Комендатураға барыу хәүефле икәне көн кеүек асыҡ. Ҡотолорға кәрәк быларҙан! Тик нисек? Ҡапыл ысҡынырға маташырға ярамай. Ҡыҙылармеецтар һағайҙы, улар әлеге мәлдә һиҙгер. Бер аҙ тынысланһындар. Ә инде бейегерәк ҡойма тап булһа, әҙерләнеп барырға ла, аша һикереп ҡасырға! Башҡа сара юҡ!
Бабичты алға баҫтырып, мылтыҡтарын әҙер тотоп, ҡыҙылармеец уның артынан атланы. Бындай хәлдә ике аҙым атларға ла өлгөрмәҫһең, атып йығасаҡтар.
—Их, егеттәр! Минең ваҡытты ла, үҙегеҙҙекен дә бушҡа әрәм итәһегеҙ!— Бабич быларҙы хәбәр менән әүрәтергә булды.— Һеҙ үҙегеҙ ҡайһы яҡ егеттәре?
—Унда ни эшең бар?—тине ҡыҙылармеецтарҙың өлкәне.—Атлауыңды бел!
Алда кеше буйынан бейегерәк ҡойма күренде. Ошонан файҙаланырға кәрәк. Юғиһә башҡа мөм-кинлек булмаҫ.
Бабич үҙенең алда барыуынан файҙаланып, һиҙҙермәй генә ҡоймаға яҡынлаша башланы. Алға ҡарай ҡасырға ярамай. Улар шунда уҡ атырға керешәсәк. Ҡапыл араларынан артҡа уҡталырға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡойма аша һикерергә! Һалдаттар боролоп мылтыҡтарын тоҫҡай башлағансы юҡ булырға! Бер секундҡа һуҙылһа, һуң буласаҡ!.. Мәңгегә ошонда ятып ҡалыуыңды көт тә тор!..
Шәйехзада уңайлы мәлде тап итеп—тегеләр ғәм-һеҙ генә һөйләшеп баралар ине—ҡапыл ике ҡыҙылармеец араһына уҡталды һәм киләһе секундта «һә» ти-гәнсә ҡойма аша баҡса эсенә һикереп төштө. Шунда уҡ ишек алдында торған бәйле эт абаулап өрөргә тотондо.
—Туҡта! Атам!—тип ҡысҡырғандары ишетелде ҡыҙылармеецтарҙың.
Шәйехзаданың күҙенә ишек алдында йөрөгән ҡатын салынды. Ул ҡурҡып, ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫып тотҡан хәлдә туҡтап ҡалған. Егет баҡсаның арғы осона йомолдо. Тиҙерәк ундағы ҡойма аша ырғырға ла...
Ҡапыл атҡан тауыш ишетелде, Шәйехзаданың эргәһенән генә «выжт» итеп пуля үтте. Шунда уҡ икенсе тапҡыр аттылар. Шәйехзада тиҙ генә артына әйләнеп ҡараны.
Ике ҡыҙылармеец та ҡойма эсендә торалар, мылтыҡтарын уға төбә-гәндәр.
—Туҡта!—ҡысҡырҙы уларҙың береһе.—Юғиһә, ошонда йән бирәһең!
Ҡоймаға тиклем алыҫ. Аша ырғып ҡасырға, йәшенергә өлгөрмәй. Шәйехзада ирекһеҙҙән туҡтаны.
Эргәлә генә ҡапҡа асыҡ тора. Ул келәгә элен-мәгән булған күрәһең, шуға ла ҡыҙылармеецтар тиҙ генә эскә ингәндәр.
—Ҡулыңды күтәр!—Ҡыҙылармеецтарҙың өлкәне мылтыҡ көбәге менән Шәйехзаданың арҡаһына төрттө.—Ярай, туҡтаның, ҡасып маташһаң, атып үлтерә инек.
—Был, ысынлап та, лазутчиктыр,—тине икенсеһе.
—Ҡасып маташҡас, йүнле әҙәм түгел инде. Ярай, хәҙер Ҡылысов тикшерер кем икәнлеген. Әйҙә, атла! Әгәр ҡаса башлаһаң, хәҙер ата ла үлтерәбеҙ. Белеп ҡуй!
Бөтә нәмә уға ҡаршы! Ниңә эргәлә генә ҡапҡа барлығын күрмәгән? Уныһы ла, үс иткәндәй, асыҡ булған. Хәҙер ни эшләргә? Ҡылысовтың Баҡыртауҙың военкомы икәнлеген белә Шәйехзада. Ҡыҙыл Армияға мобилизациялау менән ул шөғөлләнә. Бабичты тоторға һәм атырға тигән бойороҡ, әлбиттә, уға килгән. Берҙән-бер өмөт, уның Бабич икәнлеген белмәүҙәре бар. Хәйер, ул бит мобилизацияланған егеттәр алдында сығыш яһаны. Унда ҡаланан ҡыҙҙар, башҡа кешеләр ҙә бар ине. Моғайын комендатураныҡылар ҙа булғандыр. Уның Бабич икәнлеген бик тиҙ белерҙәр. Их! Иҫәр кеше кеүек юҡ ҡына ерҙә тотолдо! Вәлиди дөрөҫ әйткән. Тиҙерәк ҡасырға кәрәк булған был ҡаланан!
Нисек ҡотолорға һуң был хәлдән? Бармы уның берәй юлы? Ҡасыу тураһында уйларға ярамай. Һағайған ҡыҙылармеецтар мылтыҡтарын атырға әҙерләп тотоп алғандар. Аптырағас, Шәйехзада улар менән һөйләшеп ҡарарға итте. Әм-мә ҡыҙылармеецтарҙың өлкәне, уҫал ҡысҡырып, өндәшмәҫкә ҡушты.
Комендатура ике ҡатлы йортта урынлашҡан икән.
Эскә инделәр. Бер бүлмәнең ишеге янында торған һаҡсы уларҙы туҡтатты.
—Бик шикле әҙәм. Ҡасып маташты. Ҡылысов иптәш ундайҙарҙы тотоп килтерергә ҡушҡайны. Ул бындамы?
—Ҡылысов эш менән китте. Ярты сәғәттән киләм, тине.
—Ана, ишек алдындағы һарайға бикләгеҙ!—Һаҡсы эргәләге ишекте асып ҡысҡырҙы.—Сәми! Бар, һарайыңды ас! Арестант алып килделәр!
Теге бүлмәнән үҙенә ҙур булған хәрби кейемдәге йәш кенә егет килеп сыҡты.
—Әйҙә,—тине ул үҙен бик ҙур түрә кеүек тотоп һәм алдан тышҡа табан атланы.
Ишек алдына сыҡтылар. Йәш егет эшлекле ҡиәфәт менән оҙаҡ итеп кеҫәләренән асҡыс эҙләне, шунан ишектә эленеп торған ҙур ғына йоҙаҡты аса алмай этләнде.
Шәйехзада һарайҙың ишегенә күҙ һалды. Асып йәки емереп сығырлыҡ түгел. Тәҙрәләре бар. Улар бигерәк бәләкәй.
Тиҙҙән Шәйехзада таш иҙәнле буш һарайҙа яңғыҙ ҡалды. Бер мөйөшкә ташланған һаламдан башҡа бер ни ҙә юҡ. Күрәһең, оҙағыраҡ тотолған кешеләр ошо һаламда йоҡлап йөрөгән.
Шәйехзада арығанлығын тойҙо, һалам өҫтөнә барып ятты. Ни эшләргә? Әгәр Ҡылысов менән осрашҡас, ул Бабичтың кемлеген белһә, Шәйехзаданың һуңғы сәғәттәре килеп еттеме?