Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Август 2018, 08:51

Ғүмерҙең асылын аңлағыҙ

Ошо көндәрҙә типһә тимер өҙөрлөк, емертеп донъя көтөр сағында ғүмере фажиғәле өҙөлгән ирҙе ерләнек. Ҡарауһыҙ йортонан уны алып сыҡҡан мәлдә: «Алды-арты хәйерле булһын, баҡыйлыҡта, исмаһам, тыныс ятһын, был донъяла бер генә лә бәхете булманы»—тигән һүҙҙәр ишетелде.Ә ни өсөн уның фанилыҡта бәхете булмаған һуң? Кем ғәйепле уның ошо көнгә төшөүенә? Үҙе, бары үҙе генә, сөнки ул үҙ бәхетенә үҙе төкөрҙө, ҡатынын, балаларын кешегә һанаманы, туҡтауһыҙ араҡы эсте, еңел, анһат тормошҡа ынтылды һәм эҙләгәнен тапты—янып үлде.

Ошо көндәрҙә типһә тимер өҙөрлөк, емертеп донъя көтөр сағында ғүмере фажиғәле өҙөлгән ирҙе ерләнек. Ҡарауһыҙ йортонан уны алып сыҡҡан мәлдә: «Алды-арты хәйерле булһын, баҡыйлыҡта, исмаһам, тыныс ятһын, был донъяла бер генә лә бәхете булманы»—тигән һүҙҙәр ишетелде.
Ә ни өсөн уның фанилыҡта бәхете булмаған һуң? Кем ғәйепле уның ошо көнгә төшөүенә? Үҙе, бары үҙе генә, сөнки ул үҙ бәхетенә үҙе төкөрҙө, ҡатынын, балаларын кешегә һанаманы, туҡтауһыҙ араҡы эсте, еңел, анһат тормошҡа ынтылды һәм эҙләгәнен тапты—янып үлде.
Ир-егеттәр психологияһы шулаймы, әллә был уларҙы аҡлау ғынамы, ҡатынынан ҡалдымы, йәки айырылдымы улар тиҙ генә кешелектән сыға. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәне ҡырҡ булғанғамы (күп осраҡта шулай тип әйтәләр) улар ирһеҙ ҡалһа ла бирешмәй, донъяһын алға тарта, балаларын баға. Ә бына ирҙәр, киреһенсә, бөлгәндән-бөлә. Шулай яңғыҙ тинтерәп йөрөгәндәрҙең ғүмерҙәре фажиғәле тамамлана, иҫәндәре ҡарттар, инвалидтар йортонда тилмерә. Әйткәндәй, күптән түгел эш буйынса оло йәштәге һәм ҡарауһыҙ ҡалған кешеләр аҫралған приютта булғанда унда көн иткән 125 кешенең 5-әүһе генә ҡатын-ҡыҙ булыуына иҫем китте. Ҡалғандары ир-егеттәр! Араларында төрлөләре бар: ишек хәтлем дәү кәүҙәлеләре лә, ғәриптәре лә, олоһо ла, йәше лә, тигәндәй... «Мине алып ҡайт, төрлө эштәрегеҙҙе эшләрмен»,— тип ялбарҙы араларынан береһе. Fаиләһе, балалары ҡайҙалығын һораным. «Ҡатын менән йәш саҡта уҡ айырылышҡайныҡ. Сит ерҙәрҙә оҙон аҡса артынан йөрөгәндә, бәләгә тарып, иркемдән мәхрүм ителдем. Балалар ҙур үҫкәндәр хәҙер, ваҡытында уларҙы баҡма-ғас, мине кешегә һанамайҙар...»
Шулай шул, донъя алмаш килә, ҡасандыр ир бәләкәс балаларын да, ҡатынын да уйламай, ҡәҙерле кешеләрен яҙмыш ҡосағына ташлап киткән, әле килеп үҙе яҡындарының хәстәренә мохтаж. Кемде ғәйепләргә бында? Әлбиттә, үҙеңде. Терһәкте тешләп булмай шул, үткән ваҡытты ла кире ҡайтарыу мөмкин түгел...
Яңы гүр эйәһе булған ир ҙә, донъяла иң һуңғы бисә түгелһеңдер әле тип, ғорурлығын баҫа, нәфсеһен тыя алмай, 5 балаһын ҡалдырып, еңел, күңелле тормош эҙләп сығып киткәйне ваҡытында. Тик уның аҙағы ғына бик күңелһеҙ тамамланды шул.
Һәр дүртенсе ир үҙ балаһын үҫтермәй
«Валькины несчастья» киноһында улын килененән үлеп ҡыҙғанған, ейәнем атаһына бөтөнләй оҡшамаған тип нахаҡ һүҙҙәр һөйләп, нисек тә йәштәрҙең никахтарын юҡҡа сығарырға маташҡан ҡәйнәнең: «Был донъяла һәр дүртенсе ир үҙ балаһын үҫтермәй»тигән һүҙҙәренән тертләп киттем. Күптәре был хаҡта белмәй, тип тә өҫтәне яһил ҡатын.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң тыныслығым юғалды. Һәр дүртенсе ир сит баланы баға, тимәк... Бәлки, шуғалыр ҙа ирҙәр ҡартайған көндәрендә яңғыҙ ҡалаларҙыр, кеше балаһын үҫтерәм тип үҙенекен ташлап киткәс. Ундай ғаиләләр бик күп. Миҫалды ситтән эҙләргә лә кәрәкмәй, үҙебеҙҙең урамда ғына ла һәр икенсе өйҙә балалар үгәй атайҙары менән үҫә. Кемеһелер тәүге ҡатындары менән айырылышҡан, кемдер егет көйө балалы ҡатынға өйләнгән. Эшкә яраҡлы, шәп саҡтарында ҡатындар ирҙәрен ир итә лә ул, олоғайғас уларҙың яҙмышы кем ҡулында булыр, билдәһеҙ. Үҙ балаһын көтмәгән ирҙе кеше балаһы, ҙурайып алһа, эшкә һанармы? Әллә: «Һин минең атай түгел әле», тип кенә ҡуйырмы? Билдәһеҙ. Ярай әле күп кенә ғаиләләрҙең уртаҡ балалары бар. «Ни сәсһәң, шуны урырһың»—ти халыҡ мәҡәле. Эйәрсән баланы үҙеңдекеләй күреп, матур итеп баҡһаң, үҙеңә лә ҡартайғанда ҡәҙер-хөрмәт булыр. Кеше балаһы тип үгәйһетеп, ситнәтеп, айырып аҫраһаң, олоғайған көнөңдә үҙеңә лә шундай мөнәсәбәт көт тә тор.
Ҡайһы берәүҙәр сабыйының үҙенеке түгеллеген белмәй, тип әйтеүҙәре лә хаҡ. Аҙғынлыҡ көслө бит. Үҙәк телеканалдарҙан бер туҡтауһыҙ әхлаҡһыҙлыҡты пропагандалаған тапшырыуҙар күрһәтәләр. Бигерәк тә ғаиләгә ҡағылышлы тапшырыуҙар күп. Берәй ҡатындың бар ғаләм алдында балаһының атаһын асыҡлайҙар. Fибрәт ҡайҙалыр алыҫта түгел, үҙебеҙҙең янда ла бар. Йәш ҡатынды беләм. Улдары янына иш итеп гел ҡыҙ табырға теләне. Бер заман йөккә уҙғас: «Яралғының кемдән икәнен бәләкәй срокта белеп буламы ул»,—тип һорашты. Минең аптырауымды күреп: «Ирем менән дә, күңел өсөн осрашып йөрөгән кеше менән дә йоҡлағайным, баланың кемдән икәнен белмәйем»,—тип шаҡ ҡатырҙы. Шикләнгәс—тапма тиһәм дә, ул ҡыҙ тапты. Ире ныҡ ҡыуанғандыр инде, хатта автомобиленең тәҙрәһенә «Рәхмәт һөйөклөм, ҡыҙыбыҙ өсөн!» тигән яҙыу ҡуйған. Теге сабыйҙа атаһының һыҙаттарын мин бөтөнләй тапманым.
Бер ирҙең һөйләгәндәренән
«Тәүге ҡатыным менән яратышып өйләнештек. Гөлшат бик күңелсәк, шат-көләс ҡыҙ булды. Мажаралар яратты, ял минуттарын күңелле һәм бергә уҙғарыу өсөн берәй нәмә—парашюттан һикереүме, саңғыла шыуыумы, ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡ шөғөлдәр уйлап табып ҡына торҙо. Улыбыҙ тыуғас, икәүҙән-икәү булған мәлдәр төш кеүек кенә артта ҡалды, бала мыжый, көнө-төнө сабый ҡарап, бөтә йорт эштәрен дә үҙ иңендә тартып арыған ҡатыным миңә иғтибар күрһәтмәй башланы. Өйҙә толҡа тапмағас, яттарға күҙ һалдым. Йәш сибәркәйҙең ҡуйыны ымһындырғыс ине, йәшенеп подъездарҙа, дуҫтарҙың фатирҙарында осраштыҡ. Илаҡ баламдың тауышын ишетмәҫ өсөн өйөмә ҡайтмай башланым. Һөйәркәмә тамам әүрәгәс, бер кистә өйгә әйберҙәремде алырға ғына индем. Унда һәр ваҡыттағыса бала аҡыра ине, ҡатыным менән дә һүҙҙе ҡыҫҡа тоттом. Ишекте шарт ябып, ниһайәт, был мәхшәрҙән ҡотолдом тип иркен һуланым. Башҡа улар хаҡында бер нәмә лә ишетмәнем, ҡыҙыҡһынырға ла ҡурҡып йәшәнем. Үҙемдең барлығымды белгертһәм, ҡатыным алиментҡа биреп ҡуйыр, тинем. Fаиләмдән китеүгә бер йыл үткәс, бында ла бәпесем тыуҙы. Тағы шул уҡ хәл ҡабатланды, әммә был ҡатыным беренсеһе кеүек үҙен тыныс тотманы, ҡаңғырҙы, әрләште, балаға аҡса таптырҙы. Хәҙер мин өйөмә үҙемде көсләп алып ҡайтам. Шундай ауыр мәлдәрҙә мин Гөлшатымды, улымды нисек кире ҡайтарырға тип баш ваттым. Уртаҡ таныштар аша бер мәл Гөлшаттың телефон һандарын таптым һәм шылтыраттым. Ул мине шунда уҡ таныны, тулҡынланыуҙан ыҡ-мыҡ иткән хәбәремде түҙемле генә тыңланы ла: «Һеҙ һандарҙы дөрөҫ йыймағанһығыҙ»,—тип трубкаһын һалды.
Был хәлде мин ғибрәт өсөн һөйләйем, ирҙәргә ошолай һемәйергә тура килмәһен. Әлбиттә, күршенең өйрәге—ҡаҙ, ҡатыны ҡыҙ булып күренә, әммә донъя ялтырауығына ҡыҙығып, йәштән иң ҡәҙерле, иң яҡын кешеләреңә хыянат итергә ярамай.
Күптән түгел мин Гөлшатты көтмәгәндә урамда күрҙем. Ире дәрәжәле генә, улым, Тимурым үҫкән, ыҫпай кейенгән. Улар янына бара алмай ситтән генә күҙәткәндә йөрәгем һыҡраны. «Джип»тарына ултырып ҡуҙғалып киткәндәренсә күҙемде алмай ҡарап ҡалдым».
Ир булып үҫһен малайҙар, илап-ебеп тормаһын!
Нисек кенә булмаһын, кешегә ғаилә кәрәк. Fаиләң юҡ икән, бер нәмәң дә, балаң да, ҡәҙерең дә, ҡот-ырыҫың да, нәҫелең дә юҡ. Мәҡәләмде яҙған ваҡытта бер нисә гүзәл затҡа «Ниндәй ирҙәр яңғыҙ ҡала»тигән һорау бирҙем. Берәүҙәре: «Әсәһенең һүҙенән сыға, унһыҙ бер аҙым да эшләй алмағандар»,—тиһә, икенселәре: «Эгоист, һауалы, агрессив»,—тип яуапланы. Шул шул, агрессив, ғаиләһендә тыныс булмаған, талашҡан-ыҙғышҡан, айныҡмай араҡы эскән ирҙәргә бик һирәктәр түҙә.
«Ә әсәһенең һүҙенән сыға алмаған, мәмәй, ауырлыҡтарҙы хәл итә белмәгән ирҙәрҙе кем тәрбиәләй һуң»,—тип һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйғандар ҙа юҡ түгел.
Был һорауға яуап табыр өсөн ҡалабыҙ гимназияһының психологы Альбина Хөрмәт ҡыҙына мөрәжәғәт иттем.
—Малайҙарҙы әсәйҙәр боҙа. Бысранма, һуғышма тип тыя. Әлбиттә, һәр әсә балаһының тормошо шып-шыма, бер ҡаршылыҡлыҡ барһын тип тырыша,—ти ул, хәлде аңлатырға тырышып.—Бәпесем, теймә ул бысраҡ, унда менмә, ҡоларһың, юл тайғаҡ, имгәнерһең, ул малай менән уйнама, ул һуғыш суҡмары, тигән һүҙҙәрҙе көн һайын ишетәбеҙ. Бәпесеңә 2 йәш булһа ярай ҙа ул, 5 йәшлек улды «бәпес» тип иркәләтергә ярамай. Уға иһә нимәнелер яулау, өлгәшеү, үрләү, нимәнелер ныҡлыҡҡа һынап ҡарау кеүек ирҙәр эшен хәл итеп өйрәнергә кәрәк. Малайҙы бысранған өсөн битәрләү ҙә дөрөҫ түгел. Ир кеше: «Маҡсат билдәле, уға өлгәшеүҙә ҡатмарлыҡтар күрмәйем»,—тип алға ынтылырға тейеш. Әгәр ул: «Уй, әсәйем бынау ҡыйбатлы джинсымды саҡ йыуып биргәйне»,—тип иғтибарын ситкә йүнәлтһә, маҡсатына бер ваҡытта ла ирешмәйәсәк. Малайҙарға ҡыйбатлы әйбер алмағыҙ. Уларға ул кәрәкмәй. Әсәйҙәрҙең улдарын артыҡ әпәүләүе, кемгәлер нимәлер иҫбатларға теләп, зауыҡлы итеп кейендереүе уларҙы киреһенсә көсһөҙ итә. Малайҙарҙы тағы ла контролдә тотолған ҡатмарлыҡтар булдырып нығытырға мөмкин. Быны атайҙары, йәки тренерҙар эшләһә бигерәк яҡшы. Үҙҙәренең ҡурҡыуҙарын еңергә, ҡыҙҙарҙы, әсәйҙәрен, бәләкәстәрҙе яҡлап өйрәнһендәр. Сетерекле хәлде һуғышҡа алып барып еткермәй хәл итергә өйрәнеү ҙә бик яҡшы.
Уларға өлгө булығыҙ. Малайҙарҙы лайыҡлы көслө уҡытыусылар менән уратығыҙ. Ҡыҙҙар менән һуғышмаһындар. Fөмүмән, бәләкәй саҡтарынан ҡаршы енес вәкилдәре менән юлдары ни тиклем аҙ киҫешһә, шул тиклем яҡшы. Ниндәйҙер эш боҙалар икән, әсәйҙәр түгел, атайҙар, йәки тренер, ҡартатай кешенең яза биреүе отошло. Ҡатын-ҡыҙ малайҙарҙы яуапҡа тарттырһа, әрләһә, һуҡһа, унда гүзәл затҡа нисек тә ҡаршы тороу теләге тыуа. Һәм шул теләк артҡандан-арта ғына. Әсә кеше улын һәр ваҡыт әрләп, битәрләп, һуҡҡылап-ҡаҡҡылап торһа, бала садистҡа әйләнә, ундайҙар ғүмере буйы ҡатын-ҡыҙҙарҙан мыҫҡыл итә. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: малайығыҙ биләүҙән сығып, атлап киткәс тә, ғөмүмән ни тиклем тиҙерәк атаһының тәрбиәһенә күсһә, тормошта уға шул тиклем еңел буласаҡ. Ысын ир-егет булып үҫкәндәр бер ваҡытта ла ғаиләһен ташламай, балаларын етем итмәй, кешенән көттөрмәй.