АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
28 Октябрь 2018, 10:27

Ҡояшты һағынғанда

Ул уны тәүге тапҡыр күргәнен яҡшы хәтерләй. Беренсе сентябрь ине. Регина йылға тулҡыны һымаҡ сайҡалып торған студенттар ағымын күҙәтеп тәҙрә төбөн-дә ултыра ине, күҙенә бер ялҡын сағылды. Хас та көҙгөлә сағылып уйнаған ҡояш нурҙары инде—йәлп-йөлп итә. Ерән төҫөндәге бөҙрә баштың һоро тулҡын араһында уңға-һулға елпелдәп килгәнен күҙен дә алмай ҡарап ултырҙы. Ә ул, үҙе күҙәтеүсе менән тиңләшкәс, ҡапыл туп-тура ҡарап асыҡ итеп йылмайҙы: «Сәләм!» Йәшел күҙҙәрҙең яҡты нурынан Регина ҡапыл баҙап ҡалды. Ихлас йылмайыуға яуап итеп үҙенең дә ауыҙы йырылып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды: «Сәләм!» Курсташтар, төркөмдәштәр булып сыҡты улар. Бына шулай еңел генә танышты ла китте Айбулат менән. Fүмерҙә булмағанса. Регина тәүҙә кешене ҡарай, һынай, күҙәтә, шунан ғына үҙенең янына яҡын ебәрә ине. Ә был юлы яңы танышының ихласлығы уны ҡабырсағынан яҡты көнгә һөйрәп сығарҙы ла ҡуйҙы. Һөйләшә-таныша аудиторияға табан йүнәлгәс кенә, Регина яңы танышының ныҡ ҡына аҡ-һауына, аяҡтарының сәләмәт кешенекенән айырылып тороуына иғтибар итте. Папканы ҡыҫып тотҡан һул ҡулы ла нисектер сәйерерәк бөгөлгән. Ҡояш нурының йәлп-йөлп килеп уйнауы шунан икән.

Йүгерә-атлай ашығып офисҡа килеп ингән Регина ҡапыл ғына күҙен нимәлер сағылтҡанға шып туҡтап ҡалды. Бер гилке селт-селт йомоп торғандан һуң күҙен асһа, ҡаршыһында шау һипкел йөҙлө ерән сәсле малай йылмайып тора. Ҡулында көҙгө. Шуның менән тәҙрә аша төшкән ҡояш яҡ-тыһын сағылтып уйнап маташа икән. Ул арала малайҙың әсәһе килеп сыҡты, улын етәкләп алды:
—Fәфү итегеҙ. Папкаларҙы ҡалдырырға ғына тип ингәйнем офисҡа, бөгөн эштән һорағайным, бөтөн кәрәкле документацияны үҙем менән алғанмын. Малайым беренсе класҡа бара тип бөтөнләй башым ҡатҡан,—тип аҡлана башланы.
Регинаның һынағаны бар: өндәшмәйерәк торһаң, кешеләр һәр саҡ шулай аҡлана, аңлата, күп һөйләй башлай. Шунан ҡатын улының ҡулынан тартты:
—Киттек, һуңлайбыҙ. Беренсе сентябрь бөгөн, һуңларға ярамай.
Ерән сәсле шаян малай боролоп Регинаға ҡул болғаны ла, әсәһе артынан ашыҡты.
Бөгөн беренсе сентябрь. Бере, тимәк, бөгөн... Кабинетҡа ингәс тә, ноутбукты асып экранға текәлгән Регина үрелеп тәҙрәгә ҡараны. Тышта бөгөн аяҙ икән дә баһа! Санкт-Петербургҡа хас булмағанса, аяҙ ҡояшлы көн. Алмалы телефонының экранына текәлеп юлда килгән саҡта абайламаған икән. Шаян малай көҙгө менән күҙен сағылдырғансы көнгә лә иғтибар итмәгән. Нимәгә ашыға ине әле ул офисҡа? Регина ноутбукты тәү күргәндәй, ҡайһы документҡа, ниндәй программаға төртөргә белмәй ултыра бирҙе. Кинәт кенә бөтөн отчеттар, пландар һәм проекттар иҫенән сыҡты. Һандар, факттар, таблицалар, графиктар урынына күҙ алдынан бер-бер артлы хәтирәләр йүгереп үтте. Әйтерһең, баяғы ерән сәсле шаян малай ниндәйҙер бер нөктәгә баҫып слайд-шоу программаһын эшләтеп ебәргән...
Ул уны тәүге тапҡыр күргәнен яҡшы хәтерләй. Беренсе сентябрь ине. Регина йылға тулҡыны һымаҡ сайҡалып торған студенттар ағымын күҙәтеп тәҙрә төбөн-дә ултыра ине, күҙенә бер ялҡын сағылды. Хас та көҙгөлә сағылып уйнаған ҡояш нурҙары инде—йәлп-йөлп итә. Ерән төҫөндәге бөҙрә баштың һоро тулҡын араһында уңға-һулға елпелдәп килгәнен күҙен дә алмай ҡарап ултырҙы. Ә ул, үҙе күҙәтеүсе менән тиңләшкәс, ҡапыл туп-тура ҡарап асыҡ итеп йылмайҙы: «Сәләм!» Йәшел күҙҙәрҙең яҡты нурынан Регина ҡапыл баҙап ҡалды. Ихлас йылмайыуға яуап итеп үҙенең дә ауыҙы йырылып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды: «Сәләм!» Курсташтар, төркөмдәштәр булып сыҡты улар. Бына шулай еңел генә танышты ла китте Айбулат менән. Fүмерҙә булмағанса. Регина тәүҙә кешене ҡарай, һынай, күҙәтә, шунан ғына үҙенең янына яҡын ебәрә ине. Ә был юлы яңы танышының ихласлығы уны ҡабырсағынан яҡты көнгә һөйрәп сығарҙы ла ҡуйҙы. Һөйләшә-таныша аудиторияға табан йүнәлгәс кенә, Регина яңы танышының ныҡ ҡына аҡ-һауына, аяҡтарының сәләмәт кешенекенән айырылып тороуына иғтибар итте. Папканы ҡыҫып тотҡан һул ҡулы ла нисектер сәйерерәк бөгөлгән. Ҡояш нурының йәлп-йөлп килеп уйнауы шунан икән.
Хикәйәнең тулы вариантын «АТАЙСАЛ» гәзитендә уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: