—Аңланыҡ! Эйе!—тигән тауыштар ишетелде.
—Һеҙгә бойороҡ! Һеҙ бөгөн булмаһа, иртәгә ҡыҙылармеецтар була торған егеттәр! Бабич килеп күренһә, шунда уҡ уны ҡулға алырға! Һәм комендатураға алып килергә!.. Бөттө! Мин һеҙҙең алда һүҙ әйтергә тейеш инем. Минең һүҙем бына ошо. Йәшәһен Ҡыҙыл Армия! Йәшәһен Совет власы! Ур-ра!
—Ура!—тип һөрәнләне Әхмәт менән ҡыҙылармеецтар. Уларға егеттәрҙең ҡайһы берәүҙәре ҡушылды.
—Ниңә ауыл әбейҙәре һымаҡ ауыҙығыҙҙы саҡ асаһығыҙ?—тип екерҙе Ҡылысов. —Хәлегеҙ юҡмы әллә? Әйҙә, көслөрәк! Ур-ра! Ур-ра!
Был юлы егеттәрҙең ауазы көслө һәм дәррәү сыҡты, хатта эргәләге өйәнкегә оялаған ҡарғалар өркөп, бер юлы һауаға күтәрелде лә ҡурҡыныс, йәмһеҙ тауыштар сығарып ҡарҡылдарға кереште...
Хәүефле эшкә тотондо шул Шәйехзада... Бөрө өйәҙендә һәйбәт кенә мобилизация үткәреп ҡайтҡас, Вәлиди егетте йәнә Колчак хөкүмәтенең ҡул аҫтындағы башҡорттар йәшәгән берәй төбәккә ебәрмәксе ине. Ул Шәйехзаданы саҡырып алды ла алдына исемлек һалды:
—Бына беҙ мобилизация үткәрәсәк волостар. Һайлап ал. Ҡайҙа бараһың?
Шәйехзада исемлеккә күҙ һалды. 1-се һәм 2-се Әйле өйәҙе, Мәсетле, Ибрай, Ҡыйғы...
Бабич белмәгән әллә ниндәй төбәктәр. Егет албырғап ҡалды. Ҡайҙа барырға?
—Башҡорттар күп йәшәгән волостар советтар ҡулында. Шуныһы насар,—тип уфтанды Вәлиди.—Ҡыҙылдар башҡорттарҙы үҙ армияһына ала ла беҙгә ҡаршы һуғыштыра.
Шәйехзада быға ныҡ аптыраны. Егеттәрҙән ишеткәне бар ине шул. Кемделер пленға алалар. Ә ул башҡорт егете булып сыға.
—Ниңә башҡорт ғәскәренә ҡаршы һуғышып йөрөйһөң?—тип һораһалар, теге әйтә икән:
—Беҙҙә лә башҡорттар. Беҙҙе ҡыҙылдар мобилизацияланылар ҙа, ошонда алып килделәр. «Алда—дошман, ат!» тинеләр. Беҙ ҡайҙан беләйек был яҡта ла башҡорттар икәнлеген?
Шәйехзада ошоно һөйләгәйне, Вәлиди әсенеп өҫтәлгә йөҙроғо менән һуҡты.
—Иң үкенеслеһе ошо!—Зәки бүлмә буйлап йөрөргә кереште.—Беҙ Башҡорт республикаһы төҙөйбеҙ, башҡортҡа ирек бирәбеҙ, тип тырышабыҙ, ә ана нимә килеп сыға! Урыҫтар аҡтарға, ҡыҙылдарға бүленеп алдылар ҙа, халҡыбыҙҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуя!
—Бер нәмә лә эшләп булмаймы һуң?—Шәйехзада, хәлдең аяныслы икәнлегенә төшөнөп, әсенеп уйланды.—Былай ярамай ҙа инде! Беҙ былай ҙа аҙ. Етмәһә үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡырабыҙ!
—Нимә эшләйһең? Ҡыҙылдар тылына барып уларға ҡаршы армияға мобилизация үткәрә алмайбыҙ ҙа инде!
Был һүҙ Шәйехзаданы уйға һалды. Ысынлап та, ниңә башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт ғәскәренә мобилизация үткәрмәҫкә? Унда ҡыҙылдар хужа булһа ни? Шуға һылтанып, башҡортто үҙ милләтенә ҡаршы һуғыштырырғамы?
Әлбиттә, башҡорт ғәскәрендә татар-урыҫтар ҙа, башҡа милләт егеттәре лә бар. Татар егете Fизетдин Әмировты ла осратты Шәйехзада уларҙың араһында.
Офицер формаһындағы бер егет күптәнге дуҫын осратҡан кеүек килеп шат ҡиәфәттә ҡосаҡлап алғас, Шәйехзада тәүҙә уны танымайыраҡ торҙо. Сырамата, әммә ҡайҙа, ҡасан күргәнлеген хәтер-ләмәй.
—Урал буйы татары Fизетдин мин! Бөрө өйәҙенән,—тип Шәйехзаданың иҫенә төшөрҙө егет.—Ҡоролтайда «Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы татарға» дигән шигырыңны ошатмаған идем, хәтерлисеңме?
—Ә-ә, иҫкә төштө!—тип ҡыуанды Шәйехзада.—Һаман да ҡаршыһыңмы әле ул шиғырға?
—Хәзер килештем дә инде тиерлек,—тип йылмайҙы Fизетдин.—Әммә бәхәсләшерлек урын бар.
—Дуҫтар бәхәсләшмәй тормай инде ул!—тип көлдө Шәйехзада.—Тик талашыу, низағлашыу булмаһын. Һин күптәнме башҡорт ғәскәрендә?
—Беҙ, татарлар, беренчеләрдән булып язылдыҡ!—Fизетдин маҡтанған кеүек әйтеп ҡуйҙы.
—Афарин!—Шәйехзада Fизетдинде ихлас күңелдән ҡосаҡланы.—Ирекле Башҡортостан өсөн көрәшеүсе башҡорт ғәскәренә ҡушылыуыңа бик шатмын.
—Ничек кушылмыйсың?—Fизетдиндең Шәйехзаданы осратыуына шатланыуы йөҙөнә сыҡҡан.—Без, татарлар күп монда. Башҡорт хөкүмәте, гаскәре илдә тәртип урынлаштыра башлады бит. Юҡса жинаятьчелек, талаш, үтереш басып алды доньяны.
—Дөрөҫ,—тине Шәйехзада.—Әгәр Рәсәй хөкүмәтенең ҡулынан килмәй икән, беҙ Башҡортостан ерендә халыҡтарҙы яҡларға, уларҙы берләштерергә тейешбеҙ.
Әммә барыбер ғәскәрҙә башҡорттар күпселекте тәшкил итә. Һәм был шулай булырға тейеш тә. Ләкин башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр ҡыҙылдар ҡулында. Шуға ҡарамай ул төбәктәрҙә мобилизация үткәрергә кәрәк.
Ошо уйын әйткәс, Вәлиди ҡырҡа ҡаршы төштө.
—Был мөмкин түгел! Һинең бер ниндәй хоҡуғың юҡ унда мобилизация үткәрергә! Был—власть ҡулында. Ә инде үҙ аллы шөғөлләнеүеңде белһәләр, ҡулға аласаҡтар!
—Мин мобилизация үткәреп йөрөмәйәсәкмен!—тип үҙһүҙләнде Шәйехзада.—Ҡыҙылдар өсөн йыйылған башҡорт егеттәрен үҙебеҙҙең яҡҡа алып сығам да китәм.
—Нисек эшләйһең һин быны?—Вәлидинең асыуы килә башланы.—Һинең башҡорт ғәскәренә ҡушылырға өгөтләүеңде белгәс тә, атып үлтерәсәктәр! Юҡты һөйләмә!
Шулай ҙа Шәйехзада үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Уның шундай ғәҙәте бар, берәй нәмәне алдына алдымы, эшләмәйенсә туҡтамай. Ни тиклем ауыр йәки хәүефле булһа, шул тиклем ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс. Үҙен үҙе һынай. Бала саҡта оялсан ине, кеше алдына сығырға ҡурҡа ине. Шунда үҙенә маҡсат ҡуйҙы: бар батырлығымды йыям, ҡурҡмайынса сығам кеше алдына, бар халыҡты үҙемә ғашиҡ итәм, яратҡан шағиры, артисы булам! Һәм өлгәште шуға. Еңелдән булманы. Әммә бар ҡыйынлыҡты еңде һәм теләгенә өлгәште.
Бында ла шулай. Эйе, был ауыр эш. Әммә тырыш, Шәйехзада, бар һәләтеңде һал һәм үтә! Бик теләһәң, булдыра алаһың! Һин бит Бабич!
Бында халыҡ тураһында һүҙ бара. Милләттең киләсәге хаҡында! Үтәүе ауыр, ҡурҡыныс тип халҡыңдың үҙен-үҙе ҡырыуына ҡул һелтәргәме? Хәүефле эш. Ләкин Шәйехзада өсөн генә хәүефле. Ә халыҡ отасаҡ! Меңәрләгән башҡорт бер-береһен үлтерә икән, улар менән сағыштырырлыҡмы ни Бабичтың ғына ғүмере?!
—Нисек беҙҙең яҡҡа алып сыҡмаҡсыһың инде ҡыҙылдарға әҙерләнгән егеттәрҙе?—тип һораны аптыраған Валиди, Шәйехзада һаман үҙ һүҙен тылҡығас.
—Мин бит шағир! Әртис! Йөҙәрләгән кеше менән тулы залдарҙы «һә» тигәнсә гипнозлап, үҙемә ғашиҡ иткән кеше әле мин!—Бабич үҙен сәхнәләге кеүек илһам солғап алғанлығын тойҙо.—Йәш сағым, ялҡын сағым халыҡ өсөн булһын фиҙа! Йәш егеттәрҙе үҙ һүҙемә күндеререргә көсөм етер, моғайын. Миңә мобилизация яһайым тип көндәр, аҙналар буйлап йөрөргә кәрәк булмаясаҡ! Улар алдында бер сығышым етә. Һәм улар башҡорт ғәскәренә ҡушыласаҡ!
—Ярай, маҡтанма!—тине Вәлиди бер аҙ тыныслана төшөп.—Һин мине лә гипнозланың шикелле. Был иҫәр, алабарман идеяңды тыйырға кәрәк тә бит... Әле уйлап ҡуйҙым. Һынап ҡарайыҡмы әллә?! Башҡорт төбәгендәге башҡорт егеттәре беҙгә бик кәрәк. Уларҙа бөтөнләй икенсе рух, икенсе тоҡом! Уларҙа ысын патриотлыҡ бар! Башҡорт егеттәре беҙҙең төп көс, ғәскәрҙең умыртҡа һөйәге булырға тейеш! Улар милли хәрәкәт, мөхтәриәт өсөн йәнен-тәнен аямаясаҡ, бер ҡасан да хыянат итмәйәсәк. Улар бит Салауат Юлаев тоҡомдары! Дөрөҫ, Шәйехзада! Был уй беҙ-ҙең башҡа күптән килергә тейеш ине! Бәлки ярҙамға бер-ике кеше бирәйек.
—Юҡ,—тине Шәйехзада.—Улар миңә ҡамасаулар ғына. Сәхнәлә лә бер үҙем сығыш яһарға яратам мин. Яңғыҙ саҡта уңышҡа ла, провалға ла үҙең ғәйепле, үҙең генә яуап бирәһең. Бында ла шулай. Үҙемә генә таянасаҡмын. Шулай ышаныслыраҡ булыр!
Бына шулай юлланды был хә-үефле сәйә-хәткә Шәйехзада. Иҙелбашта еңелерәк булды. Унда Бабичты бер кем көтмәй ине, ниндәй эш менән йөрөгәнлеген белмәй ине. Ул мобилизацияланған егеттәргә йәшермәйенсә үҙенең шағир Бабич икәнлеген әйтте. Уның аҡтар яғында һуғышҡан башҡорт хөкүмәте вәкиле икәнлеге Иҙелбашта кемгә билдәле тиһең? Егеттәр Шәйехзаданы ошоғаса күрмәһәләр ҙә, данлыҡлы шағир, әртис икәнлеген ишетеп белә икән. Шаян таҡмаҡтарына рәхәтләнеп көлдөләр. Етди мәсьәләгә күскәс, улар Бабичтың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланылар, башҡорт ғәскәре һалдаты булырға тейешлектәрен бөтә күңелдәре менән аңланылар. Шуға оҙаҡ өгөтләргә тура килмәне, ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтарын иҫәпкә алмағанда, бөтәһе лә ыңғай килеп сыҡты. Тиҙ генә араларынан көслө холоҡло, уҫал егетте башлыҡ итеп һайлатып ҡуйып, тиҙ генә башҡорт ғәскәренә оҙатты. «Тиҙ» тиеүе шул: улар алдына сығып бер тапҡыр ярһыу сығыш яһауы етте. Зәки әйтмешләй, гипнозланы.
Ә Баҡыртауҙа хәлдәр ҡырҡа ауырлашты. Бында уның ҡыҙылдарға дошман икәнлеген, ни өсөн килгәнен беләләр. Беләләр генә түгел, Иҙелбаштағы эше өсөн уны атырға хәл иткәндәр! Шулай булмай ни! Бер егет әрмегә бармай ҡасып ятһа, дезертир тип атыуға хөкөм итәләр. Ә Бабич бер нисә тиҫтә кешене ҡыҙылдар фекеренсә «дезертирлыҡ» ҡылдырған, ҡаршы яҡҡа алып киткән!
Оморҙаҡтарҙың өйө Баҡыртауҙың Кәкере ауыл тигән өлөшөндә урынлашҡан. Бабич башҡа ергә һуғылып тормайынса, тура шунда атланы. Хәлдәр ҡырҡыулаша. Әгәр уны ҡулға алырға, атырға тигән бойороҡ бында килеп еткән икән, Вәлидине тыңламай ҙа булмаҫ. Әллә әлегә шымырға, шунан Йомабикәне көтөп алырға ла, ул алып киләсәк заданиены үтәргә юлланырғамы? Тик һыу һөлөгө кеүек башҡорт егеттәрен башҡорт ғәскәре урынына, халыҡты яҡлайбыҙ тигән һылтау менән, ябай халыҡтың һунғы икмәген, малын талау менән шө-ғөлләнгән ҡыҙылдарға тоттороп ебәреүе үкенесле.
—Туҡта! Документтарыңды күрһәт!
Ҡапыл Бабичтың алдында ике ҡыҙылармеец пәйҙә булды. Шәйехзаданың йөрәге жыу итеп ҡалды. Таныйҙармы Бабичты? Беләләрме уны ҡулға алыу хаҡында бойороҡто, юҡмы?
Хәүефле эш менән дошман тылында йөрөгәндә кеше үҙ документы менән йөрөмәй. Бабичта улар хатта икәү. Берәүһе уның костюм салғыйының эсенә йәшерелгән. Уныһы иң хәүефле саҡта файҙаланыу өсөн әҙерләнгән.
Бабич эске кеҫәһендә ятҡанын сығарып ҡыҙылармеецҡа һуҙҙы. Әгәр ҡулға алырға маташһалар, ни эшләргә? Әгәр комендатураға алып бармаҡсы булһалар, ризалашырға ярамай. Сәбәп табып уларҙан ҡотолорға кәрәк. Ҡасырға маташыу үтә хәүефле. Ҡыҙылармеецтарҙың икеһенең дә ҡулында мылтыҡ. Улар яһаулы, әлбиттә. Уйлап та тормай ата башлаясаҡтар.
Ҡыҙылармеец бер Бабичҡа, бер документтағы фотоға ҡарап, уларҙы сағыштырып маташты.
—Кем булып эшләйһең? Ҡайҙа китеп бараһың?—тип һораны шунан.—Ҡайҙа йәшәйһең?
—Кәкере ауылда йәшәйем,—Шәйехзада шунда уҡ үкенеп ҡуйҙы. Ниңә дөрөҫөн әйтергә? Алдашҡас, бөтә нәмәлә алдашырға кәрәк ине! Аҙаҡ улар уны Кәкере ауылда эҙләп йөрөүҙәре бар.—Кибеттә эшләйем. Приказчик мин. Ҡайҙа барам? Ҡайтып барам.
Шәйехзада Оморҙаҡтарҙыҡынан башҡа урамды белмәй! Булмағанын әйтеп тотолоуоң бар. Әммә Оморҙаҡтың да адресен белдерергә ярамай! Шәйехзада мөмкин тиклем сит-кәрәк өйҙөң һанын әйтте.
—Ә ниңә ул яҡҡа китеп бараһың? Ул өй был яҡта бит!
—Мин дуҫыма инеп сығам. Эшебеҙ бар ине.
—Ниндәй эшегеҙ?—Ҡыҙылармеец эргәһендәгеһенә боролдо.—Шикле әҙәм.
—Эйе,—тип килеште икенсе ҡыҙылармеец.—Ҡайтып барам, ти. Үҙе икенсе яҡҡа атлай.
—Ҡылысов бар шикле кешеләрҙе комендатураға алып килергә ҡушты. Дошман лазутчиктары менән тулған, ти бит, беҙҙең тыл. Нимә эшләйбеҙ?
—Егеттәр, юҡ менән булмағыҙ,—тип һүҙгә ҡушылды Бабич.—Мин ниндәй лазутчик инде? Эштән арып ҡайтып барам. Ебәрегеҙ!
—Юҡ. Арыған икәнһең, тура өйөңә ҡайтырға ине. Ә һин... Тикшерһендәр. Fәйебең юҡ икән, ебәрерҙәр.—Ҡыҙылармеецтарҙың командир кеүеге Бабичтың беләгенән ҡымтып тотто.—Әйҙә!