Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Ғинуар 2018, 11:44

БИБИНУР ҠАРСЫҠ. Хикәйә. Башы 51-се, 52-се һандарҙа

Дауамы. Башы 51-се, 52-се һандарҙа.—Это хорошо,—тип ризалаша Фәниә. Уға әллә ниндәй ҡатмарлы нәмәләр тураһында һөйләшеү ҡыҙыҡ түгел, былай ҙа көнө буйы дәрестә башы ҡатып бөтә, шуға күҙҙәрен осҡонландырып, теле ҡысытҡан һорауын бирә.—Улуәсәй, әйт әле, бабай красивый инеме?—Ә-ә-ә-ә, ҡартатайыды әйтәһеңме, бик матур, бик күркәм, ауылда унан да һөйкөмлөрәк кеше юҡ ине.—Нисек?—Фәниә һаман төпсөндө.—Расскажи поподробнее.

Дауамы. Башы 51-се, 52-се һандарҙа.
—Это хорошо,—тип ризалаша Фәниә. Уға әллә ниндәй ҡатмарлы нәмәләр тураһында һөйләшеү ҡыҙыҡ түгел, былай ҙа көнө буйы дәрестә башы ҡатып бөтә, шуға күҙҙәрен осҡонландырып, теле ҡысытҡан һорауын бирә.—Улуәсәй, әйт әле, бабай красивый инеме?
—Ә-ә-ә-ә, ҡартатайыды әйтәһеңме, бик матур, бик күркәм, ауылда унан да һөйкөмлөрәк кеше юҡ ине.
—Нисек?—Фәниә һаман төпсөндө.—Расскажи поподробнее.
—Ай, Аллам, ҡайһылай ғына итеп аңлатайым икән,—Бибинур ҡарсыҡ турайып яулығын төҙәтте, битен ҡул һырты менән һыпырғандай итте, ул Әхтәмен яңынан күҙ алдына килтерергә итә ине шикелле.—Былайыраҡ: урта буйлы, ҙур, пеләш башлы, күҙҙәре донъяны яратып, көләс ҡарай, тик бер күҙенә сүп төртөлгәндән аҙаҡ аҡ һалғайны. Битенең уң яғында тәрән яра эҙе ярылып ята ине. Гитлер яуыздан ҡалған. Һаҡалы салланған, ҡупшы…
—Ҡартатай матур булған, бик матур, как Бармалей, ха-ха-ха!—Фәниә өләсәһен түшәгенә йығып, ойпалай башланы.
—Кит, ен, билемде ҡуҙғатаһың, уй-уй-уй!- Бибинур ҙа кинәнеп кеткелдәне.—Буранбай, тиһеңме? Беҙҙең ауылдың көтөүсеһен ҡайҙан беләһең? Ҡартатайың эргәһендә ул күпкә ҡайтыш, йә буйы юҡ, йә һыны юҡ тигәндәй. Һин көлгән булаһың, уны йәш саҡта ауылдың беренсе һылыуы яратып, артынан ҡалмай илап йөрөнө… Теге Хәмдиә…—Йөҙө әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сирылды.
—А ты лучше была, да?
—Һылыулыҡҡа теге һайыҫҡанды үтеп булманы-булыуын, мәгәр беҙ ҡартатайың менән бергә берегер ярты йәндәр инек.
—Значит, любили друг друга?
—Әлләсе, беҙҙең заманда ундай төшөнсә юҡ ине әле. Төшөнсәһеҙ генә иңгә-иң терәп, илле йыл татыу ғүмер иттек. Уға һыйынып ҡаяға ышыҡланғандай бәргеләнмәй-өҙгөләнмәй тыныс йәшәнем, ҡартатайың, һин мине йылытаһың, яҡтыртаһың, ти торғайны күңеле ирәмһеп киткән саҡтарында. Хәҙер ни «яратам» тип сутылдайҙар ҙа, бер йыл үтәме-юҡмы, икеһе ике яҡта яңғыҙ кәкүктәй моңаялар.
—Здорово!.. Улуәсәй, ты просто философ, такие слова говоришь! А у меня есть другая половина?
—Бар. Кеше тыуғас та мотлаҡ уның икенсе яртыһы тыуа. Шунан керешәләр былар бер-береһен эҙләргә. Табалар икән, бәхетле булалар, тапмайҙар икән, йөрөйҙәр ғүмерҙәре буйы ҡаңғырып.
—Их, найти бы вторую половину…
—Табырһың. Тик тапҡансы уға лайыҡлы булырға тырышыр кәрәк: инсафлы, һөйкөмлө, эшһөйәр… Ә ул, мәле еткәс, һине үҙе эҙләп табыр.
Фәниәнең күҙе өләсәһенең беләгенә төштө.
—Улуәсәй, был нимә ул?
—Беләҙек, балам, саф көмөштән һуғылған, ҡартатайығдың Бохаранан алып ҡайтҡан бүләге.
—Вот это вещь! Улуәсәй, дай поносить, не потеряю, честное слово.
—Мә һуң.
—Спасибо. У девчат глаза на лоб вылезут. Әйтәм: был улуәсәйҙең беләҙектәре, мин башҡорт ҡыҙы!
—Эйе, шулай тип әйтерһең. Ә хәҙер йоҡла, тыныс йоҡо, тәмле төштәр күр.
—Әйҙә, икәүләп йоҡлайыҡ, улуәсәй.
—Ярамай. Имсәктән айырылғандан аҙаҡ бала айырым йоҡларға тейеш. Һиңә нисә йәш әле?
—Вот сколько! - Фәниә бармаҡтарын тырпайтты.
—Ана, нисә йәш булып киткән үҙеңә. Һиңә өләсәйгә һыйынып йоҡларға түгел, кейәүгә сығырға ваҡыт.
—Сыҡмайым кейәүгә! Улай булғас, әкиәт һөйлә, йәме?
—Ниндәй әкиәтте?
—Береһе ҡурҡыныс булһын, икенсеһе любовь тураһында.
Башын өләсәһенең тубығына һалған Фәниә оҙаҡламай йоҡлап та китте.
***
Ситләтеп, уратып һуҡтырған, кинәйәле һөйләшеүҙәр йышайғандан-йышайҙы.
—Ленин ордены баҙарҙа юғары баһалана! - тине Азат Лоҡманович, телевизор ҡарап ултырған еренән ҡайҡая төшөп.—Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡты ла ҡушҡанда бармаҡ та һелкетмәй бер нисә йөҙәрләгән евроны кеҫәгә һалырға мөкин… Ана, бит күрһәтәләр, бер өлкәләге Ленин орденлы элекке совхоздың шул ордены юғалған. Ә уны номерына ҡарап сағыштырып Франциянан тапҡандар. Коллекционер уны меңәрләгән евроға кемдәндер һатып алған. Бер һүҙ менән әйткәндә затлы награда һуңғының ҡулына төшкәнсе бер нисә кешенән үткән, төрлө хаҡҡа әүеш-теүеш ителгән. Бар хәҙер осо-башын эҙләп тап, рустар әйтмешләй, все концы в воду!
—Пап, тебя наградили орденом Ленина? Не знала.—Тура һүҙле Фәниә, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, атаһына ҡараны.
—Хәҙер ундайҙарҙы өләшмәйҙәр, беләһең килһә.—Өй хужаһының ҡарашы уҫалланды.—Тарҡалған илдең онотолған ордены… Ә хаҡы күтәрелһә күтәрелә, төшмәй.
—Тарихын онотҡан халыҡ юғалыуға дусар, тине бөгөн беҙгә дәрескә килгән яҙыусы ағай!—Был һүҙҙәр Фәниәгә көнө буйы тынғылыҡ бирмәгәндер, күңеленә уйылып ҡалғандыр, шуға ватмай-емермәй саф башҡортса сатнатып әйтте.
Ата-әсә хатта ҡайһылыр кимәлдә аптырап ҡалды, бер-береһенә ҡарашты. Беренсе булып иҫен әсәй кеше йыйҙы:
—Ты с какого времени стала говорить по-башкирски?
—Мин тыуғандан алып үҙ телемдә һөйләшергә тейеш булғанмын! Да, кстати, мы с Вами можем пообщаться на родном языке! Конечно я не очень, но со временем научусь. Лишь бы было желание—өйрәнәм!
—Күпте белә башланың, марш спать!
—Марш спать түгел, тыныс йоҡо, ҡыҙым, тиергә кәрәк. Бала саҡта һөйләмәгән әкиәттәреғңде бөгөн һөйләргә лә һуң түгел.
—Ах, ты так!—Рәшиҙә бүлмәһенә инеп барған ҡыҙына йомшаҡ уйынсыҡ ырғытты, тегеһе ишеген ябып өлгөрҙө, шунан ҡабаттан асып телен күрһәтте лә артынан шартлатып бикләне.
—Ҡара һин уны, беҙҙе тыңламай башлаған!—тип сәсрәне әсә.—Өҫтәүенә, теле әсе…
—Балам, мин һине һуғып үҫтермәнем.—Ситтәрәк ултырған Бибинур һүҙ ҡыҫтырҙы.—Яндырай атайыңдың да һиңә тауышын күтәргәне булманы. Әйтә торған етди һүҙен минән аша әйттерә ине.
—Шулайтмайынса тыңлатырһың хәҙер баланы, йылы һүҙ әйтһәң, елкәңә менеп атланыр…
—Бәхәсләшмәйек, арытҡан, ял итәйек. —өй хужаһы яһалма иҫнәне.
—Кейәү, ордендарҙы беҙгә өләшеп бирмәнеләр. Бармаҡ һелкеткән өсөн түгел, ҡара тир түгеп, илгә хеҙмәт иткән өсөн бүләкләйҙәр ине. Ә мин йылға булып ағырлыҡ һөт һауҙым һыйырҙарҙан, эшләгән осорҙа алдынғылыҡты бирмәнем. Ярышта райондың йөҙөк ҡашы инем мин, белгең килһә.
—Биғәйбә, әбей, биғәйбә, яңылыш әйттем, берүк ғәфү итә күр.—Азат Лоҡманович ҡулын йөрәге тапҡырына килтерҙе.—Рәшиҙә Әхтәмовнаға тунға аҡса табып булмағанға ғына әйткәйнем. Кеше кейгәнен кейһен, кәм-хур булмаһын тип тырышыуым.
—Тун шул тиклем ҡиммәтме ни?
—Ауыл хисабы менән иҫәпләгәндә өс-дүрт һыйыр хаҡына торошло… Арзандары…
—Арзан икән шул.—Бибинур ҡарсыҡ телен шартлатты ла һөйләп алып китте:
—Рәшиҙә, һиңә дүрт-биш йәштәр самаһы булғандыр, бигерәк телдәр сағың, беҙҙе күрше ауылға туйға саҡырҙылар. Һуғыштан һуңғы осор булһа ла ауыр ғына йәшәй инек, аяҡҡа кейеп барырлыҡ ойоҡ юҡ бит, Гөлниса әхирәттекен алып торорға булдым. Туй бит инде, бейей-бейей тишкәнмен теге ойоҡто. Һин тәтелдәйһең генә: «Гөлниса апайҙың ойоғон тиштең, ҡайтҡас, әйтәм!» Бер тапҡыр ғына әйтһәң, ни асыу, ҡуйырҙан-ҡуймай ҡабатлайһың. Ҡоҙалар ишетмәмешкә һалыша, ә һин ярыҡ барабандай яр һалаһың. Ҡайтырға йыйынғас, ҡоҙағый шыпырт ҡына бер төргәк килтереп тотторҙо, ҡайтҡас асып ҡарарһың, ти. Үҙенең кейеп йөрөгән ойоғон ебәргән, бахыр. Шулай киң күңелле, эскерһеҙ, йомарт була торғайны әүәле халыҡ. Донъя үҙгәрҙеме, әллә күңелебеҙ тарыҡтымы йылдар үтеү менән, байлыҡтан күҙҙәребеҙ тондомо, белмәҫһең…
—Давай йоҡларға, иртәгә байрам түгел.—Азат Лоҡманович йоҡо бүлмәһенә атланы.
—Әсәй, ауылдағы өйҙө һатһаҡ, күпме торор ине икән?
—Һаман да тун сыҡмаймы башыңдан?
—Юҡ та, Азат Лоҡмановичтың «Волга» машинаһы ғына, ә ректорҙыҡы—иномарка.
Бибинур ҡарсыҡ баҫып торған еренән лып итеп ултырғысҡа ултырҙы, әйтерһең дә, был һүҙҙәр уны ҡапыл этеп ебәрҙе.
—Атайыңдың нигеҙен ҡоротоу менән генә йәлсербеҙме икән?
—Шул килеш серетәйекме улайһа?
—Аңлайым да бит, нисектер, атайыңдың төҫөн, рухын һатҡан кеүек була түгелме?
—Заманса йәшәргә кәрәк.
Дауамын гәзитебеҙҙең 1-се һанында уҡығыҙ киләһе һанда.