Бер туған ҡайнағам бер ҡатлы, эскерһеҙ кеше. Нимә хаҡында һүҙ башлаһаң да шуны ысынға алып ышана ла ҡуя. Ҡатынымдың үпкәләп тыйыуын ҡолағыма ла элмәй уның менән әңгәмә ҡорғанда хаттин аштырып шыттырырға, фәстерергә яратам. Шунан ләззәт алам, ҡыҙыҡ табам.
Ҡунаҡ йыйып алырға иттек. Абруйлы табынға ике шешә затлы коньяк та һатып алдым. Ҡатыным шартына тап килтереп шешәләрҙәген гәлсәр графинға ҡойҙо.
Ҡайнағам эсемлекте тейешенсә юғары баһаланы:
—Шәп бит был нәмәң, кейәү!
—Бәй, аҡса емеше түгел, баҡса емеше, шәхсән һеҙҙе һыйлайым тип өй шарттарында маташтырҙым!
—Нишләптер тәүләп ауыҙ итеүем, был хаҡта элгәре тумбытманың да?
—Һорамағас өндәшмәгәйнем…
—Бынау француз салатын тәмләп ҡарайһыңмы, ағай?—Минең яҡҡа уҫал тексәйҙе.—Ә һин юҡ-барҙы тылҡығансы ҡалған ҡунаҡтарҙы ҡара!
Һауа алыштырырға сыҡҡас ҡайнағам эргәмә килде:
—Ҡарындаш өҫтәл артында һөйләшеп бөтөргә бирмәне.
—Күп һөйләйһең тип ул мине гел шулайтып тыя ла ҡуя.
—Теге өй коньягын нисегерәк итеп эшләргә кәрәклекте төшөндөр әле?
—Бөтә кеше өйҙә генә коньяк етештерә башлаһа магазиндағын кем һатып алыр?
—Ә мин һине иң яҡшы кейәүҙәрем исемлегендә йөрөткән булам тағы.
—Ярай, сер генә итеп еткерәм, тик башҡаларға таратаһы булма!—Ситкәрәк алып киттем.—Ызнашит былай: 10 литрлыҡ биҙрәләге һыраға ун ҡап плиткәле шоколад төшөргәндән һуң, уны йылы урынға урынлаштыраһың. Теүәл ун көндән коньяк әҙер! Магазиндан шешәләп кенә һатып алаһың, ә бында мөлдөрәмә тулы бер биҙрә, күҙ алдыңа килтер!
Аҙна самаһы үткәс телефон шылтыраны:
—Кейәү, биҙрәләге нәмә ҡызлап тик ултыра, өлгөрөргә йыйынмай ҙа! Теге саҡ берәй ғилләһен әйтеп еткермәнеңме әллә?
—Һыраның маркаһы йүнлеме?
—Һәйбәтен һайлағанһың. Шоколадтарыңдың атамаһы?
—Булғас булһын, тип «Альпен гольд»ты алғайным.
—Маладис. Әле өлгөрмәгән коньягың ниндәйерәк төҫтә?
—Нисек бар шулай. Ә һалғаным биҙрә төбөнә һылашҡан.
—Һауытты ҡайҙа урынлаштырҙың?
—Баҡсаға, сейә, ҡарағат ҡыуаҡтары араһына, бисә күҙенән йырағыраҡ ергә.
—Шоколадтарҙы шул килеш төшөрҙөңмө?
—Һуң шулай тип өйрәттең бит.
—Хәтереңде эт талағыры, әйтеп еткермәгәнмен дә баһа! Уларҙы иң тәүҙә ит турағыстан үткәрергә, йә ҡырғыста ҡырырға кәрәк. Тиҙ иреп һыраны әсетһен өсөн шулай эшләнә. Әлеге мәлдә ҡайынбикә өйҙәме?
—Эштә. Кискеһен генә ҡайта.
—Был мәшәҡәткә уны ҡатнаштырмай дөрөҫ эшләгәнһең. Ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙында һүҙ ятмай бит ул. Бер-береһенә шылтыратыша һалып баралар.
Ҡыҙыҡтың аҙағын күрергә ҡайнағаларға ашыҡтым. Ул мин барғанда ҡул-башын буяп яртылаш ирегән һоро боламыҡтарҙы ит турағыстан үткәреп аҙаплана ине. Мине күргәс һөрәнләп ебәрҙе:
—Теүәл ун көндән ҡунаҡ йыям, кейәү. Табынымдың түрендә булырһың, өй коньягын тәмләп ҡарарһың!
МИН ГЕЛ ГЛАУНАЙ ЮЛДАН ЙӨРӨЙӨМ
Рәхмәтулла бабайҙың ғүмер юлы машина менән айырылғыһыҙ бәйле. Яу юлдарын полуторкала үткән. Ҡайтҡас оҙаҡ йылдар «Москвич»та йөрөнө, шунан «Жигули» һатып алды, Бөйөк Еңеү байрамы алдынан техникаһын яңыртырға теләп район үҙәгенән ҡаҡшауы еткән, номерһыҙ
«десятка» ишаратын алып ҡайтты.
Ветераныбыҙ тәүәккәл холоҡло, башкиҫәр рухлы, яндырай әҙәм. Һәр тотонғанын, үҙе әйтмешләй, «саң борҡотоп, ат өркөтөп» башҡарырға ярата, туҡһанын теүәлләһә лә һис тә бирешергә теләмәй, өҙә баҫмаһа ла теремек кенә ҡымғырлай. Әбейе лә уның холоҡ-фиғеленә өйрәнеп бөткән, күнгән. Шулай булмай тағы, етмеш йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр. Һуңғы алған машинаһы сығынлаған аттай өҙлөкһөҙ бер яҡҡа тартһа ла уны йүнәтергә ашыҡмай Рәхмәтулла, рулен уң яҡҡа шаҡара тартып елдерә. Мөлкәтенә дәүләт номеры һуғыуҙы ла үҙенсә ыңғай хәл итте—ал яҡҡа иҫке «Москвич»ыныҡын беркетте, артҡа уртансы «Жигули»һыныҡын таҡты. «Яттыҡы түгел, әүәле үҙемдең хәләл аҡсаға алғандарҙыҡы», тип аңлатты ул был зирәк алымын эштең айышына төшөнөп етмәгән томаналарға. Яңыраҡ:
—Олатай, водитель танытмаң бармы ул?—тип һорарға йөрьәт иттем.
—Ә кәк же, һәр нәмәлә теүәл тәртип кәрәк.—Ҡарт белекле төҫтә һуҡ бармағын юғары күтәрҙе.—Һуғыш йылында алған дөкәминт күптән туҙып эшлектән сыҡҡас хәҙер ветеран танытмаһын ғына ҡулланам. Юлда туҡтата һалып бармайҙар, борсоған хәлдә лә аҙаҡтан теге һөтимәр тоҡомоноҡолар, малай аҡтыҡтары честь биреп тороп ҡала.
Күптән түгел бабайыбыҙ юлда ҡазалана биреберәк ҡуйҙы. Ауыл юлынан асфальтҡа сыҡҡан ерҙә ниндәйҙер иномаркаға барып бәрелгән. Иномарканы һөҙгән «десятка» бирешмәгән, ветераныбыҙ ҙа һин дә мин имен-аман. Юл хәрәкәте боҙолған ергә инспектор килә һалып еткән дә, бабайыбыҙға ғәйеп таға икән:
—Иномарка ехала по главной дороге, Вы нарушили дорожное движение,—ти икән был.
—Күреп торам, мосолман балаһыһың, бәс шулай икән ниңә беҙ үҙебеҙсә, әсә телендә аңлашмаҫҡа, аралашмаҫҡа тейеш?
—Принято булһа урыҫ менән урыҫса, башҡорт менән башҡортса һөйләш. Беҙҙә ике дәүләт теле иҫәпләнә.
—Һәммәгеҙ ҙә ғәйеплеһегеҙ, минауатһығыҙ шул. Ниндәй гөрләп сәскә атҡан дәүләтте бөтөрөп ошо хәлгә ҡалдыр сәле! Баш китмәле енәйәт бит был!
—Дед, давайте по существу,—ти икән иномарка хужаһы.
—По существу булһа шул, атаң башын ҡарап миңә килеп бәрелдеңме? Күрмәйһеңме ни, мин килә ятам?! Һин миңә юл биреп, кеселекле баш эйеп, ихлас иҫәнләшеп ҡалырға обязан!
—Яңы ғына инспектор аңлатты бит, төп юлдан мин килгәс, һеҙ туҡтап үткәрергә бурыслыһығыҙ.
—Һин кем, алланың ҡашҡа тәкәһеме? Көтөп тор, үткәрҙем ти үткәрмәй ҙә! Теләһә ниндәй әтрәғәләмдәр, бурҙар оло юлдан йөрөгән саҡта ветеран ниндәй йүнәлеште тоторға тейеш? Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек һуҡмағын!—тип янып киткән бабайыбыҙ.—Мин ғүмер баҡый глаунай юлды һайланым, унан һис ҡасан, ауыр шарттарҙа ла тайпылманым!
—Һуң олатай юл ҡағиҙәһендә шулай яҙылған…—тип мығырҙай икән этеп алып барыуға бирешкән өлкән лейтенант.
—Fәҙеллек ҡағиҙәһен беҙ һуғыш яландарында ҡаныбыҙ менән яҙҙыҡ, бик беләһең килһә. Ул саҡта һин генә түгел, һинең атай-әсәйең дә тыумаған булғандарҙыр әле. Хәҙер был иномаркалағы нарушителде ебәр, тотҡарлама, мин уны ғәфү итәм, ә һин кисекмәҫтән район башлығына шылтыратып техника саҡырт. Машинамды ҡараштырып, рәткә килтереп бирһендәр! Был маңҡа килеп бәрелгәйне, рулем дә бер яҡҡа тарта башланы, уны ла бер юлы көйләһендәр, сайпылған майҙы, түгелгән яғыулыҡты элекке кимәленә еткерһендәр, бына шу!
Ысынлап та бер нисә көндән ремонтланған машинаһына ҡырын ята биреберәк ҡайтып төштө Рәхмәтулла бабай. Ана, ул урам тултырып саң борҡотоп килә ята. Сәләмәт кенә була күрһен инде, һайлаған һуҡмағында ла мажараһыҙ ғына йөрөһөн.
Әлифә апай ғүмере буйы ирен ир итә белде. Абышҡаһының бәләкәй генә эшен дә мөһим һәм үтә кәрәкле күреп, ҙурҙан һалдырып, саманан аштырып, лөғәткә* олғаштырып маҡтап һөйләй торғайны ул. Бисәләр көтөү ҡыуғанда урам яңғыратып маҡтана икән апайыбыҙ: «Fәлимйәндең ҡулынан килмәгән эше юҡ инде, әйтәгүр, кисә күршенең гөрөлдәп эшләп ултырған тракторын һүндерҙе лә ҡуйҙы!»
Дауамын гәзитебеҙҙең 12-се һанында уҡығыҙ