Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
17 Ноябрь 2017, 10:36

ЕРҘӘГЕ ЭҘҘӘР. (Очерк дауамы)

Дауамы. Башы 44-се, 45-се һанда.—Ә мин бөгөнгө ил хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендә алып барған сәйәсәтен бөтөнләй аңламайым,—тине Факил ағай ишек аша.—Мәктәптәрҙе ябып бөткән булдылар. Ете йәшлек балаларҙы утыҙ саҡрымға ташып уҡыталар. Ниндәй ҡот осҡос һуғыш йылдарында, кеше бер семтем икмәккә ымһынып йәшәгән осорҙа ла ауылдарҙа мәктәптәргә теймәнеләр. Бер мәктәп ябылманы. Уҡый алмағандар булды, мәктәпкә йоҙаҡ элмәнеләр. Сығымды кәметәләр имеш. Балаларҙы ташыр өсөн һатып алынған шул автобустар, бензин хаҡын һанап ҡараусы бармы икән? Бәлки, автобус һатып алғансы, шул ябылған мәктәптә уҡытыусы тотоу файҙалыраҡтыр?Уҡытыусы бит ул—киләсәгебеҙ, рухыбыҙ тәрбиәсеһе. Уҡытыусыға хөрмәт юҡ икән—киләсәгебеҙ ҙә булмаясаҡ.

Дауамы. Башы 44-се, 45-се һанда.
—Ә мин бөгөнгө ил хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендә алып барған сәйәсәтен бөтөнләй аңламайым,—тине Факил ағай ишек аша.—Мәктәптәрҙе ябып бөткән булдылар. Ете йәшлек балаларҙы утыҙ саҡрымға ташып уҡыталар. Ниндәй ҡот осҡос һуғыш йылдарында, кеше бер семтем икмәккә ымһынып йәшәгән осорҙа ла ауылдарҙа мәктәптәргә теймәнеләр. Бер мәктәп ябылманы. Уҡый алмағандар булды, мәктәпкә йоҙаҡ элмәнеләр. Сығымды кәметәләр имеш. Балаларҙы ташыр өсөн һатып алынған шул автобустар, бензин хаҡын һанап ҡараусы бармы икән? Бәлки, автобус һатып алғансы, шул ябылған мәктәптә уҡытыусы тотоу файҙалыраҡтыр?
Уҡытыусы бит ул—киләсәгебеҙ, рухыбыҙ тәрбиәсеһе. Уҡытыусыға хөрмәт юҡ икән—киләсәгебеҙ ҙә булмаясаҡ.
Ташҡындан да көслө мөхәббәт
—Факил ағай, һеҙ Фәүзиә еңгәй менән 58 йылға яҡын бер-берегеҙҙең уй-фекерҙәрен һүҙҙән түгел, бер ҡараштан аңлап, бик матур итеп йәшәнегеҙ. Еңгәй туғандар өсөн үлеп торҙо, киң күңелле, кешелекле, кеселекле булды. Ҡайҙан таптың һин ул Матрайҙа шундай һылыу Бүздәк ҡыҙын?.
—Эйе, шундай оҙон ғүмер бер көндәй генә булып шаулап уҙҙы ла китте. Төш кеүек кенә булып күңелдә ҡалды.
Студент сағымда, ауылда практика үтеп йөрөгәндә, Юлдыбайҙа район китапханаһына индем. Артымдан йәш кенә ике ҡыҙ килеп инде лә китапханасынан татарса, «Мәскәүҙән алыҫта» тигән китап бармы тип һоранылар. Мин, эргәләренә барып, танышып киттем. Бүздәк ҡыҙҙары икән: береһе—Фәүзиә, икенсеһе—Лена. Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағандар ҙа Матрай районына сиҙәм күтәрергә ебәргәндәр. Юлдыбайҙа район үҙәк дауаханаһында эшләп йөрөйҙәр. Кис киноға сыҡһам, теге ҡыҙҙар тағы осраны. Бергә кино ҡараныҡ. Шулай Фәүзиә менән дуҫлашып киттек, ҡыш буйы хат алышып сыҡтыҡ.
1955 йылдың март айында институтты тамамланым. Мине, зоотехник һөнәре алған йәш белгесте, Баймаҡ районының «Йылайыр» игенселек совхозына эшкә ебәрҙеләр. Эшкә китер алдынан атайымдарға индем. Атайым ул осорҙа «Трактор» колхозының рәйесе булып эшләп Урман Ҡыпсағында йәшәй ине. Бер нисә көн ял иткәс атайыма: «Атай, танышып йөрөгән ҡыҙым бар, әллә өйләнергә инде»,—тип ысҡындырҙым. Атайым дәртләнеп китте, еңел тарантасҡа үҙенең «Страус» ҡушаматлы һәйбәт атын егеп бирҙе һәм мин, бер үҙем ултырып, Яңы Яҡуп, Мәҡсүт аша Ҡашҡарға сығып киттем. Фәүзиә ул ваҡытта Юлдыбайҙа түгел, Ҡашҡар ауылында медпункт мөдире булып эшләй, Мәҡсүт, Ишбулды, Исҡужа, Ҡашҡар ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә ине. Мәҡсүткә килеп төшһәм, Крепостной Йылайыр ярһып ташып ята, һыу тулы бүрәнә. Ағас ағыҙалар икән. Ә миңә аръяҡҡа сығыр кәрәк. Ҡарап торам, бер буш урын юҡ, бүрәнә өҙлөкһөҙ аға ла аға. Бер дәртләнгәс, кире ҡайтҡы килмәй. Барып етмәй ҡайтып нисек кеше күҙенә күренәһең? Ни булһа ла булыр тип, Йылайырҙы кисергә булдым. Тарантастың артҡы өлөшө һыу уртаһында ултырып ҡалмаһын өсөн арба кендеген тимерсыбыҡ менән ныҡ итеп ураным да, аяҡ өҫтө тороп, атты ҡыуа башланым. «Страус»—юҡҡа ғына был ҡушаматты бирмәгәндәрҙер инде—оҙон аяҡлы, бейек, көслө ат, ләкин һыуға төшмәй ҙә ҡуя. «Мине күрәләтә үлемгә этәрәһең,— тигән кеүек миңә әйләнә лә ҡарай, әйләнә лә ҡарай. Шулай ҙа, сыбыртҡы менән бер-ике һелтәнгәйнем, һикерҙе был һыуға. Бышҡыра-бышҡыра, бүрәнәләр аша һикереп, саҡ ҡаршы ярға килеп сыҡтыҡ. Атым лыс тир, бөтә тәне дерелдәй. Саҡ тынысландырып, ҡыуаҡ төбөнә бәйләп ҡуйҙым. Ҡараһам, арбам өҫтөндә күстәнәстәр һалынған ҡара фанера сумаҙаным юҡ. Ҡаңғырып йөрөп, уны бәйләп һалырға онотҡанмын икән. Эсе тулы күстәнәс, Фәүзиәгә бүләктәр...Инде нишләргә? Йүгерҙем Йылайыр буйлап аҫҡа. Ҡараһам, кисеүҙән алыҫ түгел, Йылайыр һулға боролған ерҙә, талға төкөп, ағастар тығылған. Бер бүрәнә өҫтөндә минең сумаҙан ҡарайып ултыра. Таяҡ табып алып, ҡайҙа аяҡ өҫтө, ҡайҙа тубыҡланып тигәндәй, барып еттем сумаҙаным эргәһенә. Хәҙер ынтылып алырға кәрәк, ә мин таяҡты ысҡындыра алмайым—ысҡындырһам ағын һыу мине шунда уҡ бүрәнә аҫтына һөйрәйәсәк. Эйелеп, үлемесле булып, тешем менән тешләп алып сыҡтым сумаҙанымды һыуҙан. Эсенә һыу тулһа ла, бер нәмә лә юғалмаған. Шул хәтлем ҡыуандым сумаҙанымды тапҡаныма. Һыуҙан сыҡҡас, был мажараларымды берәү күреп тормаһа ярар ине тип, ян-яҡҡа күҙ һалған булам. Берәү ҙә күренмәне—Мәҡсүт тау аръяғында ине.
Ҡашҡарға еткәс, ял итеп кибенеп алайым тип, Мәхмүт Моратов ҡоҙаларҙа туҡталдым. Фәүзиә Юлдыбайға дарыуҙар алырға киткән булып сыҡты. Уның менән иртәгеһен, ул Юлдыбайҙан әйләнеп ҡайтҡас, осраштыҡ. Уйымды әйткәс, минең килеремде көтмәгән Фәүзиә (мин уға алдан бер ни ҙә белдермәгәйнем) ҡаушап ҡалды, ағайым-апайымдар менән кәңәшләшмәйенсә ризалыҡ бирә алмайым, тине. Фәүзиә етем ҡыҙ булып сыҡты: ата-әсәһе 1945 йылда, ауырып, бер-бер артлы ғына мәрхүм булып ҡалған. Дүрт ағаһы, бер апаһы бар икән. Ағалары менән һөйләшеүҙе мин үҙ өҫтөмә алдым. Апаһы менән Фәүзиә үҙе һөйләшергә булды. Оҙаҡламай ғына бөтәһе лә ризалыҡ бирҙеләр һәм беҙ Юлдыбай ЗАГС-ына барып яҙылыштыҡ. Туй яһап торманыҡ. Юлдыбайҙа йәшәгән Миңлебикә еңгәй Ниғмәтуллинаның бәләкәй генә өйөндә унлаған кеше—гел дуҫтар ғына йыйылып байрам иттек тә иртәгәһен, 1 май көнө, мин Фәүзиәне Урман Ҡыпсағына атайымдарға күрһәтергә алып ҡайтып киттем.
Дауамын гәзитебеҙҙең 46-сы һанында уҡығыҙ.
Һүрәттә: «Ураҡ—79» республика ярышы еңеүсеһе Хәйбулла районы делегацияһын ҡотлау. Өфө, 1979 йыл. Уртала: Хәйбулла районы хакимиәтенең 1-се секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Fилман Яҡупов.