Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
20 Апрель 2018, 12:10

ШАҠМАҠ ҠОЯШ. Аҙағы.

Аҙағы. Башы 14-15-се һандарҙа.Йышланы Рәсимә, ауыры беленгәндән-беленә барҙы. Усман йәшәгән бүлмәгә килеп күңеленә йыуаныс таптымы, башҡа сәбәп йөрөттөмө—аңламаны егет. Тик шуны һәйбәт белде: Рәсимә килеүе уға бер кинәнес ине. Үләнле тәмле сәй, кипкән емештәр менән һыйланы. Ҡыҙ ҡаршы килмәне, ҡунаҡ булды, тормошона артыҡ зарланманы ла. Нисек бар, шул ағышҡа йәшәне, шикелле.

Аҙағы. Башы 14-15-се һандарҙа.
Йышланы Рәсимә, ауыры беленгәндән-беленә барҙы. Усман йәшәгән бүлмәгә килеп күңеленә йыуаныс таптымы, башҡа сәбәп йөрөттөмө—аңламаны егет. Тик шуны һәйбәт белде: Рәсимә килеүе уға бер кинәнес ине. Үләнле тәмле сәй, кипкән емештәр менән һыйланы. Ҡыҙ ҡаршы килмәне, ҡунаҡ булды, тормошона артыҡ зарланманы ла. Нисек бар, шул ағышҡа йәшәне, шикелле.
Бер көн, ауылдан килдем, йә кейәү менән ҡайт, йә бөтөнләй ҡайтма, тип атам һүкте, тигән зар менән килде. «Мине атам-әсәм үлтерәсәк, ә мин уларға ышанғайным. Хәлемә инерҙәр, тип уйланым»,—тип иламһырап та алды. Шунда изге күңелле, бер ҡатлы Йомаҙил ҡыҙҙы йәлләп, юҡ, яратып, бар ауырлығын, бар гонаһын үҙ өҫтөнә ауҙарҙы:
—Мин һине кәләш итеп алам,—тине.
—Ошо килешме?
—Эйе, ошолай күркәм, матур илаһи килеш.
Ҡыҙ мөлдөрәп ҡараны. Ни әйтергә белмәне.
—Мине йәлләпме?
—Нишләп йәлләп, ти. Мин яратам һине, кем яңылышмай.—Ихлас әйтте егет. Тик ҡыҙ «яратам» тигән иң ҡәҙерле һүҙҙе ишетмәне.
—Кем яңылышмай, имеш. Йәшәй башлағас шулай теңкәмә тейә башлаһаң. Ә һин миңә оҡшамайһың, тиһәм.
Аңламаны уны Йомаҙил. Ул ысынлап ҡыҙҙы ярата ине, шул саҡта ла ҡосаҡлап йыуатҡыһы, сәстәрен һыйпағыһы, күҙҙәрен, ирендәрен үпкеһе килде. Тик ул баҙнат итмәне, ҡыйыулығы етмәне, бөтөнләй өркөтөрмөн, тип хәүефләнде.
—Мин ысынлап үҙ күреп, яратып тәҡдим яһағайным. Уйнап түгел,—бары шулай тип өндәшә алды.
Рәсимә риза булмай ҡайтып китте. Ике аҙнанан яңынан килде. Ҡоро ғына:
—Уйыңдан кире ҡайтманыңмы әле? Мөхәббәтең һүрелмәнеме?—тине.
—Бала Усмандыҡымы?—етди һораны егет.
—Уныҡы булмаһа өйләнмәйһеңме?
—Алып ҡайтам, күтәреп, пистолет терәп булһа ла алып ҡайтам Себеренән.
—Кәрәкмәй, мин унан ваз кистем. Аңланым мин уны, үҙ балаһынан баш тартҡан мөртәт барыбер шәп атай булмаясаҡ. Көсләп астырылған күҙҙең нуры кәрәкмәй миңә. Һин кәрәк!
Һуңғы һүҙҙәргә аптырап китте Йомаҙил.
—Мин кәрәк?—ғәжәпләнеп һораны. Көлгән булды.—Ни ғәйебем, ни батырлығым өсөн?
—Яратам, тиһең бит. Мине яратҡас, баламды ла яратасаҡһың, шулаймы? Бара-бара миңә лә оҡшай башланың, бара-бара яратып та ҡуйыуым бар.
Оҡшамай ине был һөйләшеү Йомаҙилға.
—Ярҙам кәрәкме, конкретно әйт. Бала тыуғансы кейәү булып тора алам.
Рәсимә уны муйынынан килеп ҡосаҡланы. Битенән үбеп алды.
—Юҡ, ярҙамың кәрәкмәй. Ысынлап та миңә ҡарата берәй төрлө хисең булһа, тәҡдимең кәрәк. Сөнки мин һиңә ышанам.
«Ышанам!» Ошо һүҙе барыһын да хәл итте. Рәсимәне ике көндән үҙ бүлмәһенә күсереп тә алды. Тәүҙә ҡыҙҙың ата-әсәһенә, һуңынан был яҡҡа ҡайтып йөрөп килделәр. Килендең беренсе һәм һуңғы тапҡыр килеүе булды был йортҡа. Биш айҙан ҡыҙҙары тыуҙы.
Рәсимә уны барыбер яратманы ла, ярай ҙа белмәне. Артын биш урындан ҡыҫып, үҙен дә, ҡыҙын да йәнен бирерҙәй булып яратҡан ирҙе саң ҡунмаған ергә генә ултыртыр урынға, һәр саҡ кәмһетеп ҡараны. Fәлимәне һөйһә, уның менән бер булып шаярһа, «һе, үҙенең балаһымы ни, килештерә», тип мығырҙаны. Ҡыҙ тәртип боҙоп, артыҡ шашып китһә, Йомаҙил әҙ генә шелтә белдерһә, үҙеңдең балаңа аҡыл өйрәтерһең, йөрөһөн, сит бала тип ҡағаһыңмы, тип ғауға көҫәне. Йомаҙил был мыҫҡыллауҙарға түҙҙе, сығып китергә бер нисә тапҡыр ынтылды, тик шул сабыйҙы йәлләне.
Усманды онотманы бисәһе. Эй, шул атаһына оҡшаған да инде, тип ҡыҙының сәсен тараны. Ирҙең түҙемлегенең сиге Усмандың отпускаға ҡайтҡан сағында һытылды. Төнөн ҡайтманы бисәһе. Иртәгәһенә унда булғанын белде. Бисәһенә ҡысҡырманы ла, ҡул да күтәрмәне. Бары: «Китһәм дә булалыр улайһа»,—тине. Өндәшмәне тегеһе. Уны бында бер кем дә тотмай ҙа, уйлаһаң. Йөрәге булһа, үҙ атаһы килер, күрер. Fәлимәгә ныҡ өйрәнгәйне, әлбиттә. Уныһы ла «әттә, әттә» тип йүгереп килеп муйынды ҡосаҡлай ҙа ебәрмәй. Бала донъяһын онотоп иҙрәп йоҡлағанда иртән сығып китте ул шуға. Уянғас таптырғандыр ҙа. Тик… бала тип башҡаса ул бисә алдында ҡала алмай ине. Ауылына ҡайтҡас һағынды. Ҡыҙын да, бисәһен дә. Сабыйҙы барып күргеһе лә килде. Ни генә тимә, исемлек ҡағыҙында «атаһы» графаһына уның исеме яҙылған даһа. Кәләш алды, улы тыуҙы. Дүртөйлөнән хәбәр-хәтер ҙә килмәне, үҙҙәре лә—Рәсимә лә, Fәлимә лә, Усман да—күренмәне.
Аҙағын гәзитебеҙҙең 16-сы һанында уҡығыҙ.