Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Май 2018, 11:41

ХӘТЕРЕМДЕҢ ТЕРЕ ҠУҘҘАРЫ

Ысындан да, бер өйрәгем минең алдымдан ғына һыуға сумды ла тыпырсына-тыпырсына ағып та китте. Артынан боҙ буйлап баҫтырған булам. Шаңҡытып булмаҫмы тип йән асыуынан боҙға һикереп ҡарайым. (Беҙ, малайҙар, ҡайһы берҙә балыҡты шаңҡытып тота торғайныҡ. Һыу аҫтында йөҙөп йөрөгән балыҡҡа ташмы йәки берәй ауыр нимә менән һуҡһаң, ул шаңҡып боҙға йәбешә. Шунан балыҡты балта менән соҡоп алаһың). Файҙаһы теймәне. Өйрәк Һаҡмар буйлап ағып китте....Йыуындырырға алып төшкән ете ҡоштоң өсәүһен алып ҡайтып барабыҙ. Хәҙер инде ҡыумайбыҙ, күтәреп үк алғанбыҙ. Өйрәктәребеҙ ҙә шып-шым, беҙҙең дә һөйләшерлек хәл юҡ.

АҢҺЫҘ ҠАЗА
Тиҙәк түгеп йөрөйөм. Ялан кәртәлә тибенеп йөрөгән тауыҡтарға ем бирергә тип әсәйем килеп инде. Хужаһын күреп ҡалған өйрәктәр, яу һалып, әсәйемә ташланды.
—Ах, ҡоромағырҙар, туя белмәнегеҙ бит! Белгәнегеҙ—ашау ҙа ашау! Үҙемде тереләй йоторҙай булып ни,—тип һуҡранды әсәйем өҫтөнә менеп килгән өйрәктәренә.
Шунан миңә боролоп:
—Фәрит, әллә Һаҡмарға төшөрөп йыуындырып алайыҡмы ошо өйрәктәрҙе? Ҡара, ғүмерҙә һыу күрмәгән нәмәләргә оҡшап, бысраҡтарына батып, тиҙәктәренә ҡатып йөрөйҙәр. Салһаҡ, ул йөн нимәгә эшкинә?
Октябрь аҙаҡтары. Аяҙ, һыуыҡ көн. Бөтә ер туң, ә ҡар юҡ. Киттек йә уңға, йә һулға ҡасырға әҙер генә торған өйрәктәрҙе ҡыуып Һаҡмарға. Яр буйына килеп етеп йылғаға күҙ һалһаҡ, Һаҡмар аръяҡҡа йәйәү сығырлыҡ булып туңған да ҡуйған.
—Нишләп әйтмәнең? Һаҡмарҙың туңғанын да белмәй инеңме ни? Хәҙер ҡалайтабыҙ инде?—тип һуҡранды әсәйем.
—Мынауынса ергә ҡыуып алып килгәс, йыуындырмай ҡайтыу юҡ инде,—тинем Һаҡмарға тағы бер күҙ һирпеп.—Ана, уртала туңмай ҡалған ере бар бит, шунда ҡыуабыҙ.
—Туңмай ятҡас, иң ағын ерелер инде ул?
—Ҡалайтаһың, бүтән һыу юҡ...
«Ҡыуабыҙ» тип әйтеүе генә еңел икән. Өйрәк ялтыр боҙҙа бер аҙым атларға ла эшкинмәй икән дә баһа. Сәбәләнә-сәбәләнә лә, тайып, боҙға лыпын ята ла ҡуя. Хет нимә эшлә! Көйәнтә менән төрткөләп, аяҡ менән эткеләп саҡ алып барып еткерҙек өйрәктәрҙе туңып өлгөрмәгән ергә. Һыу ситенә теҙеп ултыртып ҡуйҙыҡ. Береһенең дә һыуға сумырға дәрте ташып тормай. Бер өйрәктәргә, бер ағып ятҡан һыуға ҡарап икеләнеп торам. Һыу, ысындан да, ныҡ ағын икән. Ҡурҡыныс: быларҙы һыуға бер төшөрһәң, кире сығарып булырмы икән? Әй, йәй буйы Һаҡмарға бер төшөп әйләнмәгән өйрәктәр күпме йөҙөр тиһең, сығырҙар әле. Әллә йөҙә беләләр, әллә юҡ. Сыҡмаһалар—оҙонлоғо ун, киңлеге ике-өс метрҙан ашмаған һыуҙан биҙрә менән булһа ла һоҫоп алырмын... Эстән шулай тип уйлап торам, үҙем, әй, нимә булһа ла булыр инде тип, иң ситтә ятҡан өйрәкте һыуға аяғым менән этеп төшөрәм. Өйрәгем, «Ай, һыуыҡ та инде!»—тигәндәй йән өшөткөс тауыш менән ваҡылдап алды ла яйлап ҡына ағынға ҡаршы йөҙөп китте. Йөҙә белә икән! Быны күреп минең күңел күтәрелеп китте. Иптәшкә икенсеһен этеп төшөрҙөм, өсөнсөһөн... Күмәкләгәс өйрәктәрем дә батырайып китте. Үҙ телдәрендә ниҙер серләшеп, бер аҫҡа, бер өҫкә йөҙә башланылар. Ләкин... күрәһеләрем алда булған икән әле.
Ҡапыл береһе, ҡанаттарын елпеп, ике тәпәйенә баҫты ла, һыуға шапылдата һуғып, мәкене әйләндереп «саба» башланы. Нимә эшләргә белмәй «ҡоторған» өйрәккә ауыҙ асып ҡарап торған арала уға иптәшкә икенсеһе ҡушылды, шунан өсөнсөһө... Шашынған өйрәктәр менән тулы ҙур булмаған мәке һыуын сәсрәтеп ҡайнаған ҡаҙанға әүерелә башланы. Иҫем китеп һаман ҡарап тора инем әле. Боҙ ситенә баҫып ҡошҡайҙарының шашынғанын ҡото осоп күҙәтеп торған әсәйемдең йөрәк төбөнән әрнеп сыҡҡан тауышын ишетеп уянып киткәндәй булдым:
—Фәрит, өйрәктәр боҙ аҫтына сума бит!
Ысындан да, бер өйрәгем минең алдымдан ғына һыуға сумды ла тыпырсына-тыпырсына ағып та китте. Артынан боҙ буйлап баҫтырған булам. Шаңҡытып булмаҫмы тип йән асыуынан боҙға һикереп ҡарайым. (Беҙ, малайҙар, ҡайһы берҙә балыҡты шаңҡытып тота торғайныҡ. Һыу аҫтында йөҙөп йөрөгән балыҡҡа ташмы йәки берәй ауыр нимә менән һуҡһаң, ул шаңҡып боҙға йәбешә. Шунан балыҡты балта менән соҡоп алаһың). Файҙаһы теймәне. Өйрәк Һаҡмар буйлап ағып китте.
...Йыуындырырға алып төшкән ете ҡоштоң өсәүһен алып ҡайтып барабыҙ. Хәҙер инде ҡыумайбыҙ, күтәреп үк алғанбыҙ. Өйрәктәребеҙ ҙә шып-шым, беҙҙең дә һөйләшерлек хәл юҡ.
—Хәҙер атайыңа нимә тип аңлатабыҙ инде?—ти әсәйем бара биргәс.
—Атайым уларҙы һанап йөрөгән тиһеңме?—тигән булдым ышанысһыҙ ғына.
Ҡайтыу менән, ҡараңғы төшмәҫ борон тип, дәрес әҙерләргә ултырҙым. Ултырыуым булды, әсәйем килеп инде:
—Фәрит, бысағыңды үткерлә лә, атайың ҡайтмаҫ борон, тиҙ генә теге өйрәктәрҙе салып бир.
Ҡараңғы төшөүгә таҙартылған, йыуылған өйрәктәр бак төбөндә тоҙланып ята ине инде.
Икенсе көн урамда Гөлсирә осраны һәм:
—Кисә әсәйең менән Һаҡмар буйында нимә ҡылана инегеҙ ул?—тип һораны.
Класташымдың күҙҙәренә тултырғанса бер ҡарап алдым да... бөтәһен дә аңланым: Гөлсирә белә.
—Әй, өйрәктәрҙе балыҡ тоторға өйрәтәйем тигәйнем,—тигән булдым.
—Шулайҙыр тип уйлағайным да. Әйтәгүр, мин һыу алып торғанда бер өйрәгең боҙ аҫтынан балыҡ баҫтырып үтеп бара ине.
Гөлсирәнең «ныҡ» кеше икәнен белә инем. Ул ауыҙ тултырып ауыл буйлап һөйләп йөрөмәйәсәк. Йылмайыштыҡ та—бөттө. Артабан һүҙ ҡуйыртып тороуҙоң кәрәге юҡ ине.
ТӘҮГЕ СИРҠАНЫС
Атайым, ғүмере буйы балалар уҡытһа ла, һүҙгә бик әүәҫ булманы. Яндырайлығы бар ине былай. Ләкин бер ваҡытта ла беҙгә, ҡәҙерле балаларына, ҡул күтәрмәне. Өрлөк ярығында селек тә элеүле торманы. Шулай ҙа миңә бер тапҡыр әсе генә эләкте...
Май айының ялтылдап торған ҡояшлы, әммә һалҡын елле бер көнө. Ял булдымы икән, ниңәлер уҡыуға барманыҡ. Төш етеп килгәндә Һаҡмар буйына киттем. Боҙ киткәнгә арыу уҡ ваҡыт үтһә лә Һаҡмар йәйге кимәленә төшөп етмәгән, ярһып, сәсрәп ағып ята. Йәйен балалар өҫтөнә менеп рәхәтләнеп уйнаған Һелкәүес исемле таш та күренмәй. Ни эшләргә белмәй яр буйлап йөрөп ята инем, ҡапыл эргәмә әллә ҡайҙан Рәхимйән килеп сыҡты.
—Иртәгә 9 Май, Еңеү көнө бит. Әллә ошо оло байрамды билдәләп һыу төшөп сығайыҡмы?—тине Рәхимйән бер аҙ торғас.
—Һыуыҡ та инде,—тинем аптырай биреңкерәп.
—Булһын. Сумабыҙ ҙа сығабыҙ. Зато иң беренсе булырбыҙ.
—Әйҙә һуң...—тинем мин ыңһарлабыраҡ.
—Балыҡ селбәрәләре ғошап һыуы бәкәлгә лә етмәгән ерҙә шапылдап ятмайбыҙ инде, киттек үргәрәк—Атбаҫҡанға,—тине лә эре-эре аҙымдар менән Һаҡмар буйлап өҫкә атланы.
Атбаҫҡанға етмәҫ элек туҡтаны ла:
—Эй, ҡайҙа ла барыбер инде. Атбаҫҡан әллә һыуҙан сыҡҡан, әллә юҡ. Әйҙә, ошонда төшәйек тә ҡуяйыҡ.
Йән-яҡҡа күҙ һалабыҙ. Бер кем дә юҡ. Рәхимйән тиҙ-тиҙ генә сисенде лә, кейемдәрен ҡоро таш өҫтөнә һалып, шаптыр-шоптор төшөп тә китте. Мин эс кейемен һалып һыу ситендә сикәнес алырға ҡурҡып торам. Һыу бурьяҡ, лыс күбек, ниндәйҙер ағас ботаҡтары, ағас ҡайрылары йөҙөп үтә. Әсе ел тәнде ҡурып алып бара... Ни тиклем оҙағыраҡ баҫып торһаң, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ була барғанын тойоп, мин дә һыуға атланым. Шап-шоп килеп бер-ике сумдым да, дер-дер ҡалтырап, мәтеле ярҙа тая-тая кейемем яғына йүгерҙем. Килеп етеп күҙҙәремде күтәрһәм, алдымда шыйыҡ тал тотоп атайым баҫып тора.
—Шунан, күңелең булдымы? Тинтәктәр!—тип арт яғыма берҙе һыҙырҙы ла:
—Өйгә ҡайт, тиҙерәк!—тип әйләнеп тә ҡарамай ярҙан менеп юғалды.
Күҙ асып йомған арала булып үткән был ваҡиғаны Рәхимйән күргәнмелер, юҡмылыр, мин белмәйем. Артҡа әйләнеп ҡарар хәлдә түгел инем. Таш өҫтөндә ятҡан кейемдәремде анан-бынан эләктерҙем дә баш һуҡҡан яҡҡа тотоп йүгерҙем. Атайым алдында түгел, бөтә хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған тура һүҙле, әсе телле Рәхимйән алдында оят ине миңә. Артымдан ҡарап:
—Дә-ә-ә, һаман ата-әсәһе ҡуйынынан сыҡмаған икән әле был малай!—тип көлөп ҡалған кеүек тойолдо миңә.
—Ҡайҙан ғына килеп сыҡтың инде һин, атай! Һыу буйында бер кем дә юҡ ине бит һуң. Беҙҙең һыу төшөргә киткәнде кем әйтте? Кем ошаҡланы?—тип ярһый ине ун икеһе менән барған малайҙың кескәй йөрәге.
ТОРОШ ФӘРИТ
Мәктәптән ҡайтҡас, дәрес әҙерләй һалып, кәртә таҙаларға сығырға йөрөй инем, ах та ух килеп аҙашым Торош Фәрит килеп инде.
Торошев Фәрит Үрге Fәлелә йәшәй. Минең класташым. Мәктәптә Фәриттәр күп булғас, «аҙашмаҫ өсөн» уны Торош Фәрит тип йөрөтәбеҙ. Аралбайға ҡартәсәһенең хәлен белергә килгеләп йөрөй, ләкин беҙҙең ишекте ҡаҡҡаны юҡ. Шуғамы икән, мин ҡаушаңҡырап ҡалдым.
—Дәрес әҙерләнеңме?—тип һорай Фәрит инер-инмәҫтән. Әйтерһең, класташым түгел, уҡытыусы.
—Әҙерләнем,—тим аптыраңҡырап.
—Алгебранан өйгә эште күсерт әле. Баш эшләмәй. Уйлап ултырырға ваҡыт юҡ,—ти был.
—Күсер. Тик һин дәфтәремде Аҡсураға алып ҡайтып китмә,—тим ҡулы буш булыуына иғтибар итеп.
—Дәфтәр ҡартәсәйҙәрҙә. Әйҙә бергә барайыҡ. Мин аңламаған ерен әйтеп торорһоң. Күсерә һалырға ла ҡайтыр кәрәк. Ваҡыт юҡ.
Аңлатып тороуҙоң кәрәге теймәне. Ун-ун биш минут та үтмәне, Фәрит, дәфтәрен пальто кеҫәһенә тығып, минең яҡҡа әйләнеп тә ҡарамай, егеүле торған аты яғына атлай ине. Шунан ҡапыл, бер нәмәһен иҫенә төшөргәндәй, миңә боролоп ҡараны ла: «Әйҙә, теләһәң, атта саптырып йөрөтөп алып киләм»,—тине ҡәнәғәт кәйеф менән.
Ниндәй малайҙың ҡар уйнатып, йылғыр атта елдергеһе килмәһен инде!
—Әйҙә,—тинем шатлығымды йәшерә алмай. Ат юртып барып тыҡрыҡтан Һаҡмар буйына төштө. Тигеҙ боҙға менгәс, Фәрит санаһына аяғөҫтө баҫып:
—На, малҡай! Әйҙә-ә-ә,—тип ҡамсыһын һелтәүе булды, ат ярһып алға ташланды. Яр буйында үҫкән тал, еректәрҙең күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә артта ҡалыуына аптырап, тиҙлеккә иҫереп, ҡайҙа барғанымды ла шәйләмәй тик ултырғанмын. Ат Аҡсура урамына елдереп килеп инеп Фәриттәрҙең һайғау ҡапҡаһы алдына туҡтағас ҡына уянып киткәндәй булдым. Аҙаш һикереп төшөп ҡапҡаны асты ла миңә:
—Төш. Килеп еттек. Аралбайға йәйәү ҡайтаһың инде,—тине.
Ҡараңғы төшөп бара ине. Иҫемә килеп, сананан ырғып төштөм дә кире юл менән Аралбай яғына табан йүгерҙем.