Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы Ишдәүләтова (Абдуллина) Баймаҡ районының Сәксәй ауылында тыуған. Әммә ул үҙен Бөрйән ҡыҙы,—тип һанай. Ни өсөн тигәндә уның ата-әсәһе Бөрйән районынан булған. Бетерә 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлаған ҡыҙға артабан уҡыу эләкмәгән. Уның эшләмәгән эше ҡалмағандыр. Ҡайҙа, ниндәй эшкә ҡушһалар, шунда тир түккән. Хеҙмәт юлын урман хужалығында таҡта ярыу цехынан башлаған, ә хаҡлы ялға почтанан сыға. Алты балаға ғүмер биргән әсә ҡыҙ-улдарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәй.
—Иҫән генә булһындар. Үкенескә күрә, ике улымды—Азаматымды ун бер йәше лә тулмаҫ элек, Вадимымды 20 йәшендә мәңгелеккә юғалттым. Шиғырҙы ла шул мәлдә, улдарымды юғалтҡан осоро яҙа башланым. Үҙенән-үҙе күңелдә тыуған шиғри юлдарҙы ул саҡта дәфтәр биттәренә яҙып барҙым. Берәүгә лә уҡытманым. Дәфтәрем «Көндәлегем» тип аталды. Үкенескә күрә, ике дөйөм дәфтәрем юғалды. Хәҙер минең шиғырҙарым «Бәйләнештә» селтәрендәге ике төркөмөмдә тупланған. Әлеге мәлдә хаҡлы ялдамын. Ишей ауылында йәшәйем. «Ағинәйҙәр» клубына йөрөйөм. Йырларға яратам. Таҡмаҡтар яҙам. Бар донъяға йылмайып ҡарарға тырышам»,— ти Хәлиҙә апай.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына Хәлиҙә Ишдәүләтованың шиғри күстәнәсен тәҡдим итәбеҙ.
Күпме һынау ҡуйҙың Аллам,
Ҡан-ҡойоштар үтте баштан,
Сүгәләнем, теҙләндем мин,
Өҙ(ө)лөп көттө йәй мәлен.
Шул йәйемдә бер «һандуғас»
Ҡалҡып торор ҡеүәт бир, тим
Яңғыҙ булһаң күҙ ҙә тейә,
Тик, тиңһенеп хөрмәт итер,
—Аңла,—тиһең.— Мәңгелеккә
Төштәр, төштәр, ниндәй төштәр…
Оло юлға сыҡтың, оло юлға,
Юлың булһын бары уң ғына.
Ҡай тарафта йөрөһәң дә, балам,
Һау-сәләмәт, иҫән бул ғына.
Осор күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Күңелеңде «болот» алмаһын.
Йәш йөрәгең типһен зарланмайса,
Юл йөрөүҙән арып талмаһын.
Бәхет менән уңыш юлдаш булһын,
Фәрештәләр булһын яныңда.
Мөхәббәтең көтһөн, вәғ(ә)ҙә биреп
«Һөйөү» тигән күлдең ярында.