Атайым шул инде, телевизор алдынан китә алмай. Бигерәк тә, «Яңылыҡтар», «Хәбәрҙәр» тапшырыуҙарын ҡарарға ярата. Нимәлер яҙып ала, унан усын-усҡа һуғып, түҙемһеҙләнәп, уларҙы ыуалап ҡуя. Ҡыуанысының сиге юҡ. Хас аҡса табып алған бала инде.
Бер көн төшкө ашҡа йыйылғанда атайым әсейемде саҡырҙы ла:
—Бисәкәй, миңә бөгөндән башлап «Мэр әфәнде», тип әйтегеҙ,—тине.
Әсәй бер ҙә аптырап торманы:
—Улай булғас, мин хөкүмәт башлығы булырмын,—тип ҡуйҙы.
Шофер ағайым, әллә ысын, әллә юрый:
—Миңә префект булғанда ла ярай. Ә ҡартатайым кем була? Ул күп һөйләргә ярата. Һүҙенең рәте-кәртәһе юҡ. Бер-ике минуттан нимә әйткәнен онота. Ҡартата-йым президент булһын. Ә өләсәй уның ыңғайына бармай, ҡаршы өндәшә лә тора. Ул вице-президент булыр,—тимәһенме.
Был уйын миңә лә оҡшап ҡалды:
—Ағаҡай, мине кем итәһегеҙ?
—Һин, еүеш танау, президент вәкиле булырһың. Ҡартатай эргәһенән китмәйһең бит. Иштимер (2-се лә уҡый) дөбөр-шатыр йөрөй, ул булыр губернатор. Ә Айгөлдө (апайым 10-сы класта уҡый, хыялы—юрист булыу) юғары шура рәйесе итәбеҙ.
—Ә Сәкинә кем була (кинйәбеҙ сәңгелдәктә ята әле)?
—Бөтәбеҙ ҙә уның алдында йүгереп, өлтөрәп кенә торабыҙ. Хәҙергә тамаҡ һорап илауҙы ғына белә. Башҡа теләге лә юҡ. Үҫә төшкәс, бер аҙ аҡыл ултырғас, беҙгә башҡасараҡ һайрамаһа ярай ҙа ул... Сәкинә хеҙмәтсән халыҡ булыр.
Ит еҫен һиҙеп, мыраулап, Мыяубикәбеҙ килеп етте лә, минең аяҡ араһында урала башланы.
—Һуңланың, бесәй генәм, һиңә дәрәжә ҡалманы шул. Әллә...һин...Конституция суды рәйесе булаһыңмы?—тигән булдым.
Мыяубикәгә барыбер ине, күрәһең, өндәшмәне.
—Әғләм, һиндә йомошом бар ине. Мынау социаль пакетты нишләтәбеҙ? Кәңәш бирсе.
—Үҙем һиңә барырға тора инем. Эйе, бик ауыр мәсьәлә шул. Пакеттан баш тартһаң да отолорһоң, ҡалдырһаң да отолорһоң кеүек бит әле. Ну-у, был түрәләрҙе, кроссворд уйлап сығара ла торалар. Ә кешеләр нишләй һуң?
—Ана, Fәббәс пакетын ҡалдырасаҡ. Ул бит айына 10 мең һумдан ашыу дарыу ала.
—Әғләм, беҙҙең ауырыу үтә ҡурҡыныс түгел дә.
—Шулайын шулай ҙа. Һаулыҡ Хоҙай ҡулында. Белмәҫһең, иртәгә сәсрәп ятып китеүең бар. Бына шунда булыр һиңә «мә».
—Баш ҡатты инде. Әллә былайтабыҙмы?
—Беҙ игеҙәктәрҙең исем дә оҡшаш. Сит-ят әҙәм кем кем икәнде айыра һалмай бит. Һин ауырыһаң, мин дә сирләп китәм. Беребеҙ аҡса, икенсебеҙ пакет алһасы. Аҡсаһын бүлешербеҙ. Ә санаторий фәләнгә алмашлап йөрөрбөҙ. Йә, шәпме уйым?
—Ай, маладис. Баш та үҙеңдә. Ағай кешеһең шул.
—Ярты сәғәткә, ярты сәғәткә генә.
—Барыбер йомаҡты систек бит. Башҡалар нимә эшләй икән?
—Кем нисек теләй, шулай ҡыланһын. Кеше ҡайғыһы төштән һуң, тиҙәр бит.
Fәләүи китап өсөн үлә лә ҡуя. Аш ашағанда бер ҡулында ҡалаҡ, икенсеһендә китап була. Ул фантастиканы бик ярата. Жюль Верн, А.Беляев, А.Казанцев,ағалы-ҡустылы Стругацкий, С.Лэм китаптарын эҙләп алып уҡып бөткән. Fәләүи бөтәһен дә белә. Космик фотон аппараттары, Калахарилағы грейстар тураһында унан ғына һорағыҙ. Ә яратҡан «ваҡыт машинаһы»нда йөрөү. Төкөрөктәрен сәсә-сәсә XXIII быуатта нимә булырын, яңы эраға тиклемге заман тураһында һөйләр ул. Әсәһе: «Төнөн дә һаташып осоп йөрөй»,—ти.
Әй, Fәләүи, Fәләүи, һин оригинал түгелһең. Хәҙер бөтә совет кешеләре «ваҡыт машинаһы»нда елә. Торғонлоҡтоң һәйбәт йылдарында коммунизмда йәшәгәнбеҙ икән. Магазиндарҙа өҫ-аяҡ кейемдәре, аҙыҡ-түлектең ниндәй генәһе юҡ ине. Күгәрсен һөтөнән башҡаһы булды бит. Уныһын да Иван Иванович запискаһы буйынса складтан алып була ине.
Хәҙер «биржа», «акция», «фермер», «брокер», «миллионер» тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Капитализмға килеп ингәнбеҙ бит. Бөгөн өйҙә газ юҡ. Электр сәйнүге янды. Ҡыйыҡтан еҙ самауырымды төшөрҙөм әле. Ҡуҙ һала торған үтекте табаһы ҡала. Ана, таныштар ҡул тирмәне килеп эҙләп йөрөй. Бойҙайҙан бутҡа бешермәкселәр.
Баҙарҙа сабата һатыла, ти әле. Мөһабәт кәүҙәле ир-егеттәр папирос урынына тәмәке төрөп көйрәтә. Ярар шырпылары бар. Саҡма ташҡа күсеүҙәрен көт тә тор. Тиҙҙән кейеҙ баҫырбыҙ, балаҫ һуғырбыҙ әле. Натураль хужалыҡҡа күсеүең көн кеүек асыҡ. Ауылды ҡойма менән уратып, һаҡ ҡуяһы ҡала. Феодализмға аҙым яһаныҡ.
Беҙҙе тарих дәрестәрендә феодализм капитализмаға күсә, унан социализм (коммунизм) килә тип өйрәтә торғайнылар. «Унан һуң нимә була?», тиһәм, өләсәйем: «Ахрызаман»,—тиер ине. Хәҙер кирегә барғас, ахрызамандан ҡотолдоҡ була бит.
Эй, Fәләүи, Fәләүи, һинең фантастикаң нимә ул? Заманыбыҙ бер ниндәй фантастикаға биргеһеҙ.
Дауамын гәзитебеҙҙең 13-сө һанында уҡығыҙ.