АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
24 Июнь 2018, 14:20

Бабич

Билдәле яҙыусы, драматург Наил Fәйетбай Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Бабич» романын тамамланы. Ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Роман тулыһынса «Ағиҙел» журналының быйылғы 6-сы һанында баҫыла башлай. 1. —Шәйехзада!—Оморҙаҡ сәхнәлә мандолина сиртеп йырлап торған Бабичтың янына бик ҡурҡҡан ҡиәфәттә йүгерә-атлай килде лә, ашығып шыбырланы.—Һиңә тиҙерәк ҡасырға кәрәк! Һине эҙләйҙәр! ...Баҡыртауҙа Шәйехзада Оморҙаҡ тигән таныш егеттең өйөн эҙләп тапты. Уның атаһы, Шәйәхмәт ағай, улының ниндәйҙер байрамға киткәнлеген әйтте. Уның ҡайҙа булғанлығын өйрәтте.Шәйехзада килеп еткәндә, ҡала баҡсаһының асыҡ һауалағы сәхнә янында байрам башланғайны инде. Вәлидиҙең иҫкәртеүенә ҡарамай, концертта ҡатнашыуҙан баш тартманы ул. Әгәр егеттәрҙе башҡорт ғәскәренә алып китергә килгән икән, нисек ошондай уңайлы мөмкинлектән файҙаланмаҫҡа?

1.
—Шәйехзада!—Оморҙаҡ сәхнәлә мандолина сиртеп йырлап торған Бабичтың янына бик ҡурҡҡан ҡиәфәттә йүгерә-атлай килде лә, ашығып шыбырланы.—Һиңә тиҙерәк ҡасырға кәрәк! Һине эҙләйҙәр!
...Баҡыртауҙа Шәйехзада Оморҙаҡ тигән таныш егеттең өйөн эҙләп тапты. Уның атаһы, Шәйәхмәт ағай, улының ниндәйҙер байрамға киткәнлеген әйтте. Уның ҡайҙа булғанлығын өйрәтте.
Шәйехзада килеп еткәндә, ҡала баҡсаһының асыҡ һауалағы сәхнә янында байрам башланғайны инде. Вәлидиҙең иҫкәртеүенә ҡарамай, концертта ҡатнашыуҙан баш тартманы ул. Әгәр егеттәрҙе башҡорт ғәскәренә алып китергә килгән икән, нисек ошондай уңайлы мөмкинлектән файҙаланмаҫҡа? Фәҡәт Оморҙаҡ менән ҡы-ҙылармеецтар ҙа, командирҙары ла әле күренмәй. Улар байрам аҙағынараҡ килеп етергә тейеш-тәр икән. Оморҙаҡтар дружинниктарҙың яҡынлашыуы хаҡында иҫкәртергә өлгөрә алырҙай булһалар, Шәйехзада концертта шиғырҙар уҡып, йырларға риза. Ә юҡ икән... Әммә йәштәр данлыҡлы шағир, әртисте сәхнәлә күреү өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине. Улар кескәй генә ҡурҡыныс һиҙелһә, Бабичҡа әйтәсәктәр, эҙ юғалтырға ярҙам итәсәктәр.
—Тик күренеп кенә кит инде!—тине Оморҙаҡ.—Йәштәр бит көтә! Уларҙың бөтәһе лә һине тыңларға килгән. Һуңлағас, бик ҡурҡҡайныҡ, өлгөрмәҫһең тип.
—Ә минең концертта ҡатнашырымды ҡыҙылдарға нисек белгертмәнегеҙ?—тип аптыраны Шәйехзада.
—Беҙ үҙебеҙҙекеләргә сер итеп кенә әйттек,—тине Оморҙаҡ.—Тик ҡыҙылдар һинең бөгөнмө-иртәгәме килереңде барыбер белә. Хатта ҡулға алырға йыйыналар. Шуға бик һаҡ булырбыҙ!
Был мәлдә Шәйехзада ла, йәштәр ҙә үҙҙәренең ут менән уйнауҙарын һиҙмәй ине...
Оморҙаҡ килеп иҫкәрткәндә, Шәйехзада егеттәргә арналған таҡмаҡтарын йырлап тора ине. Уны тыңларға килгән йәштәр шарҡылдап көлә. Сөнки, беренсенән, таҡмаҡтар шаян, икенсенән, егеттәрҙең иң әсеткән ерҙәренә тейҙерә Бабич! Ҡайҙан белә улар хаҡында шағир? Әле генә килде бит Баҡыртауға! Ә ғүмер буйы ошонда йәшәгән кеүек таҡмаҡтар һиптерә! Аптырамаҫ урыныңдан аптырарһың, һоҡланмаҫ ерҙән һоҡланырһың!
Ә бының сере ябай ине. Тәүҙә, ғәҙәттәгесә, Шәйехзада ҡыҙҙарға арнап йыр йырланы. Бының бер ҡыйынлығы юҡ. Шәйехзада һылыуҡайҙың исемен һорай ҙа, мандолинаһын бер-ике сирткән арала, ҡыҙҙың күлдәгенә йәки сибәрлегенә арнап, тиҙ генә таҡмаҡ уйлап сығара. Йыш ҡына шиғырының тәүге ике юлын йырлап торғанда, ҡалған ике юлы табылмаған була. Шәйех йылмайып моңлана, үҙе ашығып рифма эҙләй. Ә инде уныһы телгә килгәс, ҡалғаны ҡыйын түгел.
Тәүге ике ҡыҙға арналған йыр-ҙар йәштәргә ныҡ оҡшаны. Тыңлаусылар, сәсәндең оҫталығына һоҡланып, шаянлығына ҡыуанып, көслө алҡыштарға күмде.
Өсөнсө ҡыҙ исемен әйтер өсөн урынынан торғас, Шәйехзаданың йөрәге «жыу» итеп ҡалды.
Алмагөл! Килгән! Осраштылар, ниһайәт! Таптылар бер-береһен! Егеттең бар булмышын ошо ҡыуаныс солғап алды. Шәйехзада ҡыҙҙы Баҡыртауҙа осратырын һиҙенә ине. Тик һаман да Өфөләлер тип кенә ҡурҡты. Һуңғы осор егеттең эше күп булды, үс иткәндәй, Өфөгә юлы төшмәне лә ҡуйҙы. Бер хат яҙҙы ла ул яҙыуын, тик ошоғаса кеҫәһендә йөрөтә. Сөнки яуап хаты алыр өсөн төплө генә адресы юҡ. Көн дә тиерлек юлда, һәр төн тиерлек яңы урында ҡуна. Яуап алыр өсөн адресыңды әйтмәйенсә хат ебәреүҙе әҙәпһеҙлек һанай Шәйехзада. Миңә хат яҙма, тигән кеүек килеп сыға бит. Хаттан алда үҙенең Өфөгә барып сығырына өмөтләнде. Тик уңайы булманы.
Шәйехзада, ғәҙәтәгесә, ҡыҙҙың исемен һорайһы урынға, бер ни өндәшмәйенсә, шат йылмайып, хыялдарға бирелеп, мандолинаһын сиртеп тороуон аңлап ҡалды. Ул теге саҡта Өфөлә Алмагөлгә бағышлаған йырын хәтерләне, тик уны бында, ҡыҙҙың әхирәттәре, таныштары алдында тулыһынса йырлау урынһыҙ яңғырар кеүек. Шуға йырҙы бер аҙ үҙгәртергә итте.
—Алмагөл, аһ, илһамлы бит, алмалы бит,
Иманлы бит, илһамлы бит, алмалы бит.
Өфөлә мин көтәм, тине, тик көтмәне,
Ах, сихырсы, алмалы бит алданы бит.
Йәштәр ҡул сапты. Алмагөл оялышынан ҡып-ҡыҙыл булды. Өндәшмәй генә башын эйҙе. Эргәһендәге әхирәттәре уның ҡолағына ниҙер шыбырларға тотондо.
Бер ҡыҙ урынынан ырғып торҙо:
—Алмагөл бит исемен әйт-мәне. Һин уны ҡайҙан белдең?
—Әйтмәнеме ни?—тип аптыраны Шәйехзада ла.—Белдем, сөнки уға ошо исемдән башҡа бер исем дә бармай. Алмагөл бешкән алма кеүек матур!
Хәҙер Шәйехзаданы бер генә уй борсой. Алмагөл үпкәләп китеп бармаһын, уның менән бөгөн һис нимәгә ҡарамай аңлашып һөйләшергә кәрәк. Егеттең бәхетенә ҡыҙ урынынан ҡыбырҙаманы. Шәйехзада, ҡыуанысынан илһамланып, тағы бер-ике ҡыҙға шаян йыр бағышланы.
Ошо ерҙә егеттәр зарланды:
—Ә ниңә ҡыҙҙарға ла ҡыҙҙарға? Егеттәргә йыр сығара алмайһыңмы ни һин?
Бабич «егеттәргә ҡыҙыҡлы, төртмә таҡмаҡ сығарыу өсөн улар хаҡында саҡ ҡына булһа ла белергә кәрәк»,—тип әйтергә уҡталды ла, үҙен туҡтатты. Шағир тигән даны сыҡҡан икән, ул ошондай урында һынатмаҫҡа, сәсәнлеген күрһәтергә тейеш! Аптыратҡас, аптырата әле быларҙы!
Шәйехзада эргәһенә концертты алып барыусы егетте саҡырҙы ла:
—Тиҙ генә бер-нисә егеттең холҡо йәки сәйер ғәҙәте, етешһеҙлеге хаҡында ике-өс һүҙ менән генә яҙып бир,—тине. Һәм тыныс ҡиәфәт менән мандолинаһын сиртеп йырлап ебәрҙе. Алып барыусыға егеттәр хаҡында йөмлә табырға ваҡыт бирергә кәрәк.
Килеп сыҡтым йыраҡтан—
Алтын тулы Баймаҡтан.
Килдем, сөнки әйттеләр,
Ашығыҙ һөт-ҡаймаҡтан.
Мин иҫән-һау, сәләмәт,
Һорағанға сәләм әйт.
Сәйәсәттән һораһаң,
Эштәр харап ғәләмәт.
Ҡыҙылдар йөрөй һулда,
Уңда йөрөй аҡтары.
Дөрөҫ юлда йөрөйҙәр
Бары тик башҡорттары.
Бабич иғтибар итте: һуңғы куплетты йырлағас, йәштәр бер-береһенә боролошоп ҡараны, шыбырлашыу китте. Тимәк был мәсьәләгә вайымһыҙ түгелдәр. Улар менән һөйләшергә була. Шәйехзада бер ни булмағандай йырын шаярыу тарафтарына борҙо, сөнки ошо минутта конферансье бындағы ҡайһы бер егет хаҡында яҙған ҡағыҙын Шәйехзадаға килтереп тотторҙо. Таныш булмаған егеттәрҙең ҡысытҡан ерен белеүенең сере ошонда ине.
—Сәләм, привет, егеттәр!
Күбегеҙҙе беләм бит!
Минән һеҙгә йыр кәрәкме?
Хәҙер һеҙҙе теләм бит!
Бында килгән Fәйнулла,
Уйлай ул «булам мулла».
Намаҙ тотмай, танцы йөрөй,
Ул ниндәй мулла була?
Йәштәр гөр итеп көлөп ебәрҙе, шағирҙы дәртләндереп дәррәү ҡул сапты.
—Хәтип дуҫҡай! Һаман икән
Эт һуғарып йөрөйһөң.
Йә ҡыҙ һөймәй, йә ил һөймәй
Тере көйө серейһең!
Йәнә көлөш. Ҡул сабыуҙар... Ошо ерҙә бер егет урынынан тороп китә башланы. Быны күреп ҡал-ған конферансье уға ҡысҡырҙы:
—Сәхипкиран! Ҡайҙа киттең? Бында һинең хаҡта ла йыр бар!
Шәйехзада ашығып ҡулындағы ҡағыҙға күҙ һалды. Ҡайҙа бында «Сәхипкиран?! Ә-ә—бына!» Сәхипкиран—ғәмһеҙ, бөтә нәмәгә битараф»,—тип яҙылған ине ҡағыҙға.
—Туҡта, ҡасма, Сәхипкиран!—тип йырлап ебәрҙе Шәйехзада.
Мин бит барыһын күрәм.
Донъя гөрләй. Шул донъянан
Ҡасып ятыуың беләм!
Йәштәр аяҡ өҫтө баҫып ҡул сабырға тотондо. Бабичтың шул тиклем урынлы, дөрөҫ итеп, төрттөргөс йыр сығара алыуын улар көтмәгәйне. Ошо таҡмаҡтың аҙағында Оморҙаҡ Бабич эргәһенә килеп, баяғы һүҙҙәрен шыбырланы.
—Шәйехзада! Һиңә тиҙерәк ҡасырға кәрәк. Ҡыҙылдар бында етеп килә!
Романдан өҙөктө гәзитебеҙҙең 25-се һанында уҡый алаһығыҙ.