Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Зөлфиә Fүмәрованы гәзит уҡыусылар нескә күңелле шағирә тип белә. Тәүге тапҡыр 5-се класта ҡулына ҡәләм алған ҡыҙ артабан бер ваҡытта ла ижадтан айырылмай. Уның тормошсан шиғырҙары һәм хикәйәләре район гәзитендә даими донъя күрә. Зөлфиә Вәлиәхмәт ҡыҙына киләсәктә лә гәзит уҡыусыларҙы яңынан-яңы күңелдәрҙе тетрәндерерлек ижады менән һөйөндөрөп тороуын теләп ҡалабыҙ.
Һандуғастың моңо һағындырған
Ҡайтам һиңә, ҡайтам урманым.
Хыялымда күптән һиндәмен мин,
Ҡайтам әле, ҡайтам, һиңә урман,
Болоҡһоған ғына күңелемә,
Дарыу—сихәт алып килергә.
Кәкүктәрең саҡырыуын һағынып,
Сарсағанмын ҡотһоҙ ерҙәрҙә.
Fүмер үткән һайын, һағынғанда
Ҡайтыу кәрәк тыуған илдәргә.
Ҡырҡ сырағы яна ҡатын-ҡыҙҙың,
Ҡырҡ һөнәре булыр ир-аттың.
Донъяларға ниҙәр булды икән?
Бер шөғөлө ҡалды ир-аттың.
Хәмер—йылға, ирҙәр ятып эсә,
Хәмер—ҡоҙоҡ, сума ҡатындар.
Үлә ирҙәр, эсеп-янып үлә,
Ҡасан туҡтар ғәмһеҙ, сәмһеҙ тормош,
Татырмы икән ҡатын йөрәккәйе,
«Һөйөү» тигән һүҙҙең ялҡынын?
Таңдар ата, кистәр кисләй тора,
Ҡырыҡ сырағын һүндермәйсә көтөп,
Ҡатын-ҡыҙҙар иртә ҡартая.
Иртә киттең, атай, нигеҙ ташлап,
Дер һелкетеп йәшәр сағыңда.
Мәңгелеккә өйөң ҡорҙоҡ һиңә
Ҡайын эргәһендә, сағылда.
Иртә киттең, атай, йән әсетеп,
Донъя теҙгенеңде сеймәлтеп.
Яҡты донъяларҙа ирмәк булып
Таҡмаҡтарың ҡалды сеңләтеп.
Хаталарһыҙ кемдәр йәшәй икән,
Донъя тора аҡтан, ҡаранан.
«Атай»,—тиеп өндәшер ҙә инем,
Киткәнһең шул беҙҙең аранан.
Хаталарың өсөн ғәфү бирәм,
Минең өсөн изге йән булдың.
Һинең балаң булған өсөн генә
Донъяларға килеп мин уңдым.
Ярлы, байҙар юҡ ерҙәргә киттең
Донъяларҙың хәтәр даръяһында
Рухың торһон беҙҙе аралап.
Йомарт булдың, атай, дуҫ-ишеңә,
Ризыҡ тулы булды өҫтәлең.
Хәйер биреп, аят бағышлайым,
Мин бәхетле ерҙә йәшәгәнгә
…Ерҙә Аллаһы Тәғәләнең ризалығынан башҡа ел дә иҫмәҫ, япраҡ та һелкенмәҫ һәм өҙөлмәҫ. Хаҡ Тәғәләбеҙ ошо күренештәрҙе аңларға, күрергә насип иткәненә сикһеҙ ризамын, сикһеҙ рәхмәтлемен һәм бәхетлемен!
Минең тәҙрә төбөндә бик ҙур, мөһабәт тирәк үҫә. Йәйҙәр үтеп, һыуыҡ ҡарлы-ямғырлы көҙҙәр килде. Бөтә тереклек, тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнде, ағастар япраҡ ҡойҙо.Ҡарлы-буранлы ҡыш килде. Һалҡын, зәһәр елдәр был ағастың барлыҡ япраҡтарын да йолҡоп алып бөттө тип уйлап тәҙрәнән ҡарап торам. Бына ғәжәп! Бер һары япраҡ өҙөлмәй, төшмәй ҡалған.
Ҡыш уртаһы етте, ә был япраҡ көн дә мине сәләмләй, «мин бармын, мин әле йәшәйем үҙ ағасымда» тип әйткән кеүек, елбер-елбер килә.
Көслө бурандар башланды, көндәр 40 градусҡа тиклем һалҡынайтты. Мин япраҡҡа: «Бирешмә!» тип әйтеп ҡуям. Шулай, ул үҙ урынында, үҙ ағасында ҡыш сыҡты. Һары япраҡ күптән инде ҡараға әйләнде. Гөрләп ҡар һыуҙары аҡты, ҡоштар осоп ҡайтты. Ә мин үҙ күңелем менән ошо япраҡҡа яҙҙы күрергә насип булғанын аңланым.
Бына көндәр йылынды, бөрөләр шытты. Ҡояшлы бер көндө япраҡ өҙөлөп төштө. Ул үҙ бурысын тулыһынса атҡарҙы, Аллаһы Тәғәләнең рөхсәте менән ошо яҙғы көндә үҙенең дауамы булыр бөрөләрҙе күреп, яҡты донъяның һағышлы һары көҙөн, ҡар-буранлы әсе ҡышын, шаулап килгән йәшел яҙын күреп, үҙ ағасынан өҙөлөп төштө. Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауы, ярҙамы, әмере, насип итеүе бына ошо мөғжизәлә иҫбатланды.
Беҙгә, кешеләргә, ерҙең матурлығына һоҡланып, тормошто яратып, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап, балаларыбыҙҙы матурлыҡты күрә белергә, һаҡлай белергә өйрәтеп, ғәзиздәрҙән-ғәзиз ғүмер өсөн рәхмәт әйтеп, Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡауҙар һорап, гөнаһтарыбыҙ өсөн тәүбәгә килеп йәшәргә насип булһын. Fүмер—беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк!