Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Февраль 2018, 12:46

ЯҘЫУСЫ МӨҒӘЛЛИМ

Аҙағы. Башы 7-се һанда.Шиғырҙарҙы һуңынан да яҙыштырҙым, тик район гәзитенә генә ебәрҙем. Ә хикәйә яҙыу миңә ныҡ оҡшаны. Унда бөтә уйлаған фекерҙе лә әйтеп була, рифма, ритм ҡыҫмай. Тәүге хикәйәләр йыйынтығым 1972 йылда Яҙыусылар союзының проза секцияһында ҡаралды һәм 1976 йылда китап булып сыҡты.Ижадҡа килеү юлы шулайыраҡ.

Аҙағы. Башы 7-се һанда.
Шиғырҙарҙы һуңынан да яҙыштырҙым, тик район гәзитенә генә ебәрҙем. Ә хикәйә яҙыу миңә ныҡ оҡшаны. Унда бөтә уйлаған фекерҙе лә әйтеп була, рифма, ритм ҡыҫмай. Тәүге хикәйәләр йыйынтығым 1972 йылда Яҙыусылар союзының проза секцияһында ҡаралды һәм 1976 йылда китап булып сыҡты.
Ижадҡа килеү юлы шулайыраҡ.
—Минең әле бала саҡта һеҙҙең тәүге хикәйәләрегеҙҙе уҡып ҡыуанып йөрөгәнем иҫтә. Шунан иҫ киткес һутлы тел менән яҙылған «Сонтор бала саҡ» повесы донъя күрҙе. «Һуңғы бейеклек» тормош дөрөҫлөгө менән тетрәндерҙе. Ошо ике әҫәргә бәйле ваҡиғаларҙы һөйләп китә алмаҫһығыҙмы?
—«Сонтор бала саҡ» әҙәби повесть булып һаналһа ла минең, бөтә дуҫтарымдың, ауылдаштарымдың башынан үткәндәрҙе, күргәндәрҙе тасуирлау булды инде ул. Унда ҡатнашҡан бөтә геройҙарҙың да прототибы бар. Күбеһен хатта үҙ исемдәре менән алдым.Үпкәләрлек түгел, бер ниндәй ҙә алдашыу юҡ. Ҡайһы берҙәренең генә, үпкәләрҙәр тип, исемдәрен саҡ ҡына үҙгәрттем. Мәҫәлән, шундай бер ваҡиға һаман иҫемдә. Әсәйем тракторсылар бригадаһында кашауар булып эшләне. Бер заман бер тракторсы апай тракторын бора алмай мискәләр араһына инеп китте. Улары йығылып тәгәрне. Ҡустым менән беҙ шунда йөрөй инек, ул ҡыуышҡа ҡасты. Шул ваҡиғаны баяғы повеста күрһәттем. Мин унда, үпкәләр тип, Мәфтүхә апай тип бирҙем. Һуңыраҡ, Юлдыбай мәктәбендә уҡытып йөрөгәндә, Әбделкәрим ауылынан бер ҡыҙыҡай килеп:
—Ағай, һиңә әсәйем сәләм әйтте. Нишләп мискәләрҙе тапатҡан апайҙы Мәфтүхә тип яҙған икән, ул бит Мәрфүғә ине, тип әйтте»—тине. Баҡтиһәң, араларында Мәфтүхә апай ҙа булған икән, мин онотҡанмын.
Тракторсылар бригадаһын Карасов Һөйөндөк исемле ағай етәкләне. Мыҡты кәүҙәле, көслө булды, ләкин уны ниңәлер һуғышҡа алманылар. Оҫта механик булған, күрәһең. Шул ағайҙың «кәзә тояғы» яһап махорка тартып ултырғанын һүрәтләгәйнем. Шуны берәү Карас ағайға: «Һин бит тәмәке тартмайһың, Мөслим һине тәмәке тартып ултыра ине тип яҙған»,—тип еткергән. «Шулаймы ни, нишләп улай тип яҙҙы икән ул Мөслим»,—тип үпкәләй ти Карас ағай.
Тәмәке тартмағанын белә инем, тик, башҡа ирҙәр булмағас, Карас ағайға тәмәке тарттырғайным шул.
Әҫәрҙәремдә тик баштан үткән ваҡиғаларҙы ғына тасуирланым, тип әйтергә теләүем. Дуҫ-иштәремде лә үҙ исемдәре мнән тип әйтерлек бирҙем. Улар ҙа риза булды.
«Һуңғы бейеклек»тең яҙылыу тарихы былайыраҡ. Унда минең әбейҙең ауылында (Асҡын районының Солтанбәк ауылы) бергә уҡып, бергә уйнап үҫкән Венера Әғләмованың яҙмышы һүрәтләнгән. Ул хәҙер Өфөлә йәшәй, ҡултыҡ таяғы менән йөрөй. Ҡатыным һөйләгәйне, бик тетрәндерҙе. Шуға күрә повесть та арыу килеп сыҡты. Тәүҙә мин уны хикәйә итеп яҙғайным, «Ағиҙел»дә лә баҫылды. Шунан ҡапыл ғына хикәйәне повестҡа әйләндерҙем дә ҡуйҙым.
«Ағиҙел» журналы мөхәррире Булат Рафиков Юлдыбайға килгән ине. Миңә 60 йәш тулырға йөрөй. «Ҙурыраҡ әҫәр ебәрһәм баҫырһығыҙмы?—тип һораным. «Нишләп баҫмай ти, дауай»,—ти. Шулай итеп, шул хикәйәм «Һуңғы бейеклек» исемле повесть булып китте. Баҫып сығарҙылар. Уларға ла оҡшаны. Шул йылды мине «Ағиҙел»дең лауреаты иттеләр. Үҙем дә уйлап ҡуям: иң дәртле, иң һәйбәт, иң матур итеп яҙған әҫәрем шул булып ҡалыр, моғайын. Яҙыусылар ижадына анализ яһағанда Рәшит Солтангәрәев та бик ныҡ маҡтаны. Шулай итеп, ул да тормоштан алынған ваҡиға.
—Бөгөн тормошобоҙ бөләңгерерәк осор кисерә. Киләсәкте лә күҙаллауы еңел түгел. Кисә социализм, бөгөн капитализм... Бәрлегеүҙәр әҙәбиәткә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Кисәге әҙәбиәт бөгөнгө әҙәбиәттән ҡайһы яғы менән айырыла?
—Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа тормош баштүбән әйләнеп китте. Мин үҙем һаман да һағынам үҙем уҡып, үҙем өйрәнгән әҙәбиәтте. Стилем дә шуға тартым. Романтизмды яратам. Сөнки ул тормошто шул тиклем матур итеп, яратырлыҡ итеп, яҡты итеп бирә. Хәҙерге әҙәбиәттә тормоштоң ҡара яғына күберәк баҫым яһайҙар. Ҡурҡыныс яғына. Мин быны хуплай алмайым. Әлбиттә, донъяла, тормошта уныһы ла бар, хәҙер күбәйеп тә китте, ләкин уны уҡыусыларға шул көйөнсә биреү, хатта ҡурҡынысыраҡ итеп ҡабартып биреү, тәрбиәүи ролде уйнамайҙыр, тием. Яҙыусыларҙың ул алымын ҡабул итә алмайым.
—Һеҙ яратҡан сит ил, рус яҙыусылары? Ҡәләмдәштәрегеҙҙән кемдең ижады һеҙгә яҡыныраҡ?
—Классиктарҙың байтағын яраттым һәм яратам. Бөтә халыҡ быуаттар буйы яратып килгән Пушкин, Лермонтов, Некрасовтарҙы нисек яратмайһың? Сит яҙыусыларҙың да руссаға тәржемә ителгән байтаҡ китаптарын уҡыным. Хәҙергә килгәндә, бигерәк тә Рәшит Солтангәрәевтың әҫәрҙәрен ныҡ яраттым. Ябай тел тиһәң, ябай тел дә түгел һымаҡ. Халыҡ аңларлыҡ, халыҡ яратырлыҡ матур тел менән бирә әҫәрҙәрен. Шунан—Булат Рафиков. Элеккерәктәрҙән—Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙәрҙе әйтеп тораһы ла юҡ. Туҡай, Муса Йәлил. Шулай итеп, был һорауға теп-теүәл генә итеп яуап биреүе ҡыйын. Ҡайһы бер әҫәрҙәре оҡшамаған өсөн генә мин уны яратмайым тип әйтә алмайым бит инде.
—Һеҙҙең өсөн ҡатын-ҡыҙ кем ул?
—Ҡатын-ҡыҙ минең өсөн иң тәүҙә—әсәй. Минең үҙемдең әсәйем. Былтыр «Әсә йылы» булды. Мин «Башҡортостан» гәзитенә әсәйем тураһында ҙур ғына мәҡәлә яҙып та сыҡтым. Баштан үткәнде. Әсәйемде фәрештә дәрәжәһенә күтәрҙем. Минең әсәйем ысындан да шулай булды.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы мин йәштән ныҡ ихтирам иттем, сөнки үҙемдә лә ҡатын-ҡыҙ характеры. Уларҙың эшсәнлеге, матурлығы һоҡландыра. Минең күп әҫәрҙәремдә төп героинялар—ҡатын-ҡыҙҙар. «Һуңғы бейеклек»тә—үҙе инвалид булып та балалар тәрбиәләп үҫтергән һоҡландырғыс ҡатын, «Сонтор бала саҡ»та ла төп героиняларымдың береһе үҙем менән бергә уҡыған Зөләйха исемле класташым (мин уны Зөлхизә тип алдым). Һуғыш ваҡытында тракторсы-комбайнсы апайҙарҙың эшсәнлегенә, түҙемлелегенә һоҡланып үҫтем бит.
Шулай итеп, күп ҡатын-ҡыҙҙар миндә яҡты эҙ, йылы тәьҫир ҡалдырған.
Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе миңә оҡшамай. Күпме зарланһаҡ та, тормош хәҙер үтә ауыр түгел. Ҡалаға барһам—аптырайым: ҡайҙа ғына барһаң да йәш кенә ҡыҙҙар тәмәке тартып, шешәнән һыра һемереп йөрөй. Үҙҙәренең буласаҡ әсәй икәнен бөтөнләй онотоп баралар. Уҡытыусы булараҡ, миңә уларға ҡарауы еңел түгел. Шуға, ҡайһы берҙә, туҡтап, әйтеп тә киткеләйем.
—«Fилмияза»нан өҙөктө уҡып ҡыуандыҡ. Ошо әҫәр тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китмәҫһегеҙме?
—Минең бер хыялым бар ине: роман яҙыу. Был турала күп уйлап йөрөнөм. Бөтә теманы ла яҙып бөттөләр һымаҡ. Үҙем уҡытыусы булғас, уҡытыусы, мөғәллим хаҡында роман яҙам тип тотонғайным. Быуат башынан, революцияға тиклем башҡорттар араһында тәрбиә эшенең торошонан башларға ине уй. Пенсияға сыҡҡас тотондом инде был эшкә. Хәҙер өстән ике өлөшө яҙылған да инде, ләкин һаман тамамлай алмайым. Бына шул романдың «Fилмияза» исемле өлөшөнән «Башҡортостан ҡыҙы»на бер өҙөк биргәйнем.
Был роман тамамланырмы, юҡмы—әйтә алмайым. Алланың эше. Ләкин, минеңсә, исеме «Fилмияза» түгел, «Хәлфә» булырға тейештер, тип уйлайым.
—Бер китабығыҙ «Берләм һуҡмаҡтар» тип атала. Миңә ҡалһа, һеҙ башҡаларға эйәрмәйенсә, үҙ һуҡмағыҙҙа тораһығыҙ. Оло юлға сығырға ла ашыҡмайһығыҙ... Йәшәүегеҙҙән, ижадығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
—«Берләм һуҡмаҡтар»—мин биргән исем түгел. Өс авторҙың әҫәрҙәрен ҡушып бер китап итеп сығарғандар. Шуға шундай исем биргәндәр инде. Һәр беребеҙҙең һуҡмағы айырым,тип. Әлбиттә, һәр кемдең һуҡмағы—үҙенеке. Ижадыма ҡәнәғәт булған осором да булыштыра, ҡәнәғәт булмағаны ла. Әлбиттә, хәҙер ижадҡа аҙ ваҡыт бүлеүемә үкенеп тә ҡуям. Ләкин төп эшемә бирелгәнлектән шулай килеп сыҡҡандыр тип уйлайым. Пенсияға сыҡһам, ваҡыт күп була, яҙыштырырмын әле, тип уйлай торғайным. Пенсияла ла ваҡыт етмәй икән. Хәҙер бына шуны аңланым. Рәшит Солтангәрәев та: «Әҙ яҙаһың, һирәк яҙаһың. Донъяға беҙ бит үлмәҫ өсөн килмәгәнбеҙ. Fүмер үтер ҙә китер»,—тип тәнҡитләй торғайны. Шулай итеп, әҙ яҙыуымды уҡыусыларым да хупламай икән.
Мин бала саҡтан тыныслыҡҡа өйрәнгәнмен. Эргәлә шаулап, тауышланып йөрөһәләр яҙа алмайым. Насар ғәҙәт. Ә хәҙер ундай ваҡыт һирәгерәк эләгә. Уҡытҡан сағымда яҙышырға төнгөлөккә мәктәпкә ҡаса инем. Төнө буйы машинкала таҡылдап сығам. Бүлдергән, фекерҙе өҙҙөргән кеше юҡ. Яҙ ҙа яҙ. Хәҙер...
Шул да үҙенә күрә бер етешһеҙлек.
—Һөйләшеү башында, артҡа ҡайырылайыҡ, тигән инем. Хәҙер алға ҡараш ташлайыҡ әле...
—Тормоштоң финишына етеп тә барылалыр инде. Берҙән-бер маҡсатым—романды бөтөрөргә ине. Шул. Башҡаһына хәҙер... ҙур өмөт бағлап булмай.
—Хикәйәләр?
—Башҡа ҡыҙыҡлы сюжеттар килһә, яҙышырмын. Бына әле дауаханала ятып сыҡтым. Иҫ киткес хәлдәр һөйләйҙәр. Хикәйәгә тема тормошта тыуа. Шулай ҙа көсләп яҙып булмай. Илһам килһә, тетрәндергес моменттар булһа—яҙырмын.
Юлдыбай, 30 май, 2002 йыл.
Авторҙан:
Иҫ киткес эстәлекле ошо һөйләшеүҙән һуң Мөслим ағай, мин һәм Мәғзүфә еңгәй өсәүләп ултырып сәй эстек. «Бик ваҡытлы килдең әле, Фәрит ҡустым, еңгәйең иртәгә Өфөгә юлға сығырға тора. Балнисҡа ятырға ҡушалар»,—тине.
Мәғзүфә еңгәй операцияны күтәрә алмаған, тинеләр. Еңгәйҙе беренсе һәм...һуңғы күреүем дә шул булған икән.
Мөслим ағай менән тағы бер осраштыҡ. Шул йылдың авгусындамы, сентябрендәме Юлдыбайҙа Мөслим ағайҙың 70 йәшенә арналған ҙур ижад кисәһе үтте.
Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмов 2009 йылдың 5 июлендә 77 йәшендә мәрхүм булып ҡалды.