Талантлы шағир, оҫта драматург Салауат Нәзир улы Әбүзәровҡа Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Ҡәләмдәшебеҙҙе ҡотлап, һеҙгә уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Һин булғанда—донъя йәмле,
Ҡайҙа барма, гел һин кәрәк,—
Йәшәп булмай һинән башҡа!
Һиндә булған сихри көсөң!
Тормош әгәр һинһеҙ аҡһа?!
Әллә Иблис микән, Аҡса?!.
(Был ҡартлас шашҡан, тимәгеҙ,—
Тик һағыш сорнай йәнемде,
Таш быуаттан килә минең телем,
Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө.
Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө.
Яңғыраған ул йыртҡыс аулағанда,
Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып.
Тиртеп сыҡҡан бейә елененән,
Сәскәләрҙән тамған һут булып.
Ҡылыс булып ҡындан һурылған ул
Яу килгәндә тыуған еремә.
Ул ағылған ҡурай моңо булып,
Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар...
Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан
Тере рухы—башҡорт теле ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы,
Милләтемдең изге түле ул!
Ниндәй көнгә ҡалдыҡ: туған телде
Өйрәнәбеҙ ғаризалар яҙып.
Был бит ерләү бөгөн Әсә телен,
Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡәбер ҡаҙып.
Был—милләтте юҡ итеүҙең башы,
Был—юғалтыу тыуған илеңде!
Тимәк, бөгөн килер быуындарҙың
Телһеҙ Герасимдай булһаҡ әгәр
Балабыҙ ҙа булыр бер «Му-му».
Ете яттар телде быуа алмай,
Үҙебеҙ батырабыҙ беҙ уны!
Ниндәйҙер бер Иван ҡулындамы
Туған телебеҙҙең ғүмере?!
Батшаларға баш эймәгән башҡорт
(Без Определённого Места Жительства)
Шағирлыҡ—ул Туҡай, Бабич,
Шағирлыҡ—ул Рәми, Түләк...
Шағирлыҡ ул—ҡорбан булыу!
Һыуға сарсап шиңгән гөлдәй,
Моңға сарсап, йырҙан һулыу!..
Һәр бер әйткән һүҙҙәренән
Төшөмдә түгел был хәлдәр,