Парашют көмбәҙен һүндерә алмай ҙа ҡуя, көслө ел ҡылған өҫтөнән елтерәтеп һөйрәп китеп тик бара. Нурислам менән йүгереп барып көмбәҙгә һикерәбеҙ. Һүнде. Парашютсы тигәнебеҙ ябай бер һалдат булып сыҡты. Ауыҙ-мороно—лыс ҡан. Сисергә ярҙам итешеп, байҡаһаҡ, икенсе һалдат парашюты менән ҡайында аҫылып тора, өсөнсөһөн ел Ҡанифа юлына һөйрәп төшөп бара...
Бер отделение самаһы һалдат төштө. Парашюттарын йыйып алыу менән космос аппараты янына һаҡ ҡуйҙылар. Мин, һалдаттар менән бергә елгә ҡаршы «көрәшеп» йөрөп тирләгән кеше, өшөй башланым. Ҡалтыранып, түҙер хәл ҡалмағас, тауҙар, үҙәндәр аша тура тартып Аралбайға ҡайтып киттем.
«Йылайырҙың «йыһан ҡунағы»н ҡаршылағаны»
Ошо урында Юлай Мәҡсүтовтың «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Йылайырҙың «йыһан ҡунағы»н ҡаршылағаны» исемле мәҡәләһенән өҙөктәр индереп китһәм мәҡәләм тулыраҡ булыр кеүек.
«...Һеҙҙең өйөгөҙ янына ғына берәй юлдаш (спутник), йәки йыһан карабы килеп төшһә, нимәләр эшләр инек икән? Булмаҫ, тимәгеҙ, була ул ундай ғәжәп хәлдәр ҙә. «Бынан байтаҡ йылдар элек Йылайыр районының Бикйән һәм Үрге Fәле ауылдары эргәһенә ер юлдашы килеп төшкән»,—тигән хәбәргә мин тәүҙә ышанмайыраҡ торғайным. Райондың «Ауыл уттары» гәзите редакцияһына шылтыратып һорашҡас, урындағы журналист Борис Солтанов: «Эйе, ундай хәл, ысынлап та, булған. Минең атайым шул спутниктың парашют стропаларын ҡырҡып алып, һүтеп, сәңгелдәккә ҡуйған. Шул сәңгелдәктә мине бәүелтеп үҫтергәндәр»,—тип хәбәрҙең дөрөҫлөгөн раҫланы.
Тулыраҡ, анығыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Йылайыр районының Бикйән ауылына юлланабыҙ. Ауылға килеп төшкәс тә иң элек олораҡ кешеләргә мөрәжәғәт итергә тырышабыҙ. 76 йәшлек Хәкимйән Fәлимйән улы Дәү-ләтҡолов үҙ баҡсаһында ҡаҙынып йөрөй ине.
—Хәкимйән ағай, һеҙҙең ауыл янына , ысынлап та, спутник төш-төмө?—тип һорашабыҙ.
—Һеҙ уны үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙме?
—Эйе, спутниктың парашютта төшөп килгәне үҙем күрҙем. Анау урман аръяғынан осоп килеп төштө ул. Парашюты үтә ҙур ине. Һарғылт-ҡыҙыл төҫтә. Ауыр йөгө һәлберәп килгәс, ауыл осондағы өйҙәргә тейә икән, тип ҡурҡтыҡ. Алай ҙа килеп етмәне, тау аръяғына барып төштө. Беҙ, ирҙәр, шул яҡҡа йүгерҙек. Барып еткәйнек, бер нәмәһе «шарт» итеп ҡалды. Беҙ кире ҡастыҡ. Сәмиғулла ағай: «Әллә ҡуян сығып ҡасты инде?»—ти. Ҡуян түгел, антеннаһы килеп сыҡҡан булған. Спутник килеп төшөүе булды, баш өҫтөндә самолеттар әйләнә лә башланы. Спутник артынан самолетта күҙәтеп килгәндәр икән. Аңғарса самолеттан һалдаттар һикерә башланы. Һалдаттар күп ине. Ул көндө бөгөнгө шикелле ел көслө ине. Ҡайһы бер парашютсыларҙы ел ситкә осороп ала ла китә. Һалдаттар, төшкәс, ошо тирәне тотош уратып алдылар. Икеме-өсмө көн торҙолар. Кисен төрлө-төрлө ракеталар аталар. Төшкән аппараттың ауырлығы ике тонна, тинеләр. Шар кеүек. Уны килеп ҡараған халыҡ күп булды. Һалдаттар бер нәмәһен урман- ға алып инеп шартлаттылар. Ике-өс көндән һуң уны тимер ситкегә һалып вертолет менән алып киттеләр...
—Мин бәләкәй бала менән өйҙә ултыра инем,—тип башланы һүҙен Флүрә апай Мортаева.—Бер ваҡыт, ике-өс самолет геүләп һауала өйөрөлә башлағас, йүгереп сыҡтым. Кешеләр шаулап йүгерешеп йөрөй. Сығып тупһанан ҡарап торам—теге самолеттарҙан һалдаттар парашютта улай ҙа төшә, былай ҙа төшә. Мин һуғыш сыҡҡанмы әллә тип ҡурҡып киттем. Бынау йылға бар бит: парашюттар шуның буйына тиклем осоп барып төшә. Ҡайһылары ағастарға һағып торҙо. Спутник төшкәнен ишетеп Fәле, Сидоровка, Матрай, Аҡъяр яҡтарынан халыҡ йыйылып китте. Баҙар кеүек булды инде. Милсейәләр күбәйеп китте, берәүҙе лә спутникҡа яҡын ебәрмәйҙәр. Ҙур шар кеүек ҡап-ҡара бер нәмә ултыра ине. Спутник төшкәс тә бер нәмәһе «ялт» итеп ҡалғас, ирҙәр: «Ҡуян ҡасҡан. Әллә кешеһе булып, шул ҡасҡанмы?»—тип ҡаңғырыштылар. Fәләмәт булды инде унда. Шунан ҙу-у-р виртәлүт килеп, спутникты аҫып, Мәскәүгәме, ҡайҙалыр алып китте.
—Бүребайҙан осоп үтте ул,—тип һүҙгә ҡушылды Fәрифә апай Мортаева.—Мин иртәгәһенә Бүребайға барғайным. Виртәлүт шунан осоп үтеп китте.
Спутниктың төшөп килгәнен иң беренселәрҙән булып Йомабай ағай Мортаев та күргән икән.
—Беҙҙә клуб була торғайны. Төштән кире шунда кәртме-доминомы уйнап ултыра инек, көнбайыштан бер нәмә төшөп килгәнен күрҙек. Иң алдан беҙ барып күрҙек уны. Бер нәмә ҡасты шул. Әл-лә нәмәһе асылып, бер нәмәһе тәгәрәп китте. Шунан: «Әллә нимә килеп төштө»,—тип йән-яҡтан кешеләр сыға башланы. Хәйбулла, Йылайырҙан килеп еттеләр. Милициялар килеп тулды. Һалдаттарҙың автоматтары бар ине...
...Был ваҡиғаны яҙғанда ҡайһы бер нәмәләргә асыҡлыҡ индереп китергә кәрәктер. Мәҫәлән, Ер юлдашы төшкәс тә ҡуян сығып ҡасты тиеүҙәренә ҡарата: баҡтиһәң, ике тонналы юлдаш ергә бәрелгәндә уның ҡапҡасы (люгы) ысҡынып, тәгәрәп киткән икән. Ер юлдашына эт, башҡа хайуандар ултыртып осорғанын гәзиттәрҙән уҡып белгән халыҡтың ҡапҡасты ҡуян итеп ҡабул итеүе ғәжәпме ни! Ә инде Ер юлдашының Бикйән янына килеп төшөүенә һис аптырарға ярамай. Байконур космодромы урынлашҡан ҡаҙаҡ далалары Йылайырға текәлеп ятҡан Хәйбулла далаларынан башлана. Ул көндө иҫкән көслө дала еле аппаратты төшөү өсөн тәғәйенләнгән урынынан бер нисә йөҙ километр ситкә ҡыуып алып китеүе бер ни тормай.
Бикйән ауылында булғанда: «Әллә ҡасан булған нәмәне нимә тип иҫкә төшөрөп йөрөйһөгөҙ инде?—тип ғәжәпләнделәр. «Ҡыҙыҡ та инде: күрше генә ятҡан Йылайырға спутник килеп төшкән, ә беҙ бер нәмә лә белмәй ятабыҙ»,—тинек. Тағы бер космос аппараты Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарына ҡабат төшмәҫ тип кем әйтә ала? Бәлки башҡа цивилизацияларҙан осоп килгән йән эйәләре менән дә осрашырға тура килер әле. Булмаҫ тимә».
Был мәҡәләгә бер нисә тапҡыр тотоноп ҡараным. Илһам килмәй ҙә ҡуя. Башлайым да ташлайым, башлайым да ташлайым. Аптырағас Бикйәнгә тағы бер барып ҡайтырға булдым. Хәтерҙе яңыртырға.
Юлға сығыр алдынан Йылайырҙа «Ауыл уттары» район гәзитендә яуаплы сәркәтип булып эшләп йөрөгән яҡташым Фәрит Мортаевҡа шылтыраттым. Хәлде аңлатҡас:
—Аҙаш, Бикйәндә космос аппаратын күргән йәки шул турала ишеткән берәй кеше ҡалдымы икән? Үҙем барһам, шул турала һөйләшерлек кеше табылырмы?—тип һораным.
—Бикйәндә хәҙер тап шундай, һине менән һөйләшерлек кешеләр генә ҡалған,—тине лә рәхәтләнеп көлдө. Мин, әлбиттә, аңлап етмәнем. Шулай ҙа аҙашыма ҡушылып көлгән булдым.
—Һин үҙең дә хәҙер оло ғына кеше. Космос аппараты төшкәндә ҡайҙа булдың?
—Мин беренсе класта уҡый ғына башлаған саҡ ине. Дәрес бөтөп, урамға сыҡһаҡ, бөтә ауыл гөж килә. Ҡыҙыҡ күреп беҙ ҙә халыҡ артынан йүгерҙек. Ләкин мин «космос ҡунағына» барып етә алманым—аҡырып илап ҡайтып киттем.
—Бер парашют туп-тура өҫтөмә төшөп килә бит...
2015 йылдың сентябрь урталары. Ҡайын япраҡтарына яңы тут ултыра башлаған. Күптән күңелде өйкәп торған хыялымды тормошҡа ашырыу ниәте менән Бикйән яғына юлға сыҡтым. Сиҙерҙә (Сидоровка ауылы, халыҡ Сиҙер тип кенә йөрөтә) Үрге Fәле ауыл советына инеп сыҡтым. Белгес булып ауылдашым, элекке алдынғы механизатор Боҫҡонов Янсаф ағай мәрхүмдең ейәне Фидан Фәнил улы эшләй икән. Ул: «1928-1930 йылдарҙа, урыҫтар күпләп күсеп ултыра башлағас, ерҙәрен бирмәҫ өсөн күсеп сығып, Бик-йәнгә Аҡсура ауылы (рәсми исеме—Үргә Fәле) халҡы нигеҙ һалған. Ауыл ҡартая. Бөгөн 19 өйҙә 39 кеше иҫәптә тора. Уларҙың да күбеһе ауылда йәшәмәй. Ауылда хәҙер бик һирәк өйҙөң генә мөрйәләренән төтөн күтәрелә лә кистәрен тәҙрәләрендә ут күренә»,—тип оҙатып ҡалды.
Сиҙерҙән Бикйән аша Үрге Fәлегә һәм Байғужаға шоссе юл һалғандар икән. Элек беҙ Ҡанифа юлы менән йөрөй торғайныҡ. Бикйәнгә еткәс, ауылға инмәй, тәүҙә класташым Нурислам менән парашют «һүндереп» йөрөгән ерҙәрҙе барып күрергә булдым. Танырмынмы икән? Машинаны Үрге Fәлегә бара торған юлға борҙом да яйлап ҡына барам. Бына хәҙер, хәҙер космос аппараты төшкән ергә килеп етергә тейешмен. Был ни ғәжәп! Машина һыртты үтеп, Fәле яғына тө-шөп тә бара түгелме? Танымай үтеп киттемме икән ни? Тар ғына урман юлында ҡыйынлыҡ менән боролдом да кире Бикйән яғына ыңғайланым. Ҡайҙа Ҡанифа юлы? Бына ята бит! Үҙгәреүен-үҙгәрмәгән, тик, машиналар һирәк йөрөгәс, үлән баҫа башлаған: тар ғына һымаҡ булып ҡалған. Машинаны юлдан ситкәрәк сығарып һүндерҙем дә йәйәүләп киттем. Бына Бикйән юлы менән Ҡанифаның киҫешкән урыны. Бына ошонда, 10-15 метр ғына ситкәрәк килеп төшкән ине космос аппараты. Ярты быуат эсендә кеше танымаҫлыҡ булып үҙгәргән икән был ерҙәр. Парашютсы эленеп торған урман ҡайҙа әле? Бына, артымда икән. Ҡайындар ҡартайған, йыуанайған, буйҙары ла—иҫ китерлек. Бындай ҡайынға һарҡҡан парашютты беҙ ғүмерҙә лә ысҡындырып ала алмаҫ инек...
Ауылға ингәс, урам уртаһында туҡтаным. Машинанан сыҡмай ғына берәй кеше күренмәҫме тип көтәм. Урамда бер кем юҡ. Ап тырағас, машинанан төшөп, иң ситке өйҙөң тышҡы ҡапҡаһын асып ишек алдына индем. Келәтме, гаражмы алдына ҡуйылған оҙон эскәмйәлә кәпәс, фуфайка кейгән бер ағай ултыра. Һаулыҡ һорашып эргәһенә сүгәләнем. Һөйләйем—һөйләйем, берһүҙ өндәшмәй: миңә текләгән дә ҡатҡан. Ишетмәйме икән әллә тип, ҡысҡырып та ҡарайым, барыбер өн юҡ. Әҙерәк ултыра бирҙем дә урамға сыҡтым. Ҡаршы йорттоң ишек алдында бер ҡатын күренеп ҡалды. Йүгерә-атлай шунда йүнәлдем. Мин күрмәһәм дә ул миңә күҙ элеп йөрөгәндер, күрәһең:
—Әхмәтйән ағай ауырый, ҡатыны кәртә аҫтында картуф ҡаҙалыр, моғайын,—тине.
—60-сы йылдарҙа һеҙҙең Бикйәнгә космос аппараты төшкән тинеләр. Мин шуның менән ҡыҙыҡһынып йөрөйөм. Шул турала һеҙ берәй нәмә әйтә алмаҫһығыҙмы икән?—тип өндәштем белмәгән кеше булып.
—Ә-юҡ! Мин—килен кеше, был ауылдыҡы түгел.
Күрше йортҡа йүнәлдем. Унан сыҡҡан ҡатын ихлас ҡына итеп көлөп ебәрҙе лә:
—Ағай, ул ваҡытта мин тыумаған булғанмын әле,—тине.—Был ауылда уны иҫләгән кешеләр ҙә бөтөп баралыр инде. Мортаев Шәрифулла ағай ғына иҫләмәһә...—тип өйөн өйрәтеп ебәрҙе.
Һап-һары итеп йыуылған тупһаға баҫырға ҡурҡа-ҡурҡа ғына аяҡ кейемемде систем дә соланға үттем. Өй ишегенә туҡылдатам—берәү ҙә асмай. Ишекте ипләп кенә асып эскә күҙ һалам. Ыҡсым ғына кәүҙәле бер ағай оҙон өҫтәл артында сынаяғына өрә-өрә сәй эсеп ултыра.
—Әбей Матрайға баҙарға киткәйне. Көтә бирҙем дә...ҡайтманы. Һыуһап китеп бер үҙем генә эсеп ултырам. Эскең килһә, ултыр эргәмә. Түлке һөттө тапманым: әллә ҡайҙа ҡуйған!
Мин йомошомдо әйтеп тә өл-гөрмәнем, ағайым һикереп тә торҙо:
—Ул аппараттың парашют бауы хәҙер ҙә минең ҡоҙоғомда элеүле тора. Илле йылдан ашыу хеҙмәт итә! Һап-һары ғына ине, хәҙер ҡарайған инде. Күрһәтәйемме?—Шулай тине лә, ҡатаһын эләктерә һалып, ҡоҙоғо яғына йүнәлде.—Бына!
—Шәрифулла ағай, һин аппараттың төшкән урынын күрһәтә алмаҫһыңмы икән?
—Күрһәтәм, нишләп күрһәтмәй ти? Тик...берәй транспортың юҡмы? Йәйәү арырмын ул.
Ауылдан сығып ике-өс йөҙ метр ҙа үтмәнек, ярға оҡшап һуҙылып киткән ҡалҡыуыраҡ ергә еткәс, туҡтарға ҡушты: «Ары йәйәү барырбыҙ».
—Элек беҙҙә клуб булды. Төштән һуң ир-ат, шунда йыйылып, кәртме, доминомы уйнап ала торғайныҡ. Ул көндө лә клубта домино һуғып ултыра инек. Кемдер инеп космос аппараты тураһында әйтеп китте. Сыҡтыҡ та , ҡыҙыҡ күреп, Ҡанифа яғына китеп барабыҙ. Ошо ергә еткәйнек, Сәмиғулла ағай Мортаев ҡулын күтәреп туҡтатты ла: «Егеттәр, хәҙер ошо яр буйлап теҙелеп ятабыҙ. Берегеҙ ҙә тормай. Ипләп кенә күҙәтәбеҙ. Бер ниндәй ҙә ер юлдашы түгел, америкалар ебәргән шпион ул!»—ти.
Бигерәк мәрәкә кеше булды Сәмиғулла ағай мәрхүм. Теләһә нимә уйлап сығарыуға шәп ине. Шулай ҙа беҙ уны хөрмәт иттек. Тыңлай торғайныҡ. «Ете-һигеҙ йыл ғына элек Свердловск күген-дә атып төшөрөлгән америка самолетын онотманығыҙмы әле? Паулсты...Ул бит самолетында тап ошо ерҙән—беҙҙең өҫтән осоп үткән...фотоға төшөрөп. Ул пландары килеп сыҡмағас, американдар икенсе шпион ебәргән... космос аша. Һин, һин, һин—уң яҡты күҙәт, ә һин—анау урман буйын. Ҡарағыҙ уны, Ҡанифа буйлап ҡасып китмәһен!»
Шәрифулла ағай менән ары атлайбыҙ. Ҡанифа юлына сығырға 5-10 метр ҡалғас, Шәрифулла ағай, туктап, уңға, һулға ҡарап алды ла, бер урынға төртөп, ышаныслы итеп:
—Бына ошо ерҙә ултыра ине ул аппарат. Ул төшкән ерҙәге түңәрәк кенә соҡор унар йыллап беленеп ятты. Көслө ямғыр яуһа, һыу йыйыла торғайны. Бер йылы ошо ерҙәрҙе һөрөп, һоломо, бер нәмә сәстеләр. Шунан ғына юҡ булды.
Үҙем уйлаған ер менән Шә-рифулла ағай күрһәткән ерҙе сағыштырып ҡарайым. Айырма бар: минеке 50 метрҙай аҫтараҡ. «Минеке дөрөҫөрәк булырға тейеш. Бала хәтере нығыраҡ була. Шәрифулла ағай әҙ генә яңылыша, шикелле. Өлкән кеше бит, барҙыр, зарар юҡ. Иң мөһиме—ул да, мин дә Ҡанифанан берҙәй алыҫлыҡтағы ерҙе күрһәтәбеҙ»,—тип эстән генә уйлап ҡуйҙым. Әммә был турала Шәрифулла ағайға бер һүҙ ҙә өн-дәшмәнем.
—Шәрифулла ағай, һин бына парашют бауын ҡоҙоғоңа элеп ҡуйғанһың, икенселәр—быйма табанлаған, тиҙәр...—тип һүҙ башланым кире юлға сыҡҡанда.
—Әйтмә! Кинәндек кенә инде! Уны сәңгелдәккә лә ҡуй-ҙылар, күнәк бауы ла, быҙау бауы ла иттеләр. Ат дилбегәһе шикелле оҙондары ла булды. Трос, дилбегә, атҡа ышлыя ла иттеләр. Төндә ҡайһы берҙәренә парашюттың тауарын да биргәндәр. Беҙгә теймәне, арҡаны ғына эләкте.
—Ә ул тауарҙы нимә эшләткәндәр икән?
—Күлдәк тегеп кейгәндәр булды, тиҙәр. Fәбиҙә еңгәй Венераһына тектергән шикелле. Венера Үрге Fәлелә генә йәшәй бит, инеп сыҡ.
Шәрифулла ағай менән хушлашып, Үрге Fәлегә юл тотам. Венера Сәмиғулла ҡыҙы Солтанова өйҙә булып сыҡты.
—Ул ваҡытта мин Сибай педагогия училищеһының беренсе курсында уҡып йөрөй инем,— тип башланы һүҙен Венера Сә-миғулла ҡыҙы. Бер көндө әсәйемдәрҙән хат килеп төштө. Бикйән ауылына спутник килеп төштө, тип яҙғандар.
Әсәйем уҡытыусы булғас, ауылға килгән бөтә кеше беҙгә төшә торғайны. Был юлы ла төшкән аппараты юллап килгән офицерҙар һәм отделение командирҙары беҙҙең өйҙә ҡунғандар. Ағайым Салауат мәрхүм беҙҙең өйҙә йәшәгән Григорий Зазымко исемле егет менән ныҡлап дуҫлашып китеп хат алышып та ятҡайны. Фотоһы ла һаҡланырға тейеш. Туҡта, ҡарайым әле,—тип Салауат ағай мәрхүмдең «Дембель альбомы»н аҡтарырға кереште.—Бына, әйттем бит булырға тейеш тип,—тине лә йөҙөнә һары йүгерә башлаған кескәй фотоны миңә һуҙ-ҙы. Фотонан асыҡ йөҙлө йәш егет беҙгә йылмайып ҡарап тора. Артына: «Сержант Гриша Зазымко. Кемеров өлкәһе, Ленинск-Кузнецк ҡалаһы, 27834-се хәрби часть» тип яҙылған ине. Фотоны ҡараған арала: «Сәләм, сер-жант! Тормош еле һине ҡайҙарға алып барып ташланы икән? Белһәң ине. Һин миңә 7-8 йылға ағай булырға тейешһең. Иҫән булһаң, һиңә хәҙер 75 тирәһе булырға тейеш. Ошо көндәр, Башҡортостан бер тапҡыр булһа ла иҫеңә төшкәне булдымы? Ә Са-лауат дуҫың донъяла юҡ инде...»—тип уйлап өлгөрҙөм.
—Парашют тауарынан һеҙгә лә күлдәк тегеп кейҙергәндәр, тинеләр Бикйәндә,—тим.
—Эйе. Тауарын беҙгә лә ҡалдырып киткәндәр. Аҡ ҡына һәм әфлисүн төҫөндә ине. Һәйбәт, ныҡ тауар булды. Аҡ капронынан күлдәк, ҡыҙғылт-һарыһынан кофта тегеп кейгәйнек.—Елгә елпелдәп кенә тора торғайны. Шул күлдәкте кейеп әлегә уйынға килгәнмендер күп булһа. Клубта Ҡарһылыу булып та йөрөгәйнем. Шунан ҡыҙҙарым уны һүтеп, теләһә-нәмә тегеп алып китеп бөттөләр—ҡайҙа иткәндәрҙер, белмәйем.
1970 йыл Мәскәүҙең Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы геология-разведка институтына уҡырға индем. Рязань өлкәһендә бер ай «картуф сүпләп» ҡайтҡандан һуң, ятаҡҡа урынлашып, уҡыуҙар башланғас, баш ҡала менән ныҡлап танышыу теләге мине Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарының Бөтә Союз күргәҙмәһенә (ВДНХ) алып килде. Күргәҙмә алдындағы бөтә СССР-ға билдәле алтын скульптуралар менән биҙәлгән фонтан янында фотоға төшкәс, төпкә, «Космос» павильонына табан атланым. Павильон алдындағы майҙанға ҡуйылған ТУ-134 самолетына сират теҙелгән: алдан, летчиктар кабинаһы янынан, инәләр, «ҡойроғонан» сығалар. Мин, үҙем Өфөнән Мәскәүгә ошо самолетта осоп килгәс, туҡтап торманым, тура павильонға үттем. Ҙур павильон (ВДНХ-ла иң ҙур павильон шул булғандыр әле) халыҡ менән шығырым тулы. Иң тәүге космос кораблдәренә арналған стендтарҙы, Белка менән Стрелка осҡан аппаратты, Ер йөҙөндәге беренсе космонавт Юрий Гагаринға арналған әйберҙәрҙе ҡарап төпкә атлайым. Бер урында малайҙар шау-гөр килә: нәмәнеңдер өҫтөнә аяҡтарын һәлендереп тороп ултырып алғандар ҙа гәп һаталар, икенселәре эсенә үк инеп, люкҡа оҡшаған нәмәнән ауыҙ йыра.
Нимәһелер таныш кеүек тойолдо миңә ул әйберҙең. Яҡыныраҡ килеп ҡараным да... иҫем китә яҙҙы: шул, Бикйәнгә төшкән космос аппараты бит! Бала хәтере ныҡ була, яңылышырға тейеш түгелмен! Шул, шул! Малайҙарҙы ҡыуып төшөрөп, ҡосаҡлап уҡ алдым. Һыйпайым, һөйәм. Ҡулыма тыуған ер йылыһы, танауыма ҡылған еҫе килеп бәрелгәндәй булды. Башҡортостандан ситкә сығып өйрәнмәгән кеше ни...һағынып та өлгөргәнмендер инде...үҙ туғанымды осратҡан кешеләй ҡыуандым.
Мәскәүҙә биш йыл уҡыуым осоронда мин уны бер нисә тапҡыр барып күрҙем. Йылдар үтә бара—онотолдо. Хәҙер «Бикйән» аппараты ул күргәҙмәлә ултырамылыр, юҡмылыр—белмәйем. Яңыраҡ бер төш күреп уяндым: ВДНХ- ға «яҡташым»ды күрергә барғанмын да, ҡара көйгән «тәнен» һыйпап, үҙемдең «ҡултамғамды» эҙләйем икән, тием.
...Бикйәндә «тәүге осрашҡанда» берәй таш алып «А.Ф.З» тип яҙып ҡуйырға ла баш етмәгән!—тип әрләйем хәҙер үҙемде.