Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
12 Август 2018, 09:39

Ыу

ХикәйәРайон үҙәгенән ситтәрәк, кешеләр, машиналар ҡайнауы, шауы тынмаған юлдар сатында үтә лә бейек, үтә лә йыуан ҡыу ҡарағай тора. Оҙонлоғо йәнәшәһендә төҙөлгән өс ҡатлы кирбес йорттоң ҡыйығы менән бер сама, уртаһын, һиңә әйтәйем ике кеше ҡара-ҡаршы баҫһа ла, ҡоса алмаҫтыр. Ҡасандыр мөһабәт булғандыр ҙа хәҙер тотошлайы менән ҡыуарып тирә-йүнде йәмһеҙләп һерәйгән. Ҡабығы әрселеп ҡорһаҡһыған ҡарағайҙың урыны-урыны менән сайыры һығылып сығып, юлаҡланып ҡатҡан ала-сола олоно күңелде шомландыра. Ел иҫкәндә, берәй остоғо кителә лә үткән-һүткәнде һипһендереп, янынан ҡыуалағандай түбәнгә оса, минең эргәнән йөрөп маҙаһыҙламағыҙ, йәнәһе. Ҡурҡалар, урап үтәләр. Ошоғаса уны урынынан алып ырғытырға бер кем дә батырсылыҡ итмәне. Хәйер, был мөмкин дә түгел.

Район үҙәгенән ситтәрәк, кешеләр, машиналар ҡайнауы, шауы тынмаған юлдар сатында үтә лә бейек, үтә лә йыуан ҡыу ҡарағай тора. Оҙонлоғо йәнәшәһендә төҙөлгән өс ҡатлы кирбес йорттоң ҡыйығы менән бер сама, уртаһын, һиңә әйтәйем ике кеше ҡара-ҡаршы баҫһа ла, ҡоса алмаҫтыр. Ҡасандыр мөһабәт булғандыр ҙа хәҙер тотошлайы менән ҡыуарып тирә-йүнде йәмһеҙләп һерәйгән. Ҡабығы әрселеп ҡорһаҡһыған ҡарағайҙың урыны-урыны менән сайыры һығылып сығып, юлаҡланып ҡатҡан ала-сола олоно күңелде шомландыра. Ел иҫкәндә, берәй остоғо кителә лә үткән-һүткәнде һипһендереп, янынан ҡыуалағандай түбәнгә оса, минең эргәнән йөрөп маҙаһыҙламағыҙ, йәнәһе. Ҡурҡалар, урап үтәләр. Ошоғаса уны урынынан алып ырғытырға бер кем дә батырсылыҡ итмәне. Хәйер, был мөмкин дә түгел. Йыҡһаң, эргәһендәге электр бағаналарындағы сымдарҙы өҙәсәк, әлеге кирбес йортто емерәсәк. Икенсе яғына ауҙарһаң, юл аша һалынған ағас өйҙәргә сарпыуы ҡағылыуы бик тә ихтимал. Ҡороған, кипкән булһа ла, ҡоростай ҡаты, тос, сайырына бешеп ҡатҡан бит ул. Ә һөңгөләй осло, бихисап ботаҡтары йәҙрәләй сәсрәһә, яраламаҫ, имгәтмәҫ тимә. Шуға теймәйҙәр. Бәләһенән баш-аяҡ. Ыжғыр елдәр өҙлөкһөҙ ҡамсылап, ҡойма ямғырҙар еүешләп, селләләр тәнен бешереп йә һалҡындан ҡороштороп, йылдар һынауына дусар итһә лә, бирешмәй әле ҡарағай, шыпа ла бирешмәй. Көслө, сыныҡҡан мускулдарҙай ишелгән олоно дәү шырау булып ерҙең үҙәгенә ҡаҙалған, йыуан ботаҡтары хәтәр тарбайышып күктәге күҙгә күренмәҫ тотҡаларға йәбешәләр төҫлө. Анчар, торғаны анчар, бөйөк Пушкин һүрәтләгән, ҡош-ҡорт яҡынламаған, ҡунмаған, әҙәм заты урап үткән ыу ағасы.
Ниндәйҙер осраҡлы нәмәне тасуирламайым бер ҙә, ана ул ағас, әллә ҡайҙан, хакимиәт йортоноң тәҙрәһенән күренә. Эштән талсыҡҡан мәлдәремдә тышҡа, урам яҡҡа һирпелһәм, теләйемме-юҡмы, ҡарашым шул шыҡһыҙ ҡарасҡыға барып төртөлә. Фатирым шул яҡта булғас, ҡайтышлай туҡтап бер яҡ ситтән күҙәтеп торғаным да бар. Әле лә уға төбәлгәнмен. Шәмбе, ашығаһы түгел. Бөгөнгө көн законлы ял булып иҫәпләнһә лә, хакимиәттең яҙылмаған үҙ ҡанундары бар: башлыҡ, урынбаҫарҙары төшкә ҡәҙәр халыҡты шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итә, ҡалғандар ашыҡмай ғына ҡул етмәгән ҡағыҙҙары менән булыша, рәткә килтерә. Төштән һуң инде—мәйелең, эшләйем тиһәң—тыйыусы, ҡайтам тиһәң, тотоусы юҡ.
Ишекте ҡапыл тартып асып, рөхсәт һорауҙы ла кәрәк тапмай кабинетҡа солоҡтай ҙур кәүҙәле ҡарт килеп инде лә, яй ҡыбырҙап, ҡаршыма баҫты. Ҡулындағы кейеҙ эшләпәһен өҫтәлгә ырғытҡас, йомшаҡ ҡәнәфигә сумды.
Уңарсы ишектә секретарь ҡыҙ Зарифа күренде:
—Хәбир Нуруллович, был олатай Фәнил Хамматовичҡа килдем, ти, кәрәкле кабинетты күрһәтһәм дә, һеҙгә инде лә китте.
Ҡарт күҙҙәрен асыулы йылтыратып, зәһәр ыҫылданы:
—Ул бит телефондан һөйләшә, әҙерәктән ҡабул итер, әйт. Әлегә урынбаҫарында булырмын!
«Әйҙә, ултырһын» тигәнерәк ишара яһауыма ишек ябылды. Апаруҡ ваҡыт үтте, Зарифа нишләптер башҡаса күренмәне. Миңә төбәп килеүселәрҙе ҡабул итәм, үҙебеҙҙекеләр ҙә инеп сыҡҡылай. Теге ҡарт миңә күтәрелеп тә ҡарамайынса суҡайып ойой бирә. Тора-бара үҙемдең дә саҡырылмаған әҙәмгә ҡыҙыҡһыныуым артты, ҡаш аҫтынан ғына ҡарап-ҡарап алам.
Ҡарттың кәүҙәһе ҡасандыр тулы булғандыр. Әле ул яртылаш һауаһы сыҡҡан туптай ялпашҡан, бушап ҡалған. Йәшен дә аныҡ ҡына билдәләрлек түгел. Һикһән тирәһе барҙыр, моғайын. Ундайҙар хаҡында: «Fазраилдан боҫоп ҡалғас, бирешмәҫ, арҡаһы ныҡҡа терәлгән»,—тиҙәр. Был да шундайҙар ҡоронандыр, ана бит, тәнтерәкләп йөрөп ятҡан көнө. Тәрән йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөндә өкөгә хас тоноҡ күҙҙәр таҫырайған. Бит алмалары аҫҡа һалынып, бәләкәй төмөз танауын, йоҡа иренле йәйенке ауыҙын ҡаплай биреңкерәгән. Һарғайып бөткән, һирәк, оҙон алғы тештәр ҡоршауын еңгән тотанаҡһыҙ теле генә тышҡа һалынып ала ла ит һоғонғандағылай кире эскә тартыла, тик оҙаҡҡа түгел. Торғаны бер бульдог инде. Маңлайы киң. Пеләшләнә төшкән башында сусҡа ҡылындай һирәк-мирәк шырт сал сәстәре тырпайған. Ҡарпыш ҡолаҡтары ла иғтибарҙы йәлеп итә. Муйынында баш бармаҡ йыуанлыҡ күкһел тамырҙары, тарамыштары, ороло ҡурылдайы итһеҙ тире аша бермә-бер асыҡ беленә. Туҡта! Уң ҡолағы артынан ирененә еткәнсе күптәнге яра йөйө ялтасланып күренә түгелме? Таныным! Нисә йылдан һуң бына ҡайҙа тап иттем. Тәнемдән сымырҙау йүгереп үтте, йөрәгемде ҡурҡыу семетте, күңелде аңлайышһыҙ хәүеф биләне. Ҡулымдан ҡәләмем төшөп китте. Ҡарт билдәһеҙлеккә төбәлеп ҡымшанмай ултыра бирҙе, сәбәпһеҙ ыуаланыуымды шәйләмәне лә. Ҡапыл ҡолағыма сыбыртҡы шыйлауы, әсәйемдең: «Шәһит, бәдбәхет, теймә балаларыма, уларҙың ни ғәйебе бар. Ҡанэскес!»—тип үҙәләнеп аҙарыныуы ишетелгәндәй, арҡа буйымды ҡасандыр өткән ауыртыу яңынан яндырғандай тойолдо.
Беҙ, бер төркөм Яланайыр ауылы кешеләре, башаҡ сүпләргә китеп барабыҙ. Беҙ тигәнем—иң алдан юрғалаусы Самокат әбей, унан ҡалышмай эйәргәне күрше Сәғилә инәй, апайым менән мине етәкләгән әсәйем дә, уның әхирәте Хәмдениса апай. Самокат тигәнем—Сәмиғә әбей ул. Юртып ҡына атлағанға шулай ти ҙә ҡуялар уны. Яҙын ямғыр килгәндә, ҡаҙ бәпкәләрен ҡабаланып итәгенә йыйып йөргәнендә тормозы тотмай себештәрҙе тапалап бөтөргән, тип мәрәкәләп һөйләп тә алдылар бер осор. Ысынмылыр-бушмылыр, кем генә белһен, сөнки беҙҙең ауыл халҡы етди мәшәҡәттәрҙән дә көлкө табып, лаҡап сығарырға әҙер, һәр мәҙәкте ҡырҡҡа төрләндереп-шаштырып һөйләргә әүәҫ.
Самокат әбей ата ҡаҙҙай аңҡаңлап бара-бара ла, яҙып ябынған француз яулығы менән тирләгән маңлайын һөрткөләп, тауҙан-тауға артылып, емеш-еләк тиреп сынығып бөткәнгә һис тә бирешмәй килеүсе Сәғиләгә өндәшә:
—Һин, теге ерҙе, ҡайһы тирәләрәк тинең әле?
Көр тауыш яланды яңғырата:
—Ай, Алла, ҡайҙа булһын, Һарытайҙың Һарналы төбәккә ҡушылған ерендә тинем дә баһа!
—Ә-ә-ә…—Самокат ниҙер хәтерләгәндәй итә.—Әйткәйнең шу. Байтаҡ бараһы икән әле.
Һарытай һүҙе мине яңы ғына сығып килеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙыра ла башлаған ҡояшҡа, таҫмалай һуҙылған осһоҙ-ҡырыйһыҙ туҙанлы юлға ҡарарға мәжбүр итә. Кисәге көндөң һүрелеп өлгөрмәгән эҫеһенә бөгөнгөһө өҫтәлә. Томрала тын алыуы үтә лә ауыр. Яңы томаланған мунса эләүкәһендә ҡайнар һауа йотҡандай хис итәһең үҙеңде. «Көҙгө сыуаҡтың былайтып селләләй ҡыҙҙырғанын хәтерләмәйем»,—тип аптырай өләсәй ҙә. Алыҫта, күҙ күреме ерҙә, ялан ҡырлатып теҙелгән сауҡалар ҙа тын ғына торалар. Сафландырғыс ел булмағас сарсайҙарҙыр, йонсойҙарҙыр улар ҙа. Юлдан алыҫ түгел өйкөлөшкән уҫаҡтарҙың ҡатҡан япраҡтары ғына бер-береһе менән шыбырҙашҡандай тойола. Ағастарҙың аҡһыл йәшел туҡымаһына урын-урыны менән һары тап төшкән. Был—иртә килеүсе көҙ билдәһе. Ләкин башаҡ сүпләү минең иң яратҡан шөғөл булыуы ғына аҙымдарыма көс биргәндәй, өҫтәүенә, ауыҙ кибеп киткәндә, әсәйем тотоп килгән күнәсектәге һалҡын айранға ирендәремде тейҙерәм.
Барып еткәс игене һуғылған баҫыуға һибелербеҙ. Башаҡ сүпләүселәр бер беҙ генә түгелдер. Ошоғаса әллә күпме кеше ул яланды күҙ яҙлыҡтырмай бай-ҡап, көтөп йөрөгәндер әле.
Әсәйем башҡаларға ҡушылмай ғына ялан ситенә йүнәләсәк. Дауаханала оҙаҡ ҡына ятып сыҡҡандан һуң хәле юҡ шул уның. Өләсәйем әйтмешләй, сир ҡарыуын, быуынын алды. Шыпа мандып китә алмай ҙа ҡуя.
Ул яйлыраҡ, күләгәлерәк урын таба ла тырыздарыбыҙҙы тултырып алып килеүебеҙҙе көтә. Шунан килтергәнде бәләкәй турпышаға ауҙарып, ситен ҡайырып башаҡтарҙы ҡаплағас тос ҡына таяҡ менән һуҡҡыларға тотона. Башаҡтарынан айырылған, ҡуш устай өйөмдө елгә елгәреп ебәрҙеңме, гәрәбәләй бөртөктәр хасил була. Йылымыс ҡына үҙҙәре. Маңлайға, биттәребеҙгә тейҙереп-тейҙереп алабыҙ, еҫен еҫкәп кенә туйырлыҡ. Көнө буйы бүҫкә тоҡ самаһы иген йыйыла. Артығын йыймайбыҙ, сөнки йәйәүләп 4-5 саҡрым ҡайтаһы ла бар бит әле. Йөктө өскә бүлеп күтәрһәк тә арманһыҙ итеп арыта.
Күптән түгел генә уҡырға төшкәс, шуны белдем: баҫыуҙа башаҡ сүпләү ҡәтғи тыйыла икән. Шулай тине уҡытыусыбыҙ. Был дәүләт милкен урлау була, йәнә ас кеше һымаҡ ҡыланырға ла ярамай. Беҙ—донъялағы иң бәхетле балалар, тип яҙылған ти «Әлифба»ла. Китаптың һүрәттәрендәге ҡара тәнле балалар ише япраҡтарға төрөнмәгәнбеҙ әлегә. Бына минең бер үҙемә ике салбар, яңыһын мәктәпкә кейәсәкмен, ә төбө ышҡылғаны урам ыштаны, йәй оҙоно ялан аяҡ сабып ҡатып бөткән аяҡтарым уҡыу башланғас ялтыр ҡаптырмалы сандалиҙа иреп кенә йөрөйәсәк.
Былай мәктәп ят урын түгел миңә. Унда йәй аҙаҡтарында йөрөй башлағайныҡ. Иң тәүҙә уҡытыусы апай парта артында нисек ултырырға күрһәтте, мәктәп ҡағиҙәләрен аңлатты, шунан йыр өйрәтергә кереште. Ул башта һәр һүҙҙе асыҡ әйтеп, баҫым яһап, ҡат-ҡат ҡабатлай ҙа көйләп ебәрә. Оҙаҡ йонсотманыҡ уҡытыусыбыҙҙы, аҙна тигәндә йырҙы отоп та алдыҡ. Беренсе сентябрь көнө райондан ят ағай килде. Мәктәп линейкаһы тамамланғас, ул директорыбыҙ Fүмәр ағайҙы эйәртеп, беҙҙең класҡа инде. Аяғүрә баҫтыҡ. Ҙур ҡорһаҡлы түрә ауыр тын алып торҙо ла хәл алғандай иткәс ғыжылдап-быуылып класҡа мөрәжәғәт итте:
—Ҡайһылай отҡор балалар былар, мәктәп ҡағиҙәләрен өйрәнеп тә алғандар, белеп тә өлгөргәндәр, уҡытыусыны, килгән ҡунаҡты шулайтып баҫып ҡаршы алалар шул. Йә, тағы ниндәй һөнәрегеҙ бар?
—Йырлай беләбеҙ!
—Тыңлап ҡарайыҡ улайһа.
Уҡытыусы апай арабыҙҙағы иң шәп йырсы Нәсимәгә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ымланы.
Сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы:
… Ит тә күп беҙҙә,
Һөт тә күп беҙҙә,
Иген мул үҫә
Беҙҙең ҡырҙарҙа!
Бөтә класс гөрләтеп күтәреп алды:
Ҡыуып етербеҙ,
Уҙып китербеҙ,
Американы—
Яҡын көндәрҙә!
Ҡунаҡтың табаҡтай йөҙө ҡәнәғәтләнеүҙән ирәмһерәне:
—Бына ул коммунизм төҙөйәсәк быуын! Төҙөү генә түгел, һеҙ унда йәшәйәсәкһегеҙ ҙә, балалар! Никита Сергеевич шулай ти. Иптәш Хрущевтың кемлеген беләһегеҙме, балалар?
—Илебеҙҙең силсәүит башлығы!
Һәр ерҙә үҙенең белемен күрһәтергә ынтылған Фәндиҙә һикереп сыҡты. Ул ауылдағы силсәүиттең төпсөк ҡыҙы.
Инеүселәр бер-береһенә ҡарап йылмайышҡас, ҡунаҡ төҙәтмә индереүҙе кәрәк тапты:
—Уҡыусылар, ул беҙҙең коммунистар партияһының Беренсе секретары.
Коммунизм тигән ят һүҙ хәтеремә уйылды. Дәрес буйы шул турала ғына уйланым. Нимә икән һуң ул коммунизм? Хужалар әйткәс, шәптер, моғайын.
Өйгә ҡайтып инеү менән һорай һалдым:
—Әсәй, әйт әле, нимә ул камунизм?
Урындыҡта ятҡан әсәйем тороп уҡ ултырҙы, ойпаланған сәстәрен рәтләштергәс, теләмәй генә яуап бирҙе:
—Ожмах, тигәнерәк һүҙ ул, балаҡайым. Ҡана һуң уға тиклем йәшәп булһа…
—Ауыҙыңдан ел алһын, Йәнбикә!—Усаҡ тирәһендә уралған өләсәйем һүҙгә ҡушыла.—Ожмах—теге донъяның, әхирәттең рәхәте. Әллә бар, әллә юҡ нимә. Ошо көн итмешебеҙгә шөкөрана ҡылайыҡ. Колхоз быйыл халыҡҡа ашлыҡты арыу ғына бүлмәксе, тиҙәр. Башаҡ сүпләүҙән әҙерәк төшһә, бирешмәбеҙ.
Дауамы киләһе һанда.