Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
6 Апрель 2018, 11:24

ШАҠМАҠ ҠОЯШ

—Һаумыһығыҙ, минең атайым бында йәшәйме?—ҡураныс ҡына кәүҙәле, күҙлекле ҡыҙ өйгә ингәс тә шулай тип өндәште. Туңҡайып иҙән йыуып йөрөүсе Зөләйха ишек асылып-ябылыуын ишетмәне лә, ә тауышҡа тертләп китте.Ишек төбөндә аҫмалы сумкаһын иҙәнгә ҡуйырғамы, юҡмы тип аптырап, боҫланған күҙлегенең өҫтөнән һөҙөргә торған тәкә кеүек ҡарап торған баланы шәйләп, «Былай ҙа шөкәтһеҙ, йәмһеҙ ҡыҙ бала булыр икән» тип уйлап алды тәүҙә. Йыуғысын иҙәнгә шап итеп төшөрҙө лә, бөйөрөнә таянды.

—Һаумыһығыҙ, минең атайым бында йәшәйме?—ҡураныс ҡына кәүҙәле, күҙлекле ҡыҙ өйгә ингәс тә шулай тип өндәште. Туңҡайып иҙән йыуып йөрөүсе Зөләйха ишек асылып-ябылыуын ишетмәне лә, ә тауышҡа тертләп китте.
Ишек төбөндә аҫмалы сумкаһын иҙәнгә ҡуйырғамы, юҡмы тип аптырап, боҫланған күҙлегенең өҫтөнән һөҙөргә торған тәкә кеүек ҡарап торған баланы шәйләп, «Былай ҙа шөкәтһеҙ, йәмһеҙ ҡыҙ бала булыр икән» тип уйлап алды тәүҙә. Йыуғысын иҙәнгә шап итеп төшөрҙө лә, бөйөрөнә таянды.
—Өйҙөң башына «Атайҙар йорто» тип яҙылғанмы ни?—оҡшаманы уға был ҡыҙ.—Беҙҙә ҡай саҡ тәртип өсөн ишекте шаҡып инеүселәр ҙә була.
Сепрәген һыуға тығып һығып алды. Боҫланған күҙлеген ҡулъяулығы менән һөртөп маташҡан таныш түгел ҡыҙға тағы әйләнеп баҡты:
—Беҙҙә артыҡ атай юҡ, исем заты кем?
Ҡыҙ «эшкә яҡыныраҡ килгәнгәме», бер сама теремекләнеп китте, хатта күҙлеге аҫтындағы күҙҙәрендә ниндәйҙер сатҡылар сәсрәп киткәндәй булды.
—Сәғитов Йомаҙил. Ошо адресты биргәйне әсәйем. Мин Дүртөйлөнән килдем.
Йыраҡ ине Дүртөйлө. Төҫ-башына, кәүҙә торошона ҡарағанда, 12-13 йәштәрҙәге үҫмерҙе генә хәтерләтһә лә, бер нисә пересадка аша ул тиклем араны үтерлек булғас, ҡыҙ, күрәһең, ҙур ғына. Тик ҡатындың уйында ул түгел ине. Ун ике йыл йәшәйҙәр, ә буй еткергән ҡыҙы бар икәнен әйтмәгәйне ире. Ысвулычь! Ысынлап та иренең исем-затын атаны быныһы.
—Йомаҙил бында йәшәй, тик уның ситтә балаһы юҡ,—тине Зөләйха. Йомшаҡ итеп әйтте. Балаға тишерҙәй итеп ҡараны. Унда иренең йөҙ-ҡиәфәтен сырамытырға тырышты. Таба алманы. Бер генә ере лә оҡшамаған. Был бигерәк йәмһеҙ.
Ҡыҙ ҡыйыу ғына, ахыры. «Ултырырға мөмкинме?»—тип һораны тәүҙә. Яуапты көтмәй, ишек янындағы трюмоға терәлде.
—Әле үҙе ҡайҙа икән минең атайым?—«атайым» һүҙенә ныҡлы баҫым менән әйтте.
—Әйттем түгелме, уның ситтә балаһы юҡ, Дүртөйлөлә лә.
—Шулай ҙа, әгәр ҙә Сәғитов Йомаҙил бында йәшәһә, уны күрергә ине. Ҡасан ҡайта?—юлда арып килгән ҡыҙ ҡапыл ғына сығып китергә йыйынмай ине. Ныҡышлығын күрһәтте.—Уны ҡайҙа ултырып көтөргә була?
Хужабикә бер аҙға албырғап ҡалды. Сығып кит, тип тә әйтеп булмай, саҡырыр-ға ла күңел тартмай. Шулай ҙа миһырбанлығы еңде.
—Аяҡ кейемеңде сис тә эскә үт,—тине лә, баяғыса биленә таянып, ҡыҙҙың яйлап сисенгәнен ҡарап торҙо. «Шулай ҙа һын тигән генәһе лә юҡ, оҡшамаған»,—тип ҡуйҙы эстән. Ҡыҙ эске бүлмәгә инеп ул-тырғас, иҙәнен тиҙ генә һөртөп бөтөрөп ҡуйҙы. Ҡулдарын йыуып, сәй ҡуйҙы. «Кем булһа ла, юлдан килгән. Һәр юлсы пәйғәмбәргә тиң, һыйыңды йәлләмә, тип өйрәтте әсәйем. Асыҡҡандыр, бахыр»,—тип уйланы.
Нисек инде, ун ике йыл йәшәп, ҡыҙы бар икәнен әйтмәне икән ире. Беренсе ҡатынынан айырылып ауылға ҡайтҡанын белә. Үҙе лә йәше үтеп барғанға күрә Йома- ҙилға сыҡты. Улдары тыуҙы. Беренсе бисә-һен дә, әгәр ҙә булһа, ҡыҙын да һис тә иҫенә төшөрмәне бит әле. Ысынлап та ҡыҙы булһа, нисек йөрәге түҙгән. Ауыҙ тултырып бер тапҡыр өндәшһә ни булған. Хәҙер бына ҡапыл… йөрәккә яра һалып. Ә былай алдан күрер, танышыр инек, каникул-фәләндә килгеләп йөрөһә лә. Үткәндәренән көнләп маташманым. Кәрәкмәй ҙә ул миңә, ҡасандыр, кемделер ҡосағына алған тип, юҡҡа нервы бөтөрөргә. Тик бына баланы улай бөтөнләй етем итергә… тере килеш, үлмәгән дә инде. Ун ике йыл, ҡуй инде. Ысвулыч.
—Юлда һыуһап, асығып килгәнһеңдер, сәй ҡайнаны,—ни тиклем мөләйем булып өндәшергә уйлаһа ла, Зөләйханың тауышы ҡоро һәм ҡәтғи сыҡты. Диван мөйөшөндә ҡуҙғалмай, ҡулдарын боттарына ипле генә һалып ултырған ҡунаҡҡа ҡарап алғас, ҡыҙ уға йәл булып китте. Юҡҡа ғына килмәгән-дер, хәсрәт йөрөтәлер, тип ҡуйҙы. Аҡса-фәлән һорап килһә, нишләрбеҙ? Хәҙер йәштәрҙе белеп булмай, ғүмер буйы алимент түләмәгән Йомаҙилды төрмәгә алып китмәһендәр тағы. Ярай ҙа өйҙө үҙ исеменә яҙҙырған, уныһына ла дәғүәләшеп йөрөмәҫтәр тимә. Шул арала әллә нисә уй уйлап алды ҡатын. Эй мәғәнәһеҙмен дә инде, тип ҡуйҙы эстән.
Ҡыҙ ҡуҙғалғылап ҡуйҙы ла:
—Бәлки, атайым ҡайтырын көтөр-гәлер,—тигән булды.
—Исемең нисек әле?
—Fәлимә тип йөрөтәләр.
—Ҡасан ҡайта әле ул Йомаҙил. Ул ҡайт-ҡас, тағы ла эсербеҙ, Fәлимә,—тип көсләп йылмайҙы.
Өндәшмәй генә сәй һемерҙеләр. Ҡыҙҙың артыҡ асыҡҡанын ҡалтыранып киткән ҡулдарынан тойҙо ҡатын, тик шулай ҙа үҙен ипле тотоуы, аскернә кеүек ташланып китеп ашамауы татлы хистәр ҙә уятты. Икмәгенең өҫтөнә лә майҙы яғылыр-яғылмаҫ ҡына һылауы, өҫтәлгә төшкән икмәк валсығын усы менән килештереп кенә һыпырып алып ауыҙына ҡабыуы ла, артыҡ ҡыҫтатмай икенсе сынаяҡ сәйҙе эсеүе лә оҡшаны уға.
—Һөтлө сәй башҡасараҡ шу-ул,—тип ҡуйҙы йөҙөнә алһыулыҡ сыҡҡан ҡыҙ. Йылмайҙы ла, шикелле. Һе, йылмайһа улай уҡ ҡотһоҙ ҙа түгел икән, тип уйлап алды хужабикә. Шулай ҙа йәмһеҙ.
—Һөтһөҙ сәй—һурпаһыҙ аш ул. Һыйырығыҙ юҡмы ни?—йәнләнеп китте үҙе.
—Һыйыр түгел, кәзәбеҙ ҙә юҡ. Ҡала ерендә ни,—тигәс тағы аптыраны. Ҡала ерендә ниндәй мал, шуны ла белмәйһең, тип көлөүе булдымы?
—Магазинда барҙыр бит?
—Һыйырмы ни?
Күҙе шар булды ҡатындың:
—Һөт һуң?
—Бар ҙа ул… тик…—ҡыҙ әйтеп бөтмәне. Тынлыҡ хөкөм һөрҙө.
—Нимә «тик»?
—Магазинда бар ҙа, тик беҙҙә юҡ. Бындай тәмле һөт. Рәхмәт. Сынаяҡтарығыҙҙы йыуайыммы?
—Юҡ, юҡ, залда ултырып тор, үҙем,—тип Зөләйха ла тиҙ-тиҙ генә һыуына биргән сәйен һемерҙе лә ҡалҡынды.
«Кейгән кейеме лә бынау һыуыҡ ҡышта шыштыр-ҡыштыр ғына. Ҡыптыр тун. Әсәһе нимә ҡарайҙыр. Былай ҙа йоҡаҡ кәүҙәһенә бигерәк йоҡаҡ ҡына ябындырмаһа. Атаһынан аҡса һорарға килгәндер әле. Йәлләтер өсөн шулай меҫкен генә кейенеп»,—шаптыр-шоптор килеп һауыт-һабаһын йыуғанда ла төрлөһөн уйланы Зөләйха. Шунан аш һалып ебәрҙе, туҡмас ҡырҡты. Ни генә тимә, иренең ҡыҙымын, ти, ҡунаҡ всүтәки.
Дауамын гәзитебеҙҙең 14-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: