Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
24 Ноябрь 2017, 12:28

ЕРҘӘГЕ ЭҘҘӘР. Аҙағы

Аҙағы. Башы 44-се, 45-се, 46-сы һанда.Яңы төҙөлгән «Башҡорт» совхозының директоры итеп Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын бөтөрөп килеп, һуңғы осорҙа Йылайыр районы партия район комитетының ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса секретары булып эшләгән, агроном Владимир Васильевич Попковты ҡуялар. 1961 йылдың яҙында «Урал» (4 ауыл инә), «Ударник» ( 2 ауыл), «Һабыр» (4 ауыл), «Красное Знамя» (4 ауыл), «Спутник» (4 ауыл) һәм «Анновка» ( 2 ауыл) колхоздарын да «Башҡорт» совхозына ҡушалар. Хәҙер ул 36 ауылды берләштереп элекке Матрай районы биләгән территорияны яулап ала. Совхоз биләмәләрен урап сығыу өсөн баш белгестәргә, ат егеп (ул ваҡытта машиналар булмай тип әйтерлек), аҙналап сабырға тура килә. Совхоз Йылайыр районына ҡарай, ләкин, ни сәбәптәндер, уны Дәүләт банкының Баймаҡ бүлексәһе хеҙмәтләндерә. 60-сы йылдар башына «Башҡорт» совхозы күп кенә күрһәткестәр, шул иҫәптән малсылыҡ буйынса республикала лидерҙар рәтенә сыға, күсмә Ҡыҙыл Байраҡтар менән бүләкләнә. Факил Саҙрый улына ла коляскалы «Иж-Юпитер» мотоциклы бирәләр, совхоздың етештереү буйынса директор урынбаҫары итәләр. «Башҡорт» совхозында ул һигеҙ йыл йөҙөп йөрөп эшләй. Тик 1964 йылда Н.С.Хрущевтың райондарҙы эреләтеү программаһы буйынса Йылайыр районын Хәйбуллаға ҡушҡас, Аҡъярға күсеп, ауыл хужалығы идаралағының баш зоотехнигы булып эш башларға мәжбүр була...

Аҙағы. Башы 44-се, 45-се, 46-сы һанда.
Яңы төҙөлгән «Башҡорт» совхозының директоры итеп Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын бөтөрөп килеп, һуңғы осорҙа Йылайыр районы партия район комитетының ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса секретары булып эшләгән, агроном Владимир Васильевич Попковты ҡуялар. 1961 йылдың яҙында «Урал» (4 ауыл инә), «Ударник» ( 2 ауыл), «Һабыр» (4 ауыл), «Красное Знамя» (4 ауыл), «Спутник» (4 ауыл) һәм «Анновка» ( 2 ауыл) колхоздарын да «Башҡорт» совхозына ҡушалар. Хәҙер ул 36 ауылды берләштереп элекке Матрай районы биләгән территорияны яулап ала. Совхоз биләмәләрен урап сығыу өсөн баш белгестәргә, ат егеп (ул ваҡытта машиналар булмай тип әйтерлек), аҙналап сабырға тура килә. Совхоз Йылайыр районына ҡарай, ләкин, ни сәбәптәндер, уны Дәүләт банкының Баймаҡ бүлексәһе хеҙмәтләндерә. 60-сы йылдар башына «Башҡорт» совхозы күп кенә күрһәткестәр, шул иҫәптән малсылыҡ буйынса республикала лидерҙар рәтенә сыға, күсмә Ҡыҙыл Байраҡтар менән бүләкләнә. Факил Саҙрый улына ла коляскалы «Иж-Юпитер» мотоциклы бирәләр, совхоздың етештереү буйынса директор урынбаҫары итәләр. «Башҡорт» совхозында ул һигеҙ йыл йөҙөп йөрөп эшләй. Тик 1964 йылда Н.С.Хрущевтың райондарҙы эреләтеү программаһы буйынса Йылайыр районын Хәйбуллаға ҡушҡас, Аҡъярға күсеп, ауыл хужалығы идаралағының баш зоотехнигы булып эш башларға мәжбүр була...
—Факил ағай, беҙ һинең менән булған бер мәрәкә хәлде онота яҙҙыҡ түгелме?
—Ниндәй?
—Яманһаҙҙа йәшәгән саҡта бер кәзәнең ҡолағына тамға «һалғаныңды».
—Ә-ә-ә...Ә һин уны ҡайҙан беләһең?
—Ишеттем. Һин минең ағай бит.
—Яҙһаң ни, яҙ әйҙә. Донъяла бер кем дә яңылышлыҡтан азат түгел. Кеше түгел, дүрт аяҡлы ат та һөрөнә, тиҙәрме әле? Аҙашҡан, абынған саҡтар ҙа булғандыр.
1960 йылдың 29 июнендә минең өсөнсө балам—ҡыҙым Ралина тыуҙы. Ҡыҙым тыуыу шатлығынан «һуғып» ташлағайным. Өйҙә тәҙрәнән ҡарап ултырһам, өй нигеҙен күмгән саң өҫтөндә бер нисә кәзә «һағыҙ» сәйнәп, ҡолаҡтарын һелкеп, ҡояшта ҡыҙынып ята. Ҡыҙыҡ булып китте. Мин бит институтта бәләкәй калибрлы мылтыҡтан атыу буйынса чемпион булып йөрөгән кеше. Туҡта, был кәзәләрҙең береһенең ҡолағына иң һалып ебәрәйем әле тип, ике көбәкле «Белка» мылтығымды алдым да (улар беҙгә эш буйынса тәғәйен ине), тоҫҡап, форточканан аттым да ебәрҙем. Пуля ҡолаҡҡа теймәгән, башын яралаған. Ҡанһырып ҡайтып ингән малын хужаһы һуйып алған. Мин ғәфү үтендем, хаҡын түләнем. Ләкин кемдер (хужаһы түгел) совхоздың партком секретарына еткергән бит. Мине бюроға ҡуйып, теркәү кенәгәһенә индереп ҡаты шелтә бирҙеләр, эштән сығарыу тәҡдиме менән сығыш яһанылар. Райком бюроһы ултырышында совхоз парткомы секретары Ҡасимовтың сығышынан һуң, райкомдың 2-се секретары Яхъя Нәҙерғолов торҙо ла: «Был—осраҡлы булған хәл, яҡшы эш булмаһа ла, Үҙәк Комитет сәйәсәтенә ҡаршы килмәй, бар, эшлә», тип теркәү карточкаһына индермәй генә шелтә иғлан итеп сығарҙы ла ебәрҙе. Болғансыҡ 60-сы йылдарҙың башы ине бит. Киләсәге юҡ, тип бәләкәй ауылдарҙы бөтөрөп ҡала тибындағы ҡасабалар төҙөгән, ауылдарҙа мал тотоуға лимит индерә башлаған осор. Һәр шәхси хужалыҡҡа бер һыйыр йәки бер кәзә, дүрт һарыҡ ҡына көтөргә рөхсәт ителә тип, һарайҙарға инеп тикшереп йөрөгәндәрен, бәлки, һин дә иҫләйһендер әле...
Һуңыраҡ, Хәйбуллаға күсеп, етәксе урындарҙа эшләй башлағас, мин бик төпкә китмәҫ элек алама ғәҙәттәрҙән ҡотолорға кәрәклеген аңланым һәм Силәбелә дауаланыу сеанстары үттем. Бына теп-теүәл 50 йыл ауыҙыма бер тамсы алкоголь эсемлеге алғаным юҡ. Тәмәке лә тартмайым. Үҙемде һап-һау тоям...
Факил ағайҙың Хәйбуллаға күрһәткән хеҙмәте ауыл хужалығын тамырынан үҙгәртеп ҡороу осорона тап килә тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Меңәрләгән гектар ҡалдау һәм сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, хужалыҡтарҙа культуралы көтөүлектәрҙе, һуғарыулы болонлоҡтарҙы арттырыу һөҙөмтәһендә мал аҙығын күпләп етештереү малсылыҡты йылдам темп менән үҫтереүгә алып килә. Районда тоҡомсолоҡ эшенә ҙур иғтибар бирелә. Сит өлкәләрҙән юғары продукциялы һыйырҙар, һарыҡтар һатып алына. Малсылыҡта яңы технологиялар индереү малдарҙың үлемен кәметеүгә, һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Һарыҡ үҫтереү буйынса Хәйбулла республикала беренсе урынға сыға. Өлгәшелгән уңыштарҙа эшен мөкиббән килеп яратҡан, эш тәжрибәһе туплап өлгөргән йәш зоотехник Факил Саҙрый улының да өлөшө әйтеп бөтөргөһөҙ.
1973 йылдың көҙөндә республикабыҙҙың совхоздар идаралығы башлығы Б.И. Петровтың тәҡдиме буйынса Ф.С.Хәкимовты Бүздәк районының Матросов исемендәге совхозына директор итеп ебәрәләр. «Россемовощтың» союз берекмәһенә ҡараған был совхоз тура Мәскәүгә буйһона. Унда сөгөлдөр, кишер үҫтереп, орлоҡ етештереү менән шөғөлләнәләр. (үҙәге—Ҡаңлы-Төркәй исемле башҡорт ауылы). Эшен мөкиббән яратҡан етәксе унда ла иғтибарҙан ситтәрәк ҡалған йүнәлеште—һарыҡ үрсетеүҙе үҙенсә, хәйбуллаларса, үҙгәртеп ҡора, совхоз үҙәге Ҡаңлы-Төркәйҙә 800 һыйырға иҫәпләнгән һөт комплексына нигеҙ һала. Таллыкүлдән ағып сыҡҡан бәләкәй генә йылғаны быуҙырып, совхоз көсө менән быуа төҙөтә. Ул әле лә бар. Яҙғыһын уның ярҙарына ҡоштар оя ҡора, кешеләр рәхәтләнеп ял итә, балыҡ ҡармаҡлай. Рәхмәт йөҙөнәндер инде, халыҡ быуаны «Хәким күле» тип йөрөтә.
1978 йылда Хәйбулла районы Советы Факил Саҙрый улынан тыуған еренә ҡайтып, ауыл хужалығы идаралағын ҡабаттан етәкләүен һорай. Бәләкәй Ватанын, хеҙмәттәштәрен һағынып өлгөргән Хәкимов ризалыҡ бирә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙенә ышанып тапшырылған бурысты ҙур яуаплылыҡ менән атҡара. Бигерәк тә 1979 йыл хәйбуллалар өсөн уңышлы була. Ул йылда район 107 мең гектар сәсеүлектең һәр гектарынан 22,2-шәр центнер уңыш йыйып ала һәм тыуған илебеҙгә 160 мең тонна иген тапшыра. Был рекордты ошоға тиклем бер райондың да арттырып үтәгәне юҡ әле.
Тыуған ил дә тоғролоҡло улының хеҙмәтен күрмәй, баһаламай ҡалмай. Төрлө йылдарҙа ул «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн», «Алдынғы хеҙмәт өсөн» («За трудовое отличие»), «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәргән өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, «В.И.Лениндың 100 йыллығына» юбилей миҙалы һәм «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 1990 йылда Факил ағайға «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән юғары исем бирелә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул алты йыл буйы райондың баш зоотехнигы булып эшләүен дауам итә, идаралыҡтың малсылыҡ бүлеген етәкләй.
Хоҙай Тәғәлә уны дөрөҫ, тоғро юлдан йөрөттө. Бының менән ул маһая ла, ғорурлана ла ала. Тормошта дөрөҫ юлды һайлау, унан тайпылмайынса, абынмайынса ғорур баҫып атлауҙа ата-әсә нәсихәттәре лә, тәрбиәһе лә үҙен белгерткәндер. Ул хеҙмәттәштәренә, үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәргә һәр саҡ иғтибарлы булды. Етешһеҙлектәре күренеп торһа ла, кеше күңелен һүрелтерлек ауыр һүҙ әйтеүҙән йыраҡ торҙо. Кеше күңеле быяла, һаҡһыҙ тотонһаң ыуала икәнен яҡшы белде.
Тормошта уңыштар ҙа, көйөнөс һәм һөйөнөстәр ҙә күп яҡтан тормош иптәшеңә бәйле. Был йәһәттән Факил ағай Фәүзиә еңгәйемдән уңды. Биш бала тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙылар. Тик олоғайған көнөндә Факил Саҙрый улы күрәһе яҙмышынан ҡасып ҡотола алманы—тәүҙә Рәмил улы, шунан тормош иптәше мәрхүмә булды. Был тиклем юғалтыуҙарҙы үлсәр һәм самалар әмәлдәр юҡ, уларҙы күтәреү уға еңел бирелмәне, әсе күҙ йәштәрен телендә тәмләһә лә, йотһа ла, һыҡтауын йәшерергә, һыр бирмәҫкә тырышты. Үткәндәрҙе уйлап, хәтирәләргә бирелеп күңеле тулғанда ла ир ғорурлығын өҫтөн тотоп, күңел тыныслығына ҡайтырға тырышты. Һынманы.
Ожмахты ла, тамуҡты ла кеше үҙенә үҙе әҙерләй, тиҙәр. Был яҡтан Факил ағайға борсолаһы түгел. Һәр кем яҙмышын үҙе яҙа. Шулай ҙа...һәр тыуаһы көндөң ҡәҙерен белеп, «теге яҡҡа» ашыҡма әле, тигән уй менән хушлашам һинең менән, Факил Саҙрый улы.