Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
7 Май 2019, 16:09

Кашауар

Хикәйә– Атай… Ней бит әле… - Илшат мөһим хәбәрен еткерергә тартынғанғалыр-мы башлағанын әйтеп бөтөрмәй туҡтап ҡалды. Таплыҡта көрәк һаптары әҙерләп аҙапланған Ғәйзулла ағай шөғөлөн ҡуйҙы ла, ҡулында уйнатҡан йышҡыһын эргәһенә, сирәмгә ырғытып, оҫталыҡ балтаһын түмәргә сапҡас башын ҡырын һала биреңкерәп эйәген ҡаҡты. Йә, һөйләп ебәр, йә-нәһе.– Беҙгә һуңғы дәрес итеп класс сәғәтен ҡуйғандар…– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр тигәндәй, унда минең ни хәсрәт, уҡытыусы түгелмен! Хәйер, ҡуйһалар ни булған? Ул дәрес уҡыу йылы барышында үткәрелә килә түгелме һуң?– Уныһы шулай… - Үҫмер сабырһыҙланып аяҡтарын алмаш-тилмәшләне.– Улым, һин ҡулынан ҡул ярыһы килмәгән, эшкә ашмаған боламыҡ ише эсте бошороп ыңҡылдап-мыңҡылдама, йәме? Әйтереңде сатнатып туранан яр ҙа, ваҡытты алма! - Яндырай холоҡло Ғәйзулла ағай һөйәлле усы менән һауаны телеп хәтәр лауылданы ла маңлайын һораулы йыйырып тексәйҙе. - Туҡта, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, тағы берәй хилафлыҡ ҡылып ташланыңмы тағы?

Хәйҙәр Тапаҡов
Кашауар
Хикәйә
– Атай… Ней бит әле… - Илшат мөһим хәбәрен еткерергә тартынғанғалыр-мы башлағанын әйтеп бөтөрмәй туҡтап ҡалды.
Таплыҡта көрәк һаптары әҙерләп аҙапланған Ғәйзулла ағай шөғөлөн ҡуйҙы ла, ҡулында уйнатҡан йышҡыһын эргәһенә, сирәмгә ырғытып, оҫталыҡ балтаһын түмәргә сапҡас башын ҡырын һала биреңкерәп эйәген ҡаҡты. Йә, һөйләп ебәр, йә-нәһе.– Беҙгә һуңғы дәрес итеп класс сәғәтен ҡуйғандар…– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр тигәндәй, унда минең ни хәсрәт, уҡытыусы түгелмен! Хәйер, ҡуйһалар ни булған? Ул дәрес уҡыу йылы барышында үткәрелә килә түгелме һуң?– Уныһы шулай… - Үҫмер сабырһыҙланып аяҡтарын алмаш-тилмәшләне.– Улым, һин ҡулынан ҡул ярыһы килмәгән, эшкә ашмаған боламыҡ ише эсте бошороп ыңҡылдап-мыңҡылдама, йәме? Әйтереңде сатнатып туранан яр ҙа, ваҡытты алма! - Яндырай холоҡло Ғәйзулла ағай һөйәлле усы менән һауаны телеп хәтәр лауылданы ла маңлайын һораулы йыйырып тексәйҙе. - Туҡта, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, тағы берәй хилафлыҡ ҡылып ташланыңмы тағы?– Юҡ та. Боҙһам шундуҡ еткерерҙәр ине бит.– Былай ҙа уҡытыусылар, класс етәксең тупһаға саң ҡундырмайҙар. Кеме-беҙгә оҡшап улай тинтәкһеңдер, ҡулсырһыңдыр, бер Хоҙай белә. - Бот сапты. - Элекке көн көпә-көндөҙ пасадкала оло янғын сығарып ебәрә яҙыуыңды әйт сәле! Класташтарыңдың түгел, һинең ҡулың ҡысытҡан! Мәктәп директоры Һибәт ҡусты кабинетына саҡыртып һөйләште, унан ҡала ушасковый Харис…– Көн һалҡынайтып ебәргәс усаҡ тоҡандырғайным шу.– Нимә, йәйгә сыҡҡас өшөп киттеңме?– Гөлкәй еңел кейенеп барған.
Мәктәп директорының ҡыҙы хаҡында ишетеү Ғәйзулла ағайҙы бер аҙ тынысландыра төштө:
– Ҡыҙ-ҡырҡынды ҡарау, хәстәрләү изге ғәмәл, кәнишне. - Ипкә килгәндәй итте лә яңынан янғын ваҡиғаһын иҫенә төшөргәнгәлер ташбыҡ күҙҙәрен япҡан яҫы ҡаштарын уҫал йәмерәйтеп, һалпыш мыйығының осон семетте. - Дасадны! Инде лә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтерһәң мәтри, малай, һарайҙа сбруй менән бергә ҡартатайыңдың һигеҙҙән үрелгән сыбыртҡыһы эленгәнлекте беләһең! Етте, әпәүләмәйем, һыҙырам!
Ҡоро янай, һүҙ сыбалтып ҡурҡыта инде шунда, мәктәпте тамамларға торған улына ҡул күтәрә аламы?! Ҡауҙыр Ғәйзулла ҡушаматлы атаһының шауы эргәһендә йөрөһә лә асылда ул ғауғасыл түгел, эскерһеҙ, ғәҙел. Колхоз бөтмәҫ элек шунда ек-ке аттарын баға ине, әле яңы ойошторолған фермер хужалығының һауын һыйыр-ҙарын көтә. Өйҙәгеләргә тупаҫ ҡыланып ҡатырғаныу түгел, көткән малдарына һис ҡасан һуғырға айҡанмай, урман-ҡырҙарҙы яңғыратып сыбыртҡыһын шартлата, һис юғында әмер биргәндәй итеп һөрәнләй генә. Ә бына һыҙылған шырпылай ҡапыл тоҡанып китеүе, шунан тиҙ арала ҡайтымһаҡланыуы - яҡындары өсөн күнегелгән, ғәҙәти ғәмәл. Ошоғаса көйәләнеүен тәмәке менән баҫа торғайны ла, аҙна самаһы ыҙалай-йонсой тартыуҙы ташлап аҙапланыуы. Әле лә онотолоп китеп, бер яҡҡа янтайып кеҫәһенән папирос килтереп сығарҙы ла яңылыштан тоҡандырған-ын усына йәшереп, өй яғына һипһенеүле һирпелеп быҫҡыта ла башланы.– Досадно! - Ирештергәндәй атаһының һүҙҙәрен ҡабатланы. - Ҡулыңдан килмәгәс ышандырмаҫҡа ине.– Нимә? - Атаһы әйтелгәндең айышына ҡапылғара төшөнмәй аңшая бирҙе лә һүҙҙең ни хаҡында барғанлығын аңғарҙы ниһайәт. - Улайтып әйтергә нисек телең бара?!
– Әсәйемә инде тартмайым, тип әйтеү әйткәндәй вәғәҙә бирҙең түгелме?– Тартмайым! Элекке көн, кисә, әле йылдай оҙон таң... Көйәләндермәһәң әле лә ҡағылмаҫ инем!– Көйәләндермәйем бит, кәйефеңде боҙорға йыйынмайым да.– Һине кем белә…
Хәлбүки Ғәйзулла ағай тәмәкеһен ташламаны, күҙҙәрен ләззәтле ҡыҫа төшөп берауыҡ тартырға теләү һыуһынын ҡандырғас баштағы һөйләшеүҙе тергеҙҙе. - Әләйгәс, яңы ғына нимә тип башты ҡатыра инең әле?– Ҡартатайым класс сәғәтенә йыйына шикелле!.. - Берәй һаҡ ҡолаҡтың ишетеп ҡалыуын теләмәгән Илшат был юлы үҙе урам яғына шиксел ҡарап алды.– Ә ни сәбәптән ул унда барырға тейеш?– Байрам алдынан мәктәпкә ветерандарҙы йыялар, беҙҙең класс ҡартатайҙы һайланы. Саҡырыуҙы староста кисә үҙем керетәм, ти ине.– Гөлкәй ҡыҙымды әйтәһеңме? Күрҙем уны, әпкилде. Бик тә егәрлегә оҡшаған, шул килгән арала ихласлап өй тирәһендә ярҙамлашып ташланы. Әсәйеңде әйтәм, ундай-мындай булашыуҙарҙы белмәгәс-күрмәгәс йәйгән ауыҙын йыя алм-ай рәхәтләнде бер килке. Ҡарап тороуы ирмәк. - Атаһы төтөндән йәшләнгән күҙҙәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. - Һибәттең ҡыҙын әйтәм, бер нисә йыл элек кәлберләк кенә буйлы остоҡай ине, һуңғы арала буйтым сибәрләнеп киткән.
Ылыҡтырғыс һомғол һынды күҙ алдына килтергән Илшат албырғауын йәшерергә теләп өҙә һуҡты:
– Ҡартатайым мәктәпкә бармаһын бына шу!..– Туҡта әле, орҙо-бәрҙеләнмә, аңлатыңҡырап һөйлә! - Ғәйзулла ағай тәмәкеһен тартып бөтөрөп түмәргә тызып һүндерҙе лә ян-тирәһендәге төтөн еҫен ҡыуырға теләп ҡулын болғаны, шунан төпсөктө баһыу буйына алып барып ырғытып кирза итегенең осо менән күмеп үк ҡуйҙы. Ул шулайтып «енәйәт» эҙҙәрен йәшерә ине.
Илшат атаһының бала-сағаға хас бер ҡатлы ҡылығын күрмәмеш тә һиҙмәмеш, һаман үҙ яғын ҡайыра: – Ул һуғышта кашауар ғына булған…– Булһа һуң? - Кире урынына килеп ялпашҡан атаһы сытырайып көрәктәй усы менән ҡатҡан билен ҡарманы. - Тота ла ҡуя, ошоноң ебәрмәүен, ҡороғор! – Аҙыраҡ тынысланғандай иткәс дауам итте. - Бик беләһең килһә һөнәр кешене йәмләмәй, киреһенсә кеше биләгән урынын күркәм итә. Эшеңде яратып, күңел һалып башҡарыу фарыз, йәнә һәр кем ҡулынан килгәнгә генә тотонорға бурыслы. Ғүмерем буйы мал баҡтым, мәгәр һөнәремдән бер ҡасан да биҙмәнем. Ҡартатайыңдың яуҙағы шөғөлөн кәмһетеп кашауар ғына, тиһең, һуғышта кемдер мотлаҡ аш бешерергә, һалдаттарҙың тамағын туйҙырырға тейештер бит. – Уны әйтмәйем. Түшенән төшөрмәгәнен иҫәпкә алмағанда һуғыштан апҡайтҡан миҙалдарын тағырға яратмай. – Әйтеп бөтөр, орденһыҙ, тимәксеһеңме? Һәр кемгә герой булырға тимәгән! Бына нимә улым! - Ғәйзулла ағай балтаһының йөҙөнә баш бармағын тейҙереп үткерлеген тикшерҙе. - Һин миңә малай, ә ҡартатайыңа - мин. Бәс, шулай икән, са-ҡырылған еренә барма, тип бойора алмайым. Әйткәндәй, оло кешегә иҫкәрмә яһ-ау хаяһыҙлыҡҡа иҫәпләнә.– Ул хаталанған хәлдә ләме? - Атаһының йәшереп тәмәке быҫҡытыуына төрттөрҙө.– Һәр әйтелгәнде асыҡларға, төпсөнөргә әүәҫһең! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ос-рашыуға барыу-бармауҙы ҡарататайың үҙе ҡараһын.
Атаһынан ярҙам көтөүҙең урынһыҙ икәнлеген самалаған Илшат китергә йый-ынды ла сираттағы үтенесен әйтеүҙе кәрәк тапты:– Әтеү, бөтә миҙалдарын да таҡһын.– Эт ыйыҡландың* да баһа! Һәммәһен ҡартатайың үҙе белә, тинем түгелме!? – Мәлендә тыйып ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты - Ишетһен ҡолағың, бындағы ысҡыныуым хаҡында әсәйеңә ләм-мим!– Башҡаса ҡабатламаһаң.– Улайтып күрһәтмә бирергә пракарур түгелһең! Башҡаса көйәләндермәһәң бынан бүтән тартмам! Ауыҙыма ла алмам! - Ыңғайы бер ҡайғыртҡандай итеп өҫтәне. - Әсәйең аласыҡта иртәнге сәй әҙерләп киткән, ҡапҡылап ал башта, шунан мәктәпкә! Арт ҡапҡағыҙҙы асып китһәң көндөҙ, юл ыңғайы ерегеҙҙе һөрөп китермен, ти ине Ҡара Фазылйән. Эштән һуң, ҡояш байығансы картуфты сәсеп ташла-рбыҙ. Тупраҡ йылынды.
Илшат тура өй яғына йүнәлде. Инеп мәктәп кейемен кейҙе, өҫтәл эргәһендәге сумкаһын асып тағы ла бер тапҡыр китап-дәфтәрҙәрен, кәрәк-яраҡтарын барланы. Әсәһе иртәле-кисле ауыл эргәһендәге йәйләүҙә атаһы көткән һыйырҙарҙы һауа. Ул оҙаҡламай ҡайтып инер, атаһы киреһенсә ялан кәртәләге туры атын эйәрләп һыйырҙарҙы Һаҡмар буйына, Оло тау яғына ҡыуыр. Өй эсендә һәр ваҡыт-тағыса тулы тәртип. Ҡаралтыға Гөлкәйҙең тылсымлы ҡулдары ҡағылғанғалырмы өй эсе тағы ла йәмләнеп, яҡтырып киткәндәй. Төп яҡтағы диванда уның ғына тү-шәге йыйыштырылмайынса туҙырап ята. Аш өйҙәге тәҙрә төбөндә карауат кир-бестәй шыма, тигеҙ ҡырлы, йыйынаҡ. Ҡартатаһының бында килгәненә бер йыл да тулмай әле. Ҡартәсәһе менән икәүһе генә ауылға ҡабырға яҡтан терәлгән Кәкре урамда йәшәйҙәр ине. Күгүләнгә аяҡ баҫһа көҙгәсә бирешмәҫенә инанып көн итергә күнеккән ҡартәсәһе үткән йәй көтмәгәндә үлеп китте. Етемһерәп ҡалған ҡартатаһы көн итеүе ауырлашҡас, улының, килененең өгөтләүҙәргә күнеп, берҙән-бер ҡәҙерле мөлкәте, ҡартайыуы етеп ныҡ бирешкән, ҡаҡ яшыҡҡа ҡалған алашаһын эйәртеп уларға күсенде. Ҡартатаһы ла тынғы белмәҫ хәрәкәтсән; ҡаҙаҡ-сүкеш алып кәртә-ҡура тирәһен һипләһенме, көн оҙоно мал-тыуарҙы ҡарап, ашатып-һуғарһынмы, күлдәк еңен һыҙғанып ебәреп, һаплы һепертке яһап ихатаны һепереп ташлаһынмы - үҙенә таман ваҡ-төйәк мәшәҡәтте табып ҡына тора. Уны ярата, хөрмәт итә Илшат. Ел-ямғырҙан һаҡлар аҡ ҡая ише бит ул, эргәһендә ирәүән, тыныс. Тик китмәҫ өсөн йәбешкән ике нимәһен генә өнәп бөтөрмәй - түшенән төшөр-мәй таҡҡан бер бөртөк миҙалын һәм исемгә әүерелгән Кашауар ҡушаматын. Ана шулар күҙгә ҡаҙалған сүптәй йәненә тейә, эсен бошора. Әле ҡартатаһы Наҙлы ҡу-шаматлы теге алашаһын оҙон арбаға егеп моғайын да Тиләк йылғаһына һалабаш һалыр урынды байҡарға, һуйыр йүкәләрҙе һайларға киткәндер. «Тапҡан эш, йү-кәнән ишелгән арҡан, мунса йыуғысы хәҙерге заманда кемгә кәрәк!» Шулай екһен-еп уйланды ла ҡартатаһының түшәгенә оҡшатырға тырышып урынын йыйыштырырға тотондо. «Исмаһам бер тапҡыр нисек бар шулай ҡалдырһа миңә ялҡауланырға йөйө табылыр ине исмаһам.» - Тәҙрә төбөнә, күренгән ергә ҡуйылған саҡы-рыу открыткаһына иғтибар итте. Кисә Гөлкәй менән юҡтан ғына һүҙгә килештел-әр. Уның юҡ йомошто бар итеп килеүе ярашыуға ишара микән әллә? Мәктәптә уҙғарылған Еңеү көнө алдындағы сараларҙың башында ул йөрөнө бит, класс сәғәтен ойоштороу йыйылышында ла беренсе һүҙҙе ул алды. Кашауар олатайҙы саҡырайыҡ та, Кашауар олатайҙы саҡырайыҡ! Әйтерһең башҡа ветеран бөткән! Тирә-яҡ ауылдарҙа ысынлап та ветерандар кәмегәндән-кәмей бара, ә Ташкисеү ауылында улар бер түгел өсәү! Иң мөһиме - һин дә мин, һәүетемсә көн итеп яталар! Һуң Имаметдин бабайға өндәшһәләрсе. Уның ике Ҡыҙыл Йондоҙ, бер Дан орде-ны бар, бына исмаһам батыр! Класташы Юлай яйы сыҡҡан һайын шулар менән маһая, әйтерһең яу наградаларын уға таҡҡандар.
Уйы элекке көнгө янғынға килеп ялғанды.
Ҡаза көтмәгәндә килде. Тотош класс исеменән ағас ултыртырға барыуҙы һорап яҙылған ғаризаны тотоп Гөлкәй менән директорға инделәр. Сығарылыш кисәһенә аҡса кәрәк, шуны көнэлгәре хәстәрләүҙәре. Бер көнгә генә ризалашты Һибәт Фәтхуллович, өҫтәүенә класс етәксегеҙҙең дәрестәре ҡала, тип яуаплы итеп уны һәм Гөлкәйҙе тәғәйенләне. Бөтәһе лә һәүетемсә, шыма ғына башланды. Йәйәүләп, дәррәү ҡуҙғалып ағас ултыртаһы ергә барҙылар. Лесничий Салауат ағай алдан һөрөп эшкәртелгән элекке диләнкәлә үҫентеләрҙе, башҡа кәрәк-яраҡты әҙерләп көткән. Ул ҡыҫҡа ломға тартым ҡулайлама ярҙамында ниндәй тәрәнлектә һәм аралыҡта сәсеү материалдарын ултыртыу алымдарын күрһәтте лә кисекмәҫтән район үҙәгенә кәңәшмәгә саҡырыуҙарына һылтанып ҡабаланып китеп барҙы. Эргәлә өҙлөкһөҙ нотоҡ уҡып, өгөт-нәсихәт биреп ыжыусы юҡ. Хөрриәт. Шулай ҙа ял итеп тормайынса, эште еренә еткереп, сифатлы итеп башҡарырға тырыштылар. Төш ауыуға тәғәйен биләмәне теүәлләп тә ҡуйҙылар. Кире ҡайтырға ашыҡманы-лар. Мәктәп тирәһендә күренһәң мотлаҡ консультацияға индерәсәктәр, йә булма-һа баҡсала берәй эш табасаҡтар. Ә бында күңелле! Эргәһендә Гөлкәй. Үҫентеләр һалынған күнәкте тотоп ҡына йөрөһә лә арыным, тип наҙлана. Башҡалар күрмә-гәндә, яйын тап килтереп етәкләшеп алалар. Ҡыҙҙың йомшаҡ ҡул йылыһы йөрәк түренә барып етә төҫлө. Яҡынлыҡтан йәне осона, күңеле йырлай, талпына. Түңәр-әкләп ултырып, килтергән аҙыҡтарын уртаға һалып, табын ҡороп алғас Аҡбейек ҡалҡыулығына күтәрелделәр. Бынан бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, күҙ алдында мөһабәт тәбиғәт картинаһы йәйерәп асыла: алыҫта күҙ күреме ерҙә урман-ҡырҙар, түңәрәк болондар теҙелеп киткән, ҡалҡыулыҡ аҫтында йомро аҡ таштарға бәрелеп, үҙе генә белгән көйҙө көйләп Ураҙғол йылғаһы сылтырап аға, талир тәңкә ҙурлығындағы ыуыҙ япраҡтарҙың, үҙәндә күкрәп сәскә атҡан муйыл ҡыуаҡтарының иҫерткес хуш еҫе бында ла килеп етә. Гөлкәй эргәһенә килеп һый-ынып баҫты, иркә йылмайып, һалҡын, өшөйөм, тине. Уға шул ғына кәрәк ине лә, йүгереп йөрөп ҡоро япраҡтарҙы өйҙө. Ҡаҡҡылап кеҫәһенән шырпы килтереп сы-ғарҙы. Атаһы тәмәкене ташларға һүҙ биргәс ул да егетлек билдәһе итеп йөрөткән «Мальборо»ны усында йомарлап бәҙрәф тишегенә төшөргәйне. Шырпыһы әлегә ҡул аҫтында. Бына бит, уйламаған ерҙә кәрәкте. Ҡабарып ятҡан ҡоро-һары дарылай гөлтләп тоҡанып китте… һәм бихисап ут киҫәктәре көтмәгәндә ҡойондай өйрөлтөп иҫкән киҫкен елгә таралып түбәнгә, тау түбәненә ҡарай осто. Яйын табып, стеналай ҡалҡҡан таштарҙы һыртлатып төшкәнсе янғын ҙур ғына майҙанды бил-әп өлгөргәйне. Ҡабраларҙағы үткән йылғы ҡыу үләндәр, селек-тубылғы төптәре, йылға ярындағы һөҙәк ҡашлаҡ геүелдәп яна. Һүндерергә ташландылар. Утты ҡо-яш байыуға ауырлыҡ менән баҫтылар.
Иртәгеһен таң менән Гөлкәй янғынды мин сығарҙым, ғәйеплемен, тип башта ди-рекцияға ингән, шунан лесничествоға барған.
Уға ҙур ауырлыҡ менән киреһен иҫбатларға, директор исеменә яҙған аңлатмаһ-ына енәйәт ҡоралы шырпыны ҡушып индерергә тура килде. Һибәт ағай бөтә бәләне Гөлкәйгә ябырға йыйына ине, ҡыҙ кеше кеҫәһендә шырпы-маҙар йөрөтәме тағы, тигәс, килеп тыуған хәлде урында асыҡларға килгән лесничий менән участковый ризалашҡандай шымып ҡалдылар. Төплө дәлилдәр килтергәс, ышанмаҫ ерҙән ышанырһың!
Мәктәп күтәрмәһенә сыҡҡайны Салауат ағай эргәһенә килде:– Хәлдәр нисек, пожарник?– Янғын һүндерергә һәр ваҡыт әҙер! - Мәрәкәләүгә шаяртып яуап бирҙе.– Өсәүләшеп шундай ҡарар ҡылдыҡ, үткән эш бөткән эш, ҙурлап тауыш сығарыу килешмәҫ, тинек, шулай ҙа Ғәйзулла ағайға әйтеп ҡолағыңды борҙороу зыян итмәҫ. Һабаҡ булыр, икенселәй, эш башлар алдынан ҡараңҡырап, абайлаңҡырап ҡыланырһың.– Уныһына ғына ризамын.– Ризалашмай ҡайҙа бараһың! - Һөйләшеү темаһын үҙгәртте. - Быйыл мәктәпте бөтөргәс ҡайҙа барырға йыйынаһың инде? – Урман хужалығы академияһына.– Афарин, тимәк Кашауар бабайҙың данлы юлын дауам итеүсе бар. Еңеү байрамы үтеү менән барып сыҡ, йүнәлтмә әтмәләп бирермен, урманға үрт һалырға бигерәк оҫта, әүәҫ тип тә өҫтәрмен. - Салауат ағай юҡтан ҡыҙыҡ табып көлөп ебәрҙе лә ҡулын һондо. - Йә, ярай, хуш, коллега! - Апаруҡ ер киткәс ҡайырылып күҙ ҡыҫты. - Һибәт ағайҙың ҡыҙы нисауа күренә, матур ғына түгел батыр ҙа икән, иң мөһиме - һине яҡлай, төп ғәйепләнеүсегә шыпа ла һүҙ тигеҙмәй. Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер, ә, хөрмәтле пожарник, нисек уйлайһың? - Донъя яңғыратып һаһылдап ебәрҙе.
«Гөлкәй матур ғына түгел, батыр ҙа шул!.. Күлдәге өтөлөп, бите ҡоромға буялып бөтһә бөттө, янғынды һүндермәйенсә туҡтаманы… Матур, батыр имеш - ныҡ үпкәләне уға. Әйтеп, кәңәшләшеп тормайынса нишләп унда- бында сабыуларға? Янғынды бит ул сығарҙы, бер кем дә түгел. Лесничествоға китте, тигәстәре артынан барып тап итте. Кәзекләштеләр ҙә мәктәпкә икеһе ике һуҡмаҡтан киттеләр, Гөлкәй - урам буйлап, ул - картуфлыҡтарҙы һыртлатып . Класта ингәс еңмешләнеп бөтәһенең алдында, әйберҙәрен алып артҡы партала яңғыҙы ултырған ҡарһаҡ* Юлайҙың янына күскән булды. Ултыра бирегеҙ, иҫем дә китмәне, сәсем дә һелкен-мәне… »
Көҙгө ҡаршыһына баҫып маңлай тапҡырында тырпайған сәс шәлкемен усына төкөрөп түбәнгә һыпырҙы. Хәҙер бик йыш, урамға йыйынғанда көҙгөгә һирпелеп алыуҙы ғәҙәт иткән. Өҫ-башын да ҡарай, ыҫбай кейенергә тырыша. Ҡуҫтарланыуы билдәле инде - Гөлкәйгә бәйле… Ә бына беленер-беленмәҫ шытҡан мыйығы ҙур уңайһыҙлыҡ-тар тыуҙыра, ҡырһа ла уңайһыҙ һымаҡ, ошо килеш йөрөүе лә әллә нисек.
«Бәлки ҡартатаһы саҡырыу хаҡында бөтөнләй иҫенән сығарғандыр ҙа әле. Ситлектәге тау битенә күтәрелеп яҙ сыуағында йоҡомһорап китһә моғайын да мәктә-пкә барыуҙы онотор… Нимәгә мәленән алда бошонорға…» Шул уйынан дәртлән-гән Илшат еңел баҫып мәктәп яғына ҡарай юрғаланы.
Иркен итеп кәртәләнгән ихата байрамса биҙәлгән. Ҡыйыҡта Рәсәй, Башҡортостан флагтары менән йәнәш ҡыҙыл байраҡ елберҙәй. Инер ергә, ҡапҡа ауыҙына ҙур итеп еңеүсе һалдат төшөрөлгән баннер элгәндәр, коридор буйы стеналарҙы ла тө-ҫлө шарҙар менән биҙәгәндәр. Бында ғына түгел, тотош ауылға ишетелерлек итеп һуғыш мәлендәге йырҙар, хәрби марштар яңғырай. Шунан дәртле йыр яңғырап китте: Ел ерәнем, егетеңде,
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел, яуҙа ла,
Гел икәү булдыҡ бергә…
«Был да моғайын махсус хәстәрләнгәндер, староста олатаһының ниндәй йырҙы үҙ иткәнен, танауы аҫтынан йыш ҡына көйләп йөрөгәнен ишеткәне бар…»
Гөлкәй аҡ блузка кейгән, түшенә Георгий таҫмаһын ҡаҙап алған. Уның килеүен әллә ҡайҙан күрһә лә элеккеләй эргәһенә йүгереп килеп етмәне, ҡыуаныс белдер-мәне. Үтә рәсми ҡыланһа ла үпкәләшеүҙе онотҡанға оҡшай.– Сәләм!– Ялҡынлы сәләм! - Йөҙөнә яһалма ирәбелек йәбештереп вайымһыҙ, ҡәнәғәт ҡалды.– Хәлдәрең нисек?– Күрәһең бит, иҫ китмәле шәп!– Мин барғанда өйҙә юҡ инең.– Йәл, килереңде белһәм табын әҙерләп көтөр инем. Ә кисәге көнгә килгәндә Раушания менән Ураҙғол буйына муйыл сәскәһен ҡарарға барҙыҡ. Ағас ултыртҡан саҡта яҡшылап күрелмәгәйне. Шул тиклем дә йәмле, һоҡланғыс, тотош йылға буйы аҡ күлдәк кейгәндәй!– Һе, иҫем китте ти! - Сәмләнгән ҡыҙ һыртын ҡуйҙы ла үсеккәндәй һораны: – Кашауар бабай киләм, тинеме?– Кем кем?– Ҡартатайың, тим.– Уны мин ҡайҙан беләйем!– Нисек инде белмәйһең?! - Ғәжәпләнеүен белдергән ҡыҙ күҙҙәрен түңәрәкләндерҙе. - Бер өйҙә йәшәп…– Ҡыҙыҡһынманым. - Аҡланғандай итеп өҫтәне. - Таң менән урманға киткән. – Әгәр ҡайтып өлгөрмәһә дәрес, осрашыу юҡҡа сыҡты тигән һүҙ!– Бар, ана Юлай менән урман төпкөлөнә барып ҡартатайҙы эҙләп табығыҙ ҙа киләһегеҙме, әллә юҡмы, тип белешегеҙ.– Каш…Вәлитйән бабай… ҡайһы яҡҡа китте?
Дүрт тарафҡа бер юлы ишаралап ҡосағын йәйҙе:– Шул яҡҡа китте!– Төртөп күрһәт!– Бәйләнмә әле!– Тиҫкәре!– Ә һин… Сиңерткә! - Бала саҡтағылай ирештерҙе.– Ах, шулаймы?! Ошо һүҙҙәрең өсөн бер ҡасан да ғәфү итмәйем, бер ҡасан да!
Гөлкәй ялт боролоп класс яғына ҡарай йүгерҙе лә яҙа баҫып һөрлөгөп китте, әйләнеп, юрамал ҡыланғанлығына ишаралап, телен сығарҙы.
«Юҡҡа дорфа ҡыландым, өҫтәүенә Раушания менән ҡырға сыҡтыҡ, тип алдаштым… Аралары боҙолошҡас төндә йоҡлай алмай сыҡты. Бөгөн дә шул хәл ҡаба-тланыр инде… »
Оҙон тәнәфестә класс етәксеһе Фәриғә Усмановна инеп дөйөм әҙерлекте тағы ла бер тапҡыр тикшерҙе, биреләсәк һорауҙарҙы барланы. «Хыялланығыҙ, хыял-ланығыҙ, килде ти, килмәй ҙә, көтөгөҙ әйҙә… Урмандан кискә ҡарай ҡайтһа ярай әле…» Илшат эстән генә тантана итте, үҙе арҡаһы менән Гөлкәйҙең ҡайтымһаҡ, ҡыҙыҡһыныусан, Юлайҙың һөмһөҙ текәлеүҙәрен тойҙо.
Дәрескә инергә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны. Битарафлығын күрһәтергә теләп партаға ятып тынып ҡалғайны, дәррәү ҡул сабыуҙарҙы ишетеп башын ҡалҡытты. Класс етәксеһе Фәриғә апай менән ҡартатаһы таҡта алдына уҡ килеп баҫҡандар имеш. «Онотмаған, тау битләүендә лә әүелйеп ҡалмаған… Шул тантаналы мәлдәрҙә таҡҡан берҙән-бер миҙалы, башҡаларын өҫтәһә абруйы артыр ине…»
Ҡартатаһы алдан әҙерләнгән, вазаға сирень сәскәләре ҡуйылған өҫтәл артынан урын алды. Байрамда ғына кейгән костюм-салбарҙа, гел тырпайып күренгән һаҡал мыйығы ла матур, килешле итеп тигеҙләнгән, теремек күҙҙәре лә ҡыҙыҡһын-ыусан яналар. «Бер ҡасан барыр еренә һуңлармы икән?.. Оҙаҡ йылдарға боҙолмаҫлыҡ итеп көйләнгән сәғәттәй һәр нимәне ваҡытында үтәй, теүәл башҡара…»
Фәриғә Усмановна осрашыуҙы асып һуғыш, уның фажиғәле эҙемтәләре хаҡында һөйләне лә ваҡиғаларҙы Башҡортостанға, урындағы ауылдарға бәйләгәс ҡунағына һүҙ бирҙе. Ҡартатаһы баҙап, юғалыңҡырап ҡалды башта, шунан баҫалҡы ғына итеп класҡа мөрәжәғәт итте:– Балалар, һөйләргә оҫталығым самалы. Һуғыштан ҡайтҡандан алып урман эшендә ғүмерем үтте, көн оҙоно өйгә ҡайтып инә белмәнем. Тәбиғәт, унда йәшәгән кейектәр, ҡоштар миңә яҡыныраҡ тә ҡәҙерлерәк тә. Быны шуға әйтәм, беҙгә, әҙәм балаһына ана шул мәңге йәшел еребеҙ биҙәгенә изге ниәт менән яҡынайып уны өйрәнгәндән һуң күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Үҙенә күрә сафлыҡ донъяһы бит ул, тәрбиә мәктәбе. Һеҙ үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирегеҙ, ә мин хәлемдән килгәнсе яуап бирергә тырышырмын. Шулайтыңҡырап, һәүетемсә генә әңгәмә ҡорайыҡ.
«Һөйләй белмәйем, тип әҙәпле ҡыланһа ла йор һүҙле, сәсән телле ул ҡартатаһы. Белем алыу йүнләп эләкмәһә лә Башҡортостан тарихын, ырыуҙар шәжәрәһен, әллә күпме риүәйәт-хикәйәттәрҙе белә. Бәләкәйерәк сағында мауыҡтырғыс әкиәттәрҙе тыңлар өсөн ял көндәре Кәкре урамда ҡуна ҡала торғайны. Ул йоҡонан тороу-ға ҡартатаһы тәмле, телеңде йоторлоҡ итеп бутҡа бешереп ҡуя. Шыраулы усы ме-нән башынан һыйпап уята, тор, егет, һалдат ашынан ауыҙ ит, ти… »
Старосталығына барып беренсе һорауҙы Гөлкәй бирҙе:– Олатай, һеҙ үҙегеҙ теләп һуғышҡа киттегеҙме, әллә йәшегеҙ еткәс алдылармы?
«Сиңерткә сиңерткә инде, кәрәккән-кәрәкмәгән ерҙә бөтәһенән алда ырғаңдай, ә Юлай баҡтаһын ҡоймаған ҡорсаңғы тай…»– Беҙҙең заманда илһөйәрлек тойғоһо ныҡ көслө булды, Ватанды күҙ ҡара-һылай һаҡларға кәрәклекте яҡшы аңлап үҫтек. Донъяла иң ҡеүәтле, иң сәскә атҡан илдә йәшәүебеҙгә лә бөтә йөрәктән ышана инек. Ҡеүәтле, тигәндәй, Хәсән, Хал-хин Гол янындағы, фин һуғышындағы данлы еңеүҙәрҙән һуң ҡораллы көстәребеҙ-ҙең абруйы башҡа илдәр алдында ныҡ күтәрелде, һәр үҫмер ҡурҡыу белмәҫ һалдат булырға хыялланып үҫте, хәрби хеҙмәткә ынтылды. Шул изге эштән ситтә ҡалырға тырышыу ғәрлеккә иҫәпләнде, хәйер ундайҙар беҙҙең арала юҡ та ине. Һуғыштың тәүге көндәрендә сигенеү, ҙур юғалтыуҙар кисереү бәлки, көслөбөҙ, дошманды кәпәс менән дә тәгәрәтә һуға алабыҙ, тигән илке-һалҡылыҡтан да килгәндер. Ни генә тиһәң дә ул саҡтағы ил халҡы, Ҡыҙыл Армия - айырылмаҫ бер бөтөн-лөктө тәшкил итте. Хәҙерге егеттәрҙең тыныс шарттарҙа Армияла хеҙмәт итергә теләмәүҙәрен күреп иҫем-аҡылым китә.
Мәскәү янындағы мәсхәрәле еңелеүҙән һуң 42-се йылдың йәйендә дошман илебеҙҙең көнъяғына ябырылды. Фронттағы хәлдәр яңынан ҡатмарлашты. Шул хаҡта көн һайын ауыл кәнсәһендә батарея аша эшләгән берҙән-бер радиоприемниктан ишетеп беләбеҙ. Халыҡ ауыр эш көнөнән һуң әйттереүҙе лә көтмәй колхоз рәйес-енең бүлмәһенә йыйыла ла өмөтләнеп кирбес ҙурлыҡ ҡумтаға төбәлә, һәр кем кү-ңеленән генә яҡыны хаҡында хәбәр ишетергә теләй. Диктор Левитандың тауышы ҡоростай сыңлай ғына. Башта ағайым Ғәлиәнде алдылар. Ул мыҡты кәүҙәле, хәр-би хеҙмәткә әҙерлекле, ҡурҡыу белмәҫ сос егет ине. Һуғыштың алғы һыҙығына еб-әреүҙәрен һорап военкоматҡа әллә нисә тапҡыр барҙы. Ниһайәт үтенесен ҡәнәғ-әтләндереп ҡулына повестка тотторҙолар. Китер алдынан таң һыҙылғансы аш өй-ҙә етеле шәмде яндырып һөйләшеп утырҙыҡ. Әсәй төпкө яҡта. Һағайып шымып ҡалған, өлкән улын ер аяғы ер башындағы билдәһеҙлеккә оҙатҡанда моғайын ул да йоҡлап ятмағандыр. Ағайымдың әйткәндәре бөгөнгөләй хәтерҙә: «Әсәйҙе ҡарарға һин ҡалаһың, саҡырта ҡалһалар әмәлең юҡ, әммә һуғышҡа ваҡытынан алда атлығып барма, һинең өсөн яу ҡыры бында, тылда. Яуҙа мин йөрөгән дә еткән. Ик-ебеҙ, юҡ өсөбөҙ өсөн дә йән аямай алышырмын, йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәм. Көҙгә саҡлы дошманды ҡыйратып ҡайтырбыҙ…» Шул китеүенән ҡайтманы. Август аҙағында берҙән-бер, уныһы ла ҡаҙна мисәте баҫылған, ағайымдың батырҙарса һәләк ҡалыуы тураһында хәбәр иткән хатты алдыҡ. Уны төш мәлендә хат ташыусы Пушты Мостафа килтерҙе. Алай ҙа ул көн әсәйем ураҡта ине, ҡара хәбәр хаҡында белмәне лә ишетмәне лә. « Пушты бабай сер һаҡлай белә. Аҙна самаһы әсәйемдән күҙ йәшереп, ҡара көйөп ҡайғырып йөрөнөм дә шул ҡәһәрле ҡағыҙ киҫәген ғәзиз ағайымдай күреп зыяратҡа апарып күмдем. Ә әсәйемә килгәндә ғүмеренең ахырынаса уны көттө. Ҡапҡаны ел шығырҙатһа ла, осраҡлы ғына берәй үткенсе ишегебеҙҙе шаҡыһа ла түшәгендә тороп ултырыр ине… - Шул мәлде яңынан кисергән ҡартатаһының күҙҙәре моңһоуланып киттеләр. - Ә минең сират ҡара көҙҙә етте. Ошо хаҡта ишеткәс кәртә артына барып, ҡурҡыу-өркөүҙән түгел, көнкүреш сараһыҙлығынан иланым да ебәрҙем. Ауылда бит башҡа туғандарыбыҙ юҡ, һаулыҡҡа туймаған әсәйемде кемдең ҡулына ҡаратып ҡалдырам инде? Көнө-төнө колзоз эшендә йөрөгәс кәртә-ҡура тирәһе ярым емерек, ҡышҡылыҡҡа утын хәстәрләнмәгән, улары ла күңелде ҡыра. Өҙәрем юлға төйнәнгәндә киндер биштәргә* биш-алты бөртөк бешерелгән бетәү картуф, ярты түтәрәм арыш икмәге, бәләкәй йомарлам май, ике баш киптерелгән ҡорот төшөп ятты. Минең менән бер ҡатарҙан туғыҙ егет хәтәр сәфәргә юлланды, шуларҙан икәү генә имен-аман кире әйләнеп ҡайттыҡ. Әсәйем башҡа ауылдаштар менән бергә ауыл осона ҡәҙәр оҙата сығып баҫыу ҡапҡаһының ауыҙында яңғыҙ тирәктәй һерәйеп тороп ҡалды. Әсе ел уның күлдәк итәген тартҡылай, яулығы аҫтынан сыҡҡан сал сәл шәлкемен туҙыр-ата…
– Ҡайһы фронтта һуғыштығыҙ, парашюттан һикерергә тура килдеме? - Был һорауҙы маҡтансыҡ Юлай бирҙе.«Белә-күрә мыҫҡыл иткәндәй төпсөнә… Ә уның ҡартатаһы яҡшымы-яманмы танкист булған, Курск янында һуғышҡан…»
– Парашуттан? - Ҡартатаһы яңылыш ишетмәнемме тигәндәй ҡабатлап һораны. - Ҡайҙа инде, беҙгә ауыл балаһына күккә менеп һикереү! Тәүлә Алкинға килтерҙеләр. Ағас мылтыҡ тотоп иртәнән алып ҡараңғы төшкәнсе хәрби уйындар уйнайбыҙ, бейеклектәрҙе яулайбыҙ, шартлы дошмандың окоптарына һөжүм итәбеҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр стрельбищела атыу күнекмәләрен үткәрәләр. Һунарға сығып кейек йәнен ҡыйғаным булмаһа ла сәпкә төҙ атам. Төндәрен Устав ятлайб-ыҙ. Йәшәү шарттары урта сама, ә ризыҡ яғы наҡыҫ. Һалдаттар араһында тиҙ генә фронтҡа оҙатмаҫтар тигән хәбәр йөрөһә лә төн уртаһында тревога иғлан итеп, вокзалға алып барып, тауар вагондарына тейәп, ҡайҙалыр оҙаттылар. Иҙәненә, һәндерәләренә һалам түшәлгән вагон тишек тә тошоҡ, геүелдәтеп ел өрә. Ике көн тигәндә яртылаш емерелеп ер менән тигеҙләнгән ҡалаға килтерҙеләр. Сталинград икән. Алғы һыҙыҡ ҡала ситенән генә үтә тинеләр. Ҡасандыр завод булған ерҙәге подвалда урынлашып сафтары ныҡ һирәгәйгән полкты тулыландырҙыҡ. Ҡарт һалдаттар беҙҙең килеүгә бөтөнләй иғтибар ҙа итмәнеләр шикелле. Ашарға ярты ус ҙурлыҡ ҡатҡан икмәк киҫәге, һирәк ҡамыр киҫәктәре йөҙгән ыумас* тараттыл-ар. Ризыҡ асығыуҙы баҫманы, оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Иртәгеһен иртәнсәк завод эргәһендәге оҙон окопка сығарҙылар, ҡорал өләшеп бирҙеләр. Миңә һунар мылтығына тартым винтовка, тиҫтә самаһы патрондар, ике ҡул гранатаһы эләкте. Ул көндө ни ғиллә менәндер немецтар биләгән позициябыҙҙы миномет утына тотһалар ҙа атакаға килмәнеләр. Беренсе көндә үк беҙҙең менән килгән өс егет яраланды, икәүһе үлде. Кире подвалға төшкәс ҡурҡыныс ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәй илашып алдыҡ. Мәмәйлегебеҙгә йәне көйгән взвод командирыбыҙ, урта йәштәрҙәге өлкән лейтенант, әсе һүгенеп бер нисәүбеҙҙең арт һынына типте, ҡулы аҫтына эләккәндәрҙе һалып осорҙо: «Шыңшымағыҙ, маңҡалар, һеҙҙең өсөн тамуҡ яңы башлана ғына, күререгеҙ алда әле!..»
Иртәгеһен немецтар атакаға күтәрелде. 30-40-лап һалдат 8 танк ҡурғаш, снар-яд ямғыры яуҙырып, өҫтөбөҙгә килә. Окоп алдында унда-бында уты ҡатыш тупраҡ, төтөн бағаналары ҡалҡып сыға башланы. Эргәмдә генә пулемет, арыраҡ танкыға ҡаршы ата торған винтовка телгә килде. Бер аҙҙан ике танк асыҡ люктарынан төтөн борхотоп туҡтап ҡалды. Автоматтарын әҙер тотоп ышаныслы атлаған немецтар ҙа ергә һылашты, ҡайһы берҙәре ҡаршылыҡҡа сыҙамай ата-ата сигенә лә башланы. Мин дә винтовканы алға йүнәлтеп патрондарҙы нисек бар шулай атып бөтөрҙөм, гранаталарҙы ла ырғыттым. Улар дошманға әллә эләкте, әллә юҡ.
Кискеһен һәр беребеҙҙе теүәлләп сыҡҡан взводный яныма килде. Уставҡа яраш-лы аяғүрә баҫтым.– Һалдат, бөгөн һин бик насар алыштың. Шуға иғтибар иттем, бер генә фрицты ла төңкәйтә алманың! Сәбәп ниҙә?
Етешһеҙлегемде йәшермәнем:– Тере кешегә аныҡ ҡына тоҫҡап ата алмайым, иптәш өлкән лейтенант!– Һин нимә, боламыҡ! Был ҡылығың нисек атала беләһеңме? Дезертирство!
Хәҙер ошо ҡулдарым менән, судһыҙ-ниһеҙ! Бәлки һин элекке кулак элементыһыңдыр, ә? - Кабураһынан пистолетын алып маңлайыма терәне. - Алдыма тубыҡлан!
Тура ҡатып тора бирәм. Тамсы ла ҡурҡыу юҡ. Күҙ алдыма баҫыу ҡапҡаһы, унда өйкөлөшөп оҙатып ҡалған ауылдаштар килеп баҫты. Мейене бер генә уй йыбырлатты: «Ағайым үлде, инде килеп минең сират… Тик әсәйемә улың ҡурҡаҡтар үлеме менән үлде, тип хәбәр итмәһендәр ине… Ул бит ғорур зат, оятты күтәрә алмаясаҡ… » Пистолеттың тәтеһе әкрен генә тартыла башланы. Фанилыҡ менән баҡыйлыҡ - керпек ҡағыр ара ғына. Хәҙер атыу яңғырар ҙа йәнем йәһәннәмгә мәтәлер. Йәшәй ҙә башламайынса үлге килмәй, ах, бер ҙә генә лә үлге килмәй!..
Рота командиры капитан Соломатин килеп инде лә өлкән лейтенанттың пистолетын аҫҡа баҫты:– Тыныслан, Өлкән, тыныслан. Өлгөрөрһөң…
Взвод командирының буйһонмай сараһы юҡ, ул ҡораллы ҡулын сыбыртҡылай түбән һалындырҙы ла утлы, нәфрәтле текәлеүе менән быраулай ғына.
Капитан баш ҡаҡты:
– Әйҙә, һалдат, эйәр, һөйләшеп алайыҡ.
Подвал мөйөшөндәге өкәлтәккә индек. Ярым ҡараңғы. Бәләкәй ағас өҫтәл өҫтөндә йәйелгән карта ята, снаряд гильзаһынан әтмәләнгән шәм ишараты быҫҡый. Ҡырҡыу ҡором еҫенән тынсыу. Капитан үтеп ултырғас муйынын быуған китель төймәләрен ысҡындырҙы ла миңә ымланы:– Кил, ҡаршыма баҫ. - Тауышы хәрбигә оҡшамаған, уҫал түгел.
Бойороҡто үтәнем.– Бында ҡурҡынысмы?– Ҡурҡыныс, иптәш капитан.– Ышанам, ҡурҡыу тере йәнгә хас сифат. Ә шәхсән, шөрләйһеңме?– Шөрләмәйем.– Шулай уҡмы? Ҡара уны! - Һарғылт ҡаштарын бергә тотоштырып, зәңгәр күҙҙәрен яндырып ҡыҙыҡһынды. - Ҡурҡыу менән шөрләүҙең айырмаһы нимәлә, беләһеңме? - Көттөрмәй үҙе үк яуап бирҙе. - Беренсеһен аңлаттым инде, ә бына икенсеһе - ҡырағай, хайуани ҡурҡыуға ҡалыу, шөр ебәреү, паникаға бирелеү. Ундайҙар ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыр өсөн сигенергә, ҡасырға һәләтле. Шөрләмәүең яҡшы, тимәк һин яу яланын ҡалдырмаясаҡһың. Ә ни сәбәптән командирың ярһый?– Уйлағанымды әйттем.– Ни хаҡында уйлайың, икеләнәһең?– Сәпкә алып әҙәм балаһының ғүмерен ҡыя алмайым.– Ҡайҙа килеп юлыҡҡаныңды беләһеңме, һалдат? Бында бит ял йорто түгел. Йә һин дошманды, йә ул һине. Алтын урталыҡ юҡ. Изге китапта: «Не убий!», тип яҙылған юлдар бар, йәғни яманлыҡтан яманлыҡ ярала. Шулай булмаһын өсөн беҙ гел генә изгелек ҡылырға тейешбеҙ, тик әлеге осраҡта түгел. Ҡабатлап әйтәм, әлеге беҙҙең осраҡта түгел, аңлайһыңмы, һалдат? Бында бит һуғыш, ә һуғыш-тың үҙ ҡанундары, билдәле ул ҡорбанһыҙ булмай. Беҙ бит сит ҡитғаны баҫмағанбыҙ, ғүмеребеҙҙе аямай ғәзиз тупрағыбыҙҙы, атай-әсәйебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, киләсәгебеҙҙе ҡурсып һуғышабыҙ. Шулай булғас беҙҙең алда дошман һәм уны үткәрмәҫ өсөн һин уны теләйһеңме-юҡмы, үлтерергә бурыслы. – Аңлайым.– Хәрби антыңа тап төшөргәнһең. Уны һиңә тылҡыйһы түгел.– Беләм.– Дезертир, тип рапорт яҙһам саф алдына баҫтырып атасаҡтар.
Башымды күндәм эйеп тынып ҡалғанмын. Торошом капитанға оҡшаманы.– Тура баҫ , кемдең алдында торғанлығыңды онотма! Бына шулай… Ә минең өсөн һәр һалдат иҫәптә. Күпме юғалтыуҙар кисерҙек. Һине өлгөлө язалау менән генә иптәштәреңдең һуғышсан рухы күтәрелмәйәсәк. Ғөмүмән һалдатты ҡурҡытып, мәжбүр итеп һуғыштырып булмай, ул үҙенең хаҡлығына инанып ҡаршы то-ра, алға бара. Верховныйҙың «Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә!», тигән 227-се бойороғо бар. Ә был инде ҡурҡытып һуғыштырыу. Киләсәктә күпме ғәйепһеҙ йәндәр ҡур-ҡаҡлыҡта ғәйепләнеп ҡыйыласаҡ. Ә беҙ хәрбиҙәр, бойороҡтоң дөрөҫмө-түгелме икәнлеген тикшерергә хаҡыбыҙ юҡ, уны тайпылышһыҙ үтәйбеҙ генә… Взводный-ыңдың да хәлен дөрөҫ аңла, уға ныҡ ауыр. Йортона бомба төшкән, хәҙер ҡайтыр ере лә ғаиләһе лә юҡ… Бына нимә, һалдат, - капитан уйланғандай итте, - һин аш-һыу тирәһенә нисек?– Бишбармаҡ бешергән бар.– Уныһы ниндәйерәк аш?– Беҙҙең милләттең туҡмасы.– Элекке көн ашнаҡсы үлде. Урынына эштең рәтен белгән кеше кәрәк, әйтәм бит һәр һалдат, һәр атылған патрон иҫәптә. Шунда барырһың! Окопта, алғы һыҙыҡта һалдаттарҙы ашатырһың. Әгәр ҡурҡаҡлығыңды күрһәтһәң, артҡа сикһәң үҙ ҡулдарым менән атып үлтерәм, төшөндөңмө?– Так точно, иптәш капитан!– Бар.– Есть, иптәш капитан! - Киҫкен хәрәкәт менән сығыу яғына боролдом.
Артымда капитандың үҙ алдына һөйләнгән тауышын ишеттем: «Минең дә бит һинең йәштәге улым фронтта, ҡайҙа йөрөйҙөр, хаты-хәбәре юҡ…»
Илшат ҡаш аҫтынан ғына класты һөҙөп күҙҙән үткәрҙе. Кашауар бабайҙың тар-ихы ҡасан бөтөр икән, тип илке-һалҡы ҡыланаларҙыр тиһә, бер ҙә улай түгел, диҡҡәт* менән тыңлайҙар. Хискә бирелеүсән Нәсимә ҡулъяулығын йәшле күҙҙәренә тигеҙеп алды хатта.– Яуҙа һәр һалдат ҡулына ҡорал алып ҡына һуғышмай, ә үҙенә тәғәйен эш-те намыҫ менән башҡара. Мәҫәлән медицина хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – яралыларҙың ғүмере өсөн алышыу, уларҙы сәләмәтләндереү һәм яңынан сафҡа баҫ-тырыу, ә хәрби төҙөүселәргә нығытмалар, күперҙәр төҙөү йөкмәтелгән. Шулай итеп мине кашауар иттеләр, ҡулыма ижау* тотторҙолар. Үлсәп кенә бүленгән тары ярмаһын бешерәм дә артмаҡларға ҡулайлаштырылған оло фляганы арҡама аҫып окоптар буйлап бутҡа таратам. Пуля, снаряд ярсыҡтарынан шинель салғыйы йөлбөрәп бөттө, тимер каскамдың өҫкө өлөшө йәнселде. Пуля бер ҡарыш аҫҡараҡ эләкһә, яҡты донъя менән хушлаштың, тигән һүҙ. Хоҙай аралағандыр, тере ҡалдым. Иллә бер нисә тапҡыр яраландым, контузия алдым. Төҙәләм дә яңынан алғы һыҙыҡҡа!
Теге, капитан Соломатинды ла үлемдән ҡотҡарып апҡалдым. Дошманды ҡыуып Днепрға килеп еткәйнек ул саҡта. Төн ҡараңғылығында һалдарға ултырып сығып теге яҡ ярҙағы бер ҡалҡыулыҡты биләнек. Таң атыу менән беҙҙе утҡа тота башланылар. Баш ҡалҡытыр әмәл юҡ. Снаряд ярсыҡтарынан ер тишкеләнеп бөттө, тирә-яҡ ут- төтөн. Ә беҙ теребеҙ! Сыҙаһа сыҙай икән әҙәм балаһы. Эргәләге снаряд соҡоронда ыңғырашыу ишеттем. Арҡамдағы йөктән ҡотолдом да шунда ҡарай шыуҙым. Ҡараһам - ер өҫтөндә аяҡтар ғына тырпайған, ҡалған кәүҙә тотошлайы менән күмелгән. Ҡул көрәге менән тегене соҡоп сығарҙым һәм рота кома-ндирын таныным. Балтырынан, башынан ҡан һарҡа. Яраларын бәйләнем. Кире, үҙебеҙҙекеләргә яҡынларлыҡ түгел, йыбырлауыбыҙҙы күреп ҡалып сәпкә алдыл-ар ҙа саң-туҙан борхотоп аталар ғына. Тимәк көн оҙоно ошонда ятып ҡараңғы тө-шөүҙе көтөргә ҡала. Сентябрь аҙаҡтары булһа ла әбейҙәр сыуағына тартым көн шаҡтай тынсыу, томра. Капитан ауыр ыңғыраша, өҙлөкһөҙ һыу таптыра. Днепрға ҡарай илле метр самаһы аҫҡа бар ҙа кил инде. Мөмкин түгел. Капитан сыҙатмағас төшкә ҡарай бил ҡайышына эләктермәле бәләкәй флягалар тағып йылғаға ҡарай йүнәлдем. Башта абайламанылар шикелле, имен-аман ғына һыуҙы һауыттарға тултырып кире шыуыштым. Мине күреп ҡалған немецтар көтмәгәндә бер нисә ҡоралдан бер юлы атырға тотондолар. Илла алла* менән саҡ килеп еттем. Түбәнге өлөштәре тишелгән флягаларҙың төбөндә бер-ике йотмалы ғына һыу ҡалған. Шуны капитандың ауыҙына терәгәйнем ул йотлоғоп эсеп тә ҡуйҙы. Сарсап ауыҙым кипһә лә ҡалған тамсыларҙы усыма һарҡытып командирҙың маңлайына баҫтым. Ул ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты ла хәлһеҙ бышылданы: «Ышанысымды аҡланың, рәхмәт, һалдат…»
Киевты азат иткәс мине «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим иттеләр. Тик ул эләкмәне, ҡайҙалыр аҙашып ҡалды. Ә командирымдың телдән белдергән рәхмәте онотолмай, әле лә ҡолағымда яңғырап торғандай. Балалар, оҙаҡ ваҡытығыҙҙы алдым шикелле? – Юҡ, юҡ, дауам итегеҙ!.. - Класс шау-гөр килде. Аҙ һүҙле Шомбай Зөфәр баҫты:– Олатай, һеҙ дошман менән бер тапҡыр булһа ла күҙмә-күҙ осраштығыҙмы?– Эйе. Уныһы инде Польша ерендә булды. Бер ваҡыт беҙҙең ҡарамаҡҡа әсиргә төшкән немец офицерын килтерҙеләр. Һаҡлау бурысын миңә йөкмәттеләр. Төрмә ролен үтәгән землянка ишеге поход кухняһынан күренеп тора. Ҡайта-ҡайта барып ярыҡтан ҡарап киләм дә төп шөғөлөм менән булашам. Ә офицер үтә лә тыныс, ҡасырға йыйынмай ҙа. Өшөүҙән буҙарып ҡатты теге. Йәлләнем, тере йән бит, ҡайнар аш индерҙем, өҫтөнә запас шинелемде яптым. «Данке, данке, Ганс…» Танышырға теләп түшенә төртә. Вәлитйән, тимен. «О-о-о Водан!» «Нет, не Водан, Валитьян!», тинем ҡабатлап. «Найн, найн, Водан!» Күп йылдар үткәс кенә гәзиттәрҙең береһенән уҡып Водан боронғо германдарҙың Баш Аллаһы икәнлеген белдем, әсир мине Алланың үҙенә тиңләгән ул саҡта. Ганс түш кеҫәһенән өлкән йәш-тәрҙәге ҡатын фотоһын сығарып күрһәтте лә һуҡ бармағын күкрәгенә йүнәлтте. Әсәйемдең берҙән-бер малайымын тимәксе. Ике көндән уны полуторкаға ултыртып һаҡсылар менән тылға оҙаттылар. Дошмандың да бит ата-әсәһе бар, яҡшы-яманы осрап ҡуя. Ганс та ҡәһәрле һуғышҡа аҙашып килеп эләккән һымаҡ күрен-де миңә. Бәлки яңылышҡанмындыр ҙа, тик әсиргә күрһәткән әҙәмсә мөнәсәбәтемә ул саҡта ла үкенмәнем, әле лә.
Гансты тағы ла бер тапҡыр осратырға тура килде. Бынан утыҙ йылдар самаһы элек мине урман хужалығы ял йортона путевка менән бүләкләне. Китешләй Мәскәүҙә ҡунаҡханала туҡталдыҡ, Ҡыҙыл Майҙанға экскурсияға барҙыҡ. Шул саҡ һөрәнләү ишеттем: «Водан! Водан!» боролоп ҡараһам бер ят кеше миңә ҡарай ярпылдап йүгереп килә. Килеп етте лә ҡосаҡлап та алды: «О-о-о, Водан! Водан!» Абайлап ҡарап Гансты таныным. Теге саҡтағы дошманым илай-көлә мине ойпалай ғына. Килешле итеп кейенеп алған, танырлыҡ та түгел. Төркөмдән айырып ул мине ҡайҙалыр алып китте. Барған еребеҙ военторг икән. Һалдат шинелен һатып алып яурыныма һалды, шунан ресторанға алып инеп өҫтәл тултырып һый-хөрмәт теҙҙе. Шулай итеп Ганс күңелендә йөрөткән рәхмәтен донъялыҡта, тыныс шарт-тарҙа ҡайтарҙы.
Дәрес бөтөр ваҡытта Фәриғә Усмановна үҙенең йомғаҡлау һорауын бирҙе:– Вәлитйән олатай, әйтегеҙ әле, һуғышта иң ауыры нимә?
Ҡартатаһы ышаныслы яуапланы:– Ауыр һынау алдында кеше фиғелендә ҡалыу, ысын йөҙөңдө юғалтмау.
Илшат ашыҡмай ғына ҡайтып бара. Дәресте тағы ла бер тапҡыр күңеленән үткәрә, ишеткәндәренә һығымта яһай, баһа бирә. Мажаралы әкиәттәрҙе, тыныс тормошта башынан үткәргән ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләргә әүәҫ ҡартатаһы ни сәбәптәндер һуғыш темаһын ситләтеп үтә, һөйләй һалып бармай торғайны. Бөгөн аптыратып, хайран ҡалдырып, ул белмәгән-ишетмәгән ваҡиғаларҙы бәйән итте, яңы сифатта асылып китте. Ә шулай ҙа ҡартатаһы маладис, лайыҡлы ветеран. Күрҙеләр бит ниндәйерәк кашауар булған!
Мәктәп менән ауылды айырып аҡҡан йылға аша һалынған күперҙең тотонғос-она аушайған Юлай кемделер көтә. «Моғайын да Гөлкәйҙелер…» Шул уйынан йәне көйөп китте, иллә һыр бирергә теләмәй юрамал йәйрәп, юлға һыймай баҫҡан класташын ситләтеп үтергә итте:– Шыл әле, ҡамасаулама!
Тегеһе һаман үҙһүҙләнә, ҡымшанмай ҙа. Еңелсә этешеп -төртөшөп алдылар.– Ҡартатайың ниндәйерәк миҙал тағып килгән, әйтә алмаҫһыңмы? Абайламай ҡалдым, - тип һораны Юлай.
Ҡайырылды:– «Хәрби хеҙмәттәр өсөн». Ә ниңә?– Тоже мне герой! - Класташы русслап шулай тине лә серт иттереп теш араһынан төкөрҙө.– Ҡабатла әле! - Бәйләнергә яйы сыҡҡас йүгереп килеп яғанан бөрҙө. – Нимәһен ҡабатларға, кашауар кашауар инде!
Көрмәкләшеп киттеләр ҙә яҙа баҫып, күпер тотонғосон һындырып йылғаға ҡоланылар. Бил тирәһенән артмаған һыуҙа күлбегән килеш яйын тура килтереп Юлайҙың эсенә типте, тегеһе тос ҡына итеп танауына тондорҙо. Ҡан борхоп аҡ күлдәген тапланы. Уның ҡайғыһымы, өҫкә ҡалҡып яңынан иҙеүҙән һыҡтырҙы ла сөрәкә башты һыуға тыҡты. Кәлберләк кәүҙә тыпырсына башланы.– Ни эшләйһегеҙ һеҙ?! - Арттан йүгереп килеп еткән Гөлкәй шаптырҙатып һыуға ырғыны ла беләгенә аҫылынды. Ярға сығып ултырҙы. Хәлһеҙләнгән Юлай йүткерә-сәсәй йылға уртаһында тырпырап ята, үҙе янаулы һөйләнә:– Аяҡ ҡына тайып китте инде, юғиһә бирештем ти һиңә, бирешмәй ҙә…– Һыуһының ҡанманымы ни әле?! - Урынынан ҡалҡты.– Етте һеҙгә! - Туфлиҙарынан һыуҙы һарҡытып аҙапланған Гөлкәй тағы араларына килеп баҫты.– Яҡлайһыңмы? Ҡалығыҙ әйҙә, кәрәгегеҙ бер тин! - Елтәңләтә баҫып китеп барҙы. – Илшат, туҡта әле! - Ҡыҙ артынан йүгереп килеп етте лә ҡаршыһына баҫты, ғәйепләгәндәй итеп ҡарай. - Их һин, һуғыш суҡмары! - Ҡайҙандыр ҡулъяулыҡ килтереп сығарып һыҙырылған танауға баҫты. Аҡ һәм пак сепрәк киҫәгенән иҫерткес хуш еҫ килә.– Кәрәкмәй! - Илшат ҡаршылашып ҡыланһа ла күндәм генә тора. Ул ошо илаһи мәлдең оҙағыраҡ һуҙылыуын теләй ине.– Бөгөн үк күперҙең тотонғосон йүнәтеп ҡуй! Шунан Юлай менән һөйләш, аңлаш! Бер класта уҡып дошманлашырғамы иҫәбең?– Күперҙе ни йүнәтермен, ҙур эш түгел дә. Ә Юлай үҙе башланы бит. Килешербеҙ. Иртәгә.– Бигерәк шәпһең инде, көсөңә маһайып… - Ҡабарынҡы беләктәргә һоҡланып һирпелеп ала ҡыҙ.
Илшатҡа ла йән ингәндәй итте, күҙ ҡарашынан тоя, Гөлкәй ысынлап та уға үпкәләмәй. Ҡыйыулығын йыйып һораны:– Кискеһен ни эшләйһең?– Имтиханға әҙерләнәм. Сәнғәт академияһына барып көстө һынап ҡарарға ине. – Бәлки Ураҙғол буйына муйыл сәскәһен ҡарарға барырбыҙ…
Ҡыҙҙың биттәре алһыуланды, күҙҙәре янып китте. Ул ҡапыл асыуланғанда шулай итә.– Нимә, көн һайын берәүҙе осрашыуға саҡыраһыңмы? Таптың иҫәрҙе, ана Раушанияны эйәрт, һин тигәндә ул йәнен бирергә әҙер!– Бая мин алдаштым. Янғын сығарған өсөн атайым яза уйлап табып ҡараңғы төшкәнсе йәйләү ялан кәртәһенең төшкән һайғауҙарын ҡатырға ҡушты.– Ә Раушания һайғауҙарҙы тотошоп торҙомо? – Бер үҙем, кем генә миңә ярҙам итһен!– Бахырҡай. - Гөлкәй көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып әйтте. - Бөгөн кис Ураҙғол буйына көтөүҙән ҡайтмаған танабыҙҙы эҙләргә барам. Бәлки, осраҡлы ғына тап булышып та ҡуйырбыҙ… Ә был ҡулъяулығым һиңә булһын. -Ҡулындағын һондо. - Икенселәй матурыраҡтан сигеп бирермен. Һуғышҡан һайын танауыңа баҫырһың! Һуғыш суҡмары! - Сумкаһын күңелле һелтәп китеп тә барҙы.
Ҡайһылай ҙа матур көн был, төпһөҙ күктә ҡояш көлә, тирә-яҡ асыҡ йәшел. Кире боролоп барып Юлайҙан ғәфү үтенергә микән әллә? «Юҡ, ярамай, унда ла ғәйеп бар. Егеттәрсә аңлашырбыҙ әле…»
Ҡартатаһы баҡса ҡапҡаһында ҡояш нурҙарында ирәйеп ултыра. Уны еүеш, бысранып бөткән хәлдә күргәс аптырап текәлде, мәгәр кисерештәрен тышҡа сығарманы:– Ултыр. - Эргәһенән урын күрһәтте, һынап текәлде. - Ошо арала ҡулсырланып киттеңсе.– Гел шулай килеп сығып тик тора бит. Ҡайһылай итәйем.– Әлеге сәкәләшеүең нимәгә бәйле?– Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе генә асыҡланыҡ.– Көҙгө әтәстәр. Һуғышыпмы?– Эйе. Ғәҙеллекте иҫбатлап.– Ғәҙеллек өсөн булһа яраған. Уның өсөн ғүмерҙе лә йәлләмәйҙәр.– Мин дә шундай фекерҙә. - Илшат ҡулъяулыҡты һыҙырылған танау осона тигеҙҙе. - Атайым тағы яныр инде.– Яуап бирерһең. Ҡулың менән эшләгәс иңең менән күтәрә лә бел. Ғәҙеллек өсөн, тиһең бит, ярар, алдан һине ҡурсып бер кәлимә һүҙ әйтермен, бәлки файҙаһы тейер. - Ҡулъяулыҡҡа күҙе төштө. - Бынау нимәне әйтәм, бик күркәм күре-нә.– Ватанды һаҡлаусылар көнөндә бүләк иткәйнеләр. - Ирекһеҙҙән алдашты.– Ә миңә шундайыраҡты йәш саҡта ҡартәсәйең сигеп усыма йомдорғайны. Үҙенә күрә иҫтәлекле бүләк булды ул. Ошоғаса алынған затлы бүләктәр онотолоп бөттө, шул ус аяһындай тауар киҫәге хәтеремдә… - Ҡартатаһы ҡулындағы йүгәнгә күрһәтте. - Һеҙгә барып килгәнсе Наҙлы мөстәнләнеп ҡайҙалыр китеп олаҡҡан. Тышауҙы яратмағас Аҡташ яланына шул килеш кенә ебәргәйнем. Эҙләргә сығырға йыйынам.– Ул моғайын да эҫенән урман эсенә күләгәгә боҫҡандыр. Үҙем эҙләп алырмын. Ҡайһы тирәлә йөрөгәнлеген сама менән беләм. Ул ғәҙәттә Ураҙғол буйындағы муйыллыҡҡа барырға ярата! - Илшат ҡыуанып китте.– Әләйгәс шулайтырһың. Минең аҙымдар менән уны эҙләп табып була, әллә юҡ.– Табам! Ә картуфты иртәгә таң менән ултыртырбыҙ, ә ҡартатай? Атайыма ҡәтғи итеп әйтһәң ул һинең һүҙҙән сыҡмай торған.– Ярай шулайтырбыҙ, Алла бойорһа! Бар, кейемеңде алыштырып төҫ-башыңды рәткә килтер. Атай-әсәйеңде ҡурҡытып хафаға һалма улайтып.
Һуң ғына ҡайтҡан Илшат Наҙлыны ялан кәртәгә индереп япты ла өйгә инеп тормайынса аласыҡтағы карауатҡа урын йәйеп йоҡларға ятты. Әҫәрләнеүҙән күҙҙәренә йоҡо ҡунманы. Таң алдынан ғына әүелйеп китте. Төшөндә сәскәле болон буйлап йүгергән Гөлкәйҙе күрҙе. Ул сәскә-гөлдәрҙән дә матурыраҡ һәм һөйкөм-лөрәк. Көлә-көлә ҡыҙҙы ҡыуа төштө лә эләктерҙем генә тип ынтылғайны ҡаршыһына ҡартатаһы килеп баҫты. Гимнастерка кейеп алған, башында, теге, түбә өлөшө йәнселгән каска, түше тулы орден-миҙалдар. Ҡулындағы кателогынан тәмле аш еҫе килә…
Уянып күҙҙәрен асты. Ҡартатаһы эргәһенә һаҡҡан да яратып ҡарап ултыра.– Тор, улым, һалдат бутҡаһын бешерҙем. Бөгөн бит байрам. Ҙур байрам!