки… бер аҙ сәйерерәктер ҙә.
Ағайым һәм еңгәйем Динияр менән Самираны эйәртеп ауылға ҡайтып төшһә, беҙҙең өсөн оло байрам. Бигерәк тә мин, еңгәйемде һағынып көтөп алған наҙлы бикәс, шатланам.
Сибәр еңгәйемдең шул сәйерлеге бөтмәҫ инде. Ауылға ҙур юл сумкаһы менән ҡайта ул. Яңғыҙы ғына булған саҡта үҙем тегене ҡаршы сығып алам. Урам буйлап ҡайтҡанда һәр осраған кешегә туҡтап хәбәрен һөйләгән еңгәйемде көтөп ялҡып бөтәм хатта. Таҫма телләнеп тәтелдәүенә ситтән генә ҡарап торам.
—Һаумы, Мәхтимә инәй. Хәлең нисек? Мин бына Ривалһыҙ ғына ҡунаҡҡа килә ятам әле. Балалар күптән бында инде. Үткән килгәндә, ҡартәсәләренә иркәләнеп алһындар тип, ҡалдырып киткәйнем. Ҡәйнәмә әллә күпме күстәнәстәр тейәнем, һөйрәп йөрөп бил ҡалманы. Хәлдән тайҙым инде,—еңгәйем билен ыуалап, ҡулын һелккеләп, ҙур юл сумкаһына төртөп күрһәтә.
Мин, был сумкала күстәнәстәр түгел, ә еңгәйемдең матур-матур кейем-һалымдарынан алып бысраҡ керҙәренә тиклем тултырылыуын белгән кеше, ипле генә йылмайып яурындарымды һелкәм. Кешене булмағанға ышандырып ни файҙа күрәлер ошо еңгәйем! Ә инде уның ҙур сумка йөкмәп, сиғандар кеүек тейәнеп йөрөүе үҙенә оҡшай тиеүе бөтөнләй башҡа һыймай. Хәйер, бындай хәлгә мин күнегеп бөт-төм инде. Еңгәйемдең һиңә тип шуны алғайным, быны алғайным, тәҙрә төбөндә тороп ҡалған, күстәнәс-фәлән булһа, ағайың ашап бөткән, тип алдап йыуатыуҙарына ла өйрәндем. Ул бит шулай ҡай саҡ, тормошон аллы-гөллө итеп күрһәтергә теләгәнлектән, аҡсаға наҡыҫыраҡ саҡтарын йәшерә. Былай йомарт ул еңгәйем, үҙенә ҡунаҡҡа барһаң, бүләктәр бирергә ярата. Мин уның ихласлығына, бала-саға кеүек аҙыраҡ бер ҡатлылығына һоҡланам. Оҙон төндәр буйы уның һөйләгәндәрен бирелеп китеп тыңлайым, еңгәйемдең әкиәти тормошона башкөллө сумам, ҡай саҡта ышанып та ҡуям.
Шат ҡояшлы аяҙ күк йөҙөн ҡапыл болот ҡаплаһа, күңелгә болоҡһоу булып китә. Яҡтылыҡ, йылылыҡ етмәүҙән бар тәбиғәт дер ҡалтыранған төҫлө тойола миңә шул саҡта. Беҙҙең дә тормошобоҙ күген ҡара болот ҡапланы көтмәгәндә. Ривал ағайым аварияға осраны. Был саҡта инде улар, ҡартәсәйем үлгәс, кире үҙебеҙҙең ауылға ҡайтып төпләнгән ине. Фажиғә булған төндө Сибәр еңгәйем эске күлдәксән генә беҙгә килде, тәҙрә буйлап йөрөп, йоҡонан уятып ишекте астырҙы ла, әсәйемдең аяҡтарына килеп йығылды:
—Ривал… Ривалым машинаһы ме-нән осҡан бит. Үлһә, ике бала менән нимә генә эшләйем инде. Ҡапыл ғына йүнле ир табыламы һуң уларҙы бағырға. Яңғыҙ ҡалһам, ғүмерлеккә етем мөһөрөн баҫалар бит… Иҫһеҙ ята ти бит. Әллә үле, әллә тере. Йә, Аллам… Һуң, еңгә, ғәрип ҡалһа, ғүмеремдең ахырынаса йә сатан, йә бөкрө, йә сулаҡ иргә ҡарап ултырырмынмы икән ни?! Матур итеп йәшәп тә өлгөрмәнек бит… Балалар һуң, балалар…
Бер туҡтауһыҙ илай-илай һөйләнгән еңгәйемә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Эсендәге-тышында шул уның. Күңеленә килеп быуылғанын йырып ебәрергә кәрәк инде.
Әсәйем йәш апһынының арҡаһынан һаҡ ҡына һөйөп:
—Эй, килен, килен, Аллаһ Ривалдың ғүмерен бирһен инде берүк. Ғәрип булһа ла, ата ата инде,—тип ҡуйҙы. Сибәр еңгәйем уның һайын нығыраҡ үкһергә тотондо. Балалары тураһында һорашҡас ҡына, мине эйәртеп, үҙҙәренә алып ҡайтып китте.
Ни тиклем матур итеп күрһәтергә тырышмайыҡ, тормош шау әкиәттән генә тормай. Һәм унда бәрәсте—егеткә, тәлмәрйенде—һылыу ҡыҙға, ташты сәскәгә әүерелдерер тылсымдар юҡ. Авариянан һуң, аяҡ-ҡулы һау булһа ла, Ривал ағайым тома һаңғырау ҡалды. Һаулығы ҡушмағас, эшенән дә бушаттылар. Юғалып ҡалманы ул, ваҡытлыса эштәр тапты, ғаиләһен ас тотманы. Башта үкһене-үкһене лә, Сибәр еңгәйем дә уның ғәриплегенә күнде. Хәҙер ул кеше араһында арттырып һөйләһә лә, уны төҙәтеүсе юҡ, ағайым ишетмәгәс.
Ваҡыт үтеү менән ағайым күҙгә күренеп һарғайҙы: кәүҙәһенең мөһабәтлеген юғалтып, бөкрәйеп ҡалғандай булды, нәп-нәҙек шырпы бөртөгөнә оҡшата инем үҙен, тамағына аш та барманы. Фажиғәгә осрауының һөҙөмтәһе булдымы, әллә йәшләй генә һаулығы шулай ныҡ ҡаҡшанымы, Ривал ағайым ҡапыл ғына мәңгелеккә китеп барҙы.