Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Декабрь 2017, 12:07

БИБИНУР ҠАРСЫҠ. Хикәйә.

Ҡайһылайтһын, нимә генә ҡылһын, риза булды Бибинур ҡарсыҡ, күнде. Берҙән-бер ҡыҙы Рәшиҙәһе алыҫ араны яҡын итеп әллә нисә тапҡыр килгәс, өгөтләгәс, димләгәс, ниһайәт, ошоғаса һуҙа килгән мәсьәләне йөрәге аша һыҙып, йәне тулап даулашһа ла, хәл итергә булды. Fүмере буйы көн иткән ауылын ташлап ҡартайған көнөндә ҡалаға күсергә итте.Былай ауыл хакимиәтендә кенәгәлә күптән иҫәптә тормай ул. Бынан бер нисә йыл элек Рәшиҙәләренә дүрт бүлмәле фатир кәрәккәс, кейәүе йүгергеләп-хәстәрләп уны үҙҙәренә, ҡала фатирына, яҙҙырып та ҡуйҙы. «Волга»һын ҡыуалап әллә нисә тапҡыр килде, башҡа ҡағыҙҙарҙан тыш колхозда эшләгән осорҙа алған ордендарының күсермә-һен яҙып алды, хатта район дауаханаһына алып барып, бүлмәнән-бүлмәгә индереп тикшертеп тә мәшәҡәтләнде. Иллә тырышлығы бушҡа китмәне, ҡулға тотмалы тос ҡына документтар юллап алып ҡайтты барыбер. Яңы фатирҙарына күсеп сыҡҡас, уның тураһында онотҡандар һымаҡ ине лә бына тағы…

Ҡайһылайтһын, нимә генә ҡылһын, риза булды Бибинур ҡарсыҡ, күнде. Берҙән-бер ҡыҙы Рәшиҙәһе алыҫ араны яҡын итеп әллә нисә тапҡыр килгәс, өгөтләгәс, димләгәс, ниһайәт, ошоғаса һуҙа килгән мәсьәләне йөрәге аша һыҙып, йәне тулап даулашһа ла, хәл итергә булды. Fүмере буйы көн иткән ауылын ташлап ҡартайған көнөндә ҡалаға күсергә итте.
Былай ауыл хакимиәтендә кенәгәлә күптән иҫәптә тормай ул. Бынан бер нисә йыл элек Рәшиҙәләренә дүрт бүлмәле фатир кәрәккәс, кейәүе йүгергеләп-хәстәрләп уны үҙҙәренә, ҡала фатирына, яҙҙырып та ҡуйҙы. «Волга»һын ҡыуалап әллә нисә тапҡыр килде, башҡа ҡағыҙҙарҙан тыш колхозда эшләгән осорҙа алған ордендарының күсермә-һен яҙып алды, хатта район дауаханаһына алып барып, бүлмәнән-бүлмәгә индереп тикшертеп тә мәшәҡәтләнде. Иллә тырышлығы бушҡа китмәне, ҡулға тотмалы тос ҡына документтар юллап алып ҡайтты барыбер. Яңы фатирҙарына күсеп сыҡҡас, уның тураһында онотҡандар һымаҡ ине лә бына тағы…
Ауыл халҡын, хужалыҡтарҙы барлаған төп кенәгәнән иҫәптән төштө тип, ситләтмәйҙәр уны ауылда: хакимиәткә барамы, йомошо төшөп колхоз идараһына инәме, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, урыны түрҙә, әйҙүкләп ҡаршылайҙар. Яҙмышы, йәшәү тамырҙары ошо ергә ереккән, ғүмере буйы колхозда эшләп әсе тирҙәрен түккән, кенәгәләге яҙыу нимә генә! Тик анау Fилметдиндең төпсөк улы Айратҡа ғына үпкәләп йөрөй. Үткән йыл һайлауға барғанында, инәй, исемлектә юҡһың, тип кире бороп сығарҙы. Ә ул орден-миҙалдарын тағып, әйтелгән ваҡытҡа килгәйне оло башын кесе итеп, ус аяһылай ҡағыҙ киҫәген йәлләне һайлау комиссияһы рәйесе. Хәҙер Айрат уның башы күренер-күренмәҫтән лауылдап иҫәнләшһә лә, күрмәмешкә һалыша, алмай сәләмен, белһен икенселәй. Тегенең юлын киҫеп үтеп асыуын баҫырға ла уйлап ҡуйғайны-ҡуйыуын, тыйылды, ошо йәшенә етеп яңы атай баҫҡан ир балаға тиклем һанлап юл биреп күнеккәнгә ундай хилафлыҡҡа барырға аяғы тартманы.
Хәбәр иткәйнеләр, иртәгә иртүк килеп етерҙәр, моғайын, шуға ҡабаланмай алдан төйнәнеп ҡуйыуың хәйерле. Мөлкәте ашып-ташып бармаһа ла, йыйыштырына башлағайны, өйөлдө лә китте. Икмәк бешереп йөрөгән табаһын, кер йыуған еҙ тасын әхирәте Фатимаға илтте. «Самауырымды, ҡомғанымды оҙата килгәндә алырһың,—тине ул,—икеһе лә әйләнгән һайын кәрәк». Ябынырын-яҫтанырын иҫәпкә алмағанда, ҙурҙан дүрт төйөнсөк әҙерләне. Һыйҙырып бөткәндәй ине лә донъя аламаһын, ә бына ҡартынан ҡалған ҡамытҡа урын ҡалманы ла ҡуйҙы. Билдәле, уны ҡалаға илтеп булмай. Ярай, ҡалдырған әйберҙәрен төҫөндәй күреп тотонорҙар, ә ҡартының ҡомартҡыһын яттарға бирһенме? Нәмәнең ҡәҙерен беләләрме ни хәҙерге йәштәр, ҡамытты күбә тарттырғанда йә ауыр йөккә егеп өҙгөсләп бәҫтән сыҡҡансы ҡулланырҙар ҙа уны-быны уйлап та ҡарамай ырғытырҙар сүплеккә. Нимә эшләргә? Мәрхүмдең ҡулы бигерәк оҫта булды шул, ҡамытты еренә еткереп, тәфсирләп эшләгәйне. Йөйҙәре һырып тегелгән, алғы өлөшө көмөш маҡбал менән семәрләнгән ыҡсым ҡамытты ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй оҙаҡ ҡына ҡулында әйләндергеләгәндән һуң, уны түргә алып барып элде лә кис төнәүҙән тотоп тоҡҡа һалып ҡуйылған әтәсте, ике сыбар тауыҡты йөкмәп, ҡултыҡ аҫтына бохар бесәйен алып, тәүәккәл баҫып күршеләренә йүнәлде.Ҡыҙы, бөгөн ҡалала ит ҡиммәт, тауыҡтарыңды һуйып әҙерләп ҡуй, тиһә лә, нишләптер көндәр буйы аяғы аҫтында буталып яңғыҙлыҡтан әүрәткән йән эйәләренең муйынына бысаҡ һалдырырға ҡулы барманы. Кикреге туңып төшкән, тупыс тәпәйле ҡарт әтәстең тарамышын тартаһыңмы ла, эстәре ергә һөйрәлеп йөрөгән тауыҡтарҙы йолҡҡолайһыңмы ит итеп. Ундай аш тамағыға төйөр булып тығылыр.
Күршеһе Хәлфетдин, яңы ғына эштән ҡайтып, ҡул сайып маташа, балалары өҫтәл тирәләй ултырышҡан, ҡатыны Гөлғәйшә кәстрүлдән аш һоҫоп ҡына тора икән. Асыҡ йөҙ менән ҡаршыланылар. Бибинур ҡарсыҡ ҡулдарын бушатып ултырғысҡа ялпашты ла, оҙаҡ итеп доға ҡылып, битен һыпырғандан һуң ирәбе сәләмләне:
—Имен-аман ғына ятаһығыҙмы, балалар?
—Бирешкән юҡ әле, инәй, һөйләмәй генә йөрөйһөң икән, әйҙә өҫтәлгә яҡынла.—Бөтәһе өсөн дә Хәлфетдин яуапланы.
—Бөгөн көнө буйы күренмәгәсең, үҙем инеп сыҡмаһам булмаҫ тип йөрөй инем әле.—Һүҙгә Гөлғәйшә ҡушылды.
—Аштан оло булып булмаһа ла, тамағыма ризыҡ үтмәй әле минең ошо арала, ғәмем, хәстәрем башҡа, ишеткәнһегеҙҙер…—Бибинур ҡарсыҡ йыйырсыҡтар менән сыбарланған битенә һығылып төшкән ике бөртөк йәшен яҙып ябынған яулығының осо менән һыпырҙы ла ҡоштай ғына кәүҙәһен бөкөрәйтеп тынып ҡалды.
Хәлфетдин ултырғысын тартып ултырҙы, Гөлғәйшә лә шөғөлөн ҡуйып ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә уларға яҡынланы. Быйыл мәктәпте тамамларға йыйынып йөрөгән игеҙәктәре—улы менән ҡыҙы ла шымтайышты.
—Ишеткәйнек тә, инәй, ышанғыбыҙ килмәй,—тип тыныслыҡты боҙҙо өй хужаһы.—Биҙа инде…
—Һай, татыу, матур йәшәнек тә һуң, балалар, Хоҙай шаһит!—Күҙ йәштәрен эскә йотҡан Бибинур ҡарсыҡтың йөҙө болот аҫтынан сыҡҡан ҡояштай балҡып китте.—Һағынып иҫләргә генә ҡалыр…
—Яңғыҙ көн итеүең ауырлашһа, беҙгә күсерһең, тип әйтергә уйлап йөрөй инек әле, балаларҙың да ояны ҡалдырып осор ваҡыты етте, өй килеп тороп иркен. Киленең менән шулай хәл иткәйнек. Әсәйем иҫән саҡта ут күршеләр булып ҡатышып йәшәнегеҙ, шуға уның һымаҡ беҙгә яҡынһың, ҡәҙерлеһең, инәй,—тине Хәлфетдин.
—Яҡшы һүҙегеҙгә рәхмәт, күршеләр, минең бит Рәшиҙәм бар, ул саҡыра.—Әле генә ниндәй эш артынан ингәнлеген хәтерләп, йомошон йомошлай ҙа башланы.—Бынау тауыҡтарымды, бохар бесәйемде ҡалдырып китер кешеләрем булмағас, һеҙгә әпкилдем, артыҡ тамаҡ тимәй мәнфәғәтен күрегеҙ. Тауыҡтарым йомортҡаларын кәртә артындағы кесерткән араһына һала, өйрәнгән урындарынан ҡуҙғатма, килен. Баҫабыҙ тиһәләр ҙә, шунда ятһындар. Баҫыуға килгәндә, икеһе лә егәрле, йылды ҡоро үткәрмәйҙәр, ҡыҙыу, сереткеһеҙ сығаралар. Олоғайғас бесәйҙең тештәре насар, икмәкте ебетеп ашатырһың, ашҡа барымһыҙ, сәйхур, сәйлун сәйенә яңы айыртылған ҡаймаҡты туғып бирһәң, эсе йәйелгәнсе эсә. Ҡолаҡҡа ҡатыңҡыраған шул, сысҡан ауламаһа ла әрләмә, бесәйле урындан сысҡан былай ҙа ҡасыусан, һипһенеүсән була.—Хәлфетдин яғына боролдо.—Өй тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булыу һинең өҫкә төшә. Ауылдағы тағы бер өйҙөң күҙҙәре йомолғандай тормаһын, тәҙрәләргә таҡта ҡатма, ошоғаса минең тарафҡа таш атманылар. Донъя хәлен белеп булмай, үлеп-фәлән китһәм, ҡаланан алып ҡайтыу хәстәрен күрерһең, берүк. Олатайыңдың һулаҡай яғынан ерләгеҙ, ғүмер баҡый уның шул яғын еҫкәп йоҡланым. Һуңғы юлға оҙатҡанда йыуындырыусыларға ҡат-ҡат әйткәнмен, беләләр, артыҡлап маҙаһыҙламай йәүкәләрһегеҙ генә. Йыназама Хәмдиәнән башҡалары килер, уға бәхилем юҡ, беҙ йәш саҡта олатайың менән минең араны етерлек бутаны. Һуңғы әйткәндәрем һиңә ҡағыла, килен.
Теүәлләне шикелле. Әйтерен әйтеп бөткәс, оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙылар.
—Бөгөн кесе йома,—тип ҡыйыр-ҡыймаҫ һүҙ ҡатты Гөлғәйшә. Кинәйәне, күршеһенең тел төбөн аңланы Бибинур ҡарсыҡ, шуға йомшаҡ әммә ҡәтғи баш тартты:
—Саҙаҡа алмағанымды беләһегеҙ. Уны Алла хаҡына тип етемеһергә бирәләр. Ә мин үҙемде етем итеп тойманым, тыуған төйәге, яҡындары—ауылдаштары араһында яңғыҙ була тиме инде кеше. Башҡалар алһалар алырҙар, ә мин юҡ! Ҡана әләйгәс, йорт-ҡурағыҙға именлек, ҡот-бәрәкәт теләп доға ҡылайым.—Йоҡа, төҫһөҙ ирендәрен йыбырлатып, оҙаҡ ҡына доға уҡыны ла ингәндәге ише ҡыу ботаҡтай һөйәк бармаҡтарын тырпайтып битен һыпырҙы.—Ауырымай-сырхамай теүәл, бөтөн йәшәгеҙ, балалар…
Торҙо, туйтаңлап ишек яғына атланы ла ниҙер хәтерләгәндей кире ҡайырылды:
—Мал-тыуарҙы көтөүгә ҡыуғас, иртәнге сәйҙән һуң ҡуҙғалам. Миңә ҡалһа, йоманың һуңын көтөр инем дә бит, тегеләр ашыҡтыра. Эш кешеләре…
Оҙата килегеҙ тигәнде аңлата ине был һүҙҙәр.