Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Ноябрь 2017, 12:21

ЕРҘӘГЕ ЭҘҘӘР. Очерк. (Дауамы).

Дауамы. Башы 44-се һанда.Юл насар булғас, яҡтыла ҡайтып етә алманыҡ, эңер төштө. Ярты юлда һыйырыбыҙ арыны. Артынан этеп тә ҡарайбыҙ, ятты ла ҡуйҙы. Бесәнгә әйләнеп тә ҡарамай. Эй, үкһеп-үкһеп илағы килә. Аптырағас, үҙебеҙ ҙә һыйырға һыйынып ултырҙыҡ. Бүре килеп сыҡмаһын тип ҡурҡабыҙ. Өйөрө менән килеп ябырылһа, һыйырҙы ла, үҙеңде лә харап итерҙәр. Ярай әле, бесән хужалары саҡма биреп ебәргән. Ут яғып ултырҙыҡ. Туң ерҙә ятып өшөнөмө икән, һыйырыбыҙ ҙа торҙо. Таң атыуға шатлана-шатлана Һарыкүлгә ҡайтып йығылдыҡ.

Дауамы. Башы 44-се һанда.
Юл насар булғас, яҡтыла ҡайтып етә алманыҡ, эңер төштө. Ярты юлда һыйырыбыҙ арыны. Артынан этеп тә ҡарайбыҙ, ятты ла ҡуйҙы. Бесәнгә әйләнеп тә ҡарамай. Эй, үкһеп-үкһеп илағы килә. Аптырағас, үҙебеҙ ҙә һыйырға һыйынып ултырҙыҡ. Бүре килеп сыҡмаһын тип ҡурҡабыҙ. Өйөрө менән килеп ябырылһа, һыйырҙы ла, үҙеңде лә харап итерҙәр. Ярай әле, бесән хужалары саҡма биреп ебәргән. Ут яғып ултырҙыҡ. Туң ерҙә ятып өшөнөмө икән, һыйырыбыҙ ҙа торҙо. Таң атыуға шатлана-шатлана Һарыкүлгә ҡайтып йығылдыҡ.
Һауған һөттөң әҙерәген әсәйем сәйгә ҡалдыра, ҡалғанынан ҡатыҡ ойота. Ҡатыҡты, йәшебеҙгә ҡарамай, тип-тигеҙ итеп бүлә. Бишебеҙҙе лә, ҡулыбыҙға тәрилкә менән ҡалаҡ тоттороп, урындыҡҡа теҙеп ултырта ла, түңәрәк буйлап ҡалаҡлап һала башлай. Алтыбыҙға 6-8-ҙәр ҡалаҡ ҡатыҡ эләгә. Хәҙер уйлап ҡарайым да илар сиккә етәм: шул ҡатыҡ өләшкән ҡалаҡты ла әсәйем сиратлап ялатҡан була торғайны. Әсәй, үҙең яла, тип әйтергә беребеҙҙең башына етмәгән.
1945 йыл беҙгә көтөп алған Еңеү таңын бүләк итте. Ирҙәр берәмләп һуғыштан ҡайта башланы. 1946 йылдың йәйе аҙағында атайым да ҡайтып төштө. Яралары булһа ла—иҫән. Шулай ҙа ауылда тормош тиҙ генә рәтләнеп китмәне. 1949 йылдың аҙағына тиклем туйғансы икмәк ашап булманы. Ошо йылдың октябрь башында Еңеү шатлығын да татып өлгөрмәгән әсәйем 39 ғына йәшендә мәрхүмә булып ҡалды. Шулай итеп, беҙҙең өсөн бала саҡ бөттө. Хәйер, булдымы икән беҙҙең бала саҡ?! Юҡтыр. Ошо алтын осор аша һикереп үткән быуынбыҙ. Беҙҙең бала саҡты һуғыш «йотто».
Белемгә илткән һуҡмаҡ
—Факил ағай, һеҙ, һуғыш осоронда ас ҡорһаҡҡа эләгеп-һарҡып йөрөп, тейешенсә уҡый ҙа алмаған йәш кеше, юғары белем алып, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң аяныслы хәлдә ҡалған ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кеүек ауыр, мөһим бурыстарҙы атҡарып сыҡҡан белгестәрҙең береһе. Белем һуҡмағы нисегерәк булды?
—Уй, әйтәһе генә түгел, үтә урау һәм ҡатмарлы булды ул һуҡмаҡ. Текә лә... Шулай ҙа яҙмышыма мин ризамын. Бик күп һуғыш йылы балаларына тәтемәне ундай бәхет.
1945 йылдың көҙөндә, Һарыкүлдән Юлдыбайға күсеп ҡайтҡас, райондың ауыл хужалығы башлығы мине үҙенә секретарь итеп эшкә алды. Минең бурысҡа идаралыҡта ҡабул ителгән бойороҡ, күрһәтмә, ҡарарҙарҙың күсермәһен алып (химик ҡәләм менән копировка аша тиҫтәләгән экземпляр яҙа торғайным) Матрай районы колхоздарына таратыу һәм идаралыҡ бүлмәләрен йылы тотоу инә ине. Утын бөтә лә ҡуя. Ҙур, иркен кабинеттың уртаһында тип әйтерлек 200 литрлыҡ тимер мискәләрҙән эшләнгән буржуйка эш ваҡытында йыйылған бөтә ҡый, иҫке гәзит, ҡағыҙҙы «йота» ла ҡуя. Әсәйем партия райкомы бинаһын йыйыштырыусы булып эшләне. Ундағы утын бысыу, ярыу, киптереү һәм яғыу эше лә минең елкәгә төштө. Әсәйем шул ваҡытта уҡ ныҡ йүткерә һәм тын ала алмай башлағайны.
1946 йылдың йәйендә атайым һуғыштан ҡайтып төштө. Капитан гимнастеркаһында өс нашивкаһы бар. Тимәк, өс тапҡыр яраланған. Иң мөһиме—иҫән! Уны шунда уҡ, ял да иттермәй, район гәзите мөхәррире итеп ҡуйҙылар.
Атайым, һуғыш йылдарында сынығып, егет булып килгән улын уҡытырға кәрәклеген аңлағандыр инде. 1946 йылдың көҙөндә мине 1921-1924 йылдарҙа үҙе белем алған Темәс педучилищеһына уҡырға ебәрҙе. Юлға өсәүләп—Матрайҙан Рифҡәт Алғошаев, Яңы Яҡуптан Йәүҙәт Хәсәнов һәм мин—бергә сыҡтыҡ. Тәүҙә йәйәүләп, шунан Түбә руднигынан һуң, ҡаҙаҡтарҙың дөйә арбаларына һағып Темәскә саҡ барып еттек. Мине, етенсене маҡтау грамотаһына тамамлаған тип, һынауһыҙ ҡабул иттеләр. Койкалар менән шығрым тулы тар ғына бүлмәгә урынлаштырҙылар. Ашау ойошторолмаған. Кем нәмә таба, шуны ашай. Бер аҙна уҡып та өлгөрмәнек, беҙҙең алып килгән аҙыҡ бөттө. Инде нимә эшләргә? Астан үлеп булмай бит инде, беҙ Рифҡәт менән ҡасып ҡайтып киттек. Аҙашмау өсөн гел Һаҡмар буйлап атларға тырыштыҡ. Ҡайтҡас атайыма, уҡырға алманылар тигән булдым. Ышанманы, сөнки ҡулда документтар юҡ, Темәстә ҡалған ине…
1947 йылда уҡыуға һәләтле етем, ярым етем, аталары һуғышта булған балаларҙы Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа йыялар икән тигән хәбәр тарала. Белемгә ынтылған үҫмер теше-тырнағы менән тырышып, шул исемлеккә эләгеп китә.
Август айының һуңғы көндәре. Балаларҙы Һары тимер юл станцияһына алып китеүгә ылау ҙа әҙерләнгән. Вәлимә өләсәйем, барлыҡ борсолоу-көйөнөстәрен күңел төпкөлөнә йәшерергә тырышып, улы Факилды юлға әҙерләй. Булғанса йыуылған кейем-һалымын, тамаҡ ялғап барырға әҙерләгән талҡанын, бер нисә баш киптерелгән ҡоротон, көлгә күмеп бешерелгән өшәкәйен юлға тигән моҡсай эсенә һалғас, атаһына оҡшап мыҡты кәүҙәле булып үҫеп килгән улының арҡаһынан һөйөп ала. Әммә улының һуғыш ғәрәсәте арҡаһында бала саҡ йыуаныстарын күрмәй үҫеүенә бәғре теленә. Ярай әле аҡыллы, үҙ һүҙендә ныҡлы тора белә. Тик Өфө кеүек ҙур ҡалала нисек төпләнеп китер, ауыр саҡтарҙа юғалып ҡалмаҫмы, кемдәр кәңәшсе һәм таяныс булыр?
Урам ҡапҡаһынан сығып, уҡырға китеүсе уҡыусылар, уларҙы оҙатырға килгән туғандары йыйылған контора алдына еткәнсе шул уйҙар тынғы бирмәгәндер Вәлимә өләсәйемә. Уларҙы алып китәсәк йөк машинаһы кузовына ултырып һаубуллашҡанда: «Тырыш, ауырлыҡтарға бирешмә, намыҫлы бул, кешегә яманлыҡ уйлама, гел изгелек ҡыл, балам»,—тип өгөт-нәсихәт биреп ҡала.
Ул осорҙа Өфөгә барыу үҙе бер бәлә була. Силәбе, Злотоуст ҡалалары аша өс тәүлек тигәндә саҡ килеп етәләр.
9-сы мәктәп-интернатта уларҙы бик йылы ҡаршы алалар. Һигеҙенсегә килеүселәр бик күп булып сыға, шуға уларҙы дүрт класҡа бүләләр. Факил ағай яҡташтары Рифҡәт Алғошаев, Рифҡәт Бүләков, Кинйәғәле Амантаев, Айытбай Нәҙерғолов һәм Роза Зыяева менән «Г» класына эләгә.
—«Беҙ килгәндә мәктәп директоры булып Кәли ағай Тереғолов эшләй ине, аҙаҡ уны Сажиҙә апай Зайлалова алыштырҙы. Тәүге көндә үк кейемле булып, сәсте алдырғас, ҡала малайҙарына оҡшап киттек. Бөтәбеҙ ҙә бер төрлө кейемдә булғас, ҡала кешеләре беҙҙе «инкубатор балалары» тип йөрөтә. Интернатҡа Юзифа Матвей ҡыҙы Ашрапова етәкселек итте. Беренсе ҡатта ашхана, ярҙамсы бүлмәләр урынлашҡан, икенселә беҙ йәшәйбеҙ. Аҙна һайын Чернышевский урамындағы ҡала мунсаһына йөрөтәләр. Көнөнә өс тапҡыр йылы аш менән туҡланыу, иң мөһиме—баш ҡаланың үҙендә уҡыу беҙҙең өсөн ҙур бәхет ине,— тип хәтерләй ул йылдарын Факил ағай Хәкимов.
Дауамын гәзитебеҙҙең 45-се һанында уҡығыҙ.
Һүрәттә: Мәктәп-интернатты тамамлағандан һуң 25 йыл үткәс. 2 февраль 1975 йыл. Беренсе рәттә һулдан беренсе— Рәми Fарипов, икенсе рәттә уңдан беренсе—Факил Хәкимов.
Читайте нас: