Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
12 Июль 2018, 10:16

Көтәм һине, атай!

...Бына тағын атлығып килдем һинең янға, атайым! Уйҙарымдан һис тә китмәйһең, нишләйем икән? Хәтеремдә һаман икәү бергә гиҙгән иген баҫыуҙары, икмәк иккән мәлдәр... Әйтерһең дә, шаулап торған диңгеҙ кисеп барабыҙ. Бер ҡасан да үҙ аяғым менән ҡайтып етмәнем бит ул саҡ, гелән уянғанда өй урындығында ятыр инем. Атай, атаҡайым! Комбайн эстәрендә ойоған ҡыҙсығыңды тик йоҡо ғына үҙеңдән айыра алды шул! Ышанмаҫ та инең хәҙер, әгәр күрһәң, кисәге иген ҡырҙарын әрем баҫҡанын...

...Бына тағын атлығып килдем һинең янға, атайым! Уйҙарымдан һис тә китмәйһең, нишләйем икән? Хәтеремдә һаман икәү бергә гиҙгән иген баҫыуҙары, икмәк иккән мәлдәр... Әйтерһең дә, шаулап торған диңгеҙ кисеп барабыҙ. Бер ҡасан да үҙ аяғым менән ҡайтып етмәнем бит ул саҡ, гелән уянғанда өй урындығында ятыр инем. Атай, атаҡайым! Комбайн эстәрендә ойоған ҡыҙсығыңды тик йоҡо ғына үҙеңдән айыра алды шул! Ышанмаҫ та инең хәҙер, әгәр күрһәң, кисәге иген ҡырҙарын әрем баҫҡанын...
Атай, һин ысынлап та алыҫ-алыҫҡа шахтаға эшкә генә киттеңме ул? Әсәйем бит мине йыуатып гелән шулай тине, тик бер мәл ҡайтмаған безәүкәйҙе эҙләп, зыярат янына уҡ килеп сыҡтым, ниңәлер аяҡтарым яңы ҡалҡҡан тупраҡ өйөмлө ҡәбергә тартты. Ә унда...һинең йылмайып баҫҡан рәсемең бар ине. Түгелеп иланым бит шул саҡ. Һин ишеттеңме? Уҫал көҙгө ямғыр ҙа, рәсемеңде юйып ҡуйҙы. Мәктәптә хәрефтәр өйрәнеп алғас, ҡәбер ташындағы яҙыуҙы ла уҡыным. Һин вафат, ә әсәйем мине алдаған... Бер мәл: «Атайың аҡса һалған, бына»,—тип әсәйҙең һулҡылдауы ла һүҙһеҙ аңлашылды. Аҡсаларҙы тотоп еҫкәп ҡараным, һинең еҫең—кәрәсин, солярка еҫе юҡ ине уларҙа.
Мин ниңәлер гелән көттөм, көтәм. Ҡайтып инерһең кеүек. Йәшенмәк уйнаған саҡта, алыҫҡа йәшенәһең дә, мине интектереп, илап, саҡырмайынса күренмәҫ инең бит, хас та ана шул уйындағы ише көтәм. Тик нишләп, атай, улай оҙаҡ? Илап йәштәрем бөттө, юҡ, төңөлмәйем, һаман көтәм!
Яңы йыл байрамында Ҡыш бабай булып ҡайтып инерһең тип уйлап, шыршы ултыртыу яйы булмағас, үҙ белдегем менән акация ботағын биҙәнем, һиҙелмәне лә тиер инем, еҫтәре башҡа ине... Ысын шыршы ла ҡуйып көттөм, һин ҡайтманың.
Мәктәптә атайҙар көнө үткәреп, открытка яһау ғәҙәте бар, уҡытыусы гелән миңә ағайыңа яҙ тип әйтә. Ә мин, ҡайтһаң үпкәләрһең тип, һиңә генә яҙҙым, уларҙы йыйып барҙым.
Атай! Һин йөрөткән аҡ кабиналы «Беларусь» бар ине бит, ана шул да һин юғалған мәлдән, гараж ситенә инеп һеңде. Мәктәптән ҡайтышлай ғына ошо кабинала ҡалған бәхетле мәлдәремде һағынам. Бер яҡ ситтә термос менән сәй булыр ине, моҡсайҙа йә печенье, йә вафли. Ишегендә торған 10 һаны ла юйылманы, оҙаҡҡа ҡалды. Эйәһен көтөп башҡаларға баш бирмәгән дөлдөлдәй күренде ул миңә...
Атай, һин киткәндә, әле яңы саҡ ултыра башлаған һеңлем дә инде буй етеп килә. Әсәйҙе һәр саҡ «атай нисек була?» тигән һорауы менән илата, ҡайтып ҡына күренеп кит әле?! Аңлатып, һөйләп ҡарайым да ул, аңламай шул!
Һөйәлләнгән ҡулдарыңдың ҡытыршы ғына итеп сәстәремдән һыйпауын һағынам, атай! Нишләп кенә иркәләтеп-иркәләтеп кенә, атай бәхетенән ситләттең мине, Хоҙай!...
...Бишҡайындың суҡтарын болғап, елберләп, битемә ысыҡ тамсыларын сылатыуы ҡайҙа тороуымды иҫләтте. Ҡәбере янында атайыма уйҙарымда ғына хат яҙып, ҡайтыр юлға сыҡтым. Унда мине олатай бәхете татымаған улдарым, ҡайны төҫө күрмәгән иптәшем көтә. Уйҙарҙан туҡылаһы туҡыма ептәре күңелдә тағы ла сейәләнмәй генә үҙ мәлен көтә. Көтә! Белә, ғүмер буйына был туҡыма хат дауам итәсәк!
Миңзәлә Сирғәлина.
Баймаҡ
районы.
Читайте нас: