АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
30 Март 2018, 12:23

БАЛА САҒЫМ ШИШМӘЛӘРЕ

Ауылымдан өс саҡрым алыҫлыҡта ҙур булмаған ҡайынлыҡ янында күрән менән ҡапланған түңгәкле батҡаҡлыҡтан башланып, үҙ юлындағы шишмә һыуҙары менән тулыланып, мәшһүр Туҡай әйткәнсә «кес кенә, инеш кенә»нән мул һыулы шишмәгә әүерелеп, ауылымды ҡап уртаға бүлеп, Таналыҡ йылғаһына барып тоташыр ине Ярғайын.

Ауылымдан өс саҡрым алыҫлыҡта ҙур булмаған ҡайынлыҡ янында күрән менән ҡапланған түңгәкле батҡаҡлыҡтан башланып, үҙ юлындағы шишмә һыуҙары менән тулыланып, мәшһүр Туҡай әйткәнсә «кес кенә, инеш кенә»нән мул һыулы шишмәгә әүерелеп, ауылымды ҡап уртаға бүлеп, Таналыҡ йылғаһына барып тоташыр ине Ярғайын.
Заманалар үтә килә Ярҡайындан Ярғайынға әйләнгән шишмәнең ярҙары ҡасандыр ҡайынлыҡ менән ҡапланған булған. Уның башы батҡаҡлыҡтан башлана тип яҙыуым бигүк дөрөҫ тә түгелдер, сөнки батҡаҡлыҡтан өҫтә 2-3 шишмә булып, уларҙың да һыуҙары дымға, үҫемлеккә бай туғайҙар аша ҡамышлы күләүектәр, һыу ятҡылыҡтары хасил итеп, шул уҡ батҡаҡлыҡҡа барып тоташыр ине.
Сиҙәм күтәреү йылдарында Ленин орденлы «Матрай» совхозының үҙәге Уфимка ауылы ныҡ ҙурайып, ауыл халҡының да, совхоздың да малы меңәр-меңәр башҡа ишәйеп киткәс, йәйге осорҙа уларҙы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында, яҙып үткән шишмәле үҙәндә аралары бер-ике саҡрым арауыҡта өс быуа эшләнеләр.
Ул осорҙағы мул ғына ҡар, шишмә һыуҙары, ҡойма ямғырҙар быуаларҙы тулыландырып торҙо. Быуа кимәленән артҡан һыуҙар яһалма үҙән аша әлеге лә баяғы Ярғайынға ҡушылды. Йәмле яҙ айҙары етеп, үҙ төбәктәрен һағынып ҡоштар ҡайтһа, яҡташыбыҙ Ҡ.Аралбайҙың «Таңатар туғайындағы ҡош баҙарынан» кәм булмай ине. Сарғаҡ тартай, бытбылдыҡ, тәгәрләк, ҡыҙғатау һәм башҡаларының тауыштарынан ҡолаҡ тонор ине тип әйтһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ тимәксемен. Май урталарында был төбәктә ҡапыл һиллек урынлаша, инә ҡоштар бала сығарырға ултыра.
90-сы йылдарҙың аҙағында башланып бөгөнгәсә дауам иткән һәм Урал аръяғы райондарын йонсотҡан ҡоролоҡтан йылға, күл, быуа һыуҙары ҡырҡа кәмене. Һуңғы йылдарҙа бөтөнләй кибә башланы. Ҡоштар төбәк иткән дымлы туғайҙар, күләүектәр кипте, ҡоштар ҙа ҡайтмай башланы, «ҡош баҙары» ла тымды.
Бөгөн төбәгемдә өс төр ҡош хакимлыҡ итә, улар—көнитмешен уғрылыҡҡа һалыштырған һайыҫҡан, халыҡтың өйрәк-ҡаҙ себештәрен, хәләл малын талап ашап заманаға яраҡлашҡан ала ҡарға һәм бушлай ашап тамаҡ туйҙырырға күнеккән тыныслыҡ ҡошо—күгәрсен.
Ярғайынымдан ғүмер буйы айырылмаған, уға һыу өҫтәп тороусы бер генә шишмә ҡалды, ул—Ташҡоҙоҡ. Ауылымдан алыҫ түгел бейек булмаған ҡалҡыулыҡтан үҙе һалған улаҡ буйлап көмөштәй тауыш сығарып Ярғайынға ағып төшә. Түңәрәк көҙгөнө хәтерләтә ине. Тәрәнлеге ярты метрҙай барҙыр. Төбө һәм ярҙары күкшел генә таштар менән ҡапланған. Шул таштар араһынан фонтан һымаҡ һыу урғылып сығыр ине. Ауыл халҡы, бигерәк тә йәш-елкенсәк ҡыҙҙар шишмә һыуын сүмес менән генә тултырып көйәнтәләп алып ҡайта торғайны.
Сиҙәм күтәреү йылдарында Ташҡоҙоҡ шишмәһе ағып төшкән ҡалҡыулыҡта бригада ойошторҙолар. Ситтән килеп бригадир вазифаһын үтәүсе «бик башлы» бер етәксе Ташҡоҙоҡто ҙурайтыу, тәрәнәйтеү маҡсатында трактор сүмесе менән уны ҡаҙырға булды. Беҙ, әле яңы малайлыҡтан сыҡҡан егет ишараттары, өндәшмәгәнбеҙ. Нишләптер өлкән ағайҙарыбыҙ ҙа ҡаршылыҡ күрһәтмәгән. Шишмәбеҙ күҙ алдында юҡ булды. Күп ваҡыттар үткәс кенә аҫтан, Ярғайындың мәтеле яр буйынан атылып сыҡты, әммә бик тә сибек һәм ҡеүәтһеҙ ине. Бөгөн дә ул бойоҡ, ойоп ҡына тауыш-тынһыҙ етемһерәп кенә ағып ята.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Бүребай карьерынан Баймаҡ ҡалаһына һәм Семен алтын йыуыу фабрикаһына руда ташыған машиналар Ярғайындан бата-сума сығып йөрөнө. Карьерға тура юл фәҡәт беҙҙең ауыл, йәғни Түбәнге Смаҡ ауылы аша ғына булды. Оҙаҡламай машиналар сығып йөрөрлөк итеп ағастан күпер һалдылар. Ошо күпергә бәйле үткән бала саҡ хәтирәләрен бәйән итмәксе булдым. Әлбиттә, ул беҙҙең малай-шалай шуҡлығы, бөгөнгө заман теле менән әйткәндә, «ваҡ хулиганлыҡ» тибеҙме, ҡалай ғына булһа ла үткән-булған хәл...
Бер нисә йыл элек, ҡарлы-буранлы ҡыш айҙарын, мыжыҡ яҙҙы үткәреп кәртә-ҡура тирәһен һипләп йөрөгән саҡ. Ситтә эшләп йөрөгән улым үҙ машинаһында ялға ҡайтып төштө. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ҡатырға ҡумтаға һалынған ҡул бысҡыһы тотторҙо. Тотоноп йөрөгән бысҡым үҙем кеүек ҡартайған, бер нисә теше лә һынған ине. Улыма рәхмәт әйтеп, шундай ҙа матур бысҡыны ҡайҙа эшләйҙәр икән тип, ҡаптағы яҙыуға күҙ һалдым. Баҡһаң, уны немец илендә «STURM» тигән фирма эшләп сығара икән. Ошо һүҙҙе уҡыным да ҡапыл тертләп ҡуйҙым, ҡайҙа ишеттем әле был һүҙҙе тигән уйға ҡалдым. Был бит, был бит... беҙҙең һуғыштан һуң, бынан 70 йыл элек үҙебеҙҙең Смаҡ малайҙары тарафынан уйлап табылған һүҙ!
Һуғыштан һуңғы шатлыҡлы ла, ауыр ҙа осор. Һуғыш тамамланыуы ҡыуаныслы хәл, әммә ауыр, һаман да ашауға ҡытлыҡ. Ҙур булмаған ауылда тал сыбығылай сибек кенә, шыйыҡ ҡына 10-11 бөртөк тиҫтер, һуғыш алдынан тыуған малайҙар үҫәбеҙ. Ауылыбыҙ Таналыҡ йылғаһы ярында урын алған, шуға ла беҙҙең шөғөлөбөҙ —балыҡ ҡармаҡлау, балыҡ мәскәүләү. Әлбиттә, ат ҡойроғонан һурып алынған ҡыл мәскәүгә йыуан-йыуан сорағайҙарҙы тота алманыҡ. Ҡармаҡты ла тимер сымды милтәле шәмдә ҡыҙҙырып үҙебеҙ маташтырҙыҡ. Беҙҙең яратып һыу төшкән урыныбыҙ—Нәҙек ер, йәғни ошо урында Таналыҡтың ике яры бер-береһенә ныҡ яҡынлаша, һыу тәрәнәйә, ағымы шәбәйә. Көн ҡыҙҙыра башлауға кемуҙарҙан сабышып, барлы-юҡлы ыштандарыбыҙҙы сисә-сисә, яндан атылған уҡ һымаҡ сөмбәйгә сумабыҙ. Ә көслө ағым беҙҙе һыу аҫтында алыҫҡа-алыҫҡа ағыҙып алып китер ине. Дер-дер ҡалтырап яр буйына тағы ла йыйылабыҙ. Ирендәре күгәреп ултырһа ла һыр бирмәй мәғәнәле генә күҙ һалып ултырған Айҙар дуҫыбыҙ кис булғас ошо урында тағы ла йыйылырға һәм беҙгә бер яңылыҡ бәйән итәсәген әйтте. Түҙемһеҙлек менән кис еткереп, Нәҙек ергә, бөгөнгөсә әйткәндә, бәләкәй генә «саммит»ҡа йыйылыштыҡ. Айҙар дуҫыбыҙ олаталарында ҡунаҡта булып ишетеп ҡайтҡан, имеш, руда ташыған машиналарҙың артында шайтан күҙе һымаҡ бер янып, бер һүнеп торған (әйтерһең, шайтанды күргән) лампочкаһына машинаның алғы яғынан еҙме, баҡырмы сым һуҙыла икән. Шул сымды нисек тә ҡулға төшөрөр кәрәк. Әгәр ҙә ҡулға төшөрһәк, Таналыҡтағы бөтә сорағайҙар беҙҙеке буласаҡ, тине Айҙар дуҫыбыҙ. Һәр ваҡыт үҙенең һүҙен һүҙ итергә яратҡан Нурислам дуҫыбыҙҙың фекере менән килештек: «Бында,—тине Нурислам,—партизандар кеүек эш итергә кәрәк».
Дуамын гәзитебеҙҙең 13-сө һанында уҡығыҙ.
Ханнан Мөхәмәтйәров.
Хәйбулла районы Түбәнге Смаҡ ауылы.