Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
24 Ноябрь 2017, 11:48

ЮҒАЛТЫУ

Йәйге иртә. Ҡояш дилбегә буйы булып күтәрелгән дә, аяҙ зәңгәр күктән, бер ни булмағандай, үҙенең тоғро юлдашы ғәзиз еребеҙгә көлөп-йылмайып, көлтә-көлтә нурҙарын һибә, уға бәрәкәт һәм йәм өҫтәй. Бына уның нурҙары селтәр ҡорған аша үтеп инде лә наҙланып ҡына йоҡлап ятҡан кескәй ҡыҙ Разияның битенә төшөп уятты. Бала бер аҙ күҙҙәрен йомоп иркәләнеп ятты. Был илаһи йылылыҡ уға әсәһенең йылы ҡулдарын хәтерләтә ине.

Йәйге иртә. Ҡояш дилбегә буйы булып күтәрелгән дә, аяҙ зәңгәр күктән, бер ни булмағандай, үҙенең тоғро юлдашы ғәзиз еребеҙгә көлөп-йылмайып, көлтә-көлтә нурҙарын һибә, уға бәрәкәт һәм йәм өҫтәй. Бына уның нурҙары селтәр ҡорған аша үтеп инде лә наҙланып ҡына йоҡлап ятҡан кескәй ҡыҙ Разияның битенә төшөп уятты. Бала бер аҙ күҙҙәрен йомоп иркәләнеп ятты. Был илаһи йылылыҡ уға әсәһенең йылы ҡулдарын хәтерләтә ине.
Разияның әсәһе ҡаты ауырып түшәктә ята. Ололар, уның йөрәге ауырта, тиҙәр. Кескәй ҡыҙ был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп етмәгәнгә артыҡ иҫе китмәй. Әсәһе һуңғы ваҡытта тороп йөрөмәһә лә, яҫтыҡҡа арҡаһын терәп ултыра, матур итеп ингән-сыҡҡандар менән һөйләшә. Разия уның эргәһендә булырға ярата. Кисә лә ул әсәһе эргәһендә оҙаҡ ҡына ултырҙы, уның ябыҡ ҡына ҡорама юрған ябылған тубыҡтарына башын һалып, ойоп та алды. Әсәһе арыҡ ҡына хәлһеҙ ҡулдары менән башынан һыйпаны, уның ҡулдары бөгөнгө ҡояш нурҙары кеүек—йомшаҡ, наҙлы һәм йылы ғына ине. Ҡыҙыҡай күпме иркәләп ятыр ине урынында, өләсәһенең: «Үтте, балаҡайым, үтте»— тигән моңһоу, йөрәктән сыҡҡан тауышы тороп ултырырға мәжбүр итмәһә... Ни булғанын аңламаған бала йүгереп тышҡа сыҡты һәм ҡатып ҡалды: уның мөһабәт кәүҙәле, аҙ һүҙле, бер аҙ ҡырыҫыраҡ булып күренгән Бөйөк Ватан һуғышы яугиры булған, Сталинградттан Берлинғаса ҡанлы яу юлы үтеп, 1948 йылға тиклем туғандаш Украинала Бандера бандаһы менән алышҡан, көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы атаһы, ике ҡулы менән битен ҡаплап, урам эсендәге йәшел келәм булып йәйелгән үлән өҫтөндә тәгәрәп йөрөп илай ине. Был күренештән шаҡ ҡатып, ни ары, ни бире китә алмаған ҡыҙ, тамағына килеп тығылған төйөндө йота алмай, йөрәгенең ауырттырып ҡыҫыуынан һуштан яҙыр сиктә, бер-нисә секунд шаңҡып торғандан һуң, ҡапыл тәрән тын алып, йән-фарман картуф баҡсаһы аша үҙенең яратҡан урынына—яңғыҙ ҡайынға йүгерҙе. Япраҡтары ергә тейерҙәй булып ялбырап үҫкән ҡарт ҡайын елгә елберҙәп ҡыҙҙы аңына килтергәндәй булды. Ике күҙенән аҡҡан ҡайнар күҙ йәштәре ике битен яндырып итәгенә тамды. Зирәк аҡылы менән кескәй ҡыҙ, бер кем әйтмәһә лә, бәхет-ырыҫҡа тулған тыуған йортона бәлә килгәнен аңланы. Ул иң ҡәҙерле кешеһен юғалтҡан...
Йылдар үтә торҙо. Разия тәүҙә һомғол буйлы, ҡара ҡашлы, бер аҙ моңһоуыраҡ ҡара күҙле, матур холоҡло ҡыҙ булып буй еткерҙе. Баш ҡалала юғары белем алып, аҡыллы, сибәр, үҙе һымаҡ мәҙәниәтле парын табып кейәүгә сыҡты. Балалар үҫтереп, хәләле менән бәхетле, татлы-татыу ғүмер кисерҙе. Хәҙер инде ул йәшләй генә гүр эйәһе булған әсәһенең ҡыҫҡа ғүмерен өс йәшәгән ағинәй, һөйөклө әсәй, өләсәй. Бәхетле ғүмер кисерҙе ул. Үкенерлек түгел. Ә шулай ҙа уйламағанда затлы ҡорғандар аша үтеп ингән иртәнге ҡояш нурҙары йәйғор булып уйнаһа, ғәзиз кешеһен юғалтҡанға күпме йылдар үтһә лә, ҡапыл йөрәге ауыртып сәнсеп ҡуя һәм әсәкәйенең йомшаҡ ҡулдары инде һырҙар ҡаплаған маңлайынан үбеп, сал сәстәренән һыйпап үткән кеүек тойола.
Зәкиә Сөләймәнова.
Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы.